Хужа беҙҙе ҡапҡаһының тышында уҡ ҡаршы алды. Атам менән бик йылы, һағынышҡан дуҫтар кеүек күрештеләр. “Күмәк килә инегеҙ ҙә, ҡайҙа башҡаларығыҙ?” – тине хужа, беҙ килгән яҡҡа эйәге менән ишаралап. Атам уңайһыҙланып ҡына: “Һиңә күренгебеҙ килә, тип бик үтенгәстәр, эйәртергә тура килде юлдаштарҙы, хәҙрәт”, – тип аҡланғандай итте. “Килһендәр, урын етерлек, аш та бешкән”, – тине олатай.
Алыҫ сәфәргә атамдың мине лә алыуының хикмәтен ҙурайғас ҡына аңлармын.
Ә Манһырҙа хәҙрәт мине тубығына ултыртты ла: “Бынау баш кейемең һәйбәт икән”, – тип фуражкамдың алдын артҡа әйләндереп кейҙерҙе һәм, елкәмдән һыйпап, “Улым, елкәңде һаҡла!” тип өшкөргән һымаҡ тынын өргәне бөгөнгөләй иҫемдә. Күрәһең, атам менән әсәм мине имсе хәҙрәткә күрһәтеү өсөн үҙҙәре менән алғандыр, сөнки төндә һаташып тороп ултырыу, һөйләнеү ғәҙәтем булған.
Алда сәфәребеҙҙә әсәмдең бер туған ағаһының да ҡатнашҡанын телгә алғайным. Олатайымдың тоҙло һыуҙа дауаланыу ихтыяжы булғанмылыр- юҡмылыр, уныһы миңә ҡараңғы. Ә бына уның – данлы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған дин әһеленең – илаһи ҡөҙрәткә эйә хәҙрәт менән осрашыу өсөн сәфәргә сыҡҡаны миндә хәҙер шик тыуҙырмай. Дингә, муллаларға аяуһыҙ сәйәсәт заманында ике дин әһелен борсоған хәлдәр тураһында һөйләшер, кәңәшләшер серҙәре аҙ булмағандыр”.
Был тарихтың тулы вариантын Миҙхәт Мәмбәтовтың "Ҡаға-һуға һыналғаны яҙмыштың" тигән мәҡәләһендә журналдың 5-се һанында уҡый алаһығыҙ.