Ғүмер буйы иңгә-иң терәп йәшәгән ҡәҙерлеһе Фәһимә апайҙы һәм ғәзиз балаларының береһен юғалтып, һуңғы йылдарҙа оло ҡайғылар кисергән яҙыусы бөгөн ҡыҙы һәм кейәүе менән йәшәй. Туҡһанға инеп барһа ла, һаман да һылыу Ҡолғона ҡарағайындай олпат һәм төҙ һынлы, теүәл зиһенле, үткер фекерле әле үҙе, күҙ теймәһен! Халыҡ һөйөүен яулаған, хаҡлы рәүештә иң шәп прозаиктарыбыҙҙан һаналған Ноғман Сөләймән улы “Ағиҙел”дәргә байтаҡ серҙәрен сисеп, хәтирәләрен яңыртты. Әңгәмәне журналыбыҙҙың киләһе һандарының береһендә табырһығыҙ. “Аманат итеп әйтәм, йәштәр, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булығыҙ, ижад күгендә бөркөттәр һәм һандуғастар ғына түгел, уларҙы суҡырға маташҡан ҡарсыға һәм төйлөгәнләр ҙә була, ундайҙарҙы ла күп күрергә тура килде, әммә бирешмәнем, шуға ла таланттарҙы танып, мәлендә ҡурсалай ҙа белегеҙ” – тип оҙатты ул ҡәләмдәштәрен.