25 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында генерал Шайморатов тураһындағы популяр спектакль башланыр алдынан китаптың исем туйы уҙҙы. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Ҡоролтай–Дәүләт йыйылышы рәйесе урынбаҫары Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова етәкселегендә уҙҙы. Китаптың исем туйында уны әҙерләүҙә ҙур әүҙемлек күрһәткән волонтерҙар – шайморатовсыларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре араһынан айырыуса әүҙемдәр рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Ойоштороусылар шулай уҡ данлыҡлы дивизияның хәрби юлында урынлашҡан ҡалаларҙың гербтары төшөрөлгән иҫтәлекле монеталар коллекцияһын да халыҡ хөкөмөнә сығарҙы, ул бик бәләкәй тираж менән донъя күргән һәм Башҡортостандың ҙур музей комплекстарына ғына таратыласаҡ.
“Шайморатовсылар – легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары”китабына әлегә 2700 һалдат хаҡында мәғлүмәт ингән. Әлбиттә, ғәмәлдә дивизияла был һандан әллә нисә тапҡырға күберәк ир-ат һуғышҡан, уларҙың барыһының да исем-шәрифтәрен асыҡлап, документтарын теүәлләп китаптың яңы томдарына индереү – халҡыбыҙ алдында торған изге бурыс.