Студент ҡына сағында Башҡортостан Яҙыусылар союзында ул саҡтағы рәйес Рауил Бикбайҙың урынбаҫары булды ул. Тырыш, тәрбиәле егетте барыһы ла яратты. Үҙе лә бәләкәйҙән ижад менән шөғөлләнгән Ришат әҙәбиәтте яҡшы аңланы, туған теле өсөн янып йәшәне. Шуға ла, аҙаҡ, район хакимиәте башлығы булып киткәс тә, ваҡытлы матбуғатҡа хеҙмәт итеүселәргә лә, ижадсыларға ла иғтибарлы булды, хөрмәт менән ҡараны. Ваҡытында Башҡортостан телевидениеһында, Мәғариф министрлығында хеҙмәт итеп, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтендә социаль йүнәлеште етәкләп тәжрибә туплаған Дихинды ике йыл элек тыуған районына район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләгән инеләр. Халҡыбыҙҙың ҙур өмөттәр бағлаған уландарының береһе ине ул. Эх, яҙмыш, ҡайһы берҙә үтә аяуһыҙһың, йәшләй генә арабыҙҙан китеүе бигерәк үкенесле. Күпме эшләнмәгән эштәре ҡалды аҫыл егетебеҙҙең! Ғаиләһе, яҡындарына Хоҙай түҙемлек бирһен! Тыныс йоҡла, Ришат, яҡты эҙ ҡалдырҙың, онотмаҫбыҙ!