Эйе, Рәсимәһеҙ үткән биш йылы – үҙе лә айырым бер бәләкәй генә ғүмер. Ваҡыт барыһын да дауалай. Тормош дауам итә. Урал Ғәзиз улы ла яңғыҙ түгел, балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең хәстәрен тойоп йәшәй. Әлеге тормош иптәше Венера Әнүәр ҡыҙы ла ипле һәм яҡты йөҙлө, иң мөһиме – ул да уҡытыусы. Ғүмер баҡый улай итмә, быны онотма тип үҙен хәс тә уҡыусы балалай хәстәрләп торған мөғәллимә кеше менән йәшәп өйрәнгәс, тол ҡалғас та, тап ошо һөнәр эйәһенә бауыр баҫҡан. Бөгөн тамағы һыйлы, өҫ-башы тәрбиәле булған өсөн Венера ханыма рәхмәтле, ҡарт көнөңдә арҡа терәр кешең булыу ҙа мөһим. Ошоно яҡшы аңлап, шөкөр итә Урал Ғәзиз улы. Шатлығын да, ҡайғыһын да, хатта юғалтҡан парын хәтерләгәндәге йөрәк кисерештәрен бер генә ауаз менән еткерә ул хәҙер, һуҙа биреп “э-э-эйй” тип ҡуя. Ғүмер буйы әсәһенең һәм ҡатынының һөйөүенә ҡойоноп йәшәгән уҙаман, ике фәрештәһен дә юғалтып, ысын етемлекте кисергән. Рәхимә… Рәсимә… Уларының булмыштары ғына түгел, исемдәре лә оҡшаш булған шул. Әсәһе лә шиғырҙар яҙған.
– Урал ағай, Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы менән танышыу тарихы нисек булды? – тип әңгәмәне башлап ебәрҙек.
– Тарих тип ни, буласаҡ хәләлем менән бишенсе кластан алып 1-се республика мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) бер класта уҡыныҡ. Талаша-һуғыша бергә буй еткерҙек. Физкультураға теҙһәләр, Рәсимә ҡырҡ бала араһында алдан дүртенсе тора ине, ә мин – арттан икенсе. Оҙон бит инде, эргәнән үткәндә башҡа сиртеп китә торғайны. Ул әҙәби түңәрәккә яҙылған, ә мин һүрәт төшөрөүгә йөрөйөм. Бер мәл мине стена гәзитенә рәссам итеп ҡуйҙылар, мөхәррире иһә – Рәсимә. Уның Гүзәл Солтанова (Яубаҫарова) тигән әхирәте, хәҙер ул директор, шәхси фирмаһы бар, иренең атаһы Хөсәйен ағай Яубаҫаров аҙаҡ, Т. Аслаевтан һуң, мәктәп-интернатта директор булды, менән икәүләп пьесалар ҙа яҙалар ине. Шунан класс менән сәхнәләштерәбеҙ. Граждандар һуғышы ваҡиғалары тураһындағы бер спекталдәренә мине бабай роленә ҡуйҙылар, әбейем итеп парталашым Разияны һайланылар. Һүҙҙәрҙе иҫтә тота алмауымды белеп, Рәсимә бабайға репликалар яҙмаған, һүҙһеҙ генә мыңғырлап йөрөргә кәрәк ине, булдырҙым. Ике, өс көн бара спектакль. Уның ойоштороу һәләте бына шул ваҡыттарҙан килә. Ә гәзит сығарыу күпме көс талап итә! Беҙҙең синыфтың гәзите һәр ваҡыт беренсе урынды алды. Тик бына уны әҙерләү мәле етһә, Рәсимә тота ла тәрбиәсебеҙ Хәйруллин Рәйес Тимербәк улына, һаман һүрәт төшөрмәй, тип мине ошаҡлай ине. Тәрбиәсе үҙенә саҡырта ла, ниңә эшләмәйһең, ти. Һуң бит һүрәтте мәҡәләнең йөкмәткеһенә ҡарап эшләр кәрәк, тием. Шунан, Урал дөрөҫ әйтә ул, текст кәрәк, тип тәрбиәсебеҙ Рәсимәгә ҡарай. Рәйес Тимербәк улы, һүрәттә теләһә ниндәй проблеманы ла сағылдырырға була бит, шуға ҡарап заметка тыуа, тип ышандыра тәрбиәсене Рәсимә йәнә. Һөҙөмтәлә, киске сәғәт ундан һуң, башҡалар йоҡларға ятҡас, мине һүрәт эшләргә ултыртып ҡуялар, Гүзәл менән Рәсимә, мин ятып йоҡлап ҡуймаһын тип, ҡарауыллап ултыра. Әһә, һеҙ улай икән тип, бумаланы банкалағы һыуҙа бер генә болғатып алам да, һыуын алмаштырығыҙ, тим. Нишләһендәр – йүгерәләр, эй ҡыҙыҡ була торғайны. Шулайтып, унынсы класты тамамлағансы бергәләп гәзит сығарҙыҡ.
Кластар буйлап санитар йөрөй торғайны, тырнаҡтарҙы, ҡолаҡтарҙы ҡарай. Фәнүр тигән егеткә шелтә эләккәс, ҡолағына уның ер кәрәкмәй, килограмлап кишер сәсеп була, тип шиғырлап яҙғанын иҫләйем. Гәзиткә эләгеү мәсхәрә бит инде ул заманда. Шул шарж-шиғырҙары һаҡланмаған, йәл. Шәп спортсы ла булды Рәсимә. Аҙаҡ БДУ-ла конькиҙа шыуыу буйынса чемпион булып йөрөнө хатта. Тағы ла студент театрында уйнап, Мостайҙың Мостайын да һоҡландырған кеше бит ул.
– Нимә менән иғтибарын йәлеп итте икән халыҡ шағирының?
– Рәсимә студент театрына йөрөй, “Айгөл иле”ндә Айгөлдө уйнай. Шунда “Айгөлдөң тап үҙенә оҡшаған Рәсимәгә авторы Мостайҙан” тип автограф яҙып, китабын бүләк итә яҙыусы. Айгөл ролен кемдәр генә башҡармаған, ә тап Рәсимәнең уйнауын оҡшатҡан ул. Ихлас булыуын оҡшатҡандыр. Мостай ағайҙар менән шул хәтлем ҡатнашып йәшәнек һуңынан. Уның дәүләт төҙөп биргән ике ҡатлы баҡсаһына ла бара торғайныҡ. Бер тапҡыр аҙыраҡ ҡына ултырып алғандан һуң Рауза апай, Мостай, һин бәләкәй яҡта йоҡла, әтеү ныҡ “хырылдайһың”, тигәйне, Рәсимә, һин дә хырылдайһың бит, Урал, тип мине лә ҡуша сығарып ебәрҙе. Иртәнсәк торһам, Мостай ағай юҡ. Сәғәт алты тирәһе, ҡараһам, ҡайындар араһында Рәсимә менән йөрөп яталар. У-уй, ҡартты йоҡлатмағанмындыр инде тип уңайһыҙланып, Мостай ағайҙан ғәфү үтендем. Юҡсы, һин моңло ғына итеп хырылданың, тигән булды. Рәсимә шунда, ағай, ни эшләп улай тип әйттең инде, хәҙер төндә уятһам, Мостай ағай моңло хырылдайһың тинесе, тип ҡотоласаҡ бит, тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Эй рәхәтләнеп көлөштөк. Бына шулай ябай ине ул.
