Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ғинуар 2022, 21:10

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Шиғриәт шартлы ла ул...Башҡа жанрҙарға ҡарағанда шиғриәт үтә лә шартлыраҡ: унда йондоҙҙарҙы еләк һымаҡ тиреп тә, ай-ҡояшты туп һымаҡ тибеп футбол уйнап та була, секунд эсендә меңйыллыҡтарҙы, дәүерҙәрҙе ашатлай алаһың һ.б. Сергей Есенин Әзербайжанда саҡта үҙен Фарсы илендәмен тип хис итеп "Фарсы мотивтары"н ижад иткән һәм уҡыусыла был илдең йәмен тыуҙыра алған. Мин дә бынан күп йылдар элек "Һинең улың, минең ҡыҙым кинонан ҡайтып килә" мотивында бер шиғыр яҙғайным. Ул "Имеш, тейеш йә төш" тип атала. Уҡыусылар "Шиғырҙарыңды диуарыңда уҡығыбыҙ килә" тигәнде лә иҫтә тотоп, ул шартлы нәмәҫтәкәйҙе тәҡдим итергә булып киттем:

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Шиғриәт шартлы ла ул...

Башҡа жанрҙарға ҡарағанда шиғриәт үтә лә шартлыраҡ: унда йондоҙҙарҙы еләк һымаҡ тиреп тә, ай-ҡояшты туп һымаҡ тибеп футбол уйнап та була, секунд эсендә меңйыллыҡтарҙы, дәүерҙәрҙе ашатлай алаһың һ.б. Сергей Есенин Әзербайжанда саҡта үҙен Фарсы илендәмен тип хис итеп "Фарсы мотивтары"н ижад иткән һәм уҡыусыла был илдең йәмен тыуҙыра алған. Мин дә бынан күп йылдар элек "Һинең улың, минең ҡыҙым кинонан ҡайтып килә" мотивында бер шиғыр яҙғайным. Ул "Имеш, тейеш йә төш" тип атала. Уҡыусылар "Шиғырҙарыңды диуарыңда уҡығыбыҙ килә" тигәнде лә иҫтә тотоп, ул шартлы нәмәҫтәкәйҙе тәҡдим итергә булып киттем:
Имеш микән, тейеш микән,
Төшмө, кем һуң белгән?
Һинең улың минең ҡыҙҙы
Әйттерергә килгән.
Килешерме икебеҙгә
Ҡоҙағыйлыҡ-ҡоҙа?
Балаларға рәхәттер ҙә —
Икебеҙгә ыҙа.
Ҡасандыр бер йөрәгеңде
Бирмәһәң дә миңә,--
Мәһәр, ҡәҙер һорамайым, —
Ҡыҙым бүләк һиңә.
Тик шуны бел: йәндәр,ҡандар
Табышалар икән.
Улар ерҙә барыбер ҙә
Ҡауышалар икән.
Төп ҡоҙа һәм төп ҡоҙағый
Тиеп аталырбыҙ.
Ниңә бал(а)лар төҙәтә һуң
Беҙҙең хаталарҙы?

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 579-сы күҙәтеү.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: