Ҡайһы бер тарихсылар Урта Иҙел буйына болғарҙар килгәнгә тиклем күпкә алда ниндәйҙер төрки ҡәбиләләрҙең үтеп инеүен
билдәләй, әммә уларҙы хәҙерге башҡорттарҙың был урындарҙа борондан уҡ йәшәгән ата-бабалары тип әйтергә ҡыймай. Ә был турала Йәдкәр Бәширов үҙенең хеҙмәттәрендә бик күп яҙма сығанаҡтар һәм башҡа мәғлүмәттәр килтереп, ентекле яҙа. [21, 105-112-се биттәр]. Болғарҙарҙың Иҙел буйына – төрки ҡәбиләләр йәшәгән биләмәләргә күсеүе яҡынса VIII быуаттар тирәһендә була. Килеүселәргә бай тәбиғәтле буш ерҙәр бүленә. Күршеләш төрки ҡәбиләләр менән яҡынлыҡ, туғанлыҡ һөйләш яҡынлығына ҡайтып ҡала.
Европаның төньяҡ-көнбайышында викингтар биләмәһе булған Русь дәүләте урынлашҡан була. Ул ваҡытта Игорҙың улы Святослав (Свентослав) бәләкәй булғанға күрә, хакимлыҡ итеүҙе Ольга үҙ ҡулына ала. Йылъяҙмала Ольганың бик аҡыллы булыуы әйтелә. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: 957 йылда ул беренселәрҙән булып христиан динен ҡабул итә. Ольганың үлеменән һуң 969 йылда Русь уның улдары араһында бүленә. Көньяҡ сиктә күрше булып бәшәнәк ҡәбиләләре йәшәй. 968 йылда Святослав Дунайҙы кисеп сыға һәм Болғарҙы яулап, унда үҙенең Переяславль резиденцияһын булдыра, Византия империяһы менән тыныслыҡ хаҡында килешеү төҙөп, Болгарияла төпләнергә уйлай. 971 йылда бәшәнәктәр менән бер килешеүе лә булмаған Святослав Дунай буйын яуламаҡ була. Болғарҙар һәм византиялылар бәшәнәктәргә Святославтың Дунай буйына табан йүнәлеүен еткерә [ПСРЛ. Т. 2. с. 61]. Шул ваҡытта Русь дәүләтенән бәшәнәктәрҙең Киевты ҡамап алыуы хаҡында хәбәр килә. Святослав грек императорҙары менән тиҙ генә тыныслыҡ килешеүе төҙөргә мәжбүр була, бәшәнәктәр менән ярашыу өсөн ҡайтырға ҡабалана. Днестрҙа уны бәшәнәктәр – Күркет (Күрә) хан етәкселегендә Гилә
урҙаһы ҡаршы ала. Святослав ғәскәрҙәре ҡамауға алынып ҡыйратыла.
Урта быуат авторҙарының (әл-Бруни, әл-Масуди, Гардизи, әл-Иҙриси) мәғлүмәттәренә ярашлы, XIII-IX быуаттарҙа бәшәнәк ғәскәрҙәре алғасҡыһында тәүбашҡорт ҡәбиләләре лә була. Ғалим Р.Ғ. Кузеев башғардтар һәм бурджандар хаҡында фекерҙәрендә “улар бәшәнәк берекмәһенә ингәндәр”ен билдәләй [Р.Ғ. Кузеев, 1974, с. 133-153]. Хан Күрә Святославтың баш һөйәгенән һауыт эшләтә. Ул замандарҙа Святослав кеүек батыр улдар тыуһын тигән ышаныс менән шундай йола һауытынан эскәндәр. 972 йылда Святославтың үлеменән һуң Киев, Новгород һәм Древлян ерҙәре кенәздәре араһында низағ башлана. Үҙ-ара ыҙғыштар көсәйгәндән-көсәйә. Славяндар үҙҙәренең кенәзен булдырыу теләге менән яна.
Русь тарихында варяг осоро тамамлана. Ярослав Киевта ҡала. Ярослав Святослав кеүек хәрби батыр булмаһа ла, артабан Русь дәүләтенә башҡа ябырылмаҫлыҡ итеп бәшәнәктәрҙе еңә. Яйлап улар тарҡала, исемдәре лә тарихи аренала һирәк күренә башлай. Ләкин уларҙың роле башҡа халыҡҡа – ҡыпсаҡтарға (половцы) күсә, уларҙы ҡумандар тип тә беләбеҙ [40, т. 5, с. 452]. Ҡыпсаҡтар Русь дәүләтендә тәүге тапҡыр 1054 йылдарҙа күренә. Көнсығыш сығанаҡтарында уларҙы – ҡыпсаҡтар, көнбайыш Европала ҡумандар тип атайҙар. Ҡумандар Днепрҙан көнбайыштараҡ урынлаша.
Ярослав Мудрый (1019 – 1054) осоронда Киевта кенәздәр араһындағы низағтар туҡтала. 1078 йылда ҡыпсаҡтар менән килешеү төҙөлә.
1. Держава һәм уның сәйәси-социаль ҡоролошо
Урта быуаттарҙа дәүләттәр араһында аныҡ сиктәр үткәрелмәй. Территориаль бүленештәр йыш ҡына шартлыса була. Тарихсылар үҙҙәренең хеҙмәттәрендә был ваҡыттарҙы Болғар осоро тип атай. Урта быуат авторы Бахши Иман үҙенең йыйынтыҡтарында дәүләтте “Держава” тип атай. Держава боронғо рус теленән “дыржа” – хакимлыҡ, ҡеүәтле тигәнде аңлата. Беҙ үҙебеҙҙең яҙмаларҙа был фекер менән килешәбеҙ һәм Бөйөк Башҡорт илен держава тип атайбыҙ. Башҡорттарҙың дәүләтселеге тураһында автор Йәдкәр Бәширов тарафынан “Бөйөк Башҡорт иле” китабында ентекләп яҙыла, шунда уҡ туран иле хаҡында мәғлүмәттәр килтерелә (170-189-сы биттәр).
Урта быуаттарҙа Бөйөк Башҡорт иле державаһында халыҡ менән идара итеү структураһы түбәндәгесә күҙәтелә. Х быуатҡа Урта Иҙел буйы, Урал алды, Урал аръяғы һәм көньяҡ Урал башҡорттарының ата-бабалары синфи йәмғиәттәрҙе формалаштырып, феодаль ханлыҡтарҙы барлыҡҡа килтерә, XIII быуатҡа иҡтисади һәм мәҙәни яҡтан юғары кимәлгә еткән Бөйөк башҡорт иленә берләшә. Беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәр державаның ул ваҡыттағы социаль һәм мәҙәни үҫеше хаҡында тулы фекер йөрөтөргә ерлек бирә. Илдә шундай йәмәғәт идаралығы урынлаша: ҡәбиләләр берләшмәһендәге кеүек уртаҡ файҙа мәнфәғәтендә күпселектең фекере иҫәпкә алына. Был идара итеү төрө XII быуат баштарында уҡ күҙәтелә һәм Башҡорт хандың башҡорт ырыу-ҡәбиләләре менән үткәргән йыйындарында дауам итә. Үҙидараның юғары органы булып хәл иткес, шул иҫәптән яңы ерҙәргә күсеү мәсьәләләре буйынса ҡарар ҡабул итеү урыны булып халыҡ йыйыны сығыш яһай.
Әйтәйек, 1136 йылда Башҡорт хан Ҙур йыйын (бәләкәй ҡорҙар
кәңәшләшеү өсөн үткәрелә) йыйырға хәл итә. Тыныслыҡ мәсьәләләре йәки аҙыҡ табыуҙы арттырыу, йәки тәьмин итеү шарттарын яҡшыртыу һәм башҡа мөһим һорауҙар буйынса ҡарарҙарҙы ҡабул итеү ырыуҙың хәрби етәкселәре һәм аҡһаҡалдар өҫтөндә булған. Алдан уҡ ырыу башлыҡтарына йыйылыу урынын һәм ваҡытын әйтеп сапҡындар ебәрелгән. Сапҡындар иң тәүҙә төп ырыуҙарға йүнәлгәндәр.
Ырыу бейҙәре йыйын буласаҡ урынға тупланған. Ҡайһы бер бейҙәр башҡалар араһында бронза, көмөш һәм аҫылташтар менән биҙәлгән үҙенсәлекле кейемдәре менән айырылып торған. Аҙ ғына ситтәрәк, үҙәндә ҡунаҡтар һәм һаҡсы отрядтар өсөн тирмәләр теҙелеп киткән. Тирмәләр эргәһендә тамғалар елгә елберләп торған. Мәҫәлән, тәңгәүерҙәрҙә бүре башы торған, улар ҡайһы бер ҙә күкрәк тәңгәлендә бүренең тешен дә йөрөткәндәр. Эргәләрендә табындар урынлашҡан, арыраҡ – меңлеләр, уларҙың тамғаһы ике таяҡҡа оҡшаған. Юрматыларҙа ҡаҙ тәпәйҙәре кеүек тамға булған.
Бер яҡта урынлашҡан тамъяндар һәм үҫәргәндәр һыбай йөрөү өсөн уңайлы булған еңел кейеме менән айырылып торған. Аяҡтарына йоҡа ситектәр өҫтөнән ҡаты күн аяҡ кейеме кейгәндәр. Күптәрендә уңдан күн билбауҙа оҫта итеп сигелгән сыбар биҙәкле моҡсай эленеп торған, унда кәрәкле ваҡ-төйәк, кремний таштар һалынған. Ә һулдан – һунар бысағы, күн көптә – таш сылтыраҡ-ҡайраҡ... Улар державаның көньяҡ-көнбайыш өлөшөн һаҡлаған һәм бер ваҡытта ла һынатмаған. Тамъяндарҙың тамғалары даға һәм сыбыҡтар рәүешендә булған.
Ситтән ҡарағанда, үҙәндә йыйылған халыҡ төрлө-төрлө, сыбар күренгән. Хәрәкәт иткәндә уңайлы, аҫылташтар, күн менән биҙәлгән
кейемдәге еңел, етеҙ бөрйәндәр башҡаларҙан айырылып торған. Державаның эштәрендә бөрйәндәр – батыр, күндәм, әүҙем ҡатнашыусылар. Яйыҡ йылғаһы үҙәндәрендәге тыныслыҡ һәр ваҡыт бөрйәндәргә бәйле булған. Тубыл, Ишем, Яйыҡ, Иҙел, Ағиҙел, Сулман йылғалары буйҙарынан килгән ырыу-ҡәбиләләрҙең тирмәләре үҙәндең буйынан-буйына теҙелеп киткән. Барыһы ла ырыуҙарҙың йыйылып бөткәнен көткән. Билдәләнгән тәртип буйынса, һәр кем йыйында үҙенең урынын белгән. Хандың уң яғындағы келәмдә – төп ырыуҙар – юрматы, табын, үҫәргән, тәңгәүер, тамъян, бөрйән һ.б. вәкилдәре. Башҡа ҡәбиләләрҙән саҡырылғандар айырым, ҙур майҙандың икенсе яғынан урын алған. Ырыуҙар берләшмәһе Башлығы – Түрәнең етәкселегендәге ошо кешеләрҙең барыһына ла халыҡты борсоған мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул иткән.
Ошо йыйында Саксин аша йүнәлештә Дон далаларында һәм Ҡырымда көтөүлектәрҙе киңәйтеү хәл ителгән. Илдең, халыҡтың яҙмышын хәл иткән ошондай йыйындарҙан һуң ырыу-ҡәбилә башлыҡтарының күтәренке рухы бар халыҡҡа күскән, уларҙың алдан күрә белеүсе Ханға хөрмәттәре, берҙәмлек көсөнә ышанысы артҡан. Һуғышсан түгел, әммә дипломатик Башҡорт хан башҡорт этник халҡын ойоштороуға ныҡлы нигеҙ һалған. Һис шикһеҙ, ниндәйҙер һорауҙарҙа килешмәүсәнлектәр булыуы ихтимал. Аҙсылыҡтың күпселеккә буйһоноуы дәүләттә ҡаты тотолған. Халыҡтарҙы берләштереүгә ҙур иғтибар бирелгән. Тарҡауыраҡ ҡәбиләләрҙең төп төркөмгә ҡушылыу процесын һәм ырыу-ҡәбиләләр араһындағы бәйләнештәрҙә тиң хоҡуҡтар урынлашыуын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағандар. Конфедерацияның юғары власын боронғо төрки ҡәбиләләрҙең “Эльтебер”, йәғни “Йылтывар” формаһындағы юлбашсылар йәки хәрби башлыҡтар тәшкил иткән. Яҡынса XI быуаттан ул кенәз мәғәнәһендәге “әмир” һүҙе (шулай уҡ “бәк” – “бей”) менән алмаштырыла. Урҙа ханы титулы, йәки хан, хаҡан Волга буйында хандар менән идара итеү титулы, хандар ханы рәүешендә йәшәгән.
Тарҡау ҡәбиләләрҙең ҡоман-ҡыпсаҡ союзына берләшеүе дошман-күршеләрҙең янауҙарын кәметкән, айырыуса ваҡ ырыуҙарға иртәгәһе көнгә ышаныс тыуҙырған, сауҙа каруандарының хәүефһеҙлеген тәьмин иткән, халыҡты берҙәм һаҡлауға мөмкинлектәр тыуҙырған (22, 58-60-сы биттәр).
Бахши Имандың һәм башҡа көнсығыш ғалимдарының тасуирлауҙарынан билдәле булыуынса, lержаваның игенселек менән шөғөлләнгән төп халҡы ауылдарҙа ултыраҡ тормошта йәшәгән. Ауылдар, беҙҙең уйлауыбыҙса, ырыу-ҡәбилә ҡоролошоноң күп һыҙаттарын һаҡлаған үҙенсәлекле ер общиналары, билдәле бер үҙәктәр эргәһендә урынлашҡан. Халыҡтың төп массаһын йыйынға буйһонған, әммә билдәле бер кимәлдә хужалыҡ үҙаллығын һәм азатлығын тотоп торған ирекле общинниктар тәшкил иткән. Феодалдар община ерҙәренең күп өлөшөн үҙләштереүҙе боронғо традициялар, үҙҙәренең килеп сығышы менән аҡлаған. Татар-монголдарҙың биләмәләргә килеүенә тиклем, бәлки, башҡорт йәмғиәтендә вассал мөнәсәбәттәре ер биләүселек менән бәйле булмағандыр. Был һыҙат башҡорт йәмғиәтенең социаль структураһына үҙ эҙен һалған.
Башҡорт халҡында ул заманда йыйындар – ошо йыйынға ингән йәнәш ауылдарҙың эске эштәрен хәл иткән, һайланып ҡуйылған старшиналар (абыҙҙар һәм аҡһаҡалдар) ҙур роль уйнаған. Шулай итеп, державаның халҡы һәм улар биләгән ерҙәр ошондай тиҫтәләгән йыйындар менән идара ителгән. Һәр ауылдың етәкселегендә бер
төркөм ҡарттар – ҙур тормош тәжрибәһенә һәм аҡылға эйә аҡһаҡалдар торған. Халыҡ йыйындарының ҡарарҙарына тап ҡарттарҙың фекере ныҡ йоғонто яһаған. Аҡһаҡалдар ҡоронан һәм төп йыйылыштан тыш, һәр ауылда тағы ла – абыҙ (оло) булған. Урындарҙа билдәле бер идара итеү функцияларын үтәгән абыҙҙар йыйындарҙың даими вәкилдәре һаналған. Улар шәхси һыҙаттары һәм ҡаҙаныштары менән айырылып торған. Халыҡ араһында абруй, хөрмәт ҡаҙанған, ғалимлығы менән билдәле булған абыҙ остаз һәм кәңәшсе генә түгел, уҡытыусы ла, табип та, ҡазый ҙа булған. Бар бәхәсле осраҡтарҙа ла ауыл кешеләре уларға мөрәжәғәт иткән. Урал һәм Иҙел буйы мосолмандары араһында абыҙлыҡ борондан уҡ килгән. Башҡортостан Мәскәү кенәзлегенә ҡушылғандан һуң башҡорт биләмәләрендә яңы административ система – улустар (волость) барлыҡҡа килгән. Уларға элекке старшиналар етәкселек иткән, ә ауылдарҙа абыҙҙар урынын старосталар алған.
Йыйындар менән бәйле абыҙлыҡ институты йәмғиәт башында оло быуындың абруйлы һәм хөрмәтле тәжрибәле кешеләре торған тәртип, башҡорттарҙың халыҡ булараҡ йәшәүенә йоғонто яһаған боронғо ғаилә-туғандаш мөнәсәбәттәренең боронғо формаһы булараҡ ҡарала. Туғандаш ғаиләләр, берләшеп, быуындан быуынға тапшырып, террриториаль һәм хужалыҡ мираҫын һаҡлаған. Дөйөм бер ата-бабанан килеп сығыш, ҡан-ҡәрҙәшлек хөрмәтләнгән. Башҡорт халҡының ошо феномены хаҡында шәжәрәләр, ауылдарҙың туғандаш ырыуҙарҙың мөнәсәбәттәрен хәтерләтеп урынлашыуы ла һөйләй.
Ниндәй ҙә булһа бер ата-баба, йәки ағай-эне етәкләгән төп туғандаш төркөмдән таралып киткән, яңынан төҙөп ултыртылған
ауылдар нигеҙләүсенең исеме менән аталған. Бер яҡтан, хужалыҡты төркөмләп алып барыу, дошмандарҙан һаҡланыу, үҙ-ара ярҙам итешеү мөһим зарурлыҡ булһа, икенсе яҡтан, был күренеш башҡорттарҙың нескә туғандашлығы, психологик кимәлдә бер-береһенә тартылыуы хаҡында ла һөйләй. Был турала бик күп башҡорт риүәйәттәре лә бар.
Ғәҙәттә, идара үҙәктәре – йыйындарҙы ауылдарҙан йыраҡ булмаған арауыҡта уҙғарырға тырышҡандар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ғына йыйын үткәреү урындары яңы ерҙәргә күскән. Йыйын биләмәләре, уларҙың структураһына ҡыҫҡаса туҡталып китәйек. Йыйындар башлыса Кама алды һәм Урал буйында – башҡорттар күпләп урынлашҡан төньяҡ райондарҙа үткән, әммә күсмә хужалыҡ менән бәйлеме, уларҙы ойоштороу территориаль-округ принцибына нигеҙләнмәгән, тип яҙа Р. Кузеев [Р. Кузеев. Өфө, 1957, с. 84]. Һәр өлкә 4-5-тән башлап 10-15 күрше ауылдарҙы берләштергән һәм теге йәки был йыйылма атама, йыш ҡына боронғораҡ ауыл исеме менән йөрөтөлгән. Көньяҡ-көнбайыш райондарҙа ғына ла йөҙләгән ауылдарҙы үҙ эсенә алған 30-ҙан ашыу йыйын өлкәһе булған. Йыл һайын үткәрелгән байрамда ошондай һәр өлкәнең ҡәтғи үҙ урыны һәм традицион рәүештә беркетелгән билдәле бер аҙнаһы булған. Ҡор, ғәҙәттә, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Мәккәнән Мәҙинәгә күсеүе менән бәйле көндә – йомала башланған (мосолмандарҙа йыл иҫәбе 622 йылдың 16 июленән башлана). Күсеү һүҙе ғәрәпсә һижри тигәнде аңлатҡанға күрә, мосолман календары ла “һижри” тип аталған.
Йыйын байрамдарына күрше өлкәләрҙән ҡунаҡтар, тәү сиратта нәҫелдәштәр һәм яҡын таныштар килгән. Шуға ла йыйын иң элек
туғандар менән осрашыу өсөн үткәрелгән махсус байрам булған. Киләһе аҙнала икенсе өлкәлә ошо уҡ хәл ҡабатланған. Май аҙағынан башлап бесәнгә төшкәнсе йыл һайын бар округтарҙы ла урап сыҡҡансы шул рәүешле йөрөү дауам иткән. Йыйын ойошмалары һәр ерҙә булмаһа ла, башлыса Башҡортостандың көнсығышында һәм көньяҡ-көнсығышында, төньяҡ-көнбайышында беҙҙең замандарға ла килеп еткән, йыйындар был райондарҙа XVI-XVII быуаттарға тиклем дауам иткән һәм аҙаҡҡа тиклем һаҡланған.
Шуны иҫәпкә алырға кәрәк: феодаль ер биләүселек яйлап боронғо община ҡоролошоноң нигеҙен юҡҡа сығарған. Оҙайлы көрәш һәм эске ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү юлы менән үҙаллы ауыл биләмәләре лә әкренләп тарҡалған. Ҡатмарлы общинаның һәр ауылы традиция буйынса быуындан быуынға тапшырылған үҙенең билдәле бер ере менән ҡулланған. Урман, бесәнлектәр, көтөүлектәр оҙайлы йылдар буйына бер нисә ауылдың уртаҡ биләмәләре булған. Һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ һәм балыҡсылыҡ биләмәләре общинаның бүленмәҫ ерҙәре тип иҫәпләнгән. Ҡайһы бер осраҡтарҙа был күренештәр ХХ быуат башында ла күҙәтелгән. Әгәр ҙә боронғо осорҙа йыйын берекмәләре ырыу-ҡәбилә ҡоролошоноң тәбиғи башланғысында барлыҡҡа килһә, тамырҙар менән бәйле бөтөнлөктө белдерһә, феодаль системаның артабанғы үҫеше был берҙәмлектең боронғо нигеҙен юҡ иткән. Айырым ауылдар аҙаҡтан элекке иҡтисади һәм ҡан-ҡәрҙәшлек берлеген юғалтҡан. Бындай общиналарҙың башында асыҡтан-асыҡ элекке ырыу милке формаһы менән битлек кейеп тормайынса ҙур ер биләмәләренә эйә феодаль бай юғары ҡатлам торған [47, 205-се бит].
Татар-монгол хакимлығы ваҡытында административ-территориаль системала ҙур үҙгәрештәр булған. Баҫҡынсылар административ бүленеште тамырынан үҙгәртә. Ҙур административ берәмектәр сифатында вағыраҡ улустарҙы үҙ эсенә алған даруғалар (рус транскрипцияһында – дороги) булдырыла. Заманында ырыу власының органы булараҡ барлыҡҡа килгән халыҡ йыйындары, өлөшләтә элекке халыҡ власы элементтарын һаҡлап, яйлап үҙ функцияларын һәм йөкмәткеһен дә үҙгәртә. Ниндәйҙер идара итеү функцияларын үтәгән халыҡ аҡһаҡалдарының ҡоро булараҡ башҡорт йыйындары оҙаҡ йәшәгән [Р. Кузеев. Өфө, 1957, с. 84].
Яҡын Көнсығыштан яйлап Ислам дине инә башлай, ә Биләр йорто халҡы мәжүсилек динен тота әле. 737 йылда бөрйәндәр солтан илселеге башында торған Хаммад Бармаҡиҙан Исламды ҡабул итә. Хаммадтың улы Яхъя, ә уның улдары Йәғәфәр (Джаффар) һәм Фаҙлан була. Йәғәфәр үлгәндән һуң вариҫтарҙы тәрбиәләүсе һәм остаз булып уның ағаһы Фаҙлан – Ғәббәстең улы ҡала [18, с. 74]. “Бөрйәндәрсә” һөйләшеүсе имамдар башлыса Нур-Сувар ҡалаһында йәшәй, балаларҙы шул телдә уҡыталар. Исламға өндәүселәр үҙҙәренең белемле икәнен күрһәтеп, телмәрҙәренә хон һүҙҙәрен ҡыҫтырып, акцент менән һөйләшеүсе муллаларҙың күңеленә ярай. Халыҡта “бөрйән теле” әйтеме бәшәнәк, тамтай йәки башҡорт ҡәбиләләрендә таралған, бүләрҙәр уларҙы “бөрйәндәр” тип атай [18, 78-се бит]. Исламды таратыу мәсьәләһе буйынса бөрйән һәм хазарҙар араһында
ҡаршылыҡтар килеп сыға. Биләмә өсөн бәхәстәрҙә эш шуға барып етә: ҡайһы берәүҙәр хазарҙарға әсирлеккә эләгә. Әйтәйек, 925 йылда Ялҡау хан әсирҙәрҙе азат итеү өсөн Хум етәкселегендә отрядты караптар менән походҡа ебәрә. Отряд Иҙел буйлап йөҙә. Хумдың яугирҙәре Аллабирҙе ҡалаһына тиклем йөҙөп менә. Гурджу ҡалаһында зиндандан бөрйәндәрҙе азат итеү талап ителә. Унда хазарҙар хондарҙы һәм суварҙарҙы ҡыҫырыҡлай. Ҡала һаҡсылары менән алышыу һөҙөмтәһендә, хумсылар ҡаланы баҫып ала. Әсирҙәрҙе азат итеү иҫәбенә ҡаланы ҡалдырыу хаҡында килешәләр. Цитаделдән сыҡҡанда уларға тағы ла һөжүм итәләр, Хум үлемесле яралана. Үлеме алдынан ул мәжбүри бәрелеш өсөн үкенә, улы Сыптан әле алынған бар мөлкәтте ҡайтҡас мәсеткә биреүҙе васыят итеп ҡалдыра. Нур-Суварҙа ошо аҡсаларға ике ҡатлы “Әл-Хум” бинаһын төҙөйҙәр, аҙағыраҡ уны ситтән ҡарағанда ҡомғанға, көньяҡ галереяһын тотҡаға оҡшатып матур йорт итеп эшләйҙәр. Диуарҙары йәнлектәрҙе һәм ҡоштарҙы һүрәтләгән һоҡланғыс орнаменттар менән биҙәлә. Йорт эргәһендә уртаһында күл булған иҫ киткес баҡса эшләйҙәр, ул аҙаҡтан ҡаланың төп иҫтәлекле урынына әйләнә.
Бөйөк Хум иҫтәлегенә мәсет эргәһендә “Әл-Хум” туғанлығы (Хум иле) ойошторола. Ағзалыҡ шарты булып халыҡҡа изгелек эшләү була. Туғанлыҡ ағзалары, байлыҡтан һәм башҡа ымһындырғыс нәмәләрҙән баш тартып, дәүләттең бар улустарында ысын иман яҡтылығын тарата. Улар феодалдарҙың иҙеүен кәметергә ынтыла, ерҙәрҙе тартып алыуҙы талап итә, дөйөм бәрәкәтле тормош ханлығын (“хум” һүҙе тәңреселек шаман-ҡамдары телендә шулай уҡ “бәрәкәт” тигәнде аңлата) төҙөргә уйлай. “Әл-Хум” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге
тәңреселектән башланғыс алған, Ҡөрьәндә раҫланған бар кешеләрҙең дә тигеҙлеге һәм матди байлыҡтың ғәҙел бүленеше идеяларына нигеҙләнә. “Йондоҙ” билдәһе “Әл-Хум” туғанлығы өсөн “Аллаһ Тәғәләгә буйһоноу” тигәнде аңлата.
“Әл-Хум” тарихының төрлө этаптарында уның етәкселәре булып Исламға тоғро һәм халыҡ араһында юғары абруй ҡаҙанған кешеләр хеҙмәт итә. Мәҫәлән, 1163 йылда Анбал хан хаким иткәндә уның ғәҙел булмаған эштәре сәбәпле сыуалыштар башлана. Халыҡ һуңғы сиккә етеп асыулана һәм йәмғиәт йортонда йыйыла. Быға яуап итеп, хан фарманы буйынса казанчийҙар Тәтәктәге сәйеттең өйөн уратып ала – Ҡол-Дауыт сәйетте (Ҡол Ғәлиҙең олатаһы) тышҡа сығармайҙар. Протест белдереү йөҙөнән сәйет ашауҙан баш тарта. Ахырҙа ул аслыҡтан үлә. Сәйеттең үлеме хаҡында хәбәр Биләр ҡалаһына килеп етеү менән халыҡ урамдарға сыға һәм аяуһыҙ рәүештә ҡаҙансыларҙы ҡыуып ебәрә.
Үҙ ваҡытында Ҡол-Дауыт “Әл-Хум” туғанлығы ағзаларына таш сығарыу урындарына төҙөлөш өсөн күпләп плитә һатып алырға кәңәш итә. Төҙөлөш туҡталғандан был таштарҙы яҙыуҙар менән хаҡ мосолмандарҙың ҡәберенә ҡуйырға рөхсәт итә. Ҡол-Дауыттың ҡәберенә уның васыяты буйынса шундай һүҙҙәр яҙыла: “Ата-әсәйем һәм дин өсөн үлгән мин Аллаһ Тәғәлә хөкөмөндәбеҙ”. Ҡол-Дауыттың үлеменән һуң, 1172 йылдан “Әл-Хум” йәмғиәтенә Ғабдулла Сылбыр хаким иткәндә Сәйет тарафынан һайланған Сәйет Мамил етәкселек итә. Әммә ул хан менән уртаҡ тел таба алмай.
1179 йылда сәйет итеп Ҡол-Дауыттың улын – Ҡол Ғәлиҙең атаһын, Ислам динен таратыуға ҙур өлөш индергән Мирхужаны, йәки
Ялмат-Зәйҙе ҡуялар. Ғабдулла үҙе Мирхужаға сәйет булырға тәҡдим итә. Ул нигеҙле итеп ышандырыуы, үҙ фекерен аңлайышлы итеп кешеләргә еткерә белеүе менән барыһын да йәлеп итә. Уның менән бергә руханиҙар рәтенә мулла, мөфтөй, суфый, шәйех, ҡазый, шәриф, факир, сәйет, хатиб, талиб, факих (хоҡуҡ белгесе) инә. “Шәриф” тип абруйлы, затлы нәҫелдән булған кешегә әйтәләр. Нигеҙҙә, был Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең нәҫеленән сыҡҡан кешеләргә ҡағыла. Йыш ҡына “шәриф” һәм “сәйет” синонимдар булараҡ ҡулланыла. Мәҫәлән, Ибн Батутта яҙмаларында “сәйет” “шәриф”тән күпмегәлер юғарыраҡ. Ул “хөрмәтле сәйет – шәрифтәр башлығы” хаҡында яҙа [В.Г. Тизенгаузен, СПб, 1884, с. 291]. Рус дәүләтендә ике тапҡыр (1517 һәм 1526 йылдарҙа) булған немец дипломаты Сигизмунд Герберштейн “сәйет”те “юғары рухани” булараҡ ҡылыҡһырлай: “Ул шундай абруй һәм хөрмәткә эйә: ул яҡынлашҡанда хатта батшалар ҡаршыһына сыға, ат өҫтөндә ултырғанында уға ҡулдарын һуҙалар, баштарын эйеп ҡулдарына тейәләр, был батшаларға ғына рөхсәт ителә, сөнки кенәздәр уларҙың тубыҡтарына ҡағыла, арҙаҡлы кешеләр – аяғына, ә ябай халыҡ ҡулы менән кейеменә йәки атына ғына” [41, 153-сө бит].
Сәйәхәтселәрҙең иғтибарын Үзбәк хандың шәйехҡә мөнәсәбәте йәлеп итә. Ошо турала Ибн Батутта шулай тип яҙа: “Солтан Үзбәк һәр йома һайын уға килә, әммә имам уның ҡаршыһына сыҡмай һәм урынынан тормай. Солтан уның ҡаршыһына ултыра һәм итәғәтле рәүештә килешеп кенә һөйләшә” [В.Г. Тизенгаузен, СПб, 1884, с. 307]. Сәйетте традицион сәләмләү йолаһы Мөхәммәт пәйғәмбәр нәҫеленә хөрмәтте күрһәткән.
Мирхужа сәйет йәки Ялмат-Зәй, Ҡол Ғәлиҙең атаһы державаның күп төбәктәрендә Исламды тарата, ниһайәт, Тамта тамағына, йәғни Ялмат-Зәйгә килеп ултыра. Ялматтар бәшәнәк халҡын барлыҡҡа килтергән тәүбашҡорттарҙың ҡеүәтле бер тармағы була. Мирхужа – ялматтарҙың бер вәкиле. Ялмат-Зәйҙең халҡы Дим, Ғузи, Мин йәки Мун һәм Табын ырыуҙарынан тора.
Артабан “Әл-Хум” йәмғиәтенең эшенә Хәсән мәсетенең имам-хатибы Мөхәмәт-Ғәле етәкселек итә. Аҙағыраҡ Ябыҡ-Мөхәммәт Әшрәфид (XV быуат), Ҡоба-Ҡасим вариҫы – Бахши Иман, Морат мулла (XVIII быуат) һәм башҡалар. “Әл-Хум” туғанлығы 1923 йылға тиклем йәшәй. Үҙенең иманына, халҡына тоғро кешеләр генә йәмғиәттә тора. 1340 йылға йәмғиәт ныҡ үҫешә, “Әл-Хум” мәсетен киңәйтеү хаҡында уйлай башлайҙар. Ер етмәү сәбәпле манараһын ғына күтәрәләр, төҙөлөш туҡтала.
3. Державаның баш ҡалаһы – Биләр
Урта быуаттар цивилизацияһында Биләр (terraBular) иң ҙур ҡалаларҙан һанала, уның хаҡында 955-972 йылдарҙа уҡ иҫкә алына. Был турала 1196 йылда латин телендә яҙылған «Anonymi gtsta Hungarorum» Көнгәр тарихи хроникаһында әйтелә. 1164 йыл менән билдәләнгән Лаврентьев йылъяҙмаһында Биләр Бөйөк ҡала булараҡ әйтелеп кителә. Рус йылъяҙмаларында шулай уҡ Бөйөк ҡалалар тип Киев, Чернигов, Переяславль атала, улар һаҡлаусы стена сиктәрендә 100 гектарҙан күберәк булмаған майҙан биләгән. Көнбайыш Европаның күп ҡалаларын Биләр менән сағыштырып булмаған. Көнбайыш Европаның иң ҙур ҡалалары 200 алып 500 гектарға тиклем
майҙан биләгән: Париж – 439 гектар, Милан – 234 гектар, Палермо, Неаполь, Лондон – 200-шәр гектар. Державаның баш ҡалаһы булараҡ, Биләр һаҡлаусы валдар менән ике өлөшкә бүленә. Был социаль бүленеште лә белдерә: хандар, уларҙың яҡындары башҡаларҙан айырым йәшәй. Был өлөштәрҙе ғалимдар эске һәм тышҡы ҡалалар тип йөрөтәләр. Биләр ҡаласығын тикшереү һөҙөмтәһендә, археологтар ҡала нығытмалары уға нигеҙ һалынған ваҡытта уҡ төҙөлгән тигән һығымтаға килә (Хужин Ф.Ш., Ҡазан, 2000, с. 93).
Биләр ҡалаһының ҙурлығы, 800 гектар майҙанды биләгән бар комплексы тарихтан йыраҡ торған туристарҙы ғына түгел, профессиональ археологтарҙы ла таң ҡалдыра. Былар Биләр һәм уның округтарында археолог, тарих фәндәре докторы, профессор А.Х. Халиҡов етәкселегендәге 1967 йылда башланған киң ҡаҙыу эштәре менән иҫбат ителә. Кирбестән һәм аҡ таштан һалынған йорттар, тиҫтәләрсә торлаҡ, йөҙләгән хужалыҡ ҡаралтыһы, балсыҡ менән эшләү ҡоролмалары, тимерселек-мәғдән усадьбалары өйрәнелә, ҡаланың биш ҡәберлеге һәм башҡа бик күп объекттар тикшерелә...
Биләр ҡалаһы беҙҙең эраның II—IV быуаттарына тиклем “Бүләр
йорто”, аҙаҡтан Бәләкәй Кесе Сиремшәндең һул ярында урынлашҡан Кама аръяғы Тамта иленең үҙәге, баш ҡалаһы (сиремшәндәр тип аталған саҡсоҡ башҡорттарының баш ҡалаһы) булған. Биләр (865 – 1236 йылдарҙа) державаның иң ҙур ҡалаһы, 1193 йылда Бөйөк Башҡорт иле тип үҙгәртелгән Бөйөк Башҡортостан ханлығының үҙәктәренең береһе булған. “Биләр мәҙәниәте” китабында (Мәскәү, «Наука» нәшриәте, 1985) шундай юлдар бар: “Биләр – бөйөк ҡала, бер үк ваҡытта сәйәси, иҡтисади, дини һәм мәҙәни үҙәк булған...”, шуға ла был ҡала Бөйөк Башҡортостандың иҡтисадтағы, мәҙәниәттәге иң яҡшы ҡаҙаныштарын йыйған. Й.Ә. Бәшировтың “Башҡорт хан” (136-144-се биттәр) китабында тасуирланыуынса, Европаның иң ҙур ҡалаларының береһендә 200 меңдән ашыу кеше йәшәгән. Бында бик күп бөйөк шәхестәр, шул иҫәптән Ҡол Ғәли тыуған, йәшәгән һәм уҡыған. Биләр урыҫ тарихи йылъяҙмаларында «Бөйөк ҡала» атамаһы аҫтында билдәле.
В.Н. Татищев үҙенең “Боронғо осорҙан алып Рәсәй тарихы” китабында шулай тип яҙа: «Билиров же имя города Билярска на реке Черемшане сохраняет, где есче несколько древнего здания каменного, а особенно портал или врата великого храма и столпы видимы». Археолог А.Х. Халиҡов етәкселегендә 1967 йылда башланған ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәләре “Биләрҙәге археологик экспедициялар отчеттары”нда бирелә. “Емереклектәр буйынса бик мөһабәт боронғо Биләр ҡалаһы күҙәтелә. Бөгөнгө көндә Кесе Сиремшән йылғаһы үҙәнендә Биләр ауылы урынлашҡан. Биләр X-XIII быуаттарҙа йәшәй һәм 1236 йылда татар-монголдар тарафынан емерелгәндән һуң башҡа тергеҙелмәй, йәнәһе”. Урта быуаттар осороноң мөһабәт боронғо
ҡалаһының емереклектәре Кесе Сиремшән йылғаһының һул ярында, Татарстандың Биләр ауылы эргәһендә табыла. Биләр ҡаласығы билдәле тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡы булып тора. Оҙаҡ йылдар буйына ул ғалимдарҙы, туристарҙы артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. 1236 йылдан һуң күп ваҡыт үтеүе лә монументаль архитектура ҡалдыҡтарын аямай. Тасуирлауҙарға ҡарағанда, ҡала мөйөштәре менән донъяның дүрт тарафына йүнәлтелгән дүрткел формала һәм бер-береһенең эсенә урынлашҡан дүрт үҙәктәш өлөштән тора: цитадель, эске ҡала, тышҡы ҡала, эргәләге биҫтәләр.
Цитадель ун метр ҡалынлығындағы ағас диуар, төрлө ер материалдары менән уратылған була һәм дүртмөйөш формаһындағы майҙанды биләй. 116 гектар эске майҙанды үҙ эсенә алған эске ҡала биш километрға һуҙылған ике ҡатлы ҡеүәтле нығытмалар менән уратып алынған булған. Эске ҡаланың көнсығыш яҡлап ҡапҡалары эргәһендә кирбестән эшләнгән, Биләрҙең каруанһарайҙар комплексына ингән үҙенсәлекле бина урынлашҡан. Унда ундан ашыу бүлмә булған.
“Бөйөк ҡала” Биләрҙә табылған мөһабәт мәсет һоҡландыра, ул аҡ кирбестән эшләнгән. Таш мәсеттең эсендә алты рәткә һалынған 24 колонна теҙелгән. “Бындай ҙур мәсет дәүләттең административ үҙәгендә генә булыуы мөмкин. Биләр ҡалаһының эске өлөшөндә “нигеҙҙә байҙар, сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр, тимерселәр, баҡырсылар, зәргән оҫталары, ҡорал һәм быяла эшләүселәр йәшәгән. Ҡаҙыу эштәре ваҡытында күп һанлы хужалыҡ ҡоролмалары – иген һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән соҡорҙар, келәттәр, мөгәрәптәр, амбарҙар... мөгәрәптәрҙә ҡурай еләге, алма, башҡа емештәрҙең, сейә һәм
сәтләүек төштәре табыла”.
Ҡаланың эске өлөшөнөң уртаһында ҡоймалар – ағас диуарҙар һыҙатланған (“цитадель” административ үҙәк, хан резиденцияһы), ә ҡаланың тышҡы стеналарынан ситтә ҡала яны биҫтәләре урынлашҡан. Тышҡы ҡала өс рәт вал һәм ур менән уратылған. Улар айырыуса ҡаласыҡтың көнсығыш яғында һаҡланған. Дөйөм ҡәлғә валының оҙонлоғо ун ике саҡрымға тиклем һуҙылған. Валдарҙың эске һыҙығы 9125 метрҙы тәшкил итә. Уртансыһының оҙонлоғо – 9400 метр самаһы. Тышҡы валдарҙың оҙонлоғо 10200 метрға яҡын. Биләр ҡаласығының нығытмалары менән бергә майҙаны 6202000 квадрат метр.
Ун саҡрымға һуҙылған өс рәт вал һәм ур менән уратылған тышҡы ҡаланың майҙаны 374 гектар ерҙе үҙ эсенә ала. Төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш яғында зыяраттар (Биләр ҡәберлектәре) бар. Биләрҙең боронғо ҡалаһы бик күп мәғлүмәт һаҡлай: “Бында бронза дәүере ҡурғандары ла, тимер быуаттың тәү осоро ҡалған урындар ҙа, урта быуат ултыраҡтары һәм ҡәберлектәре лә бар. Бик күп ҡыҙыҡлы әйберҙәр табылған, уларҙы хәҙерге Биләрҙең үҙәгендә урынлашҡан Археологик музейҙың экспозицияларында күрергә була. Биләр ҡаласығы хаҡында ғилми хеҙмәттәрҙә ғәрәп дирхәмдәре, алтын, көмөш биҙәүестәр – хазиналар хаҡында мәғлүмәттәр бар. Бынан тыш, “Биләрҙә көмөш менән бергә ҙур булмаған алтын ҡойолмалар, фольга әйберҙәр”, шулай уҡ ҡорал, металл һауыт-һаба, һөйәктән, таштан, балсыҡтан эшләнгән тормош-көнкүреш әйберҙәре табылған. Был табыштарҙың күбеһе әлеге көндә Рәсәй һәм сит ил музейҙарында һаҡлана. Биләр коллекцияларында боронғо ҡаланың юғары мәҙәниәтен сағылдырған йөҙләгән, меңләгән әйбер тупланған. Улар иҫәбендә китаптың аҫылташтар менән биҙәлгән
металл тышлығы, ғәрәп телендә теләктәр яҙылған уникаль баҡыр йоҙаҡ Әхмәт улы Әбүбәкерҙең 541 һижри йыл менән билдәләнгән эштәре (1146 – 1147).
Йәмиғ мәсетенән көньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 400 метр алыҫлыҡта металлургия биҫтәһе бер гектарҙан артыҡ майҙанды биләгән... Тимерлек усаҡтарында бик күп ҡалдыҡтар (тимер шлак, крица, балсыҡ иретеү тигелдәре) һәм хеҙмәт ҡоралдары табылған. Аҫылташтарҙы эшкәртеү зәргәр һөнәрселеге менән бәйле. Биләрҙә зәргәр оҫталарының эше сүкештәрҙе, һандалдарҙы, игәүҙәрҙе, эҫкәктәрҙе, ваҡ ҡырҡҡыстарҙы үҙ эсенә алған төрлө ҡоралдар йыйылмаһынан күренә.
Үрелгән беләҙектәр, алғы яғы биҙәлгән ай рәүешендәге алҡалар, баҡырҙан, алтындан, көмөштән эшләнгән балдаҡтар, сикә сулпылары Биләр ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан биҙәүестәре булған.
Ҡиммәтле таштарҙы, аҫылташтарҙы эшкәртеү – зәргәр эшенә яҡын шөғөл. Биләрҙе ҡаҙыу ваҡытында гәлсәрҙән, гәрәбәнән, лазуриттан һәм башҡа таштарҙан эшләнгән мәрйендәр, сулпылар, кулондар табылған.
Тарихи сығанаҡтар, данлыҡлы Биләр 1231 йылда татар-монголдар тарафынан ҡыйратыла һәм бына әллә күпме меңъйыллыҡтар инде емереклектәр булып ята, тип ышандыра. XVII быуат уртаһында уны өлөшләтә стрелецтар, йәғни Романовтар әрмеһенең һайланма частары тергеҙә. XVII быуатта Ҙур Биләрҙә Романовтар тарафынан Биләр ҡәлғәһе төҙөлә.
Йыраҡ түгел икенсе бер боронғо ҡала – Болғарҙың емереклектәре урынлашҡан. Ул Биләрҙән бәләкәйерәк булған. X быуат
авторы Ибн Хаукал Болғар тураһында шулай тип яҙған: “Болғар – бик ҙур булмаған ҡала, ул гавань булыуы менән билдәле”. Шул уҡ ваҡытта башҡа авторҙар уны ҙур үҙәк тип уйлай. X быуаттың географы Әл-Балхи “Кешеләрҙең һаны ун меңгә етә”, – тип яҙа. Ҡайһы бер ғалимдар көнсығыш яҙыусылары Болғар тип дәүләттең шул осорҙағы баш ҡалаһы Сиремшәндәге Бөйөк Биләр ҡалаһын әйтә, Иҙел буйындағы Болғар бик ҙур булмаған, ере монголдар баҫып алғанға тиклем 45 гектарҙан артмаған, тип фаразлайҙар. Болғар Волга буйында урынлашҡан, атамаһы ла, моғайын, Болғар, Волгарь атамаһына инеп киткән, йәғни Болғар һүҙе Волгари, Волга кешеләре, йәки киң мәғәнәһендә Волга буйы кешеләре тигәнде аңлата, тип яҙған Г.В. Носовский һәм Фоменко. Биләр ҡалаһы державаның һәм 1193 йылда Башҡорт иле тип үҙгәртелгән Тамта иленең баш ҡалаһы булған. “Биләр мәҙәниәте” тигән китапта (Мәскәү, «Наука» нәшриәте, 1985) шундай юлдар бар: “Биләр – бөйөк ҡала, бер үк ваҡытта сәйәси, иҡтисади, дини һәм мәҙәни үҙәк”, сөнки ул Бөйөк Башҡорт иленең иҡтисадтағы, мәҙәниәттәге иң яҡшы ҡаҙаныштарын үҙенә туплаған була.
4. Державаның Русь менән мөнәсәбәттәре
XI һәм XII быуаттарҙа Дунай менән Волга араһындағы Ҡара диңгеҙ буйы далалары, Ҡырым далалары, Азов диңгеҙенең ярҙары ҡыпсаҡтарға ҡараған. Россь йылғаһы – Днепрға Киевтан түбәнерәк ерҙә ҡушылған Днепрҙың уң ҡушылдығы Ҡыпсаҡ далаһына сиктәш була. Сула – Днепрҙың һул ҡушылдығы ҡыпсаҡтарҙың Киевҡа иң
яҡын сиге. Комони ржут за Сулою – звенит слава в Кыев... – тип яҙыла «Игорь полкы тураһында һүҙ»ҙә ... велить послушати – земли незнаем Влъзь, и Поморию, и Посумею, и к Сурошу, и Корссунюю, и тебъ Тьмутороканьскый блъванъ! – Ят ер – сит ер, ҡыпсаҡтар ере; Поморье – Азов һәм Ҡара диңгеҙ ярҙары; Посулие – Сула буйы ере; Сурож – Ҡырымдағы хәҙерге Судак, урта быуаттарҙағы сауҙа үҙәге; Корсунь – Ҡырымдағы Херсонес ҡалаһындағы грек колонияһы. XI быуаттың икенсе яртыһында Тмуторокань ҡыпсаҡтар ҡарамағында булған [80, 195-се бит, 196, 198].
Ярослав Мудрый теге донъяға киткәндән һуң Рустә кенәздәр араһында аңлашылмаусанлыҡтар арта. Шул ваҡытта XII быуаттың 50-се йылдары уртаһында Бөйөк Башҡорт иленең баш ҡалаһы Биләрҙә булған ваҡиғалар ҡала халҡын асыуландыра: Ҡалын тәхеткә үҙенең улы Анбалды ултырта. Яңы хан Анбал державала ҡумандарҙың ризаһыҙлығына һәм үҙ белдеге менән йәшәүенә ныҡлы иғтибар итә. Бынан тыш, уларҙың күп булыуы ла унда хәүеф тыуҙыра. Хан улар баш күтәрһә йәки үҙенә буйһонмаһа тип, далала уларға ҡаршы көс булдырырға ҡарар итә. Был “тигеҙләүсе көс”кә Шамғун Олуғ Мөхәммәттең улы Үтәк Джинеги айырыуса тура килә. Анбалдың хакимлыҡ итеү осороноң тәүге көндәренән үк ул ханға яҡын йөрөргә тырыша, уның барлыҡ ҡушҡандарын үтәй, хан уның өсөн махсус рәүештә Тубжактың көньяғында яңы Ирджим улусын ойоштора. Анбал саҡсин хакимы Үтәккә Тубджактан Ҡара-Саҡланға Башҡорт хандың бәшәнәк (ҡыпсаҡ-ҡуман) урҙаһын күсерергә тәҡдим итә.
Башҡорт урҙаһы ул ваҡытта Такин-Тюбу һәм төньяҡ-Ҡырым далаһын биләй, ә ҡыйратылған Джирем-Эля урынына Хонджак
Хонджак үҙенең урҙаһын яңы ерҙәргә күсереүгә ризаһыҙлыҡ белдерә, 1164 йылда йәшерен үпкә көсәйә, ул держава власына буйһонмай башлай. Анбалға хакимлыҡ итеү көндән-көн ауырлаша. Һалым йыйыусылар бурыстары өсөн кешеләрҙе әсирлеккә ала: арҙарҙы (удмурттарҙы) казанчийҙарға (ҡаҙансы) һаталар, ҡалғандарҙы үгеҙҙәргә бәйләп, ҡамсы менән ярып Биләргә ҡыуалар. Сабан бейе Ғази-Ҡапландың ҡатылығы халыҡты бөлгөнлөктөң сигенә еткерә. Илдә тәртипһеҙлеккә юл ҡуйғаны өсөн халыҡ Анбалға нәфрәтләнә.
Үтәк хаким әмир булғас, Башҡорт хан менән бәйләнеште өҙмәй, дәүләт һорауҙары буйынса уның менән кәңәшләшә, улар араһында быға тиклем урынлашҡан яҡшы мөнәсәбәттәр артабан да һаҡлана. Хан һарайында әмир Үтәк йышыраҡ булырға тырыша, сөнки уның Башҡорт хандың ҡыҙы Көнгөргә күҙе төшә. Ҡуман далаларын һәм юлдарын Башҡорт хан күҙәтеү аҫтында тотҡан. Уның ваҡытында Бохара, Хөрәсән юлдарында сәйәхәтселәргә һәр ваҡыт тыныс булған [18, 127-се бит]. Үтәк Көнгөргә өйләнә. Башҡорт биләмәләренән улар Башту (Киев) ҡалаһына күсә, 1159 йылда уларҙың улы – Ғабдулла тыуа. Үҙенә оҡшаған ейәнен Башҡорт хан бик ярата, йыш ҡына Баштуға килә. Элегерәк был ерҙәр Переяславль кенәзлегендәге Изяслав, Святослав һәм Всеволод Ярославскийҙарға ҡарай, хәҙер улар был ерҙәрҙе юғалта. Урыҫ ерҙәренә хәүеф янай. Көнбайышта ҡуман-ҡыпсаҡ тармағы үҫешә. Ошо осорҙа көнсығыш далаларҙа Яйыҡтан ҡәбиләләрҙең яңы төркөмө – һары ҡыпсаҡтар (кипчаки-половцы) яҡынлаша.
Ошо ваҡытты тасуирлап, Карамзин көнсығыш бәшәнәктәре көнбайышҡа йүнәлгән ҡыпсаҡтар тарафынан тамам ҡыҫырыҡлана, тип фаразлай. Днепрҙан алып Волгаға тиклем бөтә көнсығыш ерҙәр ҡыпсаҡтар ҡулына күсә. Уларҙың берләшмәләре етәкселәре урыҫ кенәздәре – чернигов, смоленск кенәздәре һәм Бөйөк Киев кенәзе менән тығыҙ бәйләнештә тора. Улар Киевта Бөйөк кенәз тәхете өсөн низағтарҙы хәл итеүгә даими булышлыҡ итә. Ҡайһы берҙә урыҫ кенәздәре “ҡаған”, “хан” титулдарын йөрөтә, һәм был атамалар Х-Х1 быуаттарҙа мөрәжәғәттәрҙә йыш таралған була [80, 221-се бит].
Ахыры, тап ошо осорҙан урыҫтарҙың һәм ҡыпсаҡтарҙың – ҡумандарҙың (башҡорттарҙың) тығыҙ бәйләнеше күҙәтелә. 1151 йылда, мәҫәлән, Киев тәхетенә ултырыу өсөн Руть йылғаһы буйында Юрий Долгорукий һәм Изяслав Мстиславич араһында ҡаты көрәш була. Һуңғыһы яғында Владимир Давидович Черниговский була. Башҡорт хан Чернигов һәм Давыдов кенәздәрен яҡлап сыға. Оҙайлы ҡаршылыҡтарҙан һуң ҙур юғалтыуҙар менән Изяслав Мстиславич яҡлылар еңеү яулай. Был алышта Чернигов кенәзе һәләк була. Аҙаҡтан Киевтың Бөйөк кенәзе һәм Башҡорт хан янап та, ҡайһы бер ҙә көс ҡулланып та, чернигов, смоленск кенәздәрен буйһондора, ерҙәрен ала. Киевта Изяслав Мстиславичты тәхеткә ултыртыу тантаналарында еңеүсе булараҡ Башҡорт хан да ҡатнаша. Һуңыраҡ Чернигов кенәзенең тол ҡатыны Ольга Башҡорт ханға кейәүгә сыға.
“Игорь полкы тураһында һүҙ” әҫәрен тикшереп, Олжас Сөләймәнов поэмала геройҙарҙың көндәлек тормоштағы тығыҙ бәйләнештәрен тасуирлаған миҫалдарҙы күрһәтә. Шулай уҡ автор
ҡыпсаҡтарҙың һәм славяндарҙың ғаилә мәсьәләләре буйынса бәйләнештәрен билдәләп китә, мәҫәлән, Мономах балаларын ҡыпсаҡ батшабикәләренә өйләндерә. Уның улы Юрий Долгорукий йыш ҡына үҙенең һарайында Волга-Кама бассейнындағы сауҙа юлдарына эйә булған Волга-Яйыҡ урҙаларының ҡыпсаҡ хандарын ҡабул итә. Александр Невскийҙа (Юрийҙың бүләһе) славян ҡанына ҡарағанда ҡыпсаҡ ҡаны өҫтөнлөк итә. Святослав Олег улы Северский – ҡыпсаҡ Хатундың (Туғыр-хандың ҡыҙы) улы хан Аепа ҡыҙының ире. Бик күп рязанлылар биләрҙәр менән дуҫ йәшәй, улар менән йылҡы ите ашай, хәйер, ҡайһы бер рязанлыларҙың туғандары сит ерҙән була.
Олжас Сөләймәнов XII быуатта Киев Русе ике телле, йәғни күп урыҫтар ҡыпсаҡ телен дә белгән тигән һығымтаға килә. Ҡыпсаҡтарҙың һәм славяндарҙың тығыҙ бәйләнештәрен түбәндәге эпизодтар ҙа күрһәтә: 1157 йылда Юрий Долгорукий үлгәс, уның урынына Изяслав Давыдовичты саҡыралар. Шул төбәктә көньяҡ-көнсығыш яҡтан ҡыпсаҡ туҡсабайҙарының (токсобич) берләшмәләре була, уларҙы йәлеп итеү өсөн Башҡорт хан ҙур роль уйнай. 1161 йылда Изяслав Давыдович тәхеттән баш тарта, һәм Бөйөк кенәз тип Ростислав күрһәтелә. Ләкин Башҡорт хан яңынан ғәскәре менән Киевты уратып ала һәм тәхеткә Изяслав Давыдовичты кире ҡайтара. Киев өсөн ауыр мәлдәрҙә ул һәр ваҡыт Бөйөк кенәзгә ярҙам ҡулы һуҙа. Шул ваҡытта Ҡыр Ҡумандан Джалдыға (Ҡырым) юл Сиваш йүнәлеше буйынса һуҙыла, уның буйында бәшәнәк бейҙәре урынлаша. Ышаныслы бәшәнәк башҡорттары тарафынан һаҡланған был юл бик хәүефле һанала. Башҡорт хан башҡорт бейлектәре биләмәләре буйында Сиваш йүнәлешендә урынлашҡан
Ҡырҡумандан алып Джалдыға (Ҡырым) тиклем юлды контроль аҫтында тотоуҙы ла онотмай. Хәүефле юлдар ҡыпсаҡтар (башҡорттар – Й.Б.) тарафынан ышаныслы һаҡлана – ...чръныя туча съ моря идутъ... ҡыпсаҡтар ҡышҡы йәйләүҙәре урынлашҡан Азов диңгеҙе яғынан хәрәкәт иткәндәр [80, 201-се бит]. “Игорь полкы тураһында һүҙ”ҙә шулай тасуирлана.
Анбал хан күрһәтмәһе буйынса, Такин-Түбә биләмәләрен һәм төньяҡ-Ҡырым далаһын Башҡорт хан урҙалары биләгән. Ҡыпсаҡ халҡының бер өлөшө башҡа халыҡтарҙың, атап әйткәндә, ҡабарҙыларҙың ҡыҫымы арҡаһында иркен Дон далаларына күсә. Улар төпкөлгәрәк, төньяҡ Кавказ тауҙары яғына хәрәкәт итә. Бик күп төркиәтселәр ҡарасәйҙәрҙе һәм балҡарҙарҙы ҡыпсаҡтарҙың яҡын ҡәрҙәштәре тип иҫәпләй (О происхождении балкар и карачаевцев от половцев Адыги, балкары и Нальчик, 1984 в известиях авторов XIII-XIX вв). Ҡарасәй-балҡар теле хәҙерге башҡорттарҙың, ҡумыҡтарҙың – ҡыпсаҡьарҙың теле менән ҡәрҙәш һанала (Н.З. Гаджиева. Проблемы тюркской ареальной лингвистики. М.,1975). Ҡарасәй-балҡар теле составында алан сығышлы һүҙҙәр шул тиклем аҙ, тип яҙа Х.И. Хаджилаев (Х.И. Хаджилаев. Очерки карачаевско-балкарской лексики. Черкесск, 1970), ә монголоид һыҙаттары бөтөнләй юҡ (антрополог Алексеев). “Ҡарасәйле” этнонимы уғыҙ формаһы һанала [М.А. Хабичев. Об этнонимах... «Сов. Тюркология», 1971, № 2, с. 126-129].
Артабан ул “ҡарасәйҙәр һәм балҡарҙар беҙҙең көндәргә тиклем үҙҙәренең бәшәнәк этник атамаларын еткергән”, тип күрһәтә. Сөнки башҡортса белгәндәргә ҡарасәй, балҡар, ҡумыҡ, ноғай телдәрен аңлау бер ни ҙә тормай. Был уларҙың туранан-тура Бөйөк Башҡортостан
осоронда географик һәм этник бәйләнеше менән аңлатыла. Ул ваҡытта, үрҙә яҙылғанса, Ҡырым ярымутрауының бер өлөшө Башҡорт хан йоғонтоһо аҫтында була. Ҡырым ярымутрауына, Дунай тамағына бәшәнәктәр, ҡыпсаҡ-ҡомандар килгәнгә тиклем Ҡара диңгеҙ буйынан Урал-Волғаға тиклем биләмә күсеп йөрөүсе халыҡтар өсөн бер арауыҡ, төрлө ҡәбиләләр өсөн көрәш һәм ял итеү аренаһы булған. ХШ быуат уртаһында Көнсығыш Европа буйлап сәйәхәт итеүсе Вильгельм де Рубрук (1215 – 1295) яҙмаларында үҙе үткән далаларҙа “татарҙарға тиклем ҡумандар йәшәгән” йәки “унда ҡуман-ҡыпсаҡтар урынлашҡан” тип бер нисә тапҡыр ҡабатлай.
Ул ҡумандарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, уларҙың теге донъяға китеүселәр хөрмәтенә ҡуйылған таш һындары хаҡында ла хәбәр итә. Автор ул халыҡ вәкилдәре менән күп тапҡыр осраша. “Улар Итиль (Волга) буйында йәшәй. Батшаларына һалымды ат йәки башҡа тауар мененә түләй. Уларҙың төп байлығы – һыуһар тиреләре. Һуғылған аҡсалары юҡ. Һәр тире ике дирхәм ярым менән иҫәпләнә. Аҡ түңәрәк дирхәмдәр уларға мосолман илдәренән тауарға алыштырылып килеп етә” [Хвольсон Д. А., 1869. с. 25].
Ул саҡта күп илдәр менән бәйләнештәре булған, ҡалалары менән данлыҡлы Ҡырым мәҙәни үҙәк булып хеҙмәт иткән. Джалды (Ҡырым) сауҙагәрҙәре Дунай Болгарияһы, Улағ (Румыния) һәм башҡа илдәр менән сауҙа бәйләнештәре урынлаштырған. Ҡарға-Гезляу (хәҙерге Евпатория) төрлө яҡтарҙан ағылған ҡуман сауҙагәрҙәре, үҙенең көҙгө йәрминкәләре менән дан алған.
Көнбайышта ҡумандар билдәле генә түгел, уларҙың теле халыҡ-ара булған, шуның өсөн дә латин-ҡыпсаҡ һүҙлеге “Кодекс Куманикус”
төҙөгәндәр. Ҡырым аша үтеү айырым грамоталары булған хәрби отрядтарҙан, билдәле сауҙагәрҙәр каруандарынан тыш, барыһына ла тыйылған. Уны Башҡорт хандың ялланған бәшәнәктәре һаҡлаған, урҙалар бының өсөн сауҙагәрҙәрҙән һәм джалдай хакимдарынан хаҡ алған [19, т. 3, с. 41]. Биләмәлә меңләгән башҡорт бәшәнәктәре һәм XII быуатта Тамань ярымутрауында һәм Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән ҡырым готтары булған. Улар, ахыры, ҡыпсаҡтар менән сауҙа бәйләнештәре булдырған, тип яҙа Дмитриев, һуңғыларының урыҫтар менән һуғыштарҙан алған табыштарының бер өлөшө уларға эләккән. Готтар, урыҫтарҙан ҡурҡыпмы, ҡыпсаҡтар менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булған [80, 208-се бит].
Кесе Азияның көньяғындағы тауҙар системаһы Тавр тип аталған, һәм борон Ҡырым, Кавказ һәм Балҡан тауҙарын Тавр тауҙарының дауамы тип һанағандар. Антик гректар Тавр Херсонесын – “таврҙар ярымутрауын” Ҡырым тип атай башлаған. Таврҙар айырым халыҡ булараҡ IV быуатҡа тиклем йәшәгән [Андреев А.Р. История Крыма. с. 18].
Ошо ваҡытта Урта Волга буйында – державала түбәндәге ваҡиғалар булып үткән. Анбал хакимлыҡ иткәндә дәүләтте һәм Биләр ҡалаһын тамам тарҡатыуға килтерә. Биләр халҡы ризаһыҙлыҡ белдереп урамға сыға, баш күтәреүҙәр башлана. Анбалға бик күптәр нәфрәтләнә, ялланған ҡыпсаҡ атлылары уны ҡалдырып китә. Анбал дәүләт менән идара итеүҙе казанчийҙар ҡорона тапшырған була, ахырҙа уларҙы ла тарата. Ул тышҡы сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынмай, ҡаҙнаны туҙҙыра, игенсе (игенчей) ерҙәрен тартып ала, яңы һалымдар индереп, халыҡты талай. Идара итеү менән килешмәгән ныҡлы
дәғүәселәрҙе рәхимһеҙ эҙәрлекләй. Үҙ ваҡытында халыҡтың социаль торошон яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш булған сараларҙы хәрби ихтыяжға биреүҙе талап итә. Ул быны ныҡышмалы рәүештә таптыра, бер үк ваҡытта кәйеф-сафа ҡороу менән дә мауыға.
Суварчийҙар тарафынан Биләрҙең сәйете (Ислам юлбашсыһы) итеп ҡуйылған Ҡол-Дауыт, Мирхужаның атаһы, йәғни Ҡол Ғәлиҙең олатаһы суварчий өйҙәрен казанчийҙарҙың ҡыйратыуынан саҡ-саҡ тыйып тора. Ҡайҙа ҡарама, һаны ике-өс тапҡырға артҡан һалым йыйыусылар залимлыҡ ҡыла. Ҡол Ғәли осорҙағы хәлдәр хаҡында шулай тип белдерә: “Держава өсөн ун йылға казанчийҙар золомона дусар ҡараңғы ваҡыттар булды. Ҡурсыбайҙар таратыла. Казанчийҙар ас бүреләр кеүек субаш райондарына баҫып инде һәм игенчейҙарҙы төпкөлгә ҡыҫырыҡланы. Дәүләт менән идара итеүҙе үҙгәртеү талап ителде. Анбалды тәхеткә ултыртҡанға тиклем дәүләт менән Әшрәфтең (Шәрәф), хан хөрмәтенә “әшрәфидтәр” тип аталған әмирлек династияһы идара итә, һуңынан держава хакимиәте уның улы Әҙәмгә (1076 – 1118 йылдар), артабан уның улы Шәмғунға (1118 – 1135 йылдар) күсә. Ошоноң менән илдә был династияның хакимлығы туҡтала, хәҙер Шамғундың улы Олуғ-Мөхәмәт Үтәк Джанги Ирджим улусында әмир булып тора. Уңайлы шарттар Шамғундың улы Үтәккә династияның юғалтылған хакимлығын кире ҡайтарыуға, илдә тәртип урынлаштырыуға мөмкинлек бирә.
Үтәк Джанчи ҡырағай көньяҡ далаларында оҙайлы юлда бик йонсой. Әмир вазифаһын башҡарғанда Днепр буйындағы Полесьелағы күршеләре, Днепр һәм Ока араһында йәшәгән ҡыпсаҡтар менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлаштырған була. Үҙенең
элекке танышы – Хан-түрәгә – атаһының дуҫына килеп етә. Уның ярҙамында Биләргә йүнәлә, халыҡ осрашыуға әҙер була. Ҡала халҡы уға ҡулға алынған Анбалды тапшыра, Үтәк тәхеткә күтәрелә.
Яңы хан Үтәк иң тәүҙә һалымды кәметә – был кешеләрҙе тынысландыра. Державаныҡылар, нигеҙҙә, составында ҡумандар, ҡыпсаҡтар һәм башҡалар булған, бәшәнәктәр, һуңыраҡ ҡыпсаҡтар тип аталған XI быуатта оҡшаш сәйәси берләшмәләре булған уғыр халҡынан тора. XII быуаттың икенсе яртыһы ҡыпсаҡ берләшмәләренең яйлап нығыныуы, көс йыйыуы менән билдәләнә. Биләмәне көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүлеү номиналь рәүештә һаҡлана, дөрөҫөрәге, үткәнде генә хәтерләтә. Урыҫтар менән мөнәсәбәттәр, үрҙә әйтелгәнсә, дуҫтарса була. Ҡыпсаҡ юлбашсылары урыҫ кенәзлектәре – Чернигов, Смоленск һәм Бөйөк Киев кенәзе менән тығыҙ бәйләнештәрҙә йәшәй. Улар даими рәүештә Киевтағы Бөйөк кенәз тәхете өсөн барған низағтарҙы хәл итеүгә ярҙам итеп тора.
Үтәк хакимлыҡ иткәндә лә элекке тәртиптәргә зарланыусылар була әле. Дөйөм ризаһыҙлыҡ тынмай.
Дәүләт менән идара итеү башынан уҡ Үтәк менән Хан-Түрә (сығышы менән хазар) араһында аңлашылмаусанлыҡтар башлана. Етмәһә, Хан-Түрәнең улы Мышдаулы Үтәктең тәхет өсөн көрәш ваҡытында емерелгән нығытмаларҙы тергеҙеүҙән баш тартҡаны өсөн державаға баҫып инеү уйы менән яна башлай. Ул Үтәктең төньяҡ-көнсығышҡа киткәнен аңдып тороп, алама шарттарҙа йәшәгән кешеләрҙе ҡоторта. Хандың юҡлығы менән файҙаланып, Хан-Түрә лә державаға ҡаршы һөжүмгә әҙерләнә, хатта тәхет хаҡында хыяллана. Уның улы Мышдаулы ҡайһы бер ауылдарға баҫып та керә.
Державаның ополчениеһы ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Мышдаулы яралана һәм тиҙҙән үлә. Юлдан ҡайтҡан Үтәккә үҙе булмағанда барған был ваҡиғалар көтөлмәгәнсә тәьҫир итә.
Ысынында хан юлға сыҡҡандан һуң шундай ваҡиғалар була: Бонаҡтың улы Шишмә (күршелә ҡуман ханы Бонаҡтың улы – Шишмәнең биләмәләре була, уның менән Үтәкте дуҫтарса мөнәсәбәттәр бәйләй) Мышдаулыны тәхет өсөн көрәштән албырғатыу өсөн уға үҙе башлап һөжүм итә. Шул рәүешле баҫҡынсыларҙы туҡтата. Әммә хан ҡайтҡас, уға Шишмә тәхетте алырға теләй тигән ялған хәбәр еткерәләр. Үтәк ныҡ асыулана, Шишмәгә ҡағылышлы икеләнеүле шик-шөбһәләр эҙәрлекләй. Бөйөк Башҡорт иле һәм күрше Болғар Хазарияһы биләмәләрендә болғар, башҡорт, хазар һәм башҡа төрки ҡәбиләләр көндәлек тормошта бер-береһе менән бәйле булғандар, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре һаҡлана, тауарҙар менән алмашалар. Сауҙа итеү менән бәйле тәүбашҡорттар менән болғарҙар араһында һәйбәт мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә, ләкин бар болғар вәкилдәре лә ышанысты аҡламай.
1178 йылда Үтәк Ширға (Дон) походҡа сыға. Унда килеп сыҡҡан ҡатмарлы мәсьәләләрҙе яйға һалып, кире Урта Волга буйына, Тамтаға борола. Ҡайтып килгәндә көтөлмәгән хәл була: хан ял итеү теләге менән Дебер (Зөйә – Свияга) йылғаһы буйында туҡтай. Шул ваҡыт ханға көтмәгәндә артынан эҙәрлекләп килгән күптәнге дошманы Инсан һөжүм итә. Үтәк ҡыуышынан йүгереп сыға, шунда уҡ үлемесле яраланып һәләк була. Атаһының үлеме хаҡында ишетеп, Ғабдулла Сылбыр (1159 йылда тыуған) 400 һуғышсыһы менән Дебер йылғаһына килеп етә һәм Инсандың ҡаҙансылар менән әрләшкән ваҡытына тура
килә. Ул атаһының үлем сәбәбен белә алмай. Инсан тиҙ генә ҡумандарҙы ғәйепләп тә ҡуя.
Үтәк 1164 – 1178 йылдарҙа хакимлыҡ итә. Уның үлеменән һуң улы власҡа килә. Сылбырҙы тәхеткә күтәреү тантанаһы ул Шир (Дон) походынан йөрөп ҡайтҡандан һуң була. Был тантананың бер өлөшөндә дәүләттең сәскә атыуы һәм державаның бар дошмандарын юҡ итеү хаҡында батшаның ант итеүе лә ҡарала. Бөтә батшалар ҙа, шул иҫәптән Ғабдулла Сылбыр ҙа ҡулдарына Ҡөрьән һәм бал һалынған һауыт тотоп ант итә, аҙаҡтан балды эсеп ҡуялар. Йола һауыты баш һөйәгенән эшләнгән була. Батша алдында вәзир ҡылыс тотоп тора... Атаһының үлеменән һуң, үҙенең яҡлылары Ас-тархан, Джалмати, Ҡурнай тарафынан тәхеткә мендерелгән Үтәктең оло улы – йәш биләр батшаһы Ғабдулла Сылбыр (1178 – 1225) атаһының үлемендә Шишмәне ғәйепле һанай. Шунда уҡ ул Шишмәнең ҡумандары йәшәгән Ширгә ғәскәрҙәрен ебәрә. Шишмәнең стандары туҙҙырыла, уның башы ханға килтерелә. Сылбыр башты Үтәктең ҡәбере эргәһендәге соҡорға ташларға ҡуша (1181 йыл) [18, 135-се бит]. Хан лагеры урынлашҡан был ерҙе шунан бирле Үтәк яланы тип атай башлайҙар. XXI быуатта был ер Свияжск ҡалаһынан 30 саҡрым көньяҡта Свияга йылғаһының һул ҡушылдығы Кубня буйында, Япанчино ҡаласығы эргәһендә урынлашҡан. Уға ҡасандыр Татарстандың Зеленодольск районының Үтәк, Үтәшкә тигән күрше ауылдар ҡараған.
Шул уҡ ваҡытта илдә хәлдәр ҡатмарлаша, Үтәкте үлтереүселәр йәшерен һүҙ беркетеүҙәр ҡора, уларҙы ҡотортоусы Инсан барыһында ла яңы хан Ғабдулла Сылбырҙы ғәйепләй. Батша төрмәләренән
ҡотолған Мирсура һәм нукраттар ҙа баш күтәреүселәргә ҡушыла. Ғабдулланың бунтты тубжаҡ өймәктәренән ойошторолған карателдәр отряды менән баҫтырырға тырышыуы килеп сыҡмай – биләрҙәр өймәк һөжүмен кире ҡаға һәм Тубжак губернаторы – өймәк ханы Түргенәне үлтерә. Батша һалымдары менән һуңғы сиккә еткерелгән халыҡ баш күтәрә. Хәйерселеккә төшкән Байтүбә иленең хеҙмәткәрҙәре, игенселәре лә баш күтәреүселәргә ҡушыла. Державалағы ыҙғыштар хаҡында ишетеп, уңайлы мәлде көтөп йөрөгән Суздаль кенәзе Всеволод тәхетте Үтәктең нәҫеле – Азан бейҙең улы – Рустә хеҙмәт иткән Арбатҡа алып биреү маҡсаты менән Биләргә һөжүмгә әҙерләнә. Аҙан бей Суздалгә державаның бер өлөшөн биреүҙе, яһаҡтан ҡотолоуҙы вәғәҙә итә. Бик күп урыҫ кенәзлектәре Суздалгә иң яҡшы хәрбиҙәрен бирә, 1183 йылда Всеволод һәм 11 урыҫ кенәзе 60 меңлек ғәскәр менән державаға йүнәлә. Ғәскәрҙәр ирекле ағым булып бара, был ҡораллы ташҡында ара-тирә аттарҙа барған воеводалар, йөҙ баштары күренгеләп ҡала. Һыбайлылар тулы хәрби әҙерлектә була. Уларҙың ҡоралланған рәттәре, кәрәк-яраҡтары түбәндәгесә.
Тимер айбалталар ялтырай, ҡорос йыраҡтан зәңгәрһыу булып күренә. Йәйәүлеләр һөңгөләрен тотҡан. Билбауҙарына ҡылыстары эленгән, ҡул көрәше була ҡалһа тип, ҡуңыстарына махсус бысаҡ ҡыҫтырылған. Һуғылған күлдәктәр өҫтөндә ҡалҡандарҙың ҡайыштары ҡарайып тора. Яңы сабаталар шығырлай, ләкин аҙымдар тоноҡ ишетелә. Рязань сабаталары икенсе төрлө үрелгән булған (ваҡ эш: йүкәһе тар, киндергә зәңгәр еп ебәрелгән), атлағанда уңайлы һәм тауышһыҙ. Яу алдынан ҡыпсаҡтар лагерында власть билдәһе булараҡ ағасҡа бәйләнгән, ҡуйы ҡыҙылға буялған ат ҡойроғо күтәрелгән, баштарында ағас ҡабыҡтарҙан тимерҙәр менән нығытылған торҡалары ҡояшта ялтыраған [80, 201-се бит]. Йәйәләр көсөргәнешле тартылған. Ҙур ғәскәр Биләр ҡалаһын ике аҙна ҡамауҙа тотҡан, әммә ҡала халҡы ныҡ торған. Суздалдекеләр (Балындар) һуғыша белмәһә лә, тиҙлек менән алдырған. Ҡайһы берәүҙәр үҙенсәлекле ҡоралланған – айбалталар етмәгәс, ябай балталарҙы ҡолғаға беркетеп алған. Балындар Биләргә ныҡлы яҡынлаша, Аҙан исеменән биләрҙәр менән һөйләшеүҙәр алып бара. Воеводалар, власта кем булырын белмәй, баш ҡаланың эргәһенә үк килгән балындарға ниндәйҙер кимәлдә ташламаларға бара.
Йәш Ғәлигә (буласаҡ шағир) бындай алыштарҙа булырға тура килгән. Ул ваҡытта шулай уҡ балындар менән осрашыу кәрәк була, Мирхужа үҙе менән ун йәшлек улын Мөхәмәт Ғәлиҙе лә ала. Биләрҙәр таң менән Ҡыҙыл һәм Үгеҙ ҡапҡаларын асып дошман стандарына, оҙаҡ һәм бер туҡтауһыҙ ҡамарға тырышыуҙан арыған урыҫтарға һөжүм итә. Уларҙың етәксеһе Кинзяслап була. Урыҫтар кире ҡағыла, әммә Кинзяслапҡа уҡ эләгә. Яраланған бей, малайҙы (ә ул Ғәли була) күреп йылмая, уға үҙенең ҡылысын бүләк итергә бойора. Ғәли атаһына ошо хәл тураһында һөйләй. Яу яланында күргәндәре, Мамил тарафынан ойошторолған фетнә йөрәге менән изгелек, ғәҙеллек хаҡына көрәш яҡлы булған йәш Ғәлиҙе ныҡ тәьҫирләндерә [18, 139-сы бит].
Биләргә поход “Игорь полкы тураһында һүҙ” поэмаһында сағылыш таба ... ты бо можеши Волгу вёслы раскропити... автор аныҡ тарихи ваҡиғаны билдәләп китә, – бик күп дошман суднолары батты
(уҡыусылар иғтибарына: поэманың йөкмәткеһендә “болғар” һүҙе юҡ, был һүҙ Л. Дмитриев комментарийҙарында барлыҡҡа килә) [80, 211-се бит].
1183 йылда ҡыпсаҡтарға поход менән барғанда урыҫтар бик күп әсир алып ҡайта. Хан Көбәк һәм уның улдары ла, шулай уҡ бер нисә абруйлы ҡыпсаҡлы әсирлеккә эләгә, уларҙы ҙур залға урынлаштыралар [80, 205-се бит]. Яралыларҙы, үлеләрҙе ташыу өсөн носилкалар ҡулланалар. Улар шул тиклем күп була: сит ил аттарын бер-бер артлы оҙон ҡолғалар менән беркетеп, аллы-артлы теҙеп, уларға тағып ташыйҙар.
Ғабдулла Сылбыр державаға баҫып ингәне өсөн урыҫтарға яуап әҙерләй. 1184 йылдың яҙында Ҡуман ханы Ҡоншаҡтың һәм Татр бейҙең ғәскәрҙәре Рязанға юллана, аҙаҡ улар көнбайышҡа – Новгород кенәзе Игорь йүнәлгән яҡҡа боролорға тейеш булалар. Суурлы (Сухой Горец) йылғаһы буйында ике әрменең осрашыуы ваҡытында чернигов хәрбиҙәре, Игорҙың атлылары Татр бей яғына сыға. “Игорь полкы тураһында һүҙ”ҙә шулай яҙыла: (Игорь Святославич (1151 — 1202), сын черниговского князя Светославч Ольговича, внук Олега Святославич Черниговского. Олег Святославич – сын Святославича Ярославича, внук Ярослава Мудрого (“Игорь полкы тураһында һүҙ”ҙә урыҫ халҡына үҙ-ара һуғыштар арҡаһында ҡайғылар килтереүе өсөн Олегты «Гориславич» тип атайҙар. 1198 йылдан алып үлгәнгә тиклем ул чернигов кенәзе була) [80, 192-се бит]. Игорҙың ғәскәрҙәренең бер өлөшө кенәз менән бергә ҡулға алына. Державаның ғәскәрҙәре артабан Переяславлгә (Переяславль кенәзенең Биләр походында ҡатнашҡаны өсөн үс итеп) һөжүм итә. Сылбырҙың уйы – Киевҡа һөжүм. Әммә Ҡоншаҡ Киевҡа барыуҙан
баш тарта һәм Сылбырҙың пландарын боҙа.
Ҡара диңгеҙ буйы ханы державаның Ҡара диңгеҙ буйында хакимлыҡ итеүен теләмәй. Унан да бигерәк Ҡоншаҡ кенәз Игорҙың лагерҙан ҡасыуын ойоштора. 1175 – 1190 йылғы урыҫ йылъяҙмаларында Көбәк һәм Ҡоншаҡ хандар тураһында әйтелә. Мәҫәлән, унда урыҫ-ҡыпсаҡ яуында 1184 йылда Башҡорт хандың Көбәк хан менән бергә әсирлеккә эләгеүе хаҡында тасуирлана. Башҡорт ханды, моғайын да, түләп, әсирлектән сығаралар, тип яҙа академик Ғайса Хөсәйенов. Бахши Иман билдәләп китеүенсә, держава менән яҡынлашыр өсөн Башту бейе һәм урыҫтар Башҡорт ханды тотоп ала, ә хандың ҡыҙы Көнгөр уларҙан атаһын түләп ала, һәм ул Волга буйында ҡала. Көбәк ханға (Хәсән Көбәк) килгәндә, ул 1183 йылға тиклем үк урҙаның бер өлөшө менән Рустән килгән урыҫ сауҙагәрҙәренә Харыс-юл аша рөхсәтһеҙ үтеүҙе тыя, юғары талаптар ҡуя. Шуға ла әсирлеккә эләккәс, ул язалап үлтерелә. Тоғро воеводаһын юғалтыу хан йөрәгенә ҡан һауҙыра, Ғабдулла Сылбыр быға яуап итеп 1184-1185 йылдарҙа Киевҡа һөжүм итә.
Башҡорт хандың ейәне Ғабдулла Сылбыр державаға хакимлыҡ иткәндә һалымдар ныҡ күтәрелә, көньяҡ сиктәрҙе нығытыуға аҡса күп кәрәк була. Ил эсендә хәл көсөргәнешле була. Халыҡ һалымдарға түҙмәй баш күтәрә. Был ваҡиға “Игорь полкы тураһында һүҙ”ҙә тасуирлана: и великое буйство подаста хинови... – “хинови” көнсығыш халыҡтарының атамаһы ул [80, 208-се бит], тип яҙа үҙенең комментарийҙарында Л. Дмитриев. Был термин, авторҙың фекеренсә, составына тәүбашҡорттар (бәшәнәктәр, иштәктәр, һундар, ҡумандар һ.б.) ингән “хон” халҡына ҡағыла. Улар Бөйөк Башҡорт иленең ҙур
Халыҡты тынысландырыуға Башҡорт хан менән Ҡоншаҡ ниндәйҙер кимәлдә булышлыҡ итә. Сылбыр хәрбиҙәргә хеҙмәт хаҡын арттырған, ләкин был халыҡты тынысландырмаған, бының менән ул үҙенең эргәһенә ҡурсыбайҙарҙы ғына яҡынлаштырған. Шулай ҙа улар баш күтәреүселәрҙең ҡаланы штурмлауынан һаҡлап алып ҡала.