Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Декабрь 2021, 11:30

Гөлназ Ҡотоева

Бөгөн шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоеваның күркәм ғүмер байрамы. “Ағиҙел” журналында оҙаҡ йылдар яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡарған талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе журнал уҡыусылары һәм редакция коллективы исеменән ихлас ҡотлайбыҙ! Ҡышҡы аҡ келәм кеүек тормош юлың аҡ булһын, күҙ сағылдырып емелдәшкән ҡар бөртөктәреләй бәхет йылмайып торһон, Гөлназ!   Гөлназ ҠОТОЕВА Көйәнтәләп һыу ташыған ҡыҙҙар, Ҡайҙаһығыҙ? Мәке уйылған. Айҙа ғына көйәнтәле Зөһрә, Һайығайған инде, эх, йылғам. Килендәр ҙә хәҙер һыуға бармай Көйәнтәгә аҫып күнәктәрен. Һалмаҡ ҡына, талғын ғына баҫып, Кейеп күҙ ҡыҙҙырыр күлдәктәрен. Көйәнтәле ҡыҙҙар, һәйкәл булып, Һикергәндәр әллә тулы Айға? Тамсыһын да түкмәй һыу ташыған Аҡҡош һынлы һомғол ҡыҙҙар ҡайҙа? Киленгә һыу башлап бикәс бара, Сыҡҡан юлҡайҙары булһын уңай. Бәхеткә тип килен тәңкә һала, Фатихалар ала, йола шулай. Тамсыһын да ергә түкмәй-сәсмәй, Һалмаҡ ҡына баҫып килә килен. Бәхеткәйең булһын мөлдөрәмә Барыһы ла һиңә ыңғай килһен!

Гөлназ Ҡотоева
Гөлназ Ҡотоева

Бөгөн шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоеваның күркәм ғүмер байрамы. “Ағиҙел” журналында оҙаҡ йылдар яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡарған талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе журнал уҡыусылары һәм редакция коллективы исеменән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ҡышҡы аҡ келәм кеүек тормош юлың аҡ булһын, күҙ сағылдырып емелдәшкән ҡар бөртөктәреләй бәхет йылмайып торһон, Гөлназ!

 

Гөлназ ҠОТОЕВА

Көйәнтәләп һыу ташыған ҡыҙҙар,
Ҡайҙаһығыҙ?
Мәке уйылған.
Айҙа ғына көйәнтәле Зөһрә,
Һайығайған инде, эх, йылғам.

Килендәр ҙә хәҙер һыуға бармай
Көйәнтәгә аҫып күнәктәрен.
Һалмаҡ ҡына, талғын ғына баҫып,
Кейеп күҙ ҡыҙҙырыр күлдәктәрен.

Көйәнтәле ҡыҙҙар, һәйкәл булып,
Һикергәндәр әллә тулы Айға?
Тамсыһын да түкмәй һыу ташыған
Аҡҡош һынлы һомғол ҡыҙҙар ҡайҙа?

Киленгә һыу башлап бикәс бара,
Сыҡҡан юлҡайҙары булһын уңай.
Бәхеткә тип килен тәңкә һала,
Фатихалар ала, йола шулай.

Тамсыһын да ергә түкмәй-сәсмәй,
Һалмаҡ ҡына баҫып килә килен.
Бәхеткәйең булһын мөлдөрәмә
Барыһы ла һиңә ыңғай килһен!

Гөлназ Ҡотоева
Гөлназ Ҡотоева
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: