Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Май 2021, 15:05

Шундай сағым...

Салауат ӘБҮЗӘР ШУНДАЙ САҒЫМ... Их!.. Йомарлап устарыма,Йөрәкте һыҡҡы килә.Күкрәктәремде аҡтарып,Үҙемдән сыҡҡы килә... Гонаһҡа батҡан йөрәктеТапарлыҡ ҡарға һалып.Бәргеләнә йәнем, гүйәЯрға ташланған балыҡ. Һүрән генә ғүмер шәме, –Йәшәр өсөн ҡарыу юҡ.Әрнеүҙәремде баҫырғаБер ниндәй ҙә дарыу юҡ. Хистәремде ғазап тетә,Бәғеремде ут өтә....Шундай саҡта кешеләргәТик бер йылы һүҙ етә!

Салауат ӘБҮЗӘР
ШУНДАЙ САҒЫМ...
Их!.. Йомарлап устарыма,
Йөрәкте һыҡҡы килә.
Күкрәктәремде аҡтарып,
Үҙемдән сыҡҡы килә...
Гонаһҡа батҡан йөрәкте
Тапарлыҡ ҡарға һалып.
Бәргеләнә йәнем, гүйә
Ярға ташланған балыҡ.
Һүрән генә ғүмер шәме, –
Йәшәр өсөн ҡарыу юҡ.
Әрнеүҙәремде баҫырға
Бер ниндәй ҙә дарыу юҡ.
Хистәремде ғазап тетә,
Бәғеремде ут өтә.
...Шундай саҡта кешеләргә
Тик бер йылы һүҙ етә!
Читайте нас: