Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Май 2021, 16:14

"Юрматылар төйәге" Мәхмүт ХУЖИН

2021 – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йылыИшембай районы ауылдары элекке Юрматы һәм Гәрәй-Ҡыпсаҡ олоҫтары биләмәһендә урынлашҡан. XIII-XIV быуаттарҙа Бөгөлмә ҡалҡыулығының урман-дала өлөшөндә Зәй, Шишмә йылғалары үрендә көн күргән юрматылар XIV быуат аҙағында Урта Азия хакимы Аҡһаҡ Тимер менән Алты Урҙа ханы Туҡтамыш араһында һуғыш ҡупҡас, Кама йылғаһын кисә. XV быуат башында улар кире “ата-бабаһы йорто”на – Зәй, Шишмә йылғалары үҙәненә әйләнеп ҡайта. Артабан ырыу нуғай мырҙалары ҡулы аҫтында көн итә. Күпселеге элекке йәйләүҙәрен мәңгелеккә ҡалдырып, көньяҡ-көнсығышҡа юл тота ла Ағиҙелдең уң ярына урынлаша һәм нуғайҙар Кавказ тарафтарына юлланыу менән был ерҙәргә хужа булып ала.

Юрматыларҙың сығышы буйынса бер нисә фараз бар, тип яҙа “История сел и деревень Башкортостана и близлежащих регионов” китабы авторы, тарих фәндәре кандидаты Әнүәр Әсфәндиәров. Берәүҙәр, был ырыу – уғырҙар, йәғни боронғо мадъярҙар XIII-XIV быуаттарҙа төркиләшә, тигән ҡараш белдерә. Икенселәр иһә, юрматылар – элекке төркиҙәр, ҡасандыр уғырҙар менән бергә йәшәгән, тип бара. Әсфәндиәров раҫлауынса, Урта быуат юрматылары – болғарҙар менән бергә Аҙау (Азов) йылғаһы буйынан Иҙелгә (Волга) күсеп ултырған уғрылашҡан төркиҙәр. Урыҫ дәүләтенә ҡушылғас, 1609 йылда батша Михаил Романовтан һаҡлау грамотаһы юллап алғандар.
Юрматы биләмәләре дүрт түбәгә бүленеп, башлыҡтары Тәтегәс, Аҙнай, Илсектимер һәм Ҡармыш бейҙәр грамота артынан Мәскәүгә барып әйләнә. Нөгөш йылғаһының тамағына саҡлы Ашҡаҙар буйҙары – Тәтегәскә, Торатауғаса Төр йылғаһы буйҙары Аҙнайға эләгә. XVIII быуат аҙағы – XIX быуат башындағы Генераль межалау ырыуҙың 380,2 мең дисәтинә ерен асыҡлай. 1816 йылғы рәүизгә ярашлы, уларҙан 6163 аҫаба һәм 3154 ебәрелмеш, шул иҫәптән 1030 мишәр, 2124 типтәр, яһаҡ татары һәм сыуаш файҙаланған.
Юрматы ырыуы ауылдарына нигеҙ һалыныуға 200 – 250 йыл. XVIII быуаттың 30-сы йылдары ихтилалында баш күтәреүселәрҙең төйәктәре яндырылып, үҙҙәре ҡыуып ебәрелә. 1736 йылда Мишәр-Юрматы олоҫонда 276 хужалыҡлы 18 ауыл юҡҡа сыға. Тәлтем-Юрматы олоҫонда яза отрядтары тарафынан 302 ғаиләне
берләштергән – 16, Маҡар (Ҡармыш) олоҫонда 140 йортлоҡ биш ауыл юҡ ителә. Яңынан нигеҙ һалынған төйәктәргә яңы атамалар бирелә.
Был төбәк аҫабаларының, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кеүек, ерҙәренә башҡа ҡәүемдәрҙе күпләп ултыртыу менән мауыҡмауы күҙәтелә. Бәлки, урындағы шарттар булышлыҡ итмәгәндер, сөнки күберәге урман бит. Башҡорттарға борон-борондан хас малсылыҡ бында үҙен айырыуса баҙыҡ күрһәтә: Сәлих, Һайран, Әхмәр, Этҡол, Әптек һ.б. ауылдарҙа йылҡы һәм һыйыр малын бихисап күп аҫрағандар. Бер үк нәҫел аралары төрлө ауылдарҙа осрай, мәҫәлән, кәстәйҙәр – Иҫке Ишембай, Сәлих, Ҡолғонаға хас күренеш. Яңы Һәйет, Ҡалыуайры, Ҡолғонала – төйҙә; Һайран, Ҡалмаҡ, Сәлих һәм Маҡарҙа – ҡалмаҡ; Яңы Һәйет, Маҡарҙа – әтәмәс, Йәнырыҫ һәм Маҡарҙа – сыуаш һ.б. аралар бар.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттәр түбәндәге күренеште тасуирлай: Ишембай ҡалаһы һәм районында 91,3 мең кеше йәшәп, шуларҙың 36,8 меңе – башҡорт, 37,5 меңе – урыҫ, 10,9 меңе – татар һәм 1,5 меңе – сыуаш. Башҡорттарҙың – 18,9 меңе, урыҫтарҙың – 33,2 меңе, татарҙарҙың 9,4 меңе район үҙәгендә төйәкләнгән. Тимәк, титуллы милләт вәкилдәренең яртыһынан күберәге ауылдарҙа ғүмер кисерә.
VII башҡорт кантонының IX йортона Юрматы олоҫо Илсектимер түбәһенең – өс (Әрмет-Рәхим, Иҫке һәм Яңы Әрмет (Ибрай-Әрмет), Ҡармыш түбәһенең туғыҙ ауылы ҡараған. Әрмет – XVIII быуаттың 70-се йылдарынан билдәле ауыл. 1772 йылда аҫабалар ерһеҙ башҡорт, мишәр һәм татарҙы – бөтәһе 60 ғаиләне ҡабул итә. Аҫабалар исеменән Айыт Нурысаев, Ғүмәр Әсмәкәев, Рәхим Ибраев, Мәхмүт Ҡолмәмәтов, Яңыбәк Мөслимов, Ирсай һәм Ҡотлоғужа Ҡорманаевтар һ.б. сығыш яһаған. Ебәрелмештәр Бөрйән, Ҡалмаҡ, Маҡар, Арыҫланбәк, Үтәк һәм Бәгәнәш ауылдары башҡорттары була.
XVIII быуатта Әрмет атамаһын өс ауыл – Түбәнге, Иҫке һәм Үрге Әрмет йөрөтә. 1834 йылғы рәүиздә Стәрлетамаҡтан 40 саҡрымда Урта Әрмет тә сағылыш таба. 1920 йылғы иҫәптә биш ауыл – Әрмет-Рәхим, Үрге һәм Түбәнге, Иҫке һәм Урта Әрмет күренә. 1774 йылда Рәхим Ибраев олоҫ старшинаһы булып һайлана. 1795 йылғы сығанаҡта Кесе Әрмет йылғаһын һыулаған Түбәнге Әрмет Рәхим-Ибрай тип аталған. V рәүиз унда 151 башҡортто һәм 122 типтәрҙе теркәй. 71 кеше 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша. 1834 йылда Рәхим-Ибрайҙа 147 аҫаба һәм 169 ерһеҙ башҡорт-татар йәшәгән. X
рәүиздә – 400 аҫаба менән 356 ебәрелмеш. 1839 йыл ауылда ике мәсет эшләгән.
1920 йылғы иҫәптә 227 хужалыҡта 1102 кеше күренә, типтәрҙәр күберәк булғас, ауыл улар төйәге тип һанала. 1816 йылда бында Рәхим Ибраевтың улдары – 39 йәшлек Мөхәммәт (улдары – Әбдрәхим, Абдрахман) һәм 29 йәшлек Әбделмәнмөхәмәт (Әлмөхәмәт), 30 йәшлек Абдулваһап, 75 йәшлек Абдулла Рәхимовтар йәшәгән. IX йортҡа ҡараған ауыл халҡы йәйләүгә сыҡмай, үҙ хужалығында ғына донъя көтә. 1842 йылда аҫабалар 224 бот ужым һәм 1072 бот яҙғы иген сәскән.
V рәүиз 80 башҡорт һәм 23 типтәрҙе теркәгән Үрге Әрмет йылъяҙмаһы XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан башлана. Артабан бында яһаҡ татарҙары ла урын ала. 1773-1775 йылдарҙағы Пугачев яуында 56 кеше ҡатнаша. 1859 йылғы йән иҫәбе 160 аҫабаны, 118 типтәрҙе асыҡлай. 1920 йылда Үрге Әрметтәге 165 хужалыҡта 830 башҡорт һәм типтәр теркәлә. XVIII быуаттың 80-се йылдарында старшина Рәхим хөрмәтенә аталған Әрмет-Рәхим Егән йылғаһын һыулай. 1834 йылда – 230 башҡорт, 1920 йылда 237 хужалыҡта 1265 йән күренә. Халыҡ малсылыҡ, игенселек һәм төрлө кәсептәр иҫәбенә көн күргән. Ауылда тормоштоң сикһеҙ ауырлығын раҫлаған миҫал. 1737 йылда ете йәшлек Мәҡсүт Асеевты Ҡазан сауҙагәренә 1 һум 50 тингә һатып ебәрәләр. Аслыҡтан ҡотолоу өсөн малай суҡындырыла һәм Михайла Сергеев булып китә.
V рәүиздә сағылыш тапҡан Иҫке Әрметтә 52 аҫаба, 168 типтәр, 27 ерһеҙ башҡорт теркәлә. 1920 йылғы иҫәп 209 йортта 1122 кешене асыҡлай. Маҡарҙан һигеҙ саҡрымда урынлашҡан ауыл артабанғы иҫәптәрҙә күренмәй. 1839 йылда 81 башҡорт һәм 51 типтәр йәшәгән Урта Әрмет бар. 1920 йылда унда 137 йорт иҫәпләнеп, 678 кеше, нигеҙҙә, башҡорттар йәшәгән. Стәрлетамаҡтан 35 саҡрымда Егән йылғаһы буйын төйәк иткән Ҡалмаҡ Ҡармыш түбәһенә ҡараған. XVIII быуатта Сөләймән аталған был ауылда 15 хужалыҡта – 103, Х рәүиздә 127 кеше иҫәпкә алына. 1920 йылда 136 башҡорт йәшәгән ауыл хәҙерге район картаһында күренмәй.
Ҡыяуыҡ йылғаһын һыулаған Йәнырыҫ ауылында, Ҡармыш түбәһе аҫабалары менән ер биләү тураһында 1749 йылғы килешеүгә ярашлы, ерһеҙ башҡорттар һәм типтәрҙәр урынлаша. 1784 йылғы IV рәүиз унда – 210, 5-сеһе 226 типтәрҙе теркәй. 1834 йылғы иҫәпкә ярашлы, Йәнырыҫта Яңғыҙҡайын ауылынан күсеп ултырған
мишәрҙәр ҙә күренә. Х рәүиз 160 йортта 922 ебәрелмеште, 1920 йылғыһы 410 хужалыҡта 2107 башҡорт һәм типтәрҙе асыҡлай. Йәнырыҫ – кеше исеме. Шундай ауыл Бәләбәй өйәҙенең Ҡыр-Йылан олоҫонда булып, унда яһаҡ татарҙары йәшәгән. Ошо ауылдан бер нисә ғаилә шул уҡ олоҫтоң Рәтамаҡ ауылына (Йәрмәкәй районы) күсенә. Ҡыяуыҡ йылғаһын һыулаған төйәк тәүҙә Яңы Йәнырыҫ, һуңынан Йәнырыҫ тип атала. Ә. Әсфәндиәровтың фаразынса, ауылға Бәләбәй өйәҙе яһаҡ татарҙары нигеҙ һалғандыр. 90 кеше Пугачев яуында ҡатнаша.
Маҡар, Иҫәкәй һәм Ибрай ауылдары X башҡорт йортоноң Ҡармыш түбәһенә ҡараған. XVII быуат аҙағы – XVIII быуат башында Һикәҙе йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән Маҡар ауылына нигеҙ һалыусы билдәһеҙ. Ә бына ул шәхестең улы Һөйәрғол Маҡаров хаҡында билдәле мишәр муллаһы ахун Ғабдулла Алиев (Батырша) үҙенең яҙмаларында әйтеп үткән. Артабан Маҡар Юрматы олоҫоноң түбәһе булып китә. 1735 йылғы бер сығанаҡта ул Өфө өйәҙе олоҫонда осрай. 1772 йылда биш кеше ебәрелмеш сифатында Әрмет ауылына күсенә һәм типтәр булып китә. Маҡарҙан Уразай Йөҙлөбаев һәм Бикмөхәмәт Иҙелбәков 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижды алыуҙа ҡатнашҡан. XVIII быуат аҙағы иҫәбендә 35 йортта 141 ир һәм 128 ҡатын-ҡыҙ теркәлә. VIII рәүиз 91 хужалыҡта 274 ир һәм 247 ҡатын-ҡыҙҙы асыҡлай. 1920 йылда 215 өйлөк олоҫ үҙәге Маҡарҙа 992 кеше йәшәгән. Нигеҙҙә, малсылыҡ менән шөғөлләнеп, умарта тотҡандар, һыу тирмәне, тимерлек эшләгән.
XVIII быуат башынан билдәле Иҫәкәйҙә V рәүиз 123 башҡортто һәм алты типтәрҙе күрһәтә. Һуңғылары был ауылға 1748 йылда урынлаша. 1859 йылғы иҫәп 35 хужалыҡта 408 кешене асыҡлай. 1920 йылда 177 йортта 807 башҡорт ғүмер иткән. 1812 йылғы Ватан һуғышында Дәүләтҡол Йомағужин көмөш миҙалға лайыҡ була. Ибрай ауылы 1731 – 1814 йылдарҙа йәшәгән Ибрай Бикбулатов хөрмәтенә аталған. Ибрайҙың Сирбай, Исламғол, Арыҫланбай һәм Кинйәбулат исемле улдары була. Һуңғыһы француз яуында Парижды алыуҙа ҡатнашып, ике көмөш миҙал менән бүләкләнә. XVIII быуат аҙағында Ибрайҙа – 91, 1850 йылда 342 башҡорт теркәлә. 1920 йылда 102 хужалыҡта 463 кеше донъя көткән.
Гәрәй-Ҡыпсаҡ ырыуы ауылдары VII башҡорт кантонының XI йортона буйһона. VII быуат баштарындағы сығанаҡтарҙан билдәле ҡыпсаҡтарҙың (половец) тыуған ере – Иртыш йылғаһының үрге һәм
урта ағымындағы далаларҙа, тип яҙа тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров. Шул тарафтарҙан был ҙур ҡәбилә Урта Азияға, көнбайышҡа – Дунай йылғаһына юл тота. Улар баҫып алған ерҙәр тарихҡа Дәшти-Ҡыпсаҡ (Ҡыпсаҡ далаһы) атамаһы менән инә. Ҡыпсаҡтарҙың хәҙерге Башҡортостан биләмәләренә күпләп күсенеүе татар-монголдарҙың Көнсығыш Европаға һөжүме алдынан була. Ҡыпсаҡ төркөмдәре нуғай, Ҡырым татарҙары, башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, алтайҙар һәм Зеравшан үзбәктәре араһында бар. Урта быуат ҡыпсаҡтарының составында бәшнәктәр менән уғыҙҙар ҡатнашлығы күҙәтелә. Гәрәй-ҡыпсаҡтар – монгол сығышлы, тәүҙә улар Еҙем буйына ултыра. Ләкин артабан көнсығышҡа, тауҙарға табан ҡыҫырыҡлана.
Был ҡәбилә вариҫтары Ишембай районының Ҡолғона, Һәйет һәм Кәбәс ауылдарында көн итә. Ҡолғона 1816 йыла 94 йәшен тултырған Ҡолғона Дәүләтов тарафынан нигеҙләнә. Алсынбай, Бустыбай, Имелбай исемле улдары билдәле. 1795 йылғы иҫәп 27 йортта 90 кешене теркәй. 1859 йылда 20 өйлөк ауылда 180 кеше күренә. 1920 йылғы иҫәптә ике Ҡолғона теркәлә: береһендә, Ҡолғасауҙа, 53 йортта 294 кеше, икенсеһендә 61 хужалыҡ иҫәпкә алына. XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан билдәле Һәйеттә 1795 йылғы йән иҫәбе 80 башҡортто теркәй. XIX быуат урталарына ауыл халҡы 173-кә етә. Ырымбур губернаторының ҡушыуы буйынса, 1847 йылда 12 ғаилә (132 кеше) Яңы Һәйеткә сыға. 1859 йылғы иҫәп Иҫке Һәйеттә – 280, Яңыһында 136 кешене асыҡлай. Аҫабалар. 1920 йылда тәүгеһендә – 92, икенсеһендә 24 хужалыҡ теркәлә. Һәйеттең улдарынан Ильяс (1743 – 1825), Әлибай (1747 – 1827), йорт йөҙ башы Йоломбәт һәм Исмәғил билдәле. Дәүләтсура Килдебәков 1812 йылғы Ватан һуғышында үлеп ҡала.
Кәбәс – Бөрйән ебәрелмештәре төйәге. 1795 йылғы йән иҫәбе 18 өйҙә 70 кешене асыҡлай. XIX быуат уртаһына халыҡ иҫәбе 160-ҡа етә. 1847 йылда 11 ғаилә Яңы Кәбәс ауылына сыға. 1920 йылғы иҫәптә ундағы 20 хужалыҡта 112 кеше күренә. Кәбәстең улдары Вәлит (1745 – 1814) һәм Ҡолғона (1750 – 1825) ошо ауылда йәшәгән. Һуңғыһының улдары – Ҡолгилде һәм Ғүмәр. Француз яуында ҡатнашҡан Игебай Хәлитов ике көмөш миҙалға лайыҡ була.
Әхмәр, Ҡанаҡай, Йәлембәт, Ҡарайған, Ишәй-Аҡсулпан, Сәлих ауылдары XII башҡорт йортоноң Аҙнай түбәһенә ҡараған. Һәләүек йылғаһын һыулаған Әхмәрҙә 1795 йылғы рәүиз 45 хужалыҡта 411 кешене теркәй. 1850 йылда ауыл халҡы – 710, 1920 йылда – 1104 кеше. Нигеҙ һалыусының улы Аҡҡусҡар Әхмәров 1754 – 1818 йылдарҙа
ғүмер иткән. Байгилде Үзбәков, Ибраһим Аҡсурин һәм Рәхим Юнысовтар 1812 йылғы Ватан һуғышында йөрөп ҡайта. 1795 йылғы иҫәп Ҡанаҡай ауылында 65 башҡортто асыҡлай. XIX быуат урталарына халыҡ 309 кешегә саҡлы арта. 1811 йылда нигеҙ һалыусының улы Алсынбай Ҡанаҡаев иҫән була. 1816 йылғы йән иҫәбе алдынан 60 кеше Йәлембәткә күсенә. Ауыл 70 йәшлек Йәлембәт Әбделхәйеров хөрмәтенә шулай аталған. Ҡанаҡайҙы ла Йәлембәт тип йөрөтөр булғандар.
XVIII быуатта барлыҡҡа килгән Ҡарайған ауылы Тәлтем-Илсектимер олоҫо йөҙ башы Ҡарайған Яугилдин исемен йөрөтә. Ул 1777 һәм 1787 йылдарҙа муҡшыларға һәм поручик Шевкуновҡа (олатаһы – Уҫа өйәҙенең Ғәйнә олоҫонан суҡынған башҡорт) ер биреүҙә ҡатнашҡан. 1795 йылғы иҫәп 81 кешене асыҡлай. XIX быуат урталарында 43 хужалыҡта – 279, шул иҫәптән 40 башҡорт ебәрелмеше йәшәгән. 1920 йылда 63 йортлоҡ ауылда 333 кеше теркәлә. Ишәй ауылына нигеҙ һалыусының улы Йомаҡай Ишәев 1780 йылда отставкалағы секунд-майор С.Я. Левашовҡа Ағиҙел һәм Ҡуғанаҡ йылғалары буйындағы ерҙәрҙе һатыуҙа ҡатнаша. XVIII быуат аҙағында ауылда 94 кеше йәшәһә, 1850 йылда халыҡ иҫәбе икеләтә арта. Ишәйҙә шулай уҡ ҡасан урын алғандары билдәһеҙ татарҙар ҙа йәшәгән. 1770 йылда бында академик И.И. Лепехин булып китә. 1920 йылғы иҫәп 207 хужалыҡта 1059 кешене асыҡлай. Денисов һәм Зайцевтарҙың тирмәне эшләй. 1795 йылғы рәүиз 43 йортлоҡ Сәлих ауылында 444 кешене теркәй. XIX быуат уртаһында халыҡ иҫәбе 690 кешегә етә. 1920 йылда 206 хужалыҡты берләштергән ауылда 1041 башҡорт йәшәгән.
Юрматы олоҫоноң Аҙнай түбәһенән – Һайран, Әптек, Бәләкәй Мәҡсүт, Арлар; Тәлтем-Илсектимер түбәһенән Ғүмәр, Юлдашбай, Иҫкесәк ауылдары VII башҡорт кантонының XIII йортона ҡараған. Һайран – аҙнайҙарҙың төп төйәге. XVIII быуат аҙағанда 79 йорттоң һәр ҡайһыһына уртаса 5,5 кеше тура килгән. XIX быуат уртаһында халыҡ иҫәбе байтаҡҡа арта. Ауыл Юрматы олоҫо старшинаһы Пугачев полковнигы Һ. Сәйетов исемен йөрөтә. 1773 йылдың октябрендә ул баш күтәреүселәр яғына баҫып, 1774 йылдың декабренә саҡлы һуғыша. Екатерина II манифесына ярашлы аҡлана һәм старшиналыҡты дауам итә. Һ. Сәйетовҡа тиклем Һайран ауылы Моталлап Ҡолсоҡов (XVIII быуаттың 60-сы йылдарына саҡлы Юрматы
олоҫо старшинаһы) исеме менән йөрөтөлә. Һайрандың улдары Байымбәт – поход старшинаһы, Ирғәли яһауыл булып хеҙмәт ҡылған.
1795 йылғы иҫәп Әптектә 191 башҡортто күрһәтә. IX рәүиз 482 кешене асыҡлай. 1920 йылғы иҫәпкә ярашлы, 174 хужалыҡта 857 кеше йәшәгән. Шул уҡ йылда Яңы Әптек утары барлыҡҡа килә. Бәләкәй Мәҡсүт – XVIII быуат аҙағында 40 кеше ғүмер кисергән төйәк. ХХ быуат башында ул ҡатнаш ауылға әүерелә, 50 йортта 288 башҡорт һәм татар донъя көтә. Ауылдың Ҡаралар тигән атамаһы ла бар. XVIII быуаттың 80-се йылдарынан билдәле Арларҙа 1834 йылғы иҫәп 88 ир һәм 79 ҡатын-ҡыҙҙы асыҡлай. Совет власы алған тәүге йән иҫәбе 75 йортлоҡ ауылда 373 башҡортто теркәгән. Ар атамаһын Ә. Әсфәндиәров удмурт кешеһе менән бәйләй. Күрәһең, берәй удмурт башҡорттар араһына инеп киткән дә тулы хоҡуҡлы ағзаға әүерелгән.
Тәлтем-Юрматы олоҫоноң Илсектимер түбәһенә ҡараған Ғүмәрҙә V рәүиз 74 кешене иҫәпкә ала. 1816 йылда – 149, 1850 йылда 257 башҡорт теркәлгән. 1920 йылда халыҡ иҫәбе 658-гә етә. Ғүмәр Ҡармышев – абруй ҡаҙанған шәхес, 1777 йылда ер менән алыш-бирештә әүҙем ҡатнаша. XIX быуат уртаһы сығанаҡтарында улы – 80 йәшлек Аллағыуат Ғүмәров күренә. Уның Ғәли, Абдулла, Исхаҡ, Ибраһим, Хызыр, Яхъя һәм Дауыт исемле улдары була. Француз яуында ике көмөш миҙалға лайыҡ булған Яҡуп Бикмөхәмәтов та ошонда йәшәгән. Ҡайһы берәүҙәр урыҫ алпауыты Пашковҡа йыуғыс яһап һатыуҙа ҡатнашҡан.
Егән йылғаһын һыулаған Юлдашбайҙы 1781 – 1844 йылдарҙа ғүмер иткән Юлдашбай Рәсүлев нигеҙләй. Уның улдары Иҫәнғол (1809 йыл тыуған), Аҙнағол (1810) билдәле. VIII рәүиз алты хужалыҡта 26 башҡортто иҫәпкә алған. Х рәүиздә ете йортта 47 кеше күренә. Егән буйын төйәк иткән Иҫкесәккә 1819 – 1824 йылдарҙа Юлдашбай, Йомағужа, Ҡарайған Мортаза һәм Әхмәр ауылдары кешеләре сыға. 1834 йылда унда – 100, 1850 йылда 164 кеше йәшәгән. Ауылдың атамаһы асыҡланмаған.
Аҙнай түбәһенең Этҡол ауылына нигеҙ һалыусы тураһында ла мәғлүмәт юҡ. Ә бына уның улы Сәфәрғәли Этҡоловтың 1774 йылда тыуғаны билдәле. Ейәндәре – Тимербулат, Сынбулат, һуңғыһының Фәхретдин һәм Хисаметдин исемле улдары булған. XVIII быуат аҙағында 68 йортлоҡ ауылда 358 кеше ғүмер иткән. Бер быуаттан һуң Этҡол халҡы 644 кешегә етә. Х рәүиз төп ауыл (65 хужалыҡта 423 кеше) һәм утарҙы (36 һәм 290) күрһәтә. 1920 йылда Үрге Этҡолда – 464,
Түбәнгеһендә 541 башҡорт теркәлә. 1833 йылда өс ғаилә (Айыт Ялсин, Абдулла һәм Йосоп Ишбирҙиндар) Яңы Юрматы ауылына күсенә. Сенаттың күрһәтмәһе буйынса, унда өс ғаилә сумаҙанлы татар (почта йөрөтөүселәр) ҙа урынлаша.
Ураҙбай (Һәләүекбаш) ауылы йылъяҙмаһы XVIII быуат урталарынан башлана. Кем хөрмәтенә аталғаны билдәһеҙ. Быуат ахырында бында – 103, XIX быуат урталарында 492 кеше йәшәгән. 1920 йылда 182 ғаиләлә – 903 кеше. Аталы-уллы Ғүмәр һәм Мөхәмәтғәли Сураҡаевтар Яңы Юрматыға нигеҙ һалыша. Сурағол (Муса) ауылы XVIII – XIX1 быуат сиктәрендә барлыҡҡа килә. 1816 йылғы рәүиз – 29, 1850 йылғыһы 126 башҡортто сағылдыра. Туғыҙ йылдан бында 214 ир һәм 192 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
1795 йылғы йән иҫәбе Буранғол (Аҙнай) ауылында 186 кешене күрһәтә. 1859 йылғы иҫәптә халыҡ кәмерәк – 172. 1920 йылда 148 йортта 702 кеше теркәлә. Ауылда шулай уҡ сыуаштар ҙа йәшәгән. 12-се башҡорт полкы яугире Аҡкөсөк Наҙарғолов Парижды алған өсөн һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙалдарға лайыҡ була. XIX быуатты Биксән 75 кешелек ауыл булып ҡаршылай. Ярты быуаттан һуң халҡы 235-кә етә. Нигеҙ һалған Биксән Яҡупов 1790 йылда завод хужаһы Дарья Пашковаға Юрматы олоҫо ерен һатыуҙа ҡатнаша. 1920 йылда 55 йортлоҡ ауылда 286 кеше көн иткәне асыҡлана.
V рәүиз Хажы ауылында 150 кешене иҫәпкә ала. 1850 йылда 38 хужалыҡта 302 кеше теркәлә. 1920 йылғы иҫәпкә ярашлы, 81 йортлоҡ Хажы – 398 башҡорт төйәге. Башлап ултырыусы тураһында мәғлүмәт һаҡланмаған. 1795 йылда 40 ғаиләне берләштергән Бурансы ла Аҙнай түбәһенә ҡараған. Уның оло улы – Әбйәлил (1754), уның балалары – Һатыусы, Ишбай, Ғөбәйҙулла, Һибәтулла, Өмөтбай. Һуңғыһының Мифтахетдин, Сәйфетдин, Шәмсетдин, Күсәрбай, Аҫылбай исемле улдары билдәле. 1834 йылғы VIII рәүиз алдынан Бурансынан ете ғаилә Ағиҙелдең уң ярында Түбәнге Бурансы ауылын нигеҙләй. 20 йортлоҡ Үрге Бурансыла был ваҡытта 211 кеше ҡала. 1920 йылғы иҫәп Үрге ауылда – 192, Түбәнгеһендә 335 кешене асыҡлай. VII кантон башлығы, 13-се класс чиновнигы Хәбибулла Туҡтамышев ошо ауылдарҙың береһендә ғүмер иткән.
45 хужалыҡлы Көҫәпҡолда 1795 йылғы йән иҫәбе 220 кешене сағылдыра. 1770 йылда булып киткән академик И.И. Лепехин йәйләүгә сығырға йыйынған кешеләрҙең кәйефе яҡшы булыуын
билдәләгән. Ғалим Ҡыҙылъяр тауындағы таш күмер ҡатламында нефть барлығын асыҡлай. 1816 йылғы рәүиздә Үрге һәм Түбәнге Көҫәпҡол күренә: тәүгеһендә 1834 йылда – 276, икенсеһендә 140 башҡорт иҫәпкә инә. XIX быуат уртаһында ике ауылда халыҡ иҫәбе түбәндәгесә: 282 һәм 223. 1920 йылда Көҫәпҡол ауылы берәү булып, 165 йортта 721 кеше теркәлә.
Аҙнай олоҫо үҙәге лә Көҫәпҡолда урынлашҡан. Артабан Ишембай ҡалаһы эсендә ҡалған был ауылға нигеҙ һалған Көҫәпҡол Азатов булып, Үрге ауылда уның улдары – йорт старшинаһы Өмөтбай, поход старшинаһы Ишбулды, зауряд-яһауыл Ишкенә, Мираҫ һәм Кинйәбулат йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән бергә сана-арба яһап һатыу менән дә шөғөлләнгәндәр. Дүрт саҡрымда урынлашҡан Исмаҡайҙа V рәүиз 85 кешене сағылдыра. Нигеҙ һалыусы билдәһеҙ. 1816 йылда бында – 129, 1834 йылда – 199, 1859 йылда 264 кеше теркәлә. Совет власы алған тәүге иҫәп 508 кешене асыҡлай.
Көҫәпҡол ауылынан өс саҡрымдағы Яр-Бишҡаҙаҡ һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдары Тәлтем-Юрматы аймағына буйһонған. XVIII быуат аҙағы йән иҫәбе тәүге 25 өйлөк ауылда 196 башҡортто теркәй. Артабан да ауыл бик аҡрын үҫеп, 1920 йылда 79 йортта 396 кеше күренә. Урман-Бишҡаҙаҡты Ҡунҡаҙай тип тә атағандар. 1795 йылғы иҫәптә 16 ғаилә йәшәгән төйәк 1920 йылда 94 хужалыҡта 446 башҡортто берләштерә. Нигеҙ һалыусының улы Байғужа Ҡунҡаҙаев 1758 – 1822 йылдарҙа йәшәгән. Уның улы – Муллабай, ейәндәре – Мырҙабай һәм Иҙрис. Артабан Яр-Бишҡаҙаҡ менән Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдары Тәлтем-Юрматы олоҫоноң Илсектимер түбәһенә күсерелә.
Аҙнайҙар төйәге Байғужа ауылын башлаусы Байғужа Маразанов 1790 йылда завод хужаһы Дарья Пашковаға ер һатыу буйынса документта атала. Улдары – Аҡкөсөк һәм Муллағол. 1795 йылғы иҫәп ауылда 176 башҡортто теркәй. Х рәүиз – 504, 1920 йылғыһы 601 кешене сағылдыра. Ишембай (хәҙер ул ҡала) ауылында XVIII быуат аҙағында 95 кеше йәшәгән. Уға нигеҙ һалыусы Ишембай Аҡбирҙин 1770 – 1831 йылдарҙа ғүмер иткән. Улдары – Мөхәмәтйән, Сәлимйән, Исмәғил, Вилдан, Әйүп, Исхаҡ һәм Мөхәмәтғәли. Ике ҡыҙы ла була. 1839 йылда 28 кешелек ғаилә 105 йылҡы, 79 һыйыр, 20 һарыҡ һәм 105 кәзә аҫрай, 24 умарта тота. 1932 йылда нефть ятҡылығы табылғас, Ишембай ҡалаға әүерелә.
VII кантондың XVI йорто һигеҙ ауылдан торған. 1786 йылғы картала Ағиҙелдең уң ярында Юлдаш күренә. Ул Түбәнге Юлдаш, Юлдаш-2 тип тә аталған, сөнки ҡаршы ярҙа ла шул исемдәге ауыл (Мәләүез районы) була. Нигеҙ һалыусы Юлдаш Ҡотлин – Тәлтем-Юрматы олоҫо старшинаһы, пугачевсы. Оло улы Бикбулат 1744 – 1822 йылдарҙа йәшәгән. Уның улдары – Йәрмөхәмәт, Мөхәмәтшәриф, Мөхәмәтйән. Юлдаштың кесе улы – Ғөбәйҙулла. Алексеев, Солдатов кеүек фамилиялар ҙа осрай. 1795 йылғы иҫәп – 274, 1850 йылғыһы 47 хужалыҡты, 1920 йылғыһы 66 йортта 311 башҡортто теркәй.
XVIII быуаттың 60-сы йылдарынан билдәле Тирмәнйылғала V рәүиз 137 кешене иҫәпкә ала. IX рәүиз 437 башҡортто асыҡлай. 1920 йылғыһында 102 хужалыҡта 491 кеше күренә. Ошо ауылдан дүрт кеше Муса ауылына күсеп китә. Бер кеше Себергә һөрөлә. 60 йәшлек мулла Ҡасҡын Ҡайыҡбаев “паспорт тотторолоп” Мәккәгә ебәрелә. Кесе йөҙ ҡаҙағы Баймырҙа Ҡарунов та ошонда көн иткән. Заводсыларға ер биреү тураһындағы бер документта Кинйәкәй ауылы телгә алына. Уға нигеҙ һалыусы – Кинйәкәй Һөйөндөков. Уның улы Туйыш 1742 – 1823 йылдарҙа ғүмер иткән. Баш күтәреүселәр төйәге булараҡ юҡ ителгән Кинйә ауылы урынында Петровское ҡасабаһына нигеҙ һалына, тигән риүәйәт бар.
Алаҡайҙа 1795 йылда – 270, XIX быуат уртаһында – 209, 1920 йылда 285 кеше ғүмер иткән. Нигеҙ һалыусының улы Юлдашбай Алаҡаев 1770 – 1822 йылдарҙа йәшәгән. Уның ул Рамаҙан (улдары – Ишемғол, Лоҡман, Алсынбай) һәм Ишембай Юлдашбаевтар. Ҡоҙаҡай ауылында V рәүиз 10 йортта 54 кешене асыҡлай. 1920 йылда 43 ғаиләлә 239 башҡорт теркәлә. Ҡоҙаҡайҙың улдары – Ҡолгилде һәм Миңлеғол. 1839 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, 12 хужалыҡта ни бары берәр ат һәм һыйыр, 12 һарыҡ һәм һигеҙ кәзә аҫралған. 25 умарта, өс солоҡ булған.
Муса ауылына (Мулламуса) нигеҙ һалған аҫаба Муса Имашев ер һатыуға ҡағылышлы 1758 йылғы документта телгә алына. Улдары Бикҡол (улы – Искәндәр, уның улдары – Әхтәм, Ибниәмин, Усман), Исмәғил, Ильяс һәм Иҙрис. 1757 йылда тыуған Әбдрәшит Мусин, уның улы Яхъя ла билдәле. Муса менән Айыусы (Стәрлетамаҡ районы) ауылдарын туғанлыҡ ептәре бәйләй, Сәғит Аҡбирҙин һәм Хәмит Аллабирҙиндар ғаиләһе шунда күсенә. XVIII быуат аҙағында 25 өйлөк Мусала 104 башҡорт теркәлә, 1920 йылғы иҫәп 93 йортта 402 кешене асыҡлай.
XIX быуатты Кинйәбулат 12 хужалыҡта 143 кешене берләштергән ауыл булып ҡаршылай. IX рәүиз 29 йортта 347 кешене теркәй. Нигеҙ һалған Кинйәбулат Аҙнағолов 1745 – 1813 йылдарҙа йәшәгән. Улдары – Ишбулды, Ишмөхәмәт, Ҡаһарман, Килмөхәмәт. Ҡустыһы Ташбулат Аҙнағолов та (улдары – Ҡотлобулат, Комиссар, Хисаметдин) ошонда көн иткән. Байыҡ (Һәйтәк) – XVIII быуат аҙағында 111 кеше төйәге. 1816 йылғы иҫәп унда 105 аҫабаны асыҡлай. 1850 йылда 22 хужалыҡта 122 башҡорт күренә. Һигеҙ йортлоҡ Бәләкәй Байыҡта – 45 кеше. 1920 йылда ике ауылда 193 һәм 183 башҡорт иҫәпкә алына.
Һәйтәктең улы Сәйетҡол 1767 – 1813 йылдарҙа ғүмер кисергән. Улдары – Әбүбәкер, Фәтҡулла, Зәйнулла һәм Сәйфулла. Фәтҡулланың Ғәйнулла һәм Рәхмәтулла исемле улдары була. Әлемғол ауылында йәшәгән Байыҡ Сарбаев – йөҙ башы 1755 һәм 1765 йылдарҙа аҫаба ерҙәрен килмешәктәргә һатыуҙа ҡатнаша. Байыҡтың ҡустыһы Байморат, улдары Ҡайыҡ, Тимербай билдәле. Көҙән ауылын Илсектимер түбәһе аҫабалары нигеҙләй. Көҙәндең Сураҡ һәм Айҙаҡ исемле улдары 1758 йылда типтәрҙәрҙе “ерҙе мәңгелеккә биләү” хоҡуғы менән индереүҙә ҡатнаша. 1786 йылда ауылда 86 типтәр, 1859 йылда 115 ебәрелмеш хужалығы теркәлә. Ерһеҙ башҡорттар ҙа була. 1920 йылғы иҫәптә – 379 йортта 1858 башҡорт.
Ҡыяуыҡ йылғаһын һыулаған шул исемдәге ауылда XVIII быуат аҙағы иҫәбе алты аҫаба һәм 121 типтәрҙе асыҡлай. Яңы Ҡыяуыҡ ауылында 65 аҫаба, 25 ебәрелмеш һәм 35 типтәр иҫәпкә инә. Һуңғылары был ауылдарҙа 1749, 1784 һәм 1803 йылдарҙа урын ала. 1920 йылғы иҫәптә бер Ҡыяуыҡ теркәлеп, 171 өйҙә 891 типтәр сағылыш таба. 1778 йылғы килешеүгә ярашлы, Ишемгә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1803 йылда бында тағы ла бер төркөм типтәр килә. 1859 йылғы йән иҫәбе – 399, 1920 йылғыһы 52 хужалыҡта 231 типтәрҙе күрһәтә. Һәргәй ауылы XIX быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Уртайыры һәм Ҡалыуайры – башҡорт утарҙары. Әрметбаш, Алмалы, Сәфәртуй, Яңауыл, Яңы Йорт һ.б. ауылдарға 1920 йылдан һуң нигеҙ һалына.
Урыҫ, сыуаш һәм муҡшы ауылдары. Тәүгеләре баҡыр иретеү заводы, дворяндар хужалыҡтары ҡороу барышында барлыҡҡа килә. Тамъян аҫабалары ерендә И.Б. Твердышев һәм И.С. Мясниковтар Верхоторск баҡыр заводына нигеҙ һала. XVIII быуаттың 50-се йылдарында заводта дүрт мейес, өс һауа өрҙөргөс һәм өс сүкеш булып, 140 рудник, 1037 крәҫтиән, 66 мастеровой иҫәпләнгән. Завод
эшселәре 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша. 1920 йылда 860 йортлоҡ ҡасабала 4916 кеше иҫәпкә алына.
Екатериновкаға нигеҙ 1870 йылда һалына. 1920 йылда 165 йортлоҡ ауылда 921 урыҫ йәшәгән. Слободка утарында шул уҡ иҫәп 130 урыҫты теркәгән. 214 хужалыҡты берләштергән Павловка ауылында 1240 кеше ғүмер кисергән. 1916 – 1920 йылдарҙа Кәшәләкбаш, Кузнецовский, Богдановка, Козловский, Яңы Николаевка, Торгацк ауылдары ҡалҡып сыға. Михайловка атамаһы бирелгән өс ауылға ҡасан нигеҙ һалынғаны билдәһеҙ.
Стәрле, Тәтер, Оло һәм Ҡоро Күндерәк ошонда баш ала
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре Стәрлебаш районында 20,2 мең кешене, шул иҫәптән 7,3 мең башҡорт, 1,7 мең урыҫ һәм 10,9 мең татарҙы сағылдыра. Титуллы милләт вәкилдәренән башҡалары был тарафтарға XVII – XX быуаттарҙа йомарт аҫабаларҙан ер алыу өсөн төрлө яҡтарҙан килгән. Иң элек – типтәрҙәр, улар артынса мишәрҙәр һәм яһаҡ татарҙары төйәкләнә. XIX быуат аҙағында килмешәктәр иҫәбе буйынса төп халыҡты уҙып китә, һәм был күренеш совет власы йылдарында айырыуса киң тарала. Ни өсөн?
Тормош-көнкүреш йәһәтенән ыңғай баһалана алмаған хәлдең тарихи, психологик һәм объектив сәбәптәре бар. Шуларҙың береһен атап үтәйек. Һәр кем үҙенең милли сығышын ирекле билдәләй, тигән ҡараш буйынса эш иткән совет белгестәре аҫаба башҡорттар менән күсеп ултырған төркиҙәр араһында айырма барлығын, йәғни тәүгеләренең хоҡуҡтары киңерәк икәнен танырға теләмәгән генә түгел, аҫабаларҙы мөмкин тиклем ҡыҫырға, “татар” этнонимы аҫтында башҡорт булмағандарҙы арттырырға ынтылған. Дөрөҫ, был һығымта менән килешмәҫкә мөмкин, ләкин уға ҡаршы дәлилдәр табыуы – ай-һай!
1920 йылғы иҫәптә, мәҫәлән, 716 башҡорт ғүмер иткән Баҡый ауылы 1959 йылдан татар төйәге булып теркәлә. XVIII быуат аҙағында 187 башҡорт һәм татар көн күргән Буҙатта артабан төп халыҡ вәкилдәре юҡҡа сыға. Шул осорҙа 51 башҡорт йәшәгән Ҡарағошта ла ошондай хәл ҡабатлана. Өс иҫәп рәттән башҡорт теркәлгән Ҡуғанаҡбаштан ҡатнаш ауыл яһала. Ошоға оҡшаш хәл Ямғырсы, Тәтер-Арыҫлан, Йәшергән, Ибрай ауылдарында ла күҙәтелә. 1959 һәм
1989 йылғы иҫәптәрҙә тик татарҙар сағылдырылған Стәрлебаш ауылында 2002 йылда 1,1 мең башҡорт йәшәгәне “асыҡлана”. Ә бит был – урыҫтарҙың “сит монастырға үҙ уставың менән йөрөмәйҙәр” тигән әйтеменең тап киреһе.
2002 йылғы иҫәптә 620 һәм 187 башҡорт теркәлгән Табылды менән Ҡабыҡҡыуыш ауылдары әүәле Юрматы олоҫоноң Тәтегәс түбәһенә ҡараған. XVIII быуат урталарынан билдәле тәүгеһе ошо олоҫ старшинаһы Табылды Юлбирҙин исемен йөрөтә. V рәүиз 36 йортта ғүмер кисергән 233 кешене иҫәпкә алһа, VII рәүиздә 14 хужалыҡта 227 башҡорт теркәлә. Х рәүиздә 387 кеше сағылыш тапҡан. 1816 йылғы иҫәптә Табылдының улдары күренә: олоһо – 1749 йылда тыуған хорунжий Зәйнәғәбдин (улы – Ҡолбай, ейәндәре – Әбделмән, Исмәғил, Ишем, Сөләймән); икенсе улы – йорт яһауылы Әбделвәли (улы – Байғазы), өсөнсө улы – 1764 йылда тыуған Әбделхәлил; кесе улы – указлы мулла, 1766 йылғы Әбдрәхим Табылдин. Һуңғыһының Ибраһим, Рафиҡ һәм Рахманғол исемле улдары була.
Табылды – Юрматы олоҫо бейе Тәтегәстең бүләре. Өфө наместниклығының 1786 йылғы картаһында бер-береһенән ярайһы алыҫта ике Табылды күренә. 1815 йылда бер нисә ғаилә Ҡотлоюл ауылына сығып ултыра. 1816 йылғы иҫәп унда 55 башҡортто теркәй. Утарҙан ауылға тиклем үҫешкән Ҡотлоюлдың Яңыбай тигән атамаһы ла булған. Ул ошонда башлап ултырған Яңыбай Зыянғолов (1764 йылда тыуған) хөрмәтенә бирелә. Яңыбайҙың кесе туғандары Абдрахман һәм Әлибай билдәле. Уларҙың Ҡырғыҙбай, Һибәтулла, Ғөбәйҙулла, Мөхәмәтулла исемле улдары тыуған. Яңыбай – ырыу башы Тәтегәстең бүләре, Табылды менән өс туған. 1834 йылғы иҫәп Яңыбайҙа 83 кешене теркәй.
Ҡабыҡҡыуыш ауылы аҫабалары – Тәтегәстең туранан-тура вариҫтары. Яңыбай Зыянғоловтың улы зауряд-йөҙ башы Һибәтулла ошонда донъя көткән. Уның дворянлыҡ дәрәжәһе алыу өсөн тырышыуы ла билдәле, ләкин башҡорт тархандарын һәм мырҙаларын урыҫтыҡы менән тиңләргә теләмәгән батша хөкүмәте ризалыҡ бирмәй. XIX быуатты Ҡабыҡҡыуыш 28 хужалыҡта 194 кеше ғүмер кисергән ауыл булып ҡаршылай. Быуат уртаһында халыҡ иҫәбе 517-гә тиклем арта. 1847 йылда алты ғаилә Айтуған ауылына күсенә. 1759 йылда 52 йәшлек Мөхәмәтдәмин Истарин башланғысында тағы ла 12 ғаилә Мөхәмәтдәмин ауылына нигеҙ һала. 1842 йылғы мәғлүмәт 359 башҡорттоң 160 бот ужым һәм 2392 бот яҙғы иген сәскәнен раҫлай.
Уларҙың 650 баш йылҡыһы, 750 һыйыры, 645 һарығы һәм 15 кәзәһе лә күренә.
Тәлтем-Юрматы олоҫо старшинаһы Йомағужа Ҡәйепов хөрмәтенә аталған ауыл тарихи документтарҙа 1783 йылда Аҫау һәм Ҡуғанаҡ йылғалары буйындағы ерҙәргә яңы суҡынғандарҙы индереү менән бәйле теркәлә. 1816 йылғы VII рәүиздә Йомағужаның улдары, ейәндәре лә сағылыш таба: хорунжий Ҡорманғол (улдары – Хисмәтулла, Ғүмәр, йорт старшинаһы ярҙамсыһы Мәһәҙи (1782 йылда тыуған), игеҙәктәр Ильяс һәм Әүәлмәһәҙи, 1792 йылғы йорт йөҙ башы Ниғмәтулла (улдары – Сәйетбаттал, Хәбибулла һәм Мостафа). 1795 йылғы иҫәптә туғыҙ хужалыҡта 105 кеше сағылыш таба. Артабан ауылға типтәрҙәр килә башлай. 1895 йылда 25 йортта 111 типтәр иҫәпләнә. 1842 йылда 74 башҡорт 56 бот ужым, 4880 бот яҙғы иген сәскән, 200 баш йылҡы, 400 һыйыр малы, 126 һарыҡ, 106 кәзә аҫраған. 1920 йылда совет власы тарафынан үткәрелгән иҫәп – 603, 2002 йылғыһы 359 башҡортто күрһәтә.
Ошо уҡ олоҫтоң Илсектимер түбәһенә ҡараған 43 йортлоҡ Ҡалҡаш ауылында V рәүиз 270 кешене асыҡлай. 1816 йылда 58 хужалыҡта 332 башҡорт теркәлә. Шунда уҡ ауылға нигеҙ һалыусының улы Юламан Ҡалҡашев (улы – Ишморат) та сағылыш тапҡан. 1777 йылда Ярлыҡап Ҡалҡашев Стәрле һәм Ағиҙел йылғалары буйҙарындағы биләмәләргә Иван Григорьев башланғысындағы муҡшы крәҫтиәндәрен индереүҙә ҡатнаша. 1859 йылғы Х рәүиз 90 хужалыҡта 500 кешене сағылдыра. Олоҫ Ҡалҡаш тип аталһа ла, идараһы Стәрлебаш ауылында урынлаша. 1920 йылда 109 өйлөк Ҡалҡаш – 532 башҡорт төйәге. 2002 йылғы иҫәп Иҫке Ҡалҡаш ауылында 419 кеше ғүмер иткәнен асыҡлай. Яңы Ҡалҡаш башлап 1979 йылғы иҫәптә күренә, 2002 йылда унда 228 башҡорт теркәлә.
Юрматы олоҫоноң Аҙнай түбәһенә ҡараған Мәҡсүт ауылы Стәрле Мәҡсүте атамаһы менән дә билдәле, сөнки шул йылғаны һыулай. XVIII быуат аҙағы иҫәбе 23 йортта 133 кешене күрһәтә. 1816 йылғыһы – 154 кешене, Х рәүиз 55 йортта 350 аҫаба һәм 46 ебәрелмеште асыҡлай. XIX быуат башындағы иҫәптә ауылға нигеҙ һалыусының улы Дәүләткилде Мәҡсүтов (улдары – Миңлехужа һәм Мөхәмәтша) телгә алынған. Стәрлебаш ауыл Советына ҡараған Мәҡсүт ауылында 1989 йылда – 195, 2002 йылда 203 башҡорт теркәлгән. Элек Ибраһим атамаһы менән йөрөтөлгән хәҙерге Ибраҡай ауылы ла Стәрле йылғаһын төйәк итеп, тәү башлап 1859 йылғы рәүизде теркәлә: 216
аҫаба. 1920 йылғы иҫәп унда – 521, 2002 йылғыһы 430 титуллы милләт вәкилен күрһәтә.
Илсектимер түбәһенә ингән Мортаза ауылы 1737 йылғы башҡорт ихтилалында әүҙем ҡатнашҡан Юрматы олоҫо старшинаһы Мортаза Яратҡолов хөрмәтенә аталған. 1816 йылғы рәүиз уның улы, 70 йәшлек Ғәли Мортазинды (улдары – Аллағол, Муллағол, Хоҙайбирҙе һәм Хоҙайғол) теркәгән. Ошонда уҡ 50 йәшлек Исмәғил Мортазин да күренә. V рәүиз 22 өйҙә 162 башҡортто сағылдыра. 1816 йылда йорттар иҫәбе – 40, халҡы – 228 йән. 1920 йылда – 428, 1989 йылда – 172, 2002 йылда 194 титуллы милләт вәкиле иҫәпкә алына.
Өмөтбай – Аҙнай түбәһенә ҡараған ауылдарҙан. XIX быуат башында унда 19 йортта 133 кеше, шул иҫәптән Өмөтбайҙың улдары Әмир (улдары – Вәлит, Алтынбай, Көмөшбай, Хәсән һәм Ҡаһарман), Хәмит (Сөләймән), Әбделғәзиз һәм Әбделмән дә йәшәгән. Өфө наместниклығының 1786 йылғы картаһында ауыл сағылыш тапмаған, тимәк, уға 1786 – 1795 йылдарҙа ғына нигеҙ һалына. 1816 йылғы иҫәп биш хужалыҡты һәм 79 кешене күрһәтә. Ауыл халҡының бер өлөшө Яхъяға күсеп ултыра, шунда уҡ 1784 йылда тыуған Абдрахман Яхин да ғүмер иткән. Артабан ике ауылдың иҫәбе Өмөтбай атамаһы аҫтында бергә алына. 1920 йылда өсөнсө атама барлыҡҡа килә – Ҡалмаҡ. Ундағы 42 хужалыҡта 200 башҡорт һәм урыҫ донъя көтә. Артабан ауыл халҡы яйлап кәмей: 1989 йылда унда – 140, 2002 йылда 104 башҡорт теркәлә.
V рәүиздә 21 йортлоҡ Һарайҫала 119 башҡорт йәшәгән. 1859 йылғы иҫәп 37 хужалыҡта 173 кешене теркәй. 1842 йылда 236 кешегә 160 бот ужым һәм 704 бот яҙғы иген сәселгән, 21 ғаилә 205 баш йылҡы, 100 һыйыр, 36 һарыҡ аҫраған. Ауыл артабан да әллә ни үҫешмәй, 1920 йылда унда 58 хужалыҡта 256 кеше күренә. 1989 һәм 2002 йылдар араһында Һарайҫа халҡы 250-нән 321-гә тиклем күбәйә. Ошо уҡ түбәгә Әбүбәкер, Әлимғужа, Шәкәр һәм Мостафа ауылдары ла ҡарай. Оло Күндерәк йылғаһын һыулаған Әлимғужа (Түбәнге Шәкәр) ауылы XIX быуат башынан билдәле. 1816 йылда бында улы Мөхәмәтғәли менән 45 йәшлек йорт старшинаһы Әлимғужа Юлдашев йәшәй. Атаһы Юлдаш Мәҡсүтов та иҫән була. 15 өйлөк ауылда 82 башҡорт иҫәпләнә. 1859 йылда хужалыҡтар 30-ға, унда көн итеүселәр 158-гә етә. 1920 йылғы иҫәптә 261 кеше теркәлһә, артабан ауыл халҡы аҡрынлап кәмей: 1989 йылда – 102, 2002 йылда 84 кеше иҫәпкә алына.
1795 йылғы иҫәп Шәкәр ауылында 54 кешене күрһәтә. 21 йылдан дүрт өйҙә 47 кеше теркәлә, Х рәүиз 190 башҡортто иҫәпкә ала. Совет власы үткәргән иҫәп 63 йортта 287 башҡортто асыҡлай. Ауылға нигеҙ һалыусының улы Әхмәт (Хангилде), 1747 йылғы Байназар (улдары – Ғәбделмәзит, Әбделхәлим, Абдрахман) күренә. 2002 йылда Үрге Шәкәр ауылында – 194 (1989 йылда – 201) башҡорт донъя көткән.
Ашҡаҙар буйын төйәк иткән Мостафала 1795 йылда 65 кеше йәшәгән. Х рәүиз 40 хужалыҡта 252 башҡортто иҫәпкә ала. 1920 йылда 66 өйлөк ауылда 295 теркәлә. XVIII быуаттың 60-сы йылдарына ҡараған сығанаҡта нигеҙ һалыусының улы Байғужа Мостафин телгә алынған. 1920 йылғы иҫәптә 295 башҡорт йәшәгән ауылда 2002 йылғыһы 205 кешене сағылдыра. Аллағыуат Ашҡаҙар йылғаһы үҙәнендә Алмаҡай һәм Сытырман ауылдары араһында урынлашҡан. Ҡасан һәм кем тарафынан нигеҙ һалынғаны билдәһеҙ, әммә 1786 йылғы Өфө наместниклығы картаһында ике – Үрге һәм Түбәнге Аллағыуат (Сарлаҡ) күренә. 1859 йылғы иҫәп 38 йортлоҡ тәүгеһендә – 200, икенсеһендә 62 хужалыҡта 370 башҡортто күрһәтә. 1989 – 2002 йылғы иҫәптәрҙә Үрге Аллағыуатта йәшәгәндәр 100 кешегә кәмеһә (150), Түбәнге Аллағыуатта иһә 30 кешегә артып, 286-ға еткән.
Йәлембәт (Шипай) – Илсектимер түбәһенә буйһонған ауыл V рәүиздә сағылыш тапмаған, 1834 йылда 14 өйлөк төйәктә 93 башҡорт иҫәпкә инә. Тимәк, Йәлембәткә нигеҙ XIX быуат башында һалына. VI рәүиздә 1748 – 1811 йылдарҙа ғүмер иткән Ҡыҙырали Йәлембәтов телгә алынған. Уның улдары – Исмәғил, Әбүбәкер (улы – Зыянғол), Кинйәбулат һәм Кинйәғол. Советтар алған тәүге йән иҫәбендә 619 башҡорт теркәлеп, артабан халыҡ кәмей, 1989 йылда – 431, 2002 йылда 400 титуллы милләт вәкиле иҫәпкә инә.
Меркет-мең олоҫонда ерһеҙ ҡалған Бөрйән башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән Ҡаранай ауылы Емельян Пугачевтың көрәштәше Ҡаранай Моратов хөрмәтенә аталған. Уның етәкселегендәге баш күтәреүселәр Өфө ҡалаһын ҡамауҙа, Стәрлетамаҡ пристане һәм Кама йылғаһы буйҙарындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Ҡаранай ҡулға алынғас, уны Ҡазанға йәшерен комиссияға оҙаталар, артабан Пугачевты язалауҙы күрһәтергә алып баралар. 1786 йылғы Өфө наместниклығы картаһында сағылыш тапҡан Ҡаранайҙа 1795 йылғы иҫәп 18 хужалыҡта 84 кешене теркәй. 1859 йылғы рәүиз 50 йортта 382 башҡортто күрһәтә. 1858 йылда бында Бәләбәй өйәҙенең Боранғол ауылынан (хәҙерге Дәүләкән районы) өс ғаилә күсеп килә.
1870 йылғы иҫәптә 382 башҡорт төйәге булған Ҡаранайҙа 2002 йылда ни бары 93 титуллы милләт вәкиле йәшәгән.
Сама менән 1834 – 1859 йылдарҙа барлыҡҡа килгән Байым ауылы VIII рәүиз мәғлүмәттәрендә күренмәй. Йорт старшинаһы Байым Бикҡужин исеменә аталған был төйәктә Х рәүиз 38 хужалыҡта 200 башҡортто теркәй. Советтар алған тәүге иҫәп 66 өйлөк ауылда 256 кешене асыҡлай. 1989 йылда – 78, 2002 йылда 85 башҡорт теркәлә.
Тарихи сығанаҡтарҙа ике Күндерәкбаш (Баҡый) сағылыш тапҡан. 1786 – 1796 йылдарҙа башҡорттар нигеҙ һалғаны Стәрлебаш ауылынан 12 саҡрымда урынлашып, Гәрәй-Ҡыпсаҡ олоҫона ҡараған. 1795 йылғы йән иҫәбе 17 өйлөк ауылда 100 кешене асыҡлай. XIX быуат уртаһында 36 хужалыҡта 358 кеше донъя көтә. Х рәүиз ауыл халҡының 30 кешегә артыуын асыҡлай. Совет власы 138 йортта 716 кешене теркәй. Типтәрҙәр – күпселек. Баҡыйҙың Аҡҡолай (1749 йылғы), Тойғон (1762) исемле улдары билдәле. Һуңғыһының улдары – Сабай һәм Тимербай. Бер нисә иҫәптә башҡорт төйәге тип теркәлгән Баҡый 1920 йылда – башҡорт-типтәр, 1959 йылда – татар ауылы. 1989 йылғы иҫәп унда – 611, 2002 йылғыһы 662 татарҙы асыҡлай.
Татар һәм мишәр ауылдары. Ошо төркөмдәге икенсе Күндерәкбашҡа нигеҙҙе 1783 йылда Уҫылы ауылы кешеләре һалған, тип яҙа Әнүәр Әсфәндиәров. 1789 йылда Тәтегәс түбәһе аҫабалары йомошло татар Баҡый Ҡорманаевҡа ер һатыу тураһында килешеүгә тамғаларын ҡуя. 1795 йылда Ашҡаҙар ауылынан 92 яһаҡ татары, Хәлекәйҙән – 14, Бикйәнғолдан 22 татар Күндерәкбаштан ер ала. Зәк-Ишмәт ауылынан (Көйөргәҙе районы) биш дәүләт крәҫтиәне лә ҡабул ителә. Ауылдың Баҡый тигән атамаһы ла булып, 1870 йылғы иҫәптә унда 10 аҫаба һәм 107 татар сағылыш таба. 1920 һәм 1959 йылдарҙа меңдән ашыу кешене һыйындырған ауылда татарҙар ғына теркәлеп, 2002 йылғы иҫәп 813 кешене күрһәтә.
Стәрлебаш ауылы XVII – XVIII быуаттарҙа шул исемдәге йылға буйында барлыҡҡа килә. Унда Тәлтем-Юрматы олоҫоноң Илсектимер түбәһе аҫабалары һәм ерһеҙ башҡорттар ултыра. XVIII быуат башында улар яһаҡ татарҙарын индерә. 1751 йылда Ырымбур ҡалаһы Сәйет (Ҡарғалы) биҫтәһенән сыҡҡан сауҙа татарҙары ер һатып ала. Ул биләмәләрҙә артабан Айҙарәле, Ибрай, Йәшергән ауылдарына нигеҙ һалына. 1809 йылда ебәрелмеш сифатында Стәрлебаштан мишәрҙәр ҙә урын ала. VIII рәүиз 90-сы башҡорт кантонының 92 ерһеҙ
башҡортон, 409 татарҙы һәм 24 мишәрҙе күрһәтә. 1859 йылда 125 йортта 360 ир һәм 307 ҡатын-ҡыҙ теркәлә. 1920 йылда ике Стәрлебаш күренә: береһендә – башҡорттар, икенсеһендә – татарҙар. 491 хужалыҡта 1181 ир һәм 1483 ҡатын-ҡыҙ. Халыҡ мал ҡараған, иген иккән, төрлө кәсеп менән көн иткән.
Ауыл мосолман дине буйынса белгестәр әҙерләүсе үҙәк булараҡ яҡшы билдәле. 1713 йылда мәҙрәсә Сытырман ауылында, 1720 йылда Стәрлебашта асыла. 1816 йылғы рәүиз Стәрлебаш мәҙрәсәһен тотҡандарҙан 69 йәшлек Биктимер Туҡаевты, уның улы, 44 йәшлек мулла Ниғмәтулла Биктимеровты, уның улдары Харис һәм Харрас Ниғмәтуллиндарҙы теркәгән. Биктимер Туҡаев кесерәк улдары Сиражетдин, Хөснөтдин һәм Сәғитдин менән йәшәгән. 36 йәшлек Хисмәтулла Биктимеров (улдары – Ибраһим, Әбүбәкер һәм Ғүмәр) VII башҡорт кантонында йорт старшинаһы булған. Стәрлебаш мәҙрәсәһе мөҙәррисе Х. Биктимеров (1810 – 1870) 1869 йылда урыҫ телен уҡытыуҙы индерә. Зәк-Ишмәт ауылынан сыҡҡан суфый шағир Шәмсетдин Зәки ошонда билдәле мөғәллим була, философияны өйрәнеүгә иғтибар бирә, ул көнсығыш телдәрен, әҙәбиәтен яҡшы белгән. Ерһеҙ ҡалған башҡорт Мөрсәлимдең улы Мирсәлих Биксурин да Стәрлебашта тыуа. Ул Ырымбурҙа Неплюев кадет училищеһын тамамлай, тылмас була, көнсығыш телдәренән дәрестәр бирә, III һәм II дәрәжә Изге Станислав, II дәрәжә Изге Анна ордендары менән бүләкләнә.
XVIII быуаттың 50-се йылдарында Сәйет биҫтәһенең татарҙар һатып алған ерендә Айҙарәле ауылына нигеҙ һалына. 1859 йылғы йән иҫәбе 50 йортлоҡ урында 266 кешене теркәй. Тәүге совет иҫәбендә ике Айҙарәле күренеп, береһендә (Алдарҙа) 133 хужалыҡта – 764, икенсеһендә, Яңы Айҙарәлелә, 36 өйҙә 219 типтәр йәшәгән. Һәр иҫәптә лә башҡорттар теркәлгән Айҙарәлелә 1989 йылда – 711, 2002 йылда 833 башҡорт күренә. Һуңғы иҫәптә 557 татар-башҡорт ауылы булып күренгән элекке мишәрҙәр төйәге Әмиргә нигеҙ 1756 йылда һалынған. Күндерәк атамаһы ла булған был урында XVIII быуат аҙағында 392 мишәр, 36 йомошло татар һәм дүрт типтәр йәшәгән. VIII рәүиз унда 558 кешене асыҡлай. 1813 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙенең Мотал ауылынан ике башҡорт ғаиләһе урын ала. 1848 йылда Айтуған ауылынан һигеҙ ғаилә лә ошонда төйәкләнә. Ете йомошло татар 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша.
2002 йылда 784 татар теркәлгән Буҙат ауылына нигеҙ ташы 1793 йылда төрлө ауылдарҙан килгән халыҡ тарафынан һалына. Йәфәр Сөнкәев башланғысында 24 ғаилә – Йәфәр, 11 ғаилә – Яҡуп, М. Нурмыев етәкселегендәге 31 ғаилә – Мәсәғүт, 29 ғаилә (Ә. Әйгилдин) – Абдразаҡ, 23 ғаилә (М. Өсәйенов) – Мәтей, 48 ғаилә (Б. Рәжәпов) – Боғҙан, һигеҙ ғаилә (К. Итәев) – Ҡасим, ете ғаилә Хисаметдин ауылдарынан күсеп ултыра. XVIII быуат аҙағында ауылда 92 ир һәм 97 ҡатын-ҡыҙ иҫәптә тора. Түбәнге Ибрайға нигеҙ 1751 йылда Күл иле мең аҫабалары һәм Сәйет биҫтәһенең йомошло татарҙары араһында төҙөлгән килешеү буйынса һалына. 1834 йылда – 207, 1859 йылда 324 кеше теркәлә. Айҙарәленән төньяҡ-көнсығышта тағы ла бер Ибрай ауылы була. 1870 йылда – 324, 1917 йылда 932 башҡорт һәм 633 татар йәшәгән ауыл өс йылдан – татар, 1979 йылда – башҡорт, артабан тағы ла татар төйәге (2002 йылда – 334 кеше) булып нығытыла.
Мукатаевка типтәрҙәре 1783 йылда Стәрлебаштан 15 саҡрымда Ҡуғанаҡбаш (Алатана) ауылын нигеҙләй. V рәүизгә яҡын Ашҡаҙар ауылынан 215 яһаҡ татары ла ошонда урынлаша. Ерһеҙ ҡалған 10 башҡорт, сауҙа татарҙары, мещандар һәм дворяндар ҙа йәшәгән ауылда 1859 йылғы Х рәүиз 107 кеше иҫәпләй. 1917 йылда 226 башҡорт һәм татар, 1920 йылда – 207, 1959 йылда 338 башҡорт теркәлгән Ҡуғанаҡбаш 1989 йылдан – ҡатнаш ауыл. 2002 йылда унда 374 башҡорт һәм татар йәшәгән.
Ошо уҡ иҫәптә 658 татар төйәге булып күренгән Ҡарағошҡа нигеҙ Юрматы олоҫо аҫабалары менән ер билеү тураһындағы килешеүгә ярашлы 1783 йылда һалына. 1816 йылда 61 хужалыҡта 453 мишәр, дүрт йортта 14 типтәр теркәлә. VIII рәүиздә мишәрҙәр – 1131 йән. 1794 йылда Ашҡаҙар ауылынан 139 яһаҡ татары Тормай (Ҡайраҡлы) ауылына нигеҙ ташы һала. Өфө наместниклығының 1786 йылғы картаһында Муллагөлөм ауылы сағылыш тапҡан. Указлы мулла хөрмәтенә аталған төйәк хәҙер Гөлөм тип йөрөтөлә. 1859 йылда унда 220 мишәр һәм типтәр теркәлә. 19 хужалыҡтың икеһендә Ҡуғанаҡбаш ауылынан күсеп ултырғандар йәшәгән. Ошо иҫәптә 1775 – 1856 йылдарҙа ғүмер иткән Әбделвәхит Муллагөлөмов та күренә. Уның Сәмиғулла (улдары – Арыҫлан, Муллаш, Мостафа һәм Абдулханнан), Әбделғәни (Шаһиәхмәт, Әбделҡәҙим, Арҙыуан һәм Бәҙретдин), Мөхәмәтрәхим, Сәйетбаттал исемле улдары була.
1754 йылда, Тәтегәс түбәһе аҫабалары менән килешеү буйынса, мишәрҙәр Хәлекәй (Һыуыҡ Шишмә) ауылына нигеҙ һала. Шул уҡ
йылда бынан типтәрҙәр ҙә урын ала. 1784 йылда дәүләт крәҫтиәндәре (татарҙар), 1788 йылда 27 типтәр төйәкләнә. 1795 йылда Ашҡаҙар ауылынан 138 яһаҡ татары ла килә. VII рәүиз 41 өйлөк Хәлекәйҙә 252 мишәрҙе сағылдыра. 1834 йылғы иҫәптә 83 хужалыҡта 446 кеше теркәлгән. Типтәр һәм мишәрҙәр төйәге 1959 йылда – татар, 2002 йылғы иҫәптә 380 татар һәм башҡорт ғүмер иткән ҡатнаш ауыл. 1751 йылда Сәйет биҫтәһе татарҙары Йәшергән ауылын нигеҙләй. XVIII быуат аҙағында – 20, 16 йылдан һуң Түбәнге Новгород губернаһының Ураз һәм Рыбушкин ауылдарынан 11 йомошло татар күсеп ултыра. 1834 йылғы иҫәптә 264 кеше йәшәгән ауыл 1920 йылда – 1,5 мең башҡорт һәм татар төйәге. 2002 йылғы иҫәп унда 722 татарҙы теркәй.
Ырымбур губернаһы канцелярияһы тәржемәсеһе Арыҫлан Бикмөхәмәтов отставкаға сыҡҡас, Сәйет биҫтәһендә йәшәй һәм улдары Хәбибулла менән Сәйфуллаға биш крәҫтиәнде, үҙ йортон, Ҡарғалы, Тәтер йылғалары буйындағы ике тирмәнде, Тәтер утарын мираҫҡа бирә. Һуңғыһы аҡрынлап Тәтер-Арыҫлан атамалы ауылға әүерелә. Административ йәһәттән VII башҡорт кантонына ҡараған төйәктә 1816 йылғы иҫәп 31 кешене теркәй. 1834 йылда ауыл халҡы 45-кә тиклем арта. Советтар алған тәүге иҫәптә Тәтер-Арыҫлан – 1,6 меңдән ашыу башҡорт төйәге. 1959 йылда унда 1,8 меңдән күберәк … татар теркәлә. Ике иҫәптә татар ауылы тип күренгән Тәтер-Арыҫлан 2002 йылда – ҡатнаш халыҡ төйәге.
Мең һәм тамъян аҫабалары нигеҙләгән Айтуған 1786 йылдан билдәле. V рәүиз 25 хужалыҡта 187 башҡортто сағылдырған. 1816 йылда 40 йортлоҡ ауылда 279 кеше йәшәгән. VIII рәүиздә 435 башҡорт күренә. 1835 йылдың 26 майында ауыл халҡы батша хөкүмәте күрһәтмәһе буйынса II мишәр кантоны начальнигы Рәжәпов етәкселегендәге 100 ҡораллы һалдат тарафынан ситкә һөрөлә. Уларҙы Стәрлетамаҡ өйәҙенең 19 ауылы халҡы ҡабул итә.
Эш шунда, 1749 йылда аҫабаларҙың ата-бабалары был ерҙе Сәйет биҫтәһе татарҙарына һатҡанда, унан элекке хужалары ла файҙалана ала, тигән шарт ҡуя, һәм был 1834 йылда Өфө провинцияһы канцелярияһы тарафынан да раҫлана. 1860 йылда ауыл халҡы үҙ еренә ҡайтырға рөхсәт һорай, әммә үтенестәре ҡәнәғәтләндерелмәй. XIX быуаттың 30-сы йылдарында буш ятҡан биләмәгә Сәйет биҫтәһе татарҙары ултыра. 1859 йылғы иҫәп 21 өйлөк ауылда 69 кешене теркәй. 1920 йылғы рәүиздә Айтуған ауылында – 88, 1895 йылда барлыҡҡа килгән Яңы Айтуғанда 1110 кеше иҫәпләнә. 1989 йылғы иҫәптә ҡатнаш ауылға әүерелгән Айтуғанда 2002 йылда 247 башҡорт һәм татар теркәлә.
1870 йылғы йән иҫәбе Ямғырсы (Өршәкбаш) ауылында 468 башҡортто күрһәтә. 1920 йылда иһә 1528 типтәр иҫәпкә алынған. 1959 йылдан татар ауылы булып киткән Ямғырсыла 1989 йылғы иҫәптә – 402 татар, 2002 йылда 428 татар һәм башҡорт күрһәтелә.
Тамбов, Ырымбур, Һамар һ.б. губерналарҙан сыҡҡан урыҫ крәҫтиәндәре башҡорттарҙан ҡуртымға алған ерҙәрҙә Дмитриевка, Потаповка, Чегодаевка, Түбәнге һәм Үрге Ҡарамалы, Ҡараяр, Борисовка һ.б. кеүек ауылдарға нигеҙ һала, артабан уларҙың байтағы юҡҡа сыға. 1917 йылғы иҫәптә хәҙерге быуындар ишетеп тә белмәгән Аверьяновка, Вознесенский, Деевский, Ильинка, Полтавка, Тимофеевка, Ежовка, Семеновка һ.б. утарҙар теркәлеп, уларҙа украиндар, литвалар, эстондар, хатта немецтар донъя көткән.
Мәхмүт ХУЖИН.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: