Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Май 2021, 13:35

Күңелгә им булды "Рәсәй шишмәләре"

“Дәүләтебеҙҙең рухиәт нигеҙе ошо ерҙә йәшәгән милләттәрҙең мәҙәни байлыҡтары синтезында ҡоролоуын, тап шул күп төрлө, бай, боронғо милли сәнғәттәр бөгөнгө Рәсәйҙең күңел донъяһын һуғарып тороуын күрһәтеү, уның ни тиклем оло әһәмиәткә эйә икәнен тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөү йәһәтенән ойошторолдо "Рәсәй шишмәләре" ("Родники Росии") Бөтә Рәсәй милләт-ара автор-башҡарыусылар бәйгеһе, – ти төп ойоштороусыларҙың береһе, фестивалдең идея авторы, "Сесен" ижади берекмәһе етәксеһе Әлфиә Миңлевәли ҡыҙы Агеева.

Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған, һайлап алыу турҙары бер йыл әүәл үткән, тик бәйге пандемия осорона тура килеү сәбәпле, мәҙәни сараның финалын уҙғарыу бер йылға кисектерелгән булған. Әммә йыл дауамында бәйгеселәр бер нисә тапҡыр хәйриә нигеҙендә онлайн концерттар ҙа биреп өлгөргән. Конкурс-фестивалдә милләттәштәребеҙ ҙә лайыҡлы сығыш яһаны. Жюри составында шулай уҡ коллегабыҙ, "Ағиҙел" журналы хеҙмәткәре, билдәле шағирә Гөлнара Хәлфетдинова ла эшләне, ул фестивалгә тәҡдим ителгән йыр текстары буйынса комиссияла булды.
Мәскәүҙең Преснен районының Ветерандар йортонда уҙған финал концерты Мәскәү ҡалаһы хакимиәте һәм Башҡортостандың Рәсәй Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ойошторолдо. Халыҡтар дуҫлығын нығытыуға йүнәлтелгән ошондай мәртәбәле фестивалдең ойоштороусылары булып Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың сығыш яһауы үҙе ҙур ғорурлыҡ.
Гала-концертта Мәскәү, Коломна, Орел, Сыктывкар, Силәбе, Ырымбур ҡалаларынан, Ҡалмыҡстан Республикаһынан, Австралиянан автор-башҡарыусылар сығыш яһаны. Сараны шулай уҡ Мәскәү ҡалаһының “Алтын ай” башҡорт бейеүҙәре ансамбле, төбәк-ара “Сесен” ижади берекмәһе һәм “Уралконцерт” ойошмаһы ағзаларының сығыштары биҙәне.
Фестиваль һөҙөмтәләренә килгәндә, I урын Светлана Холодниковаға тәтеһә, II урынды Василий Лысач һәм Елена Лоткова бүлеште. III урынға Айгөл Комелькова, Лилиә Хисмәтуллина һәм Татьяна Назаренко-Матвеева лайыҡ булды. Дипломанттар араһында йәнә лә яҡташтарыбыҙ Зөлфиә Фәйрушина менән Флүзә Хәлитова ла бар.
Читайте нас: