Нимә булды беҙгә? Кемгә әйләндек беҙ? Райман Ишбаевтың хәтер кисәһендә
38 кеше ултыра ине... “Тел бөтә!” – тип туҡтауһыҙ ҡысҡырабыҙ: Беҙҙе һәр ваҡыт кемдер ҡыҫа, ситләтә, кәмһетә, рәнйетә... Беҙ һәр саҡ ғәйеплеләрҙе эҙләбеҙ. Һәм, ғәҙәттә, ситтән... ЦРУ, КГБ, ФСБ, глобализация, интеграция, Путин, Хәмитов, дәүләт, хөкүмәт... Тик... Кем беҙгә күтте күтәреп шул Райман Ишбаевтың кисәһенә барырға ҡамасауланы? Кем?!!!... Кем беҙгә “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарына, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәренә яҙылырға ҡамасаулай? Кем?!!!... ЦРУ, КГБ, ФСБ, глобализация, интеграция, Путин, Хәмитов, Иванов, Петров, Сидоров, дәүләт, хөкүмәт???... Ошонда – VK-ла – тел, милләт, халыҡ тураһында күпме тауыш күтәрелә?.. Тик шул тел, милләт, халыҡ өсөн бар “эшмәкәрлегебеҙ” теге йәки был постҡа лайк ҡуйыуҙан да артмай бит!!! Ә инде репост эшләһәк, беҙ бөтөнләй геройға әйләнәбеҙ...
Әгәр ҙә бер көн килеп, гәзит-журналдарыбыҙ йәшәүҙән туҡтай икән – власть түгел, беҙ үҙебеҙ ғәйепле буласаҡбыҙ... Сөнки бер власть та 200-300 дана менән сыҡҡан баҫманы аҫрай алмаясаҡ... Һәм шул уҡ ваҡытта 10 000-15 000 дана менән сыҡҡан баҫманы япмаясаҡ... 35 кеше йөрөгән филармонияны, театрҙы бер дәүләт тә тотоп тора алмаясаҡ... Ярай, аҡса юҡлыҡҡа һылтанабыҙ икән, ти... Килешәм... Еңел осор түгел... Тик... Ни өсөн шул уҡ ваҡытта үткән аҙнала “Өфө уттары”ндағы дискотекала халыҡ шығырым тулы ине?... Тимәк, ҡайҙалыр аҡса бар, ҡайҙалыр юҡ... Кемдер әйтер, беҙ ҡайҙа теләйбеҙ – шунда барабыҙ, тип... Һәм хаҡлы ла булыр... Иректе сикләү юҡ... Тик бына милләт, халыҡ һәм тел тураһында... Шул уҡ Райман иҫән саҡта һәр бер яҙыусының ижад кисәһенә йөрөнө... Һәр береһенә... Бушлай... Шунан, ҡәләмдәштәр, хәтер юйылдымы?... Әллә ул бөтөнләй юҡ инеме?.. Шул кисәлә бер ҡурайсы өндәшә: “Азамат ағай, гәзиттә минең турала мәҡәлә ята, шуны сығарып ҡына ебәрегеҙ инде...” “Ҡустым, ҡара әле, һин “Башҡортостан” гәзитенә, исмаһам, өс йылға бер генә булһа ла яҙылып ҡара әле... Сөнки, мәхәббәт ике яҡлы булырға тейеш, ике яҡлы булмаһа, мөхәббәт бары енси мөнәссәбәткә әйләнә...” Күҙҙәрен сыл-сылт йомдо...
Тел бөтә, тип ҡысҡырыуы иң рәхәт ысул... Йәтеш, ҡайҙалыр, кемдер ғәйепле... Тик мин түгел... Сөнки туған телде кемдер ҡайҙалыр ҡотҡарыр әле... Филармонияға, театрға йөрөр, гәзит-журналдар алдырыр... Кемдер, ҡайҙалыр: ЦРУ, КГБ, ФСБ, глобализация, интеграция, Путин, Хәмитов, Иванов, Петров, Сидоров, дәүләт, хөкүмәт...
Арҙаҡлы ил уланының хәтер кисәһенә йөрөмәгән халыҡтың хәтере бармы?.. Хәтере булмаған милләттең – киләсәге?..