ЕВРАЗИЯ ХАЛЫҠТАРЫ ХАҠЫНДА ЛЕГЕНДАҒА ТАРТЫМ РИҮӘЙӘТТӘР
Бер нәмә лә мәңгегә китмәй.
Бер нәмә лә эҙһеҙ юғалмай.
Һәр беребеҙҙә беҙгә тиклем
әллә ҡасан йәшәгән бик күп
быуындарҙың тәрән эҙе ҡалған...
(“Билдәһеҙ эҙҙәр” китабынан)
Боронғо осорҙа ер йөҙөндә тереклек донъяһы үҫешендә туфан менән бәйле бик күп үҙгәрештәр булған. Тасуирламаларға ҡарағанда, элегерәк күл тип аталған Эвксин ташып, ҡапыл ғына һыу баҫыуҙар күҙәтелгән (Плиний, 1У, 12-се бит; Страбо, 10; Геродот, У11, 109-сы бит).
Туфан бар илде баҫҡан һәм иң бейек тауҙар бейеклегенә тиклем менгән. Башҡорт ғалимдары Н. Мәжитов һәм Ә. Солтанова яҙыуынса, был осорҙа (б.э.т. 40 – 11 мең йыл элек) кеше Уралдың барлыҡ биләмәләрендә тиерлек, мәҫәлән, Башҡортостандың төрлө райондарында (Өфө, Октябрьский, Ҡурған Шикаевкаһы), Пермь өлкәһендә (Пермь ҡалаһы эргәһендә) йәшәгән. Ғалимдарҙың
тикшеренеүҙәренә ярашлы, был ваҡытта кеше уҡ башаҡтарын, ағас нигеҙ уйымына ҡуйылған һәм киҫеүсе ҡорал итеп ҡулланылған бысаҡҡа оҡшаш пластиналарҙы эшләргә өйрәнгән. Тиҫтәләрсә башҡа төрлө хеҙмәт ҡоралдары ла билдәле [60, с. 5].
Гоби сүллеген диңгеҙгә әйләндергән туфан хаҡындағы икенсе легенда буйынса, һыу баҫыу аҙаҡҡы тапҡыр 10000, йәки 12000 йыл элек булған һәм байтаҡ Нух ғаиләләрен яҡын-тирәләге тауҙарға ҡыҫырыҡлаған. Е.П. Блаватская яҙыуынса, бында дәлилдәр бик аҙ, шулай ҙа улар бар һәм беҙҙең белемдәрҙе иҫбатлай. Дүрт бөйөк Раса тыуған, йәшәгән һәм үлгән материктарға бирелгән исемдәр менән килешергә мөмкин; уларҙың атамалары бик күп булған һәм халыҡтарҙың һөйләштәренә ярашлы үҙгәреп торған.
Боронғо ғалимдарҙың традицияларына, шулай уҡ хәҙерге фәндә ҡабул ителгән алымдарға эйәреп, ҡайһы бер комбинацияларға нигеҙләнеп, доктор Р. Фальб абсолют теүәллеге һәм, һис шикһеҙ, дөрөҫ күрәҙәлеге менән һоҡландырған байтаҡ фәнни фараздар килтерә, тип яҙа Е.П. Блаватская.
Лейпцигтағы популяр астрономик журнал “Сириус”тың мөхәррире, ғалим Рудольф Фальб беҙҙең эраның 6500 йылдары тирәһендә булған һыу баҫыуҙы фаразлай.
Быға оҡшаш тәғлимәттәр ике йөҙ йыл элек перуан Жоре Балири, һәм йөҙ йыл элек итальян Тоальдо тарафынан тәҡдим ителә. Балири һәм Тоальди “серле фәндәр” өлкәһендә алдынғы була [14, с. 290].
...Ерҙәге үҙгәрештәр планетаның ҙур һыуҙары ҡушылыуы, океандарҙың үҙ йырҙаларын алмаштырыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә: Расаның күпселеге ошо эволюция тетрәнеүҙәре һәм планетаның
үҙ урынын алып ҡатыуы менән бәйле юҡҡа сыға. Бындай катаклизмдар дүрт тапҡыр була. Беренсе һынылыш Төньяҡ ҡотоп аҙаҡҡы материктарҙан айырылғанда була. Беҙҙең бишенсе Раса планетабыҙҙың ерҙәр һәм диңгеҙҙәр күсешенең бөтә аспекттарын үҙгәрткән Туфанды белә. Һәм беҙ, ваҡыты еткәс, бишенсе һыу баҫыуҙы көтөүебеҙ ихтимал. Һис шикһеҙ, беренсеһе, боронғо осорҙарҙан алып барлыҡ халыҡтарҙың традицияларында һаҡланған: һыу баҫыу Платон тарафынан әйтелгән Атлантиданың аҙаҡҡы утрауҙарын да йотҡан. Был Туфан – гигант ҡоласы менән айырылып торған һыу баҫыуҙарҙың аҙаҡҡыһы. Европа кешеһе юҡҡа сыҡҡан тереклек төрҙәренең замандашы булған, Альп тауҙарының барлыҡҡа килгәненә, боҙлоҡтарҙың таралыуына, дәү материктың (Атлантида) юғалыуына шаһит булған [«Эзотерик Буддизм», 70-се бит]. Ярымшарҙа ерҙең бер өлөшө юғалған, әммә материктың икенсе ере диңгеҙҙәрҙән күтәрелгән. “Туфандар” хаҡындағы хикәйәттәр тап бына ошо 150000 йыл дауамындағы колоссаль һынылыштарға нигеҙләнгән дә инде...
Беренсе ерҙе “материк” тип атау тәҡдим ителә: унда беренсе Раса – ҡаҡшамаҫ берҙән-бер Изге ил – һәр түңәрәктең башынан аҙағына тиклем йәшәй; икенсеһе – Гиперборей; өсөнсөһө – Лемурия, дүртенсеһе – Атлантида; бишенсеһе Европа үҫеш ала. Ер ҡабығының ҡатыу осоро яҡынлаша. Һыуҙар айырыла һәм яңы тормош процесы башлана. Расаны ҡабул иткән, үҙенең сиктәре менән Төньяҡ ҡотоптан көньяҡ һәм көнбайыш йүнәлештәрендә йәйелгән Гиперборей иле әлеге ваҡытта Урал тауҙары менән Төньяҡ Азия булған ерҙе үҙ эсенә ала. Борей – ҡар һәм буран аллаһы барлыҡҡа килтергән ер. Тәүге ваҡытта ул материк ҡышты белмәгән ил була [16, 15-се бит]. Мәңгелек
яҙ булған был материк эҙмә-эҙлекле рәүештә Гиперборей Гадесына әйләнә. Материк һәм Европа утрауҙары буйлап таралған халыҡ – Атлантиданың агонияһынан ҡотолоу эҙләп, Азия яҫытаулыҡтарына менгән расалар – диңгеҙҙәрҙән ҡалҡҡан, яңы барлыҡҡа килгән ерҙәрҙе аҡрынлап биләй.
Был күсеп килгән суб-раса кеше аяғы баҫмаған ерҙәрҙә бик тиҙ көс йыя һәм үрсей: туғандаш расаларға бүленә, үҙ сиратында улары – халыҡтарға. Төньяҡ төркөмдәр ошо берҙәм суб-расанан барлыҡҡа килә. Мең йыл һуңыраҡ башҡа расалар – Атланттар ҡалдыҡтары – “һары, ҡыҙыл, һоро һәм ҡаралар” килеп сыға. Улар яңы ҡитғаға һөжүм итә башлай. Һуғыштар була, уларҙа яңы килгән кешеләр юҡ ителә һәм айырым бер илдәргә ҡаса. Был ерҙәрҙең күбеһе ваҡыт үтеү менән геологик тетрәнеүҙәр һөҙөмтәһендә утрауҙарға әйләнә, Атланттар расаһына ҡараған, үҫешмәгән ҡәбиләләр һәм ғаиләләр яйлап түбән, ҡырағай хәлгә килә [16, 870-се бит]. Ориенталист (шәрҡиәтсе) ғалим Франсуа Ленорман иҫәпләүенсә, был беренсе халыҡ халдейҙар була. Страбон уларҙы Ғәрәбстан сигендә йәшәүсе “ҡәбиләләр” тип атай. Геродот уларҙы ассирий әрмеһенең бер подразделениеһы булараҡ әйтеп китә. Улай тиһәң, һуңғылары халдейҙарҙы бик күп быуаттарҙан һуң, цивилизациялы батшалыҡ булғандан һуң ғына (ә алдараҡ тағы бер боронғо цивилизация була әле) яулап ала! Ғалимдар фекеренсә, туфан 2348 йылда Авраам тыуғанға тиклем (б.э.т. 1996 йылда тыуа) булған, ә был халдей, йәки икенсе төрлө аккад (халыҡты ғына түгел, халдейҙарға дан килтергән, астрология фәненә үҙҙәрен арнаған ҡанбабалар кастаһын да шулай йөрөткәндәр) халҡы үҫешенә бары 289 йылды ғына ҡалдырыр ине.
Тәүратта Нимрод ғәскәрҙәре яулаған Аккод ҡалаһы хаҡында әйтелеп китә. Ул халдей булмаған, йәнәһе башҡа ниндәйҙер расаны бөгөн аккад тип исемләйҙәр.
Дөйөм Нух туфанына (унан бер ниндәй ҙә геологик эҙҙәр ҡалмаған) тиклем күпкә элек йәшәгән был кешеләр ныҡ алға киткән милләт була, Соргон I-гә тиңләштерелгән Нимрод унда килеп, мәҙәни яҡтан ныҡ үҫешкән халыҡты тап итә. Ул – күсмә көтөүселек хәленән күпкә элегерәк баш тартҡан милләт. Ҡайһы бер шәрҡиәтселәр фекеренсә, был халыҡ һинд-европа, йәки кавказ расаһына ҡарай, икенселәр – фәндә шулай уҡ билдәле ғалимдар – был аккад халҡын монголдар, йәки турандар тип тикшерә. Е.П. Блаватская был халыҡ тәрән сер ҡатламы менән ябынған тип билдәләй һәм дауам итә: “Турандарҙың ниндәйҙер раса булараҡ килеп сығышына килгәндә, төркиҙәрҙә һәм монголдарҙа уларҙың расаһы ҡайҙалыр Алтай тауҙарынан йыраҡ булмаған төрлө минералдарға бай тауҙар менән уратылған үҙәндә барлыҡҡа килгән тигән дөйөм фекер бар. Бер көндө ер аҫтынан сыҡҡан ут арҡаһында, тауҙарҙың бер яғы ишерелә, һәм боронғо халыҡ киң донъяға сыға”. Был фекер икенсе ҡараш менән дә тура килә. Уға ярашлы, Сүриә һәм Месопотамияның көнсығыш халыҡтары үҙҙәренең килеп сығышын йәшәгән ерҙәренән көнсығышта тип, ә фарсы-мидийҙар төньяҡта тип иҫәпләй.
Улар – туранлылар. Туранлылар ике йүнәлешкә бүленә: беренсеһе төньяҡҡа күтәрелә һәм Урал, Алтай тауҙары, Арал диңгеҙе үҙәндәрендә урынлаша, аҙаҡтан бер яғы Европаның һәм Азияның Балтикаға тиклем, икенсе яғы Амурға тиклем йәйелә. Шул уҡ ваҡытта турандарҙың күпселек ҡәбиләләре көньяҡ һәм көнбайыш
йүнәлештәрен һайлай, ҡайһы берәүҙәр Әрмәнстан һәм Кесе Азияға етә, ҡалғандары таулы Иран яҫылығында Сузианна үҙәндәрендә, Тигр һәм Евфрат ярҙарында төйәкләнә, бер нисә быуат бында семиттарҙың һәм кушиттарҙың барлыҡҡа килеүен көтә [14, 561-564-се биттәр].
Боронғо туран халҡы тураһында шундай сығанаҡтар ҙа бар. Трог Помпейҙың ниндәйҙер тарихи китабында Азияға сиктәш өлкәләр тәүҙә скифтар ҡарамағында була тип раҫлана. Бөгөнгө көндәрҙә лә шына яҙма хәрефтәрен уйлап табыуҙы һәм аккад телендә һөйләшкән туран халыҡтары менән аралашыуҙы ошо телдә яҙған скифтарға ҡайтарып ҡалдырып, азиат скифтарын туран халыҡтары менән бер үк тип һанау бар. Һөйләшеүҙән туҡтағас та, был тел бик оҙайлы ваҡыт арауығында әҙәби тел булып ҡала, аҙаҡтан инде үле телгә әйләнә. Ленорман халыҡтың мәҙәниәте барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен сал тарихтарға илтә, хатта улар хаҡындағы хәтерҙең кешелектең иң боронғо ҡомартҡыларынан да юҡҡа сығыуын, ә уларҙың теле – бөгөн был телдә байтаҡ әҙәбиәт яҙылған тип раҫланған – беҙҙең эраға тиклем ике мең йыл элек туран адепттарының (адепт – ниндәй ҙә булһа тәғлимәт серҙәренә өлгәшкән йәки үҙен арнаған) дүртенсе Раса вариҫтарының үле теле булғанлығын билдәләй (Ф. Ленорман “Тәүге цивилизациялар”, М.В. Никольский “Халдей мәҙәниәте очерктары”); улар “ОМ МАНИ” тип әйткән, бер аҙ паузанан һуң шыбырлап “ПАДМЕ ХУМ” тип өҫтәгән. Барлыҡ шәреҡ формулаларынан иң изгеһе булған был формуланың һәр ижегенә билдәле бер һөҙөмтәгә килтереүсе серле мөһабәтлек һалынған. “Ом мани падме хум” мистик фразаһын дөрөҫ аңлағанда, унда Кеше һәм Ғаләмдең фекер һәм хәрәкәте планындағы өҙөлмәҫ бәйләнешенә һылтанма ята. Әгәр ул
адептҡа әйләнһә, изге йәки ҡурсалаусы көс бирә һәм шул рәүешле айырым шәхестәргә, хатта халыҡтарға файҙа килтерергә, уларҙы һаҡларға мөмкин. Икенсе осраҡта изге кеше үҙенең ни эшләгәнен дә аңламайынса, кем менән бергә булыуына ҡарамаҫтан, барыһы өсөн дә ҡалҡанға әйләнә [17, 544-се бит].
Күреүебеҙсә, бер үк телдә – телдәнме ул, яҙмамы, оҙайлы ваҡыт әҙәби тел булып ҡалған телдә – аккад телендә аралашыу азиат скифтарының туран халыҡтары менән ҡатнашыуы хаҡында һөйләй, был күренеш туран халыҡтарының боронғо юғары мәҙәни ҡаҙаныштарын дәлилләй. Шәрҡиәтселәр билдәләүенсә, Нимродтан алда килеүселәр, турандар Тигр һәм Евфрат үҙәндәренә килгәндәрендә үк башҡа ерҙәрҙән үҙләштергән билдәле бер мәҙәниәткә эйә. Үҙҙәренең яҙма билдәләре, шына яҙмала һулдан уңға табан уҡылған горизонталь һыҙыҡтары булған. Улар баҫылған, йәки сыйылған, һәм ҡаяларҙа, таш плитәләрҙә, барельефтарҙа, мисәттәрҙә һ.б. осрай, өҫтәүенә, был яҙмалар шул тиклем бәләкәй, уларҙы уҡыу өсөн микроскоп кәрәк... Был билдәләрҙе өйрәнеү, уларҙы башҡа матди объекттар менән бәйләп ҡарау бик мөһим һығымтаға килтерә: бөгөн билдәле булған был шына яҙыу хәрефтәре, Халдейҙан бигерәк, төньяҡ өлкәлә, мәҫәлән, арыҫландар түгел, ә айыу, бүреләр күпләп йәшәгән, пальма, виноград түгел, ә ҡарағай, шыршы кеүек ылыҫлы ағастар үҫкән бөтөнләй икенсе бер флора һәм фауналы ниндәйҙер бер илдә барлыҡҡа килгән (Дж.Смит “Шына хәрефтәренең фонетик мәғәнәләре”, 4-се бит) [14, с. 569].
Халдей, йәки аккад халыҡтарының үҫеше шулай тасуирлана. Аккадтар ерҙе беҙ таныш булған оҙонса кәмә рәүешендә түгел, ә
турандар менән бәйле халдейҙар ҡулланған, өҫтө киҫелгән яҫы түп-түңәрәк тупҡа оҡшатып һүрәтләгән [14, 571-се бит].
Тармағы төньяҡҡа күтәрелгән һәм Урал, Алтай тауҙарында, Арал диңгеҙе өлкәләрендә төпләнгән, аҙағыраҡ Европа һәм Азияның Балтикаға тиклемге төньяҡ өлкәләре буйлап таралған турандарҙың йәшәгән илен ҡарап үтәйек. Халыҡтарҙың боронғо тарихын өйрәнеүсе күп авторҙар үҙҙәренең хеҙмәттәрендә серле Туран иле, уның шәхестәре хаҡында яҙа. Хәҙерге башҡорттар менән туранлылар нисек бәйле? Был ил күпме йәшәгән?
Ҡол Ғәли яҙыуынса, борон Буртас хан ваҡытына тиклем йыл иҫәбен туран календарына ярашлы алып барғандар. Быуат алтмыш йылды үҙ эсенә алған һәм ун ике йыллыҡ дүрт циклға бүленгән [19, 119-сы бит]. Уның фекеренсә, туран календары иң боронғоһо булған. Был календарҙың төп даталары – алыпбикә Туран иленең барлыҡҡа килеү йылдары. Шуға ла туран календары буйынса иҫәп йәки Туран батшалығының барлыҡҡа килгән йылдан башлап, йәки Буртас һуғышы датаһынан башлап һанала, тимәк, Ҡол Ғәлиҙең мәғлүмәттәрен ҡулланып, Туран батшалығының барлыҡҡа килеү ваҡытын билдәләй алабыҙ. Батшалыҡ Урал һыу баҫыуынан һуң мең йыл үткәс барлыҡҡа килә. Боронғо ата-бабаларыбыҙ боҙлоҡ дәүерендә һыуыҡтан Урал мәмерйәләрендә йәшеренә һәм ошо ерлектә тауҙарға һәм ҡоштарға табыныу килеп сыға, легендалар ижад ителә. Меңъйыллыҡтар үткәндән һуң Балҡандың улы Урал үҙенең кешеләрен, аҙаҡтан улар иштәк (уғыр) исемен ала, Етеһыуға (Семиречье) алып килә. Ата-бабалар хөрмәтенә ул саҡта тауҙар “Балҡан” тип йөрөтөлә. Балҡандың улы Урал хәҙерге Уралдың бар
яҡтарындағы кешеләрҙе берләштерә, һәм был тауҙар уның хөрмәтенә Урал тигән атама ала, ҡайһы бер халыҡтар уларҙы Таш Билбау, йәки Рифей тауҙары тип тә йөрөтә.
Алдараҡ тасуирланғанса, “турандарҙың күпселек ҡәбиләләре көньяҡ һәм көнбайыш йүнәлештәрен һайлай, ҡайһы берәүҙәр Әрмәнстан һәм Кесе Азияға етә, ҡалғандары таулы Иран яҫылығында Сузианна үҙәндәрендә, Тигр һәм Евфрат ярҙарында төйәкләнә”, улар Яҡын Көнсығышта киң билдәле Самар (Шумер) державаһын төҙөй, Уңыш рухы хөрмәтенә Самар тип атай. Яҡынса б.э.т. 1200 йылда боронғо гректар көнбайыш төрөк ҡалаларына һәм Туран биләмәләренә һөжүм итә. Был ваҡытта Турандың батшаһы Ибраһим ибн Әхмәт Арыҫлан-хан була, уның ставкаһы Баласағунда, ҡараханид батшалығы Ҡарлуҡта урынлаша. Биләмәлә йәшәүсе төрки-ҡаңлылар уға тоғролоҡ һаҡламай башлай, уға буйһонғандарҙың мал-мөлкәтен талап теңкәһенә тейә.
Б.э.т. I меңъйыллыҡ аҙағында туран ҡәбиләләре бер нисә дәүләт берләшмәләрен төҙөй, ҡытай сығанаҡтарында улар Ҡанғой, Яньцай, Усунь исемдәре менән билдәле.
Ҡытай сығанаҡтарында Яньцай – мәсәғүт-турандар тарафынан биләнгән бушап ҡалған дах далалары. Хорезмдан төньяҡ-көнбайышҡа барып, улар яңы биләмәләр барлыҡҡа килтерә. Боронғо Туран Ҡанғар (Ҡанғой) исемен ала. Уның иң ҡеүәтле осоро б.э.т. III быуатта була. Ҡытай йылъяҙмаларында Турандың ике өлөшө – Ҡанғой һәм Яньцайҙың этник берлеге хаҡында яҙыла. Ҡанғ атамаһы тар мәғәнәлә – Ҡанғой дәүләтенең мәҙәни һәм сәйәси үҙәге урынлашҡан Һырдаръя дельтаһын, ә киң мәғәнәлә Көньяҡ Уралдан, Урал йылғаһынан алып төньяҡ-көнбайыш Прикаспийға тиклем биләмәне аңлата. С. Хәмиҙуллин яҙыуынса, үҫәргән башҡорт ырыуы Ҡанғойҙың мөтәйен этник төркөмө менән бер тамырҙан. Автор фекеренсә, шулай итеп, ҡанғарҙар, үҫәргәндәр, юрматылар, юрмыйҙар һәм бөрйән-барзилдар боронғо Туран этник мөхитенән сыҡҡан [Хәмиҙуллин С.И., Өфө, 2013, с. 82].
Риүәйәттә бәйән ителгәнсә, борон ваҡыттарҙа батшабикә Туран Урал-Волгала Туран легендар дәүләтен булдыра һәм хатта уға хакимлыҡ итә. Иҙел-Уралдағы был дәүләт – батшабикә Туран башланғысында бик күптәрҙе берләштергән берҙән-бер камил дәүләт. Турандың баш ҡалаһы ҡурғаусыһы Сәксәк хөрмәтенә Эрги тип атала, Турандың гербы ике башлы ҡош һүрәте була. Уның улы Хурса, Мар һәм Турандың вариҫы, тимерсе-ҡоралсы (алып) булып һаналған. Уларҙың Тәү иле Иҙел-Уралды бик боронғо осорҙа “Ура” йәки “Туран” тип йөрөткәндәр [19, т.2, 63-сө бит]. Алыпбикә тарафынан ойошторолған Туран иле б.э.т. 653 – 153 йылдарҙа йәшәй. Тарихи сығанаҡтарҙа тасуирланыуынса, легендар батшабикә Эрги (Сәксәк) Йам (Джам) батшаһына тиклемге осорҙа Туран биләмәһендә “Туран батшалығы”н булдырырға тырыша. Ҡол Ғәли яҙыуынса, был Батшалыҡ Йам батша ваҡытында Иҙел (Ете ил) атамаһын ала. Ниндәйҙер амазонка-ҡатындар батшалығы хаҡындағы бар донъяға билдәле легендалар ҙа был илдә тыуған [19, т.2, 118-се бит]. Риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, Иҙел-Уралда, легендар Туран илендә, батшалар Дуло ырыуынан була һәм үҙҙәрен Туран вариҫтары тип һанай. Ҡол Ғәли “Хон китабы”нда (1242) барлыҡ тамғалар ниндәйҙер кимәлдә миф геройҙары – алыптар (рухтар) менән бәйле икәнен әйтеп
үтә. Ахырҙа, Дуло ырыуы батшаһын Туран вариҫы тип һанау һөҙөмтәһендә Туран иленең тамғаһы Дуло ырыуы тамғаһы булып китә. Ләкин аҙағыраҡ Туран билдәһендә “балта” – һәм «бǝр» (лук) – һүрәтен күрә башлайҙар һәм был тамғаны «балтабәр» («топорно-лучная») тип атай башлайҙар. Ә Дуло ырыуының тамғаһы билдәһе була. Туранда иң тәүҙә был билдә мөхәббәттең ҡатын-ҡыҙ рухын белдерә. Ҡол Ғәли тасуирлауҙарына ярашлы, бүре башы һүрәте Туран халҡының ата-бабаларының байрағын биҙәгән, “Бүре-Баш” билдәһендә һуңыраҡ ҡайһы берәүҙәр халыҡтың азатлығын, ирек һөйөүсәнлеге символын белдергән уҡ һәм йәйәне лә күрә башлай [19, 143-сө бит].
Легендаларға ярашлы, Туран дәүләте Башҡортостан биләмәләрен дә үҙ эсенә ала. Турандың боронғо баш ҡалаһы – ҡорбан салыу урыны (“Өфө”) булған Эрги ҡалаһы, аҙаҡтан унан йыраҡ түгел Өфө ҡалаһына нигеҙ һалына. Баҡшы Имән (Иманай) яҙыуынса, Сәк-сәк ҡаланың тамғаһына әйләнә [19, 148-се бит]. Ҡол Ғәли тарафынан еткерелгән “Аудан һәм Туран” мифында шулай тип әйтелә: Аудан улын шул тиклем ярата, ҡаршы торорға теләмәй, һәм үлемһеҙҙәр рәтенән алыуын һорап яңынан Туранға мөрәжәғәт итә. Туран мөхәббәт, бағымсылыҡ, шишмәләр, ер аҫты, һыу аҫты байлыҡтарының һ.б. алыпбикәһе булып һанала. Үҙ сиратында шулай уҡ ейәнен яратҡан Аби (Әбей) Армай уның теләген үҙгәртергә теләй. Иң тәүҙә ул ҡол урынында булып ҡарарға ҡуша, ризалығын алып, ирекһеҙ ҡолға әйләндерә. Аудан һынауҙы үтә. Ул хужаһына бик яҡшы хеҙмәт итә, һәйбәт уңыш йыя, бының өсөн ваҡытынан алда ҡоллоҡтан
азат ителә. Ҡәбилә башлығы булып китә. Ошо сюжет нигеҙендә ҡоллоҡҡа һатылған һәм аҙаҡтан Мысыр батшаһына әйләнгән иҫ киткес матур Йософ хаҡындағы яҡын көнсығыш легендаһы барлыҡҡа килә. Йософ исеме Аудандың исемдәренең береһе – Узи (матур) исеменә барып тоташа. Аҙаҡтан Туран элекке маҡсатына ярашлы үҙенә баҡыр һәм балсыҡ көршәктәр эшләргә ҡуша. Аудан алыпбикәнең ҡушҡанын үтәй һәм барыбер кеше булыуҙан ваз кисмәй. Шул ваҡытта Туран ергә көршәктәрҙең икеһен дә ергә бәрә. Балсыҡтан эшләнгән көршәк ватыла. Әбей Армай көршәктәргә күрһәтеп былай ти: “Алыптарҙың үлемһеҙлеге баҡыр һауытҡа тиң, ә һин һайлаған кеше ғүмере балсыҡ көршәк кеүек бик нескә. Ҡыҫҡа кеше ғүмере хаҡына үлемһеҙлекте ҡорбан итеү кәрәкме икән?”. Аудан ошо хәлдән һуң да ҡарарын үҙгәртмәгәс, алыпбикә, ниһайәт, уны кешегә әйләндерә. Хушлашҡан ваҡытта уға уртаһында таш ҡуйылған тәгәрмәс кеүек бөгәрләнеп ятҡан йылан формаһындағы һырға – яуыз көстәрҙән һаҡлаусы бетеү бүләк итә [19, 74-се бит].
Үрҙәрәк Вайнбергтың Ҡанғ атамаһы, тар мәғәнәлә – Ҡанғой дәүләтенең мәҙәни һәм сәйәси үҙәге урынлашҡан Һырдаръя дельтаһын, ә киң мәғәнәлә Көньяҡ Уралдан, Урал йылғаһынан алып төньяҡ-көнбайыш Каспий буйына тиклемге биләмәне аңлата тигән фекерен килтереп үткәйнек. Көньяҡта барған түңкәрелештәрҙең ҡиммәтле тире менән һатыу иткән төньяҡ юлға бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай. Климаттар теорияһына нигеҙләнгән географик күҙаллауҙарға ярашлы, донъя ете бүлкәткә бүленгән. Климат урталыҡтан йырағайған һайын, ундағы халыҡ та цивилизациянан айырыла, ә ошо ете бүлкәттән дә ары йәшәүсе халыҡтар бөтөнләй ҡырағайҙар,
варварҙар тип һаналған [28, 44-45-се биттәр; 81, 71-се бит]. Кешелектең күҙаллауынса, был ерҙәр сит, ул саҡтағы ҡараштар буйынса, дошманлашыусы, аҡылдан яҙған донъя булған. Төньяҡ халыҡтарының ерҙәрендә ғәҙәти булмаған ваҡиғалар булған, унда мифик йән эйәләре йәшәгән, тип һүрәтләнгән. Был тасуирлау ер аҫты донъяһын күҙаллауҙы хәтерләтә. Улар – бер яҡтан диңгеҙ, икенсе яҡтан үтеп сыҡмаҫлыҡ тауҙар менән уратылған Ҡараңғылыҡ ярҙарында урынлашҡан урындар. Һыу ҡаршылыҡтары һәм тауҙар кешене ҡурҡытҡан. Шуға ла башҡорттар улар менән бәйләнешкә инмәй, һаҡлыҡ менән генә сауҙа иткән.
Норвегияның 940 йылда йәшәгән короле Харальд Хорфагер Башҡортостан сигендә ятҡан Бьярмландты үҙенең ере тип иҫәпләгән, унда йәшәгән халыҡтарҙан наместниктары аша тире яһаҡтары йыйған. Көнсығыш Европа: Аҡ диңгеҙ (Беломорье), Бьярмаланд (Bjarmaland «Бьярмдар ере», Биармаланд, Бирамия, Бьярмия, Бьярмания) хаҡындағы, был ерҙең ҡиммәтле байлығы булған тире артынан сәфәрҙәр тураһындағы 940 йылғы яҙмалар һаҡланған. “Улар йәй көнө, караптар еңел елдәй етеҙ елгәндә йөҙҙө. Бьярмландҡа килеп еткәс, сауҙа урынында туҡтанылар. Сауҙа башланды. Мөмкинлеге булған кешеләр бик ҙур байлыҡҡа эйә булды. Мәҫәлән, Тариор бик күп тейен, ҡондоҙ һәм кеш тиреләре һатып алды. Алмаштырылған тауарҙар судноларға тейәлде. Бынан һуң улар өйрәнелгән схема буйынса эш итте. Урындағы халыҡтың торлаҡтарына рөхсәтһеҙ һәм саҡырыуһыҙ инеп, уларҙан алтын-көмөш кеүек ҡиммәтле әйберҙәрҙе көслөк менән тартып алды. Бик ҡиммәтле әйберҙәрҙе табып алғанда, улар үҙ-ара һуғышып та киттеләр. Ҡайһы бер ҙә эш үлтерешкә барып
етте. Викингтарҙы Сулман буйындағы (Кама буйындағы) тәбиғи байлыҡтар ҙа, шул иҫәптән ювелир үҙәктәре лә йәлеп итә ине” [21, 229-сы бит].
Турандың халҡы яҡлау эҙләп Ҡыҙыл Яр ҡалаһына (хәҙер – Ҡаҙағстандың Петропавловск ҡалаһы) йыйыла, сөнки ҡытайҙарҙың хакимы бар ҡыпсаҡтарҙы үлтерергә һәм Хорезм әмире ярҙамында Тубушапты дәүләтен яулап алырға хәл итә. 990-сы йылдарҙа 240 мең буйһондоролған өймөк (төрки) көнбайышҡа күсенә, һәм ике өлөшкә бүленә – көнбайыш (ҡара өймәктәр Ҡыҙыл Яр үҙәге менән) һәм көнсығыш (аҡ өймәктәр). Төньяҡ ҡәбиләләр менән бәйләнештәр дала күскенселәре тереклек иткән урындар аша түгел, ә һирәк-мирәк һунарсы ҡәбиләләре генә йәшәгән төньяҡ юл аша булдырыла. Был юл бер кем тарафынан да күҙәтелмәй, ирекле була.
1036 йылда был төбәктә сауҙа үҙәге булараҡ Төмән (Муса ибн Хәлил) ҡалаһына нигеҙ һалына. Өймөктәр (кимәктәр) үҙҙәрен Өймөк (Ҡыймаҡ) ҡағанаты тип иғлан итә. Өймөктәрҙең күбеһе ҡыпсаҡтар, йәки ҡырғыҙҙарға әйләнә: ваҡыт үтеү менән өймөктәр ҡыпсаҡ йолаларын үҙләштерә, Баҡшы Иман фекеренсә, улар араһында “ҡыпсаҡ”, “ҡырғыҙ” атамалары йыш тарала. Өймөк хандарының ставкаһы элек төркиҙәрҙең Истемә ҡаған ставкаһы урынлашҡан ерҙә Ишем йылғаһы буйында урынлаша. Уны икенсе төрлө Ҡыҙыл (Ҡоман) Яр тип атайҙар, “ҡыҙыл, алтын, һары” тигәнде лә аңлата. Ҡыпсаҡтар был ставканы ҡыҫҡартып Ҡоман тип йөрөтәләр, ошоноң менән бәйле тағы “ҡумандар” тигән ҡушамат барлыҡҡа килә.
Өймөктәргә буйһонорға теләмәгән ҡыпсаҡ-ҡырғыҙҙарҙың бер өлөшө ҡаңлыларҙың уғыҙ ҡәбиләһенә буйһона, улар менән бергә
бәшәнәк берекмәһен барлыҡҡа килтерә... Был халыҡтар хаҡында Г. Агаджанов шулай тип яҙа: “Көнбайыш Ҡаҙағстан биләмәләрендә йәшәүсе уғыҙ ҡәбиләләре башҡорттар (тәүбашҡорттар – Й.Б.) һәм башҡа күрше халыҡтар менән көндәлек көнкүрештә уртаҡ һыҙаттарға эйә [Агаджанов С. Г., Ашхабад, 1969. с. 147].
Улар борондан уҡ Урал сылбырының ике яҡ битләүендә лә йәшәй. Ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтар уларҙы истәктәр тип атай. Улар эйә булған биләмәнең үҙәгендә хәҙерге Өфө губернияһы урынлашҡан. Унда боронғо ҡалаларҙың һәм каналдарҙың емереклектәре һаҡланған. Унда табылған предметтарҙы мәжүси “татарҙар”ға ҡайтарып ҡалдыралар, һуңынан уларҙы башҡорттар тип атап ҡыҫырыҡлай башлайҙар, һуңғылары болғарҙар менән берләшеп Исламды ҡабул итә, хатта үҙҙәрен болғар тип атай башлайҙар. Болғарҙар киң күңелле була [88, 208-се бит].
Ҡалаларҙың емереклектәре Дәште-Ҡыпсаҡ осоронан уҡ тип фаразларға була, сөнки был биләмәләр, йәғни Аралдан алып Яйыҡҡа тиклем ерҙәр бөйөк халыҡ йәшәгәнен күрһәтә. Башҡорттарҙың хәҙерге ерҙәрендә Ҡыпсаҡ, Бөрйән, һуңыраҡ Төркмән, Һарт, Үзбәк һ.б. боронғо ҡәбилә вәкилдәре урынлашҡан. Күрәһең, төп башҡорттар ырыуҙар хәрәкәте менән бәйле эҙемтәләрҙе алдан һиҙемләп, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында үҙҙәрен баш уңғар, баш юғур, һуңыраҡ башғур, ниһайәт, башҡорт тип атаған. Әбелғази тарихында уйғырҙар... Ә башҡорттар үҙҙәрен уңғарҙар тип атаған, тип яҙған үҙенең хеҙмәтендә М. Өмөтбаев [88, 208-се бит]. Ул хатта Башҡорт хан тарафынан берләшкәнгә тиклем “баш уңғар/юғур”
(уғыр/юғор – Й.Б.) тип йөрөтөлгән боронғо башҡорт халҡына шиғырҙарын да арнаған.
Баш уйғыр, йәки багур һәммә йәк зат,
Насыйр огузи бирә истәки яфәт.
Дарат зәмин башғур жуйһа бесйәр,
Әз анһа Ағиҙел даръя хушуар.
Мосолман дәр анжа бесйәр әст,
Уфа шәһәре мазафәт дәр кәнар әст...
(Дәр хаҡ зәмин башғуран) [88, 103-сө бит].
Баш уйғыр, йәки баш уғыр һәммәһе лә бер зат,
Уғыҙ кешеләре һанай истәккә ҡараған зат.
Баш уғыр ерендә күптер ағыр һыуы, йылғаһы,
Араларында иң гүзәле – Ағиҙел йылғаһы.
Мосолмандар ҙа бик күптер был ерҙең эсендә,
Өфө ҡалаһы ла төҙөлгән йылға яры буйында.
Өфөгә тимер юл менән пароходта һәм дә күп
Баржаларҙа ташыйҙар төрлө хазина бик тә күп.
Ҡала эсендә астыртҡан батшаның фарманы —
Бөтә шәриғәт йәмғиәтенең төп идараһы.
Ҙур йортта эш башында тороусы мөфтие бар,
Йыйылып мәсьәләне тиҙ сисер иптәштәре бар.
Тауҙар илендә. Баш уғыр ерендә Урал бар,
Иҫәпһеҙ төрлө ҡиммәтле мәғдән байлыҡтар бар.
(Баш уғыр ере хаҡында дөрөҫө.) [88, 104-105-се биттәр].
Ҡыпсаҡ дәүләте тарҡалғандан һуң Уғырияның урҙалары
нигеҙендә бәләкәй кенәзлектәр барлыҡҡа килә. XI быуатҡа тиклем Себер ханлығы халыҡтарын нигеҙҙә уғырҙар-тәүбашҡорттар тәшкил итә. Артабан мәҙәни яҡтан да, тел яғынан да уртаҡ мәнфәғәттәре булған күпселек ҡәбиләләр һәм ырыуҙар Башҡорт хан етәкселегендә XII быуатта ҙур дәүләт булып берләшә, 1193 йылда ул “Бөйөк Башҡорт иле” исемен ала, шуның менән бәйле тарихта “башҡорт” билдәләмәһе менән йөрөтөлгән Себер ҡәбиләләре һәм ырыуҙары урын ала. Авторҙар яҙыуынса, “Башҡорттарҙың горизонталь сәйәсәт алыуын 14-се быуаттың беренсе яртыһына ҡайтарып була, аныҡлап әйткәндә – монголдарҙың хаким итеү, Үзбәк хан осорона, сөнки Басгкардияның батшаһы” 1320 йыл датаһы менән иҫкә алына, ә артабан уның хаҡында мәғлүмәттәр юҡ [95, 26-сы бит]. Һуңыраҡ илдә ырыуҙар менән вертикаль идара итеү ҡулланыла, власть атайҙан уның улына ҡалдырыла. Монгол-татарҙарҙың ябырылыуынан һуң Үзбәк хандың хакимлыҡ осоронда (1313 – 1341) Жуси улыҫының байтаҡ өлөштәрендә бойондороҡло (вассал) биләмәләр бөтөрөлә. Династиялар ҡолатыла, йәки юҡ ителә, уларҙы этник төркөмдәр менән идара итеүсе урындағы башлыҡтар (наместниктар) алмаштыра [96, 11-се бит]. Ҡарарҙар Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәре теләгәнсә ҡабул ителә. Әйтәйек, Мөхәмәт-Алама үлеменән һуң Бөйөк Башҡорт иле тәхетен уның улы Исмәғил алырға тейеш була, әммә Мөхәмәт-Аламаның өлкән улы Йософ үҙ-ара низағ булдырмайым тип азановичтарҙы хуплай, һәм әмир тәхетен Ҡасим-Бүләк биләй. Бер ваҡыт Үзбәк хан Ҡасим-Бүләк саҡырыуы буйынса бәхәсте хәл итеү маҡсатында Дәүләткә килә. Ә уның килеүенә Исмәғил Үзбәк-хан ваҡытын яҡшы үткәрһен өсөн өлөшләтә һаҡланған күк-мунсаны (хан
мунсаһы) тергеҙеп ҡуя. Ҡасим был ваҡытта эштәре менән ситкә киткән була. Уның ҡайтыуына Үзбәк хан әмир итеп Исмәғилдең улы Ғәлимде (Башҡорт хан нәҫеле) мендереп тә ҡуя [18, 208-се бит).
Монголдар илендә власть йыш үҙгәрә. 1355 – 1380 йылдарҙа Алтын Урҙа тәхетен 25-тән ашыу хан алыштыра. Жуси хан нәҫеле – 1380 йылдан Алтын Урҙала хан булған Туҡтамыш Аҡһаҡ Тимер (1389 – 1395) менән һуғышта еңелә, ә 1398 – 1399 йылдарҙа Нуғай урҙаһы (Заволжская Орда) ханы Тимер-Ҡотлой тарафынан бөтөнләй ҡыйратыла. Аҡһаҡ Тимерҙән һуң илдә иң ҡеүәтле кенәз булып Себер кенәзе Он (Оң) таныла. Ләкин ул Ҡыпсаҡта тәхет өсөн тартҡылаштар ваҡытында үлтерелә. Был хәлдән һуң уның улы Тайбуға Тоболдың түбәнге ағымдарына йүнәлә, новгородлыларҙы ҡыҫырыҡлап сығара һәм бәләкәй генә дәүләт төҙөй, уның баш ҡалаһы яҡынса хәҙерге Төмәнгә тура килә. Немец докторы Генрих Шурц яҙыуынса, был осорҙа остяктар, вогулдар, ҡырғыҙҙар һәм монгол хандары менән һуғыштар етерлек була. Иҙеүкәй бей кенәз Витовт һәм Туҡтамыш хандың берләшкән литва-урҙа ғәскәрен ҡыйрата, ул Себерҙән шибанидтар еренә ҡаса.
Үҙ-ара тартҡылаштар Башҡорт иле менән Тура виләйәтен дә урап үтмәй. 1406 йылда Алтын Урҙаның яңы ханы Шәдибәк Тура виләйәтенә баҫып инә һәм Туҡтамышты үлтерә. “Нур-ад-дин” (Мораҙым) кенәз Тура виләйәтенә килә һәм “башҡорт” исемле халыҡ араһына урынлаша [95, 28-се бит].
1421 йылда Тура виләйәтендә хакимлыҡты Хажи-Мөхәмәт үҙ ҡулдарына ала. Д.Н. Маслюженко яҙыуынса, “Уның хакимлыҡ итә башлау датаһы Шибанидтар улусының бойондороҡһоҙлоҡ башы тип
иҫәпләнә. Ул Тораның ҙур биләмәләрен баҫып ала, шул иҫәптән Башҡортто (өлкәһен) контролдә тота, Тора ҡалаһын яулай... Уралдың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, күренеүенсә, Өфөгә тура килгән ер” [95, 29-сы бит]. Башҡортостандың үҙәк өлөшө себер хандары Шибанидтарҙың йоғонтоһо аҫтында була. Әхмәтзәки Вәлиди башҡорттарҙың иле менән Ибер-Себер иле араһында айырма күрмәй. В.В. Трепавлов шулай уҡ “Ибер-Себер һәм Башҡортостан (Шибанидтар биләмәләре)” хаҡында әйтеп үтә. “Был өлкәләрҙе Тура ере, ә хөкөмдарҙарын Тура хандары тип йөрөткәндәр”, – тип яҙа Ә. Вәлиди. Был өлкәләр Көнбайыш Себер һәм Башҡортостан ерҙәрен, йәғни Иртыштан алып Сулман (Кама) йылғаһына тиклемге араны үҙ эсенә ала. Ә үҙәге Башҡортостанда, Өфө эргәһендә урынлаша [118, 39-сы бит].
Бер туғандар Тора-хан һәм Басман–хан XV быуат аҙағы – XVI быуат башында йәшәй. Тора-хандың хакимлығы нигеҙҙә Башҡортостандың үҙәк өлөшөнә ҡарай һәм йәшәгән ере Тора-тау (Өфө) була. Р.Ғ. Буканованың мәғлүмәттәренә ярашлы, Тора-хан манғыт ырыуына ҡарамай, башҡорттар мөхитенән һайлап ҡуйылыуы мөмкин [118, 39-сы бит].
Немец ғалимы Генрих Шурц билдәләүенсә, Себер ханлығында XVI быуаттың икенсе яртыһында түңкәрелеш була. 1536 йылда кенәз Едигер үзбәк Күсем тарафынан бәреп төшөрөлә (немец ғалимы Күсемде үзбәк тип яҙа – Й.Б.).
Ҡаҙаҡ риүәйәттәрендә Күсемде “истәк ханы” тип исемләйҙәр. Чокан Вәлиханов шулай тип яҙа: “ҡырғыҙҙар (ҡаҙаҡтар) башҡорттарҙы истәк тип атай” һәм артабан: “бар ҡырғыҙ риүәйәттәрендә Күсем ҡырғыҙ солтаны түгел, ә башҡорт солтаны” [Вәлиханов Ч.Ч., Алма-Ата,1984, с. 109]. Күсем – Тора-хандың ейәне, йәғни Мәхмудек-хандыҡы [96, 41-се бит]. Ә ҡайһы бер башҡорт шәжәрәләрендә Күсемде Башҡортостандың законлы хакимдарының береһе тип һанаған, уны шулай уҡ Тора-хан һәм Басман-хандарҙың туғандарының береһе тип атайҙар [118, 40-сы бит]. Шул ваҡыттарҙа Күсем хан да салжавут төмәненең бей улы Йәҙегәр мырҙа менән һуғыша. Манғыттарҙан Нуретдин бей (Нурадын), атаһы Манғыт Әбүғә бей (Туҡтамыш хандың нәҫеле) менән Илек йылғаһында булған ҙур һуғышта еңелгәндән һуң, «диуан башлығы Ҡатай Ғәли бей» менән бергә Башҡортостанға килә, ошонда йәшәп вафат була. Нуретдин бей башҡорттар араһында Мораҙым исеме менән таныла, уның хаҡында тарихи шиғырҙар, уға бағышланған легендалар халыҡ араһында әле лә йәшәп килә. Әммә башҡа сығанаҡтар буйынса, 1598 йылдың июль аҙағы – августа воевода А. Воеков етәкселегендәге 700 урыҫ хеҙмәт итеүселәре һәм 300 татар Күсемде ҡыуып етә. Һуғыш ярты көн була. Хан ҡыйратыла һәм ҡаса. Һуғыш ваҡытында “уның балалары һәм кешеләре алышҡанда”, Күсем Обь буйлап аҫҡа йөҙөп төшөп, һуғыш еренән ике “соҡор” алыҫлыҡта туҡтай [119, 192-се бит].
Себер ханлығының төп халҡы Күсем хан һәм уның вариҫтары менән тығыҙ бәйләнештәрҙә торған, табын миграцияһы ваҡытында күскән иштәктәрҙән (башҡорттарҙан), ҡыпсаҡ тоҡомдарынан, ҡатай ырыу-ҡәбилә берләшмәһенән – һалйот, ҡатай, һеңрән, терһәк, бикәтиндәрҙән тора. Күсем хан бер үк ваҡытта Тура ханы ла, башҡорт иленең ханы ла була. Себер ханы Күсем – Батыйҙың ағаһы, Сыңғыҙхандың ейәне Шибандың вариҫы. Урыҫ сығанаҡтарынан ул
1557 йылда тип яҙыла. Уның бүләһе Көсөк Башҡортостандың ханы тип иғлан ителә, ул “Башҡорт ханы Көсөк” исеме менән урыҫ сығанаҡтарында әйтелеп китә [21, 193-196-сы биттәр].
1563 йылда Себер тирмәһендә Шибанидтар династияһы тергеҙелә. Уларҙың хандарын башҡорттар үҙҙәренең хандары итеп һанаған, сөнки Джучи-хандың улдары араһында Алтын Урҙаны бүлгән ваҡытта Башҡорт ерҙәре һәм Көнбайыш Себер Батый хандың туғаны Шибан-ханға тура килә. Башҡорттар Шибанидтарҙы Тура-хандар тип атағандар, уларҙың төп биләмәләре үҙәге Төмән булған Тораның төньяҡ өлкәһе һаналған.
1586 йылда Иҫке Өфө урынында даими гарнизоны булған урыҫ ҡәлғәһе төҙөлә (Башҡурд «Башҡорт – Й. Б.», Шәһри Тура, Тура-Тау) [96, 41-се бит]. Ҡалаларҙың исемдәре үҙҙәре үк әйтеп тора. Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе – фаразлауҙарынса, Шибанидтарҙың береһе Күсем хандың ҡарт олатаһы Мәхмүдек-хандыҡы. Ә. Вәлиди Туған фекеренсә, ул “Тураның һәм Башҡортостандың бөйөк ханы булараҡ билдәле” [96, 127-се бит]. Мөхәммәт Шибаниҙы өйрәнеүсе урта быуаттар тарихсыһы Фазаллах ибн Рузбихан шулай тип яҙған: “Дештың данлыҡлы хандарының үлем сәғәте еткәс, һәр береһенең табуттарын мотлаҡ ҡәбер өҫтөнә ҡуйып, көмбәҙгә оҡшатып бина төҙөгәндәр”.
“Себер ханлығы”нан тыш, Көнбайыш Себерҙә башҡа кенәзлектәр булыуы ла ихтимал.
Рус императорҙары Күсем хан биләмәләренән ике губерния төҙөй: Тәмәк һәм Тобол. Был ваҡиғалар барышында Эсди бейҙең улы Купрәс ҡалмыҡтарҙан байтаҡ яфа күрә, ә Ҡазан, Әстрхан, Себер ханы, Күсем ханлығының Искер ҡалаһы урыҫтар тарафынан яуланғандан һуң, башҡорттар уртала ҡала. Урыҫтар ҡалмыҡтар менән дуҫлашып, башҡорттарҙы һәм ҡырғыҙҙарҙы (ҡаҙаҡтарҙы) буйһондороу тураһында уйлай башлай [88, 230-сы бит].
Шибанидтарҙы тергеҙеүгә башҡорттарҙың ҡарашы бер төрлө генә булмай. Әйтәйек, Мейәс яры буйындағы Ҡара-табындар Тайбуғиҙарҙы ҡолатып, Себерҙә шибаниҙар династияһын тергеҙгән Күсемде ныҡ хуплай. В.В. Трепавлов шулай тип яҙа: “көньяҡ Уралда Табын берләшмәһе байтаҡ ерҙәрҙе биләгән. Уларҙың алты ҡәбиләһенән табындар туғыҙ ырыуҙы тәшкил итә, шуларҙың дүртәүһе Урал аръяғында йәшәй. Уларҙан иң күп һанлыһы волосҡа исем биргән ҡара-табын ырыуы була. Ҡара-Табын башҡорттары Күсем хан яҡлыларҙың иң тоғроһо тип һанала. 1601 йылда был волосҡа 20 башҡорт ғаиләһенең килеүе билдәле. Башҡорт риүәйәттәре 8 мең йә 80 мең тирмә менән Өфө районына Сыңғыҙлы Тура-хандың килеүен бәйән итә. Шулай ҙа тап ҡара-табындар урыҫ властары менән ҡаршылыҡтарҙа Күсемлеләрҙең оҙайлы ваҡыт терәге була. Б.А. Аҙнабаев табындарҙы (башҡорттар – ҡатайҙар, һалйоттар, һеңрәндәр һәм терһәктәр менән бергә) XVI быуат аҙағында Күсем отрядтарының нигеҙен тәшкил итә тип иҫәпләй [119, 187-се бит, 188].
Улар урыҫ подданныйлығынан баш тарта һәм үҙҙәренең элекке
сюзерендарына – Мортаза ханға, аҙаҡ уның улы Күсемгә, аҙаҡҡыһының үлеменән һуң – уның улы Ғәлигә ант килтерә. Башҡортостандағы ханлыҡҡа ҡаршы дәғүәләрҙә Себер юлының Күсем яҡлы башҡорт улустарының һаналып китеүе кеүек мәғлүмәттәр бар: “...далала Исәт артындағы Иртыш күле буйында батша улы Буғай Салтан тора, ә уның менән бергә хыянатсы башҡорттар – һеңрәндәр, башкурдтар, һунғуттар, терһәктәр, әйлеләр” [96, 146-сы бит]. Рәсәй подданныйлығын ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар ырыуҙарына ҡарап улустарға бүленгән, аҫаба ерҙәргә һәм һыуҙарға хужа булған («аҫаба-башҡорттар»). Бындай берлек теләктәшлеккә нигеҙләнгән һәм ырыуҙарға йәшәү көсө биргән. 1740 йылға тиклем башҡорттар подданныйлығын ирекле тип һанаған (Устюгов Н.В.). Башҡорттар “берәү барыһы өсөн һәм барыһы ла берәү өсөн” ҡағиҙәһенә таянып эш итә, тип яҙған П.М. Апраксин Петр батшаға [96, 12-14-се бит].
Беҙ уҡыусыларға барыһына ла билдәле Нух ташҡынынан күпкә алда юғары кимәлдә үҫешкән Туран дәүләтен төҙөгән боронғо халыҡ – турандарҙың ниндәйҙер раса булараҡ килеп сығышы хаҡында мәғлүмәттәрҙе ентекләп еткерергә тырыштыҡ. Туранлыларҙың мәҙәниәт үҫеше иң юғары нөктәгә еткән була. Халҡының артабанғы яҙмышына һәм йәшәгән ерҙәренә килгәндә, Е.П. Блаватская иҫәпләүенсә, уларҙың бер тармағы төньяҡҡа күтәрелә һәм Урал районына килеп сыға. Уларҙың эҙе башҡорт халҡы составындағы ырыуҙарҙа, мәҫәлән, үҫәргәндәрҙә күҙәтелә.
Ғөмүмән, башҡорттар боронғо халыҡтан – халдей (аккод) тәү халҡынан барлыҡҡа килгән бер расаны тәшкил иткән туран халҡынан килеп сыҡҡан тип әйтә алабыҙ. Шуға ла түбәндәге һығымтаға киләбеҙ:
туран халҡы, уларҙың Шишмә-хан, Тура-хан кеүек төрлө осорҙағы башлыҡтары хаҡындағы аңлатмалар, йәғни Е.П. Блаватскаяның, Ҡол Ғәлиҙең, Бахши Имандың, С. Хәмиҙуллиндың һәм башҡа ғалимдарҙың интерпретациялары легенда түгел, ә ысынбарлыҡҡа тура килә һәм артабан өйрәнеү өсөн нигеҙ булып тора тип раҫлайбыҙ.