“Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәренең арҙаҡлы аҡһаҡалыбыҙ, Башҡортостандың Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинда ҡунаҡта булыуы хаҡында яҙғайныҡ, уның менән әңгәмә йәйге һандарыбыҙҙың береһендә донъя күрәсәк. Ноғман ағай үҙенең “Ағиҙел” дә эшләгән йылдарын иҫкә төшөрөп, байтаҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тә еткерҙе. Мәҫәлән, 1966 йылда әҙәби журналдың рекламаһын шырпы ҡабы тышына биреүҙәре хаҡында һөйләп, ул йылдарҙа ла реклама менән шөғөлләндек беҙ тип көлдөрөп алғайны. Һүрәттә һеҙ шул реклама баҫылған Өфө шырпыһының ҡабын күрәһегеҙ. Уҡыусыларыбыҙ араһында, бәлки, был шәп шырпы ҡаптарын үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләр ҙә барҙыр әле?