– Рәсимә апай, ағайың артынан ҡыҙҙар күп йүгерҙе, тип әйтә торғайны. Ни өсөн тап уны һайланығыҙ?
– Интернатта саҡта башҡаларҙан бик айырылып та торған һымаҡ түгел ине, һәр хәлдә, миңә шулай күренде. Аҙаҡ, студент булғас инде, күрешкәндә алсаҡлығы, асыҡлығы менән иғтибарҙы йәлеп итте лә ҡуйҙы. Кешегә тирә-яғындағылар тәьҫир итә. Рәсимәнең БДУ-лағы төркөмдәштәре араһында Ғәлим Хисамов, Сабир Шәрипов, Ғәлиә Ғәлимова, Хаят Йосопова (Ишембайҙа мөхәррир булды) уҡыны, параллель төркөмдә – Факиһа Туғыҙбаева. Буласаҡ ҙур-ҙур шәхестәр ҙәһә! Рәсимәнең артынан баҫтыра башлағас, 4-се курстамы, хат яҙҙым. Кинолар ҡарайым бит инде, Адриано Челентано, Шарль Азнавурҙар йырлай, тегеләргә оҡшатырға тырышып, ”Һаумы аҡҡошом!” тип башланым. “Мин һиңә аҡҡош та, ҡарағош та түгел, мулла биргән исемем бар, беҙ – класташтар!” тигән яуап алдым. Бер йылдан һуң Өфөгә юл төшкәндә оҙатып барып, ятаҡҡа индереп ебәрҙем. Ике малай килеп сыҡты, береһе һалдат кейемендә, татар бүлегенән булғандарҙыр инде, син нимә, тип берҙе ҡундырып алдылар ҙа, әйлән, йүгер трамвайға, тинеләр. Юҡ тигәйнем, тағы килһәң, аяғыңды һындырабыҙ, тип йәнә ҡундырҙылар, атла, тип арҡанан төрткөсләп алып киттеләр. Бысаҡ терәгәс, шул тиклем ҡурҡҡанмындыр инде, ҡараһам, трамвай юлына еткәнмен. Әйләнһәм, юҡ тегеләр. Һинең малайҙарың тип Рәсимәгә хат ебәрҙем: “Кемдәр?” – “Шулар. Беләм уларҙы, минең арттан сирттереп ҡарағайнылар бер мәл, ярай, бештем мин уларҙы”, – тигән, ул яҡтан маладис ине у. Иң ҡыҙығы – мин Мәскәүҙә уҡыйым, ә ул Өфөлә “Шоңҡар” әҙәби берекмәһенә йөрөй, шунда мөхәррир, “Шоңҡар” гәзитен, ҡағыҙҙарҙы кемдер арҡылы булһа ла миңә, Мәскәүгә ебәрә лә, мин һүрәттәрен эшләп уларға кире оҙатырға тейеш булам. Шундай алыҫта саҡта ла, әле өйләнешмәгәндә лә, тынғы бирмәй ине. Икенсе берәү булһа, ярай, юҡ икән юҡ, һүрәте булмаһа нимә булған, тиер ине.
– Өфөгә уҡырға ебәрмәһәләр, бәлки, осрашмаҫ та инегеҙ, интернатҡа нисек эләктегеҙ?
– 1962 йылдың 10 авгусында атайымды үлтерҙеләр. Фронтовик ине ул. Әсәй ҡулында беҙ дүртәү ҡалдыҡ. Зиннур ағайым, әйҙә, интернатҡа алып барайыҡ, тине. Үҙе Мораҡта педагогия училищеһын тамамлап, Федоровка районындағы Сәйет тигән ауылда бер аҙ директор булып (хәҙер ул мәктәп ағайымдың исемен йөрөтә) эшләп, инде БДУ-ға уҡырға ингән ине. Алып китте әсәйем Өфөгә. Математиканы – “бишле”гә, рус телен “өслө”гә бирҙем, уҡырға алдылар. Ауылдашым, класташым Таһир Амангилдин да үтте. Икебеҙҙең карауат йәнәш, һағыныуҙан төнө буйы илап сығабыҙ, мендәрҙәр һыуланып бөтә ине. Каникулға ҡайтҡанда поезға аҡса юҡ, вагондағы өсөнсө кәштәгә һалып, сумаҙан менән ҡаплап йәшереп ҡуя ине ағайым. Ҡайһы берәүҙәр, үәт, әсәйем мине балалар йортона йә интернатҡа биргән, мин уны кисерә алмайым, тип тә һөйләй. Әгәр һин унда бармаһаң, кем булыр инең икән, тип әйтке килә ундайҙарға. Әсәйемә гел доға ҡылдым, рәхмәт, әсәй, интернатҡа урынлаштырғаның өсөн, тинем. Кеше булдым. Ауылдан киткәнемдә 11 йәш ине, өйҙә 9, 7, 5 йәшлек туғандарым ҡалды. Ә 13 йәшлек Менәүәрә апайым интернатта уҡый ине, Гөлдәр апайым ҙурыраҡ, уларға ла ярҙам итергә кәрәк бит, бахырҙарға. Совет власына рәхмәт, беҙҙе мәктәптә туған телебеҙҙән айырманы. Хәҙер яуаплылыҡты ата-әсәгә һалып, улар ҡулы менән үк телебеҙҙе быуыу бара түгелме? Ауылда элек аҙ комплектлы класта уҡыным, һуңғы йылдарҙа оптимизация тип мәктәптәрҙе бөтөрҙөләр, ә беҙ, беренсе һәм өсөнсө синыф балалары, мәҫәлән, бер кабинетта ултырҙыҡ. Беренселә өсөнсө класс темаһын да тыңлап ултырғанмын бит инде, киреһенсә, был хәл аңды киңәйткән тип уйлайым.
– Урал ағай, һеҙ ауылда ла башҡортса уҡынығыҙмы?
– Башҡортса уҡыныҡ, әлбиттә. Ә мин, беләһегеҙ, Башҡортостандан түгел, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районынанмын. Башҡорт телен өйрәнергә кәрәк, фәлән-төгән тип хәҙер бөтәһе лә әйткән була ул, ә элек бит берәү ҙә улай һайларға, ғаризалар яҙып уҡырға мәжбүр итмәне, интернатта ла бөтә фәнде башҡорт телендә уҡыныҡ, рус теленән башҡаһын. Берәү ҙә әрәм булманы, мин Мәскәүгә барып белем алдым. Башҡа егеттәр ҙә ҡырҙа уҡыны, Гүзәл Новочеркасскиҙа инженер һөнәрен алды. Республикаға ҡайтып, вазифалы урындарға үрләнек. Ә хәҙер күп йәштәр уҡыуға еңел ҡарай. Нишләп беҙ шул мәсьәләне, уҡырға, эшләргә кәрәк, тип балаларға яҡшылап аңлатмайбыҙ һуң? Элек беҙгә уҡытыусылар физикаһын да, химияһын да башҡортса аңлатты. Бына яңыраҡ башҡорт телендә уҡытыу мәсьәләһенә күҙ йомоп ҡына Башҡорт теле йылын үткәреп ебәрҙек, сәйер түгелме ни? Иҫән булһа, Рәсимәнең йөрәге яныр ине был хәлдәргә, әммә бирешмәй, ишектәрҙе ҡағып, туҡтамай йөрөп ятыр ине.
– Мәктәп-интернатты шул тиклем яратып хәтерләйһегеҙ…
– Интернатта ул заманда күп балалы ғаиләләрҙән килгән фронтовик балалары уҡыны. Беҙ “Төҙөлөш” туҡталышынан “Дәүләт циркы”на тиклемге арауыҡҡа ағастар ултыртыуға яуаплы инек. Интернат әлеге урынға 1960 йылда күскән, алда әйтелгән туҡталыштар араһында үҫкән миләш, ҡайын, йүкәләр беҙҙең ҡулдар менән, интернат балалары тарафынан ултыртылған. Шуны ниңәлер берәү ҙә иҫләмәй, яҙмай. Урман техникумы яғына барып, үҫентеләр ҡаҙып алып ҡайтып ултырта торғайныҡ. Ҡар яуһа, көрәктәр менән сығып, “КПД”-нан (әлеге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) алып Дәүләт циркына тиклем арала ҡар көрәй торғайныҡ. Беҙ эшләйбеҙ, Рәсимәләр, ҡыҙҙар бойороҡ биреп йөрөй. Командир ине бит ул. Бына шундай тарихҡа, традицияларға бай интернаттың абруйын күтәреү өҫтөндә лә эшләр кәрәк беҙгә. “Рәсәй” ҡунаҡханаһын төҙөгәндә лә, төҙөүселәр сүп-сар сығарыуға ваҡыт әрәм итмәһен тип, беҙ ҡый-фәләндәрен ташыша торғайныҡ. Шулай уҡ Дәүләт циркы төҙөлгәндә лә ярҙамға йөрөнөк. Һуңынан аҡса бирһәләр, ҡыҙҙарҙы киноға саҡырабыҙ. Салауат һәйкәле төҙөлгәндә лә, белгестәр сүп-сар ташып ваҡыттарын бушҡа үткәрмәһен тип, ярҙамға ихлас барҙыҡ. С. Тавасиев хаҡында ҡоро ғына иҫтәлектәр һөйләгән булалар, бына мин уның буранлы ҡыш көнөндә интернатҡа килгәнен хәтерләйем. 1966-1967 йылдар ине, шунда уны почетлы пионер итеп алдыҡ, ул көҙгө пәлтә һәм кепка ғына кейгән ине. Бер уҡыусы ҡул күтәреп, өшөмәйһегеҙме, тип һорағайны, ҡарап көлдө лә, у вас ерунда это, у нас в горах еще сильнее морозы, бураны и лавины, тип яуапланы.
Мәктәп-интернатта башҡорт теле уҡытыусылары шәп булды. Ләлә Сабир ҡыҙы Ваһапова, Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова, “башҡорт Островскийы” тип йөрөткән Ибраһим ағай Ғиззәтуллин, Рәми, Мостай ағайҙар һәм башҡалар менән осрашыуҙар уҙғара ине, беҙ уларға ҡарап хыялланып ултырабыҙ. Рәсимә, бына Мостай йәки башҡа яҙыусы тип ҡоро ҡабатлауҙан ғына һеңмәй ул, яҙыусының әҫәрҙәрен уҡып, белеп үҫмәһә, ул ниндәй башҡорт балаһы, тип әйтә торғайны. Етенсеме, һигеҙенсеме класта уҡып йөрөгәндә Таһир Амангилдин (хәҙер Рәсәйҙә билдәле профессор, математик) менән бәхәсләштек тә, Таһир дуҫ М. Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһын тулыһынса ятланы. Ул ваҡытта киноға барыу ун тин ине, тегене биш тапҡыр бушлай алып барҙыҡ. Хәҙер ҙә ҡайһы өҙөктәрен онотмағанмын, тип һөйләп ала. “Беҙҙең өйҙөң йәме”н күмәкләп илай-илай уҡый торғайныҡ.
– Ауыл балаһы өсөн ят һөнәр һайлағанһығыҙ…
Әсәйем, улым, агроном ғына бул инде, ти торғайны. Ауылда йә баш агроном, йә колхоз рәйесе итерҙәр, тиер ине. Ашлыҡ етмәү, ярлылыҡ бахырыңдың елкәһенә тейгәндер инде. Һигеҙенсе синыфтан һуң интернатта рәсем түңәрәге булманы. Уны бығаса алып барған Әмин Әхмәт улы Хәсәнов, әйҙә, Урал, “Пионерҙар йорто”на түңәрәккә йөрө, тип кәңәш бирҙе. “КПД”-нан (мәктәп-интернаттан) шунда трамвай менән аҙнаһына өс тапҡыр бара торғайным. Унынсыны тамамлағас, миңә ни эшләптер юғары уҡыу йортона йүнәлтмә бирмәнеләр, ҡайҙа барырға тип аптырандым. Зиннур ағайымдан, әллә китап биҙәүсе булырға уҡырға барайыммы, тип кәңәш һораным, ул ҡаршы булды. Ә беҙҙең Архитектура институтына инеү 21 июлдән башлана ине, тәүҙә өс имтихан бирер кәрәк, ике һүрәт, береһе – кеше башы, икенсеһе – архитектура элементы, колоннаның башы инде, өсөнсөһө – һыҙма. Әгәр унда тапшыра алмаһам, 1 августан Полиграфия институтына барырмын тип уйланым. Ә беҙҙең мәктәптән архитектураға йүнәлтмә алған егет “икеле”гә биргән дә ҡуйған имтиханды. Шунан мин төшөргән кеше башы һүрәте – “дүртле”гә, капитель, йәғни колонна башы “өслө”гә баһаланғас, Аманкулов тигән ҡырғыҙ, капут һиңә, ҡайтып кит, тине, ә архитектура институты ул ваҡытта бөтә илгә берәү ине. Һыҙманан “дүртле”гә бирҙем, ниндәйҙер өмөт сатҡылары уянып китте, шунан математиканы – “бишле”гә, физиканы – “бишле”гә! Ҡайт, тигәндәрҙең күҙе маңлайға менде. Инша яҙырға ҡалды. Зиннур ағайым, һөйләмдәрең дүрт һүҙҙән артмаһын тигәйне, өтөр-фәләндәрҙә эләкмәҫ өсөн шул хәйләне тотоп, “өслө” алып үттем дә киттем. 19 август ине, өйгә телеграмма һуҡтым. Архитекторлыҡҡа уҡыясаҡмын тигәс, ауылдаштар шаҡ ҡатҡан. Ә Мәскәүгә киткән саҡта былай булды. Барырға аҡса юҡ, үҙе уҡып йөрөгән ағайым 35 тәңкә аҡса тоттороп, 14 тәңкәгә дөйөм вагонға билет алып бирҙе. Интернат баҡсаһынан бер сумка алма йыйып тейәп алдым, юлда шуны кимереп барҙым. Өфөлә саҡта кемдер, метрола йөрөргә биш тинлек аҡсаларың булһын, унда ваҡ аҡса табыу ауыр, тип әйтте. Унда ғүмерҙә лә булмаған кешемен бит инде. 1968 йыл, килеп төштөм Ҡазан вокзалына, алдымда Кремль тора. Кремль тигәнем вокзалдың башняһы булған икән. Ә кеҫәлә – йөҙ дана биш тинлектәр. Ҡайыш менән быуып ҡуйҙым, салбарҙы аҫҡа һөйрәй бит, шул тиклем ауыр. Ҡараһам, “Разменные кассы” тип яҙылған, иҫәр, кешегә ышанып, ыштанға йөк тейәп килгәнмен, тим. Поезд бер сәғәткә һуңлап килгәйне. Иртәнге алтынсы яртылар тирәһендә институтты барып таптым. Ҡабаланып “Ҡабул итеү комиссияһы“ тигән ергә китеп барам. Урам һепереүсе елкәнән эләктереп, куда ты прешь, тип һораны. В приемную комиссию, тигән булам. А пораньше не смог, ти, ҡараным да, поезд опоздал, тием. Урам һепереүсе тәгәрләп ятып көлдө, ул бахыр ҡарауылсы аҙаҡ та, күрһә, ну как, сейчас не опаздывает поезд, тип мәрәкәләй торғайны. Бына, башҡорт телендә уҡып сыҡҡан егет Мәскәүгә уҡырға инеп китте.
Математиканы иң яҡшы беләм бүлектә, тик “руссам” насар. Уҡытыусы сығара ла, һөйләй алмағас, әйҙә, мәсьәлә сисеп өлгө күрһәт, ти. Шунан әйтеп һалам, “икс, елки-палки, игрик”, тип, русса тел әйләнмәгән ерҙә “елки-палки” тип ебәргәнмен инде. Шунан миңә “икс елки-палки“ тип исем ҡуштылар. Уҡыныҡ бит шулай ҙа, һәйбәт уҡыныҡ. Курста әрмәне лә, ҡырғыҙы, ҡаҙағы ла, төркмән, тажик, ҡарасәй, ҡабарҙы һ.б. булды, дуҫ йәшәнек. Уларға башҡортсаны өйрәтәм. Ятаҡта Райнер Позер тигән немец егете менән бер бүлмәлә йәшәнем. Тырышлыҡ, яңы белемгә ынтылыу уларҙың ҡанында бар, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Шунда минән башҡорт телен өйрәнде бит! Ҙур бер дәфтәр тотто, һүҙҙәрҙе башта немец, шунан рус һәм башҡорт телендә яҙып барҙы, ятланы. Рәсимә килгәс, һаумы, Рәсимә, тип тороп ҡаршы алды. Аҙаҡ, алты йыл бергә уҡынығыҙ , шунда һин дә немецса өйрәнһәң була бит, тип ғәрләндерҙе ҡатыным. Был миңә нимәгә тип уйланым ул саҡта, һуңынан үкендем. Институтты тамамлап ҡайтып киткәс тә миңә хаттарын башҡортса-русса яҙа ине. Нимә әйткем килә: әгәр беҙ туған телебеҙҙе ҡулланмаһаҡ, популярлаштырмаһаҡ, онотасаҡбыҙ. Үҙебеҙ ҙә тарихта ғына ҡаласаҡбыҙ. Ҡурҡыныс бит был!
– Мәскәүҙә башҡорт студенттары менән аралашып йәшәнегеҙме?
– Институтҡа килгән көндә үк Башҡортостан егеттәре бер-беребеҙҙе табып алдыҡ. Интернаттан Фәнил Имашев, Шамил Юлаев, Вәкил Дәүләтшин, Рәфис Хәлиуллин тигән егеттәр булды. Баһауетдинов та килеп сыҡты, класташым, өс быуын туғаным. Төрлө факультеттарҙан булһаҡ та, бер ятаҡта йәшәнек. 23 март яҡташтар йыйылышып Башҡортостан көнөн билдәләй инек. Мәскәүҙә саҡта Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Вафа Әхмәҙиевтар менән аралашырға насип итте. Ансар Йәрмөхәмәтов тигән дуҫым була торғайны, аҡыллы егет, етем бала, Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге академияла уҡыны, уға тиклем ауыл хужалығы техникумын тамамлаған булған. Бер ҡат кейем менән барып уҡырға инеп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап сыҡты, әммә терәк-таянысы булманы: әллә кемдәрҙе күтәрҙеләр, ә был иҡтисад фәндәре кандидаты “Урал” совхозында партком секретары булып йөрөнө, хатта директор итеп ҡуйманылар. Һуңынан ауыл хужалығы училищеһында директор урынбаҫары булып эшләне, әле лә шунда йәшәй ул. Мин уға ҡунаҡҡа бара торғайным, ул – миңә. Баржалар бушатырға, ҡарбуз ташырға алып бара торғайны. Аҙаҡ беҙгә ярты тоҡ картуфмы, йә өс-дүрт ҡарбузмы бирәләр. Ул йәшәгән ятаҡта тәртип ҡаты булды, һуңға ҡалһам, ҡундырмай ҡыуалап сығаралар ине. Ә уның бүлмәһе ямғыр һыуы ағып төшкән торба эргәһендә, шунан үрмәләп дүртенсе ҡатҡа күтәрелә торғайным. Ятаҡтары революцияға тиклем төҙөлгән, тимәк, торбаларын да намыҫлы кешеләр ныҡ итеп эшләгән булған, үәт!
Ике урамы ғына асфальтлы ҡалаға күсеп киттек
– Уҡып та бөткәнһегеҙ, кәләш ала һалып Сибайға эшкә лә төшкәнһегеҙ, шулаймы?
– Рәсимә менән дүрт йыл самаһы хатлаштыҡ. Әсәйем ҡайтҡан һайын, кәләш итеп мәрйәне алып ҡуйма, тиер ине. Мәскәү мәрйәһен алып ҡайтыуымдан ҡурҡып, каникулда арала ҡыҙҙар менән таныштырырға тырыша торғайны. Ҡыҙлы ғаиләләрҙе ҡунаҡҡа ала. Бер шахтер ағай хатта, Урал өйләнһә, машина бүләк итәм, ти икән. Мин машинаға өйләнәмме ни, әсәй, тим. Аҙаҡҡы курста, ноябрь айында, Рәсимә менән әхирәте Гүзәлде баш ҡалаға ҡунаҡҡа саҡырҙым. Гүзәлде – Новочеркасск, Рәсимәне Өфө самолетынан ҡаршы алып йөрөп, ҡаты һыуыҡ алдырып ләз яттым. Ҡыҙҙарға Мәскәүҙе дуҫым күрһәтте. 7 ноябрь бөтә юғары уҡыу йорттарынан егеттәр миңә ҡунаҡҡа килде. Улар күп, ҡыҙҙар әҙ. Төрлө милләт егеттәре минең ҡунаҡ ҡыҙҙарыма күҙ һала башланы. Бейергә төшөрәләр. Түҙеп-түҙеп йөрөнөм дә, музыканы туҡтатып, уртаға сыҡтым. “Не шумите, что-то важное скажу”, – тинем. Шунан француз кавалерҙары һымаҡ ҡулдарҙы болғап, эшләпә һалғандай хәрәкәт яһап, Рәсимә алдында баш эйҙем. “Мин ошо ҡыҙҙы яратам. Һеҙҙең алда уның ҡулын һорайым. Миңә кейәүгә сыҡ”, – тинем. Аптыранды Рәсимә. Шулай ҙа ризалыҡ бирҙе.
Сессияны иртәрәк тапшырып, тиҙ генә буласаҡ ҡайны-ҡәйнәм менән барып таныштым. Ғинуар башына Рәсимәне ауылыма алып ҡайттым. Әсәйем шунда, уҡыған бала алаһың, төҫ-башы, холҡо үҙебеҙгә оҡшаған, маладис, улым, ә туйҙы үҙем үткәрәм, тип, никахты тиҙләтте. Тәүҙә ҡыҙ яғында була бит инде туй, ғәҙәттә, ә бында әсәй үҙенсә хәл итеп, эшкә өйләнеп бараһың, тине. Мин диплом яҡлап йөрөгәнсе, Гөлдәр апайымдар ҡайнымдарға барып беҙһеҙ никах уҡытҡан, “Риза!” тигәнде минең урынға апайым ҡысҡырған. 7 март ауылым Мәҡсүттә туй булды, ҡыҙ яғында йәй үткәрергә килештек. Туйға төшкән болан һүрәтле һигеҙ ситса балаҫты Гөлдәр апайым, үҙе эшләгән магазинда һатып, аҡсаға әйләндереп бирҙе. Ә 1 апрелдән миңә эшкә ине. Шулайтып Сибайға киттем. Унан алда “Госплан”ға барҙым, ҡайтыр өсөн йүнәлтмә һораным, әтеү мине уҡытыусы итеп Тажикстанға ебәрәләр ине. Улар мине ҡайтарыуҙы һорап Мәскәүгә хат ебәрҙе. Бына һиңә өс ҡала, тинеләр, баш архитектор кәрәк. Сибайҙа шундуҡ фатир алаһың, Нефтекамала ярты йылдан, ти, ә Өфөлә ике йыл тирәһе көтөргә кәрәк була икән. Картаны алып ҡараным, минең районға, Төйлөгәнгә, Сибай 250 саҡрым, исмаһам, ауылыма яҡыныраҡ булайым, тип шуны һайланым. Унда ике урам ғына асфальт икән, ҡала 1955 йылда ғына нигеҙләнгән. Урамдары батҡаҡ, тигәс, сумаҙан һәм сеткаға резина итек һалып алып, самолет менән Магнитогорскиға остом, Сибайҙан машина килеп алды. Ул ваҡытта поезд йөрөмәй ине.
Июнь башында ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Йыһаз юҡ, матраста йоҡлап йөрөнөм. Шунан иптәш егетем Зәйнетдин Шәрәфетдинов, был ни хәл тип, бер килгәнендә сынаяҡтар һатып алып бүләк итте. Ә мин тәүге эш хаҡтарыма әсәйгә, туғандарға ярҙам иттем, Рәсимәгә бирҙем, шунан яйлап донъяһы ла йыйылды. Ул ваҡытта Сибай педагогия училищеһында Гөлфиә апай Юнысова башҡорт телен уҡыта ине. Иптәше Мирас ағай аспирантураға инеп, улар Өфөгә күсте. Гөлфиә апай урынына яңы ғына диплом алған Рәсимә килде. Училище директорына рәхмәт, Хөснөтдин Хәйбулла улы Хәмитовҡа, бына тигән шәхес ине. Аҙаҡ Мәмбәтҡолов булды, икеһе лә һәр яҡлап ярҙам итте.
– Ижад кешеһе менән йәшәү күңелле лә булғандыр, эйеме?
– Рәсимә бала һымаҡ ихлас, тиктормаҫ булды. Бигерәк тә киң күңеллегенә аптырай торғайным. Холҡо менән әсәйемә оҡшаған ине. Әсәйемдең бер ҡасан да отпускыһы, ялы булманы, ғүмер буйы һауынсы эшен башҡарып (ә атай етәселек эшендә, ток, ферма мөдире, бригадир булды), өйгә йоҡманы. Бөтә малды әсәй ҡарай, бесән саба, утыҙ сутый баҡса ере уның өҫтөндә, ҡыяр-кишерен, башҡаһын да үҫтерә, кәзәләрен тәрбиәләй, шәл бәйләй. Тағы ауылда иң шәп теккән кеше ине. “Зингер” машинкаһында мәскәүле күлдәктәр, төплө ыштандар текте. Мин әҙер заказдарҙы таратып, аҡсаларын алып ҡайта торғайным. Рәсимә лә шулай бөтмөр булды. Исемдәре лә оҡшаш ине. Әсәй – Рәхимә, кәләш – Рәсимә. Әсәй һәр ваҡыт, һин эсеп ҡайтып киленде маҙаһыҙлама, тип киҫәтә торғайны. Мин килендән белешеп торам, ти. Рәсимә ошаҡламай бит инде ул, беләм.
Әсәйем ғәрәпсә генә уҡый белде, Рәсимә лә БДУ-ла ғәрәп яҙмаһын өйрәнгән. Башта уны белмәй, ҡатыным хатын башҡортса яҙып ебәрһә, ейәндәре, ҡарсәй, киноға йә туңдырмаға аҡса бирһәң генә хатты уҡып ишеттерәбеҙ, ти икән. Аҙаҡ инде Рәсимә әсәйгә хатты иҫке төрки яҙмаһы менән яҙып ебәрә башлаған. Теге малайҙар килә лә, ҡарсәй, уҡыйыҡ, тиһә, эре генә, кәрәкмәй, тип яуаплай икән. Әсәйем менән ҡатынымдың үҙ-ара килешеп, бер һүҙле булыуҙарын күрһәң, э-эй, икәүһенең дә егәрлелеге... Сибайҙа кәләш менән икәүләп халыҡ театрына йөрөй башланыҡ, режиссер Дамир Ғәлимов, әйҙә, һинән буржуйҙы уйнатабыҙ, эсеңә мендәр бәйләргә кәрәкмәй, тип роль бирҙе. Бер айлап күрше райондарҙа гастролдә йөрөп, айына өсәр йөҙ тәңкә аҡса алып ҡайта торғайныҡ, ә эштә 180 һум ала инем. Рәсимә буласаҡ диссертацияһына балалар фольклорына бәйле материалдарҙы шул мәлдә туплай башланы. “Балалар фольклоры” китаптарын биш-алты томға еткерәсәкмен ти торғайны ла, өс томын ғына сығарып ҡалды.
– Эргәгеҙҙә тынғыһыҙ кеше булғас, һеҙ ҙә тик ултыра алмағанһығыҙ инде?
– Рәсимә бит һәр ваҡыт уйҙары, идеялары менән уртаҡлаша торғайны. Директоры Хөснөтдин Хәйбулла улы маладис булды, ҡатынымдың башланғыстарын күтәреп алды. Уның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында башта бер нәмә лә юҡ ине, шунда билдәле яҙыусыларҙың портреттарын эшләйек әле тип директорға ингән. Етәксе, уға күп аҡса кәрәктер инде, тип аптырап ҡалғас, мин Урал менән һөйләшәм, уның бер дуҫы бар, икәүләп тотонасаҡтар, аҡсаны күп һорамаясаҡтар, тигән. Тиҙҙән беҙҙе эшкә ҡушты. Ни хәл итәһең, тыңланыҡ, төшөрҙөк портреттарҙы. Шул һүрәтттәр 1976 йылдан алып бик күп йылдар кабинетта эленеп торҙо. Эй ул Рәсимәнең идеялары… Уйлап ҡына ҡуймай, төбөнә алып барып еткермәйенсә тынысланмай ине бит ул. Бер-бер артлы саралар уҙғарҙы, балалар өсөн әҫәрҙәрҙе башҡортсаға тәржемә итеү, фольклор йыйыу, шиғырҙар яҙыу, педагогик эшмәкәрлек араһында кешеләр менән ихлас аралашыуға ла ваҡыт тапты. Уның төп идеяһы – башҡорт теленең яҙмышы, киләсәге өсөн көрәш ине.
Рәсимә, ҡайҙа өтөр, нөктә ҡуйыла тип ҡыйышманы, иң мөһиме – балалар тел матурлығын тойһон, әҫәрҙе аңлап-тәмләп уҡыһын тип тырышты. “Урал, бер нәмәнән ҡурҡам, Аллаһ һаҡлаһын: бер заман килеп йәштәр, башҡорт артистары, яҙыусылары, композиторҙары нимәгә кәрәк ул, тип тормаһа ярай ине”, – тиер ине. Өйҙә туған телдә һөйләшмәһәләр, ата-әсәһе китап уҡытмаһа, мәктәптә генә килеп сыҡмай ул, тине. Баҡсанан, мәктәптән ҡайтҡас, балаларыбыҙ русса өндәшһә, аңламайым, тиер ине. Шунан улар ҙа аңлап алды әсәһенең позицияһын, өйҙә тик башҡортса һөйләштеләр.
– Эшмәкәрлегенән ялҡып китеп, әҙерәк туҡтап тор, Рәсимә, тигәнегеҙ булманымы?
– Ҡайҙан әйтәһең инде. Үҙе лә ул яҡтан һәйбәт ине, миңә бер әйтә лә, бер аҙ йөрөгәндән һуң асыуланып, һин нимә, һаман эшләмәйһең, тип ғәйеп ташламай, ә ипләп кенә, Урал, онотманыңмы, тип ҡуя ине. Өҫтөндә нимә бар, әхирәттәренәме, таныштарынамы тота ла бүләк итә торғайны. Кеше күңелен күрә белде. 1979 йылда мине өс айға Мәскәүгә квалификация күтәрергә ебәрҙеләр. Бармайым, шунда уҡып ҡайттым бит инде, тиһәм дә, бар, дошмандарҙың танауына сирт һин, тип өгөтләне. Ул ваҡытта баш ҡалаға бик ебәреп бармайҙар ҙа ине шул. Барҙым, ятаҡҡа урынлаштым, шунан кәшәлүкте асып ебәрһәм, “Оставь на похмель” тигән записка ята, кеҫәгә ҡулымды тыҡһам, Сибайҙың фотоһы килеп сыҡты, артында – “Помни о Сибае” тигән яҙыу. Салбарҙың артҡы кеҫәһенән дә “Держи хвост пистолетом” тип яҙылған записка таптым. Сумаҙандан кейем алайым тиһәм, кеҫәһендә бер нисә фотоһүрәт ята, “Беҙҙе онотма!” тип яҙып ҡуйған. Үәт бит, алдан уйлап, минең күңелде күтәргән. Ул саҡта ҡыҙыбыҙ Гөлназ, улыбыҙ Салауат бар ине инде.
Сибайҙа төрлө саҡтар булды. Аноним хаттар менән йонсоттолар. Әле йортоноң нигеҙе лә булмаған баҡсамды һигеҙ тапҡыр тикшерҙеләр. Ни өсөн тигәндә, ялыуҙа ике ҡатлы өй, аҫты – гараж, бассейны бар тип яҙғандар ине. Финанстарға бәйле ҡурҡынысыраҡ хәлдәр ҙә булды, эштәр судҡа етте. Шул саҡтарҙа ҡатыным ҡыйыу рәүештә минең өсөн, ғәҙеллек өсөн көрәште. Судта ла, партияның ҡала комитетында ла зәһәр итеп әйтерен әйтте. Бер ҙә илап йөрөмәне.
1985-1986 йылдарҙа Рәсимә “Белем” йәмғиәтендә лектор булды, ойошмаларҙа, мәктәптәрҙә, заводтарҙа “Минең телем – минең байлығым” тигән темаға лекциялар уҡыны. Сығышында Рәсүл Ғамзатовтың “Минең Дағстаным” тигән китабынан бер хикмәтте лә һөйләй ине. Һөйләмә һин уны, насар уйлы кешеләрҙең үҙеңә ҡаршы ҡулланыуы бар тип киҫәттем дә, юҡ, аҡыллыға ишара, бик йәтеш миҫал бит ул, тине. Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе ошолайыраҡ: “Бер авар кешеһе тауҙар аша ишәктә китеп барған. Уға йәйәүле юлсы тап булған, арыным, ултырт әле, тигәс, ултыртып алған. Бара торғас, йәйәүле, ҡана, ишәгеңде үҙем ҡыуалайым, тип дилбегәне һорап алған. Хужа рөхсәт иткән. Барараҡ юлсы, был минең ишәгем, был минең малым, тип ҡысҡырынып, хужаны ҡыуып төшөрөп ҡалдырған. Рәсүл Ғамзатов, тормошта ла шулай осраҡлы юлсыларҙың үҙебеҙҙең иҡтисад, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, хатта телебеҙ менән идара итеүенә юл ҡуябыҙ ҙа аҙаҡ терһәкте тешләйбеҙ, әйҙәгеҙ, саҡ ҡына аҡыллыраҡ булырға өйрәнәйек, тигән һығымта яһаған унда. Бына шул хикмәтте Рәсимә һәр ваҡыт үҙенең лекцияһында һөйләп, милли байлыҡтарыбыҙға, телгә һаҡсыл булырға өндәй ине. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе ваҡытында педагогия училищеһының ул саҡтағы директоры Хөснөтдин Хәйбулла улына, һеҙҙең уҡыу йортонда лекцияларында милләтселек идеяларын таратыусы бар, тигән хәбәр еткерәләр. Етәксе ҡайтыу менән, уҡыу йортон ауыр хәлгә ҡуйҙың тип ғәйеп ташлап, Рәсимәнән үҙ теләге менән эштән китеүен һорай. Кемдер ҡатынымдың юлын ҡыйыр өсөн аноним хат яҙған, хәүефһеҙлек органдары һиҙҙермәй генә лекцияһын барып тыңлаған.
Шунан Рәсимә теге китапты алып барған КГБ-ға, улай булғас, Рәсүл Ғамзатовты ла минең менән бергә хөкүм итегеҙ, тип бик нигеҙле, дәлилле сығыш яһаған. Шулай, Өфөгә барып үҙен яҡлап һүҙ әйтә алды, уның намыҫын ҡурсалап, минең дә байтаҡ дуҫтар сығыш яһаны. Шунан КГБ хеҙмәткәрҙәре училищела йыйылыш яһап, бар халыҡ алдында Рәсимәнән ғәфү үтенде. Шул осорҙа уны партияға алырға тейештәр ине, әммә тикшереүҙәр барғас, был эш тороп ҡалды. Әгәр шунда аяҡ салмаһалар, ҙур кеше булып китә ине ул, потенциалы бар ине. Аҙаҡ бер нисә йылдан һуң ғына партияға инде, шунан бер нисә айҙан КПСС та бөттө. Һин килеп, партияны тарҡаттың, тип шаярта торғайным мин уны.
Ғамзатовтың хикмәте бит бөгөн дә көнүҙәк, килешәһегеҙҙер. Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ дилбегәһен осраҡлы кешеләргә тоттороуҙар йыш булып тора, ҡыҙғанысҡа күрә. Кадрҙар үҙ ерлегебеҙҙән булырға тейеш, шул саҡта ғына улар халыҡтың хәлен аңлаясаҡ. Хатта шул туған тел уҡытыусыһына уҡыуға ла башҡа ергә инә алмаған осраҡлы кешеләр керә, аҙаҡ улар ауылға ла ҡайтып тормай. Был хәлде төҙәтеү өсөн иң беренсе башҡорт теле уҡытыусыһының абруйын күтәреү мөһим. Ә Рәсимә үҙенең эшенә эш тип түгел, миссия, бурыс итеп ҡараны, шуға ла фиҙакәр хеҙмәт итте.
– Рәсимә апайҙың Яҙыусылар союзының Сибай бүлексәһен булдырыу нигеҙендә тороуын да оноторға ярамайҙыр?
– Дөрөҫ әйтәһең, Урал аръяғы яҙыусыларын берләштереп, улар өсөн филиал төҙөү инициативаһын башта Рәсимә Ураҡсина менән Наил Ғәйетбай күтәреп сыҡты. Ижадсыларҙы бергә туплау өсөн күп эш башҡарҙылар. Әлфиә Ҡырымғужина (шәп шағирә ине, уның төркөмөндә уҡыны), Гөлирә Исхаҡова, Рәйес Түләков, Буранбай Исҡужин һәм башҡалар бергә ойошоп, райондарға сығып китә торғайны, кисәләр үткәрҙеләр. Беҙҙең фатир бүлексә асылғансы әҙәби штаб булды. Тиҙҙән бүлек рәсмиләштерелде, уға Учалынан күсеп килгән Таңсулпан Ғарипова етәкселек итте.
– Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы беҙгә, уҡыусыларына, шиғырҙарымды тәүҙә Урал ағайығыҙға уҡыйым, тип торғайны.
– Эйе, төн уртаһында ла уята ине, миңә ни уның яҙғандары барыһы ла оҡшай. Шәп яҙғанһың, тиһәм, дәртләнеп китер ине. Уның балалар өсөн яҙған шиғырҙарын тыңлай торғас ятлап та бөтә инем хатта. Сибайҙа Зөфәр Еникеевтар менән бер подъезда бер ғаилә кеүек йәшәнек. Ул да Рәсимәнең шиғырҙарын уҡып, фекерҙәрен әйтә торғайны. Элек кешеләр бер-береһенән ҡурҡманы, ярҙам итә торғайнылар. Бер көн Рәсимә Гөлназды икмәккә ебәргән, сыҡҡас, уныһының баҫҡыс аҫтына аҡсаһы төшкән дә киткән, илап ултыра икән. Зөфәр килеп сығып, хәлде асыҡлағас, икмәк, ҡалғанына үҙеңә петушок, печенье ал тип бер тәңкә тотторған.
Гөлназ мәктәпкә төшкәс, биш йәшлек ҡустыһына белем биреп, уҡытыусы булып уйнай ине, әсәһенән күргәндер инде. Шул мәлдәрҙә Тәнзилә һылыуым техникумда уҡыны, бер көн уны балалар менән ҡалдырып, һинд киноһына киттек. Ике сериялы ине, төнгө беренсе яртыла ғына бөттө. Ҡайтһаҡ, Тәнзилә менән Гөлназ илап ултыра, Салауат юҡ. Иптәштәренең ата-әсәһенә шылтыраттыҡ, улар ҙа балалар юҡ, ти, милицияға хәбәр иттек. Өйҙә генә ултырығыҙ, тип үҙем сығып киттем. Подъезда ул көн ут юҡ ине, бер сәғәтләп эҙләп йөрөп килдем дә, ҡулым менән һәрмәнеп ишеккә тотонайым тиһәм, бер башты тотоп алдым. Атай, һинме, һин дә һуңланыңмы, ти. Эйе, мин дә һуңланым, тигән булдым. О-ой, ул ваҡытта рәхәт, әсәй икебеҙҙе бергә әрләйәсәк, тип ҡыуана был. Ингәс, тегеләргә ым бирҙем, шымығыҙ тип. Ашарға ултыртҡайныҡ, бер-ике ҡалаҡ ҡапты ла, йоҡланы ла китте. Эргәлә, 400-500 метр алыҫлыҡта, тау техникумының ятағы төҙөлә ине, шунда атыш уйнап, мауығып, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҡалғандар икән. Шунан бер заман эргәлә “Пионерҙар йорто” күтәрҙек, Салауат барып “Фотоһүрәт”, “Тере мөйөш”, “Малайҙар хоры” һәм башҡа булған бөтә түңәрәктәргә яҙылды. Шулай, һәүетемсә генә егерме йыл тирәһе йәшәп ташланған Сибайҙа.
Өфө беҙҙе таныштырҙы, Өфө беҙҙе айырҙы…
– Өфө тарттымы икән, 1993 йылда Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы ҡасандыр үҙе уҡыған мәктәп-интернатҡа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып килде. Уның уҡыусыһы булып, ул ойошторған әҙәби түңәрәктә шөғөлләнергә яҙҙы миңә лә.
– Рәсимә аспирантураға инде. Рәми Ғарипов исемендәге гимназияға эшкә саҡырҙылар. Салауат менән икеһе баш ҡалаға күсеп китте. Беҙ Гөлназ менән Сибайҙа ҡалып торҙоҡ. Ҡыҙым айырым йәшәүҙе ауыр кисерҙе. Атай, беҙ бит – ике ҡара кеше, Салауат менән әсәй – ап-аҡ, ҡара кешеләрҙе бында ҡалдырҙылар, Сибайҙа, тип эй илай ине. Ҡыҙыбыҙ мәктәпте “бишле“гә генә тамамлағайны, педучилищела уҡыны, һағына ине инде. Рәсимәнең, әгәр яҡшы белгес булам тиһәң, ҡыҙым, әйҙә, педучилищенан башла тигәнен тыңланы ул. Шунан ултырып илай ҙа, әсәйем беҙҙе яратмай, тип көйәләнә. Шул саҡта әсәһе ҡыҙына арнап иҫ киткес йылы, хәстәрлекле хат яҙып ебәрҙе. Ул һағыш һәм мөхәббәт менән һуғарылған хатты әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Ҡыҙ бала нескә күңелле була шул. Ә Салауат, барлыҡ Ураҡсиндар һымаҡ уҡ, ғәҙеллек өсөн йәнен бирә торған кеше. Нефть университетында яҡшы уҡыны, байтаҡ спорт төрҙәре буйынса йыйылма командаларҙа уйнаны. Әле ейәнем Ғәзиз дә, төҙөлөш факультетына барам, ти. Гөлназдың ҡыҙы Радмила иһә Санкт-Петербургта уҡый, ул да мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. Уға Рәсимә апайың, сегән исеме ҡуштылар, тип илап, мулланан Нәфисә тип әйттергәйне, үҙ-ара шулай атап йөрөттөк. Ейәнсәрем хәҙер Санкт-Петербург юридик академияһында инглиз, француз, япон телдәрендә белем ала, яҡшы уҡыһалар, 4-се курстан Японияға ебәрәләр икән.
– Ҡыҙым Гөлназ, уҡыусыларыңды минән нығыраҡ яратаһың, тип үпкәләп тә йөрөнө, тип һөйләгәйне Рәсимә апай.
– Ҡыҙым һөнәре буйынса психолог. Бик аҡыллы бала. Әммә ваҡытында, ысынлап та, шундай үпкәһе лә булды. Үҙең уйлап ҡара, Рәсимә көнө-төнө эш тип янды, уҡыусыларын эйәртеп ҡайҙа ғына йөрөтмәне, ижадсыларға ярҙам итте, өйгә лә йыш ҡына юлсыларҙы йә уҡыусыларын алып ҡайта ине. Ул эшенә мөкиббән булды, идеялар менән янып йәшәне. Бала кешенең әсәһенең иғтибары башҡаларға бүленеүен ҡыҙғанып ҡабул итеүе лә тәбиғи. Ә ижад кешеһе үҙе лә йылыға мохтаж. Был мәсьәлә тулыһынса алда әйткән хатта асып һалына, унда ҡатыным хат эсенә ҡыҙына тип йөрәген өҙөп һалып ебәргән тиһәң дә була. Гимназияла ла бик күп шәхестәр менән осрашыуҙар үткәрҙе Рәсимә. Уҡыу йортоноң Рауил Бикбай исемендәге премияһын булдырҙы. Байтаҡ уҡыусылары республика олимпиадаларында еңеп, имтиханһыҙ уҡырға инеп китте. Яҡын әхирәте Факиһа Туғыҙбаеваны ҡеүәтләп, “Аҡбуҙат” журналын үҫтереүгә лә ҙур ярҙам итте. Диссертацияһын уңышлы яҡланы, шул осорҙа бер-бер артлы балалар өсөн китаптары донъя күрҙе. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ине. Иҫегеҙҙәме икән, 1993 йылдарҙа сәйәси ғауғалар булды, башҡорт телен дәүләт теле итеп иғлан итеү өсөн көрәш мәле, татарҙар үҙҙәренекен талап итә, беҙҙекеләр – үҙенекен. Шунда Рәсимә менән Факиһа Мостай ағайға баралар (Мостайҙы ул ваҡытта йәмғиәттә аