Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ғинуар 2022, 20:20

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Иҫләп, йылмайып алайыҡ...Философия фәндәре докторы, иҡтисад фәндәре докторы Хәлил Барлыбаевтың "Ағиҙел" журналында "Яҙмыш — һикәлтәле юл" (2013 йыл, 6-7-се һандар) тигән хәтирәләре баҫылып, уның "Рух мәккәһе" бүлегендә 60-70-се йылдарҙа Мәскәүҙә уҡыған башҡорт йәштәренең тормошона бәйле үтә лә хәт-тәр ваҡиға иҫкә алынғайны. 1971 йылдың йәйге бер шәмбеһендә йәштәр Мәскәү янындағы Десна йылғаһы буйына ял итергә сыға һәм иртәгәһенә ҡайтышлай уларға һалдаттар һөжүм итә. Хәҙер хәтирәгә күҙ һалайыҡ, иҫләп, йылмайыҡ алайыҡ:

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Иҫләп, йылмайып алайыҡ...

Философия фәндәре докторы, иҡтисад фәндәре докторы Хәлил Барлыбаевтың "Ағиҙел" журналында "Яҙмыш — һикәлтәле юл" (2013 йыл, 6-7-се һандар) тигән хәтирәләре баҫылып, уның "Рух мәккәһе" бүлегендә 60-70-се йылдарҙа Мәскәүҙә уҡыған башҡорт йәштәренең тормошона бәйле үтә лә хәт-тәр ваҡиға иҫкә алынғайны. 1971 йылдың йәйге бер шәмбеһендә йәштәр Мәскәү янындағы Десна йылғаһы буйына ял итергә сыға һәм иртәгәһенә ҡайтышлай уларға һалдаттар һөжүм итә. Хәҙер хәтирәгә күҙ һалайыҡ, иҫләп, йылмайыҡ алайыҡ:
"...Автобус туҡталышы булған ауылға инеп килгәндә, артыбыҙҙан, йылҡы өйөрө сапҡандай тубырлашып, 20-25-ләп һалдат ҡыуып етте лә, уратып алды. Беҙ биш егет: мин, Рәшит Шәкүр, Рафаэль Агишев, Рәфис исемле боксер егет, бишенсебеҙ кем икәне хәтерҙән сыҡҡан — яҡындағы ҡоймаларҙан таҡта һурып алып, һуғышырға әҙерләндек. Минең арттан ҡыуып килгән һалдат бил ҡайышының бляшкаһы менән һуғып, битемде ҡанатты. Ҡулыма эләккән ҡорал — метр ярым йыуанлыҡ тимер торба менән һелтәнеп, һалдаттарҙың үҙҙәрен ҡыуғылай башлағайным. улар күмәкләп тиҙ генә мине уратып алды. Шулай, өйөрөлөп, һелтәнә-һелтәнә, ҡәтғи, шул уҡ ваҡытта өгөт-нәсихәтле итеп ара-тирә: "Ребята, не подходи, плохо будет!" — тип екеренәм. Шәкүр, алпамыша кеүек ғәйрәтләнеп, йүгерекләп йөрөп, үҙенән бәләкәйерәк һалдаттарҙы йыға һуға ла, ара-тирә көслө тауышы менән: "На помощь! На помощь!!!" — тип һөрәнләй. Тәбәнәгерәк, тулы, әммә етеҙ кәүҙәле Рафаэль Агишев, ҡулына күҫәк тотоп, яҡынлаған һалдаттарҙы киҙәнеп-төрткөләп ҡыуа. Рәфис тә, юғары бокс техникаһы ҡулланып, һөжүм итеүселәрҙе кире ҡағып йөрөй. Һуғышырға ынтылған, әммә күҙлеге осоп китеп, шуны эҙләп ваҡыт уҙғарған Фәүҡәт Ҡыҙрасов менән Миҙхәт Мәмбәтов ҡыҙҙарҙы бер урынға йыйнап, ҡарауыллап йөрөгән. Урал Ураҡсин, дипломат булараҡ, һалдаттар менән һөйләшеп килешергә маташҡан...
...Хәҙер шул саҡтағы дуҫтар менән осрашҡанда көлөшөп алабыҙ: "Хәтерләйһегеҙме, беҙ нисек Мәскәү янында Совет Армияһы менән һуғыштыҡ?!"

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 580-се күҙәтеү.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: