Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ғинуар 2022, 09:55

Ҡотлайбыҙ!

Рәшит Закир улы Шәкүров 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй районының Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, промыслыла оператор булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Һуңынан СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый һәм 1974 йылда кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Рәшит Закир улы Шәкүров 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй районының Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған.

Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, промыслыла оператор булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Һуңынан СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый һәм 1974 йылда кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

«Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһында, «Ағиҙел» журналы, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә яуаплы вазифалар башҡара. 1992 йылда Башҡортостанда энциклопедия төҙөү эшен йәнлендереп ебәрә. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте директоры булып эшләй. Уның редакцияһында «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия» сыҡты, ул шулай уҡ алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» авторҙарының береһе.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: