Еңеүселәр исемлегендә “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире, журналист, шағирә Гөлнара Нәжип ҡыҙы ла бар. Хеҙмәттәшебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да илһамланып ижад итеүен теләйбеҙ! Ул бәйгегә шиғри сәхифәһе менән бергә “Ағиҙел”дең 2-се һанында баҫылған , уҡыусыларыбыҙ тарафынан яратып ҡабул ителгән “Әйттермәнең ниңә аҡҡошом тип…” тигән мәҡәләһен дә тәҡдим иткәйне, конкурста шиғри аккаунт администраторы һәм журналист булараҡ та билдәләнде. Әйткәндәй, журналыбыҙҙың яңы, өсөнсө һанында шағирә уҡыусыларға “Ҡара нөктә” тигән тәүге фәлсәфәүи поэмаһын тәҡдим итте.
Һеҙгә әле шау шиғыр һәм поэмаларҙан ғына торған үҙенсәлекле һаныбыҙ килеп еттеме, уҡынығыҙмы, тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?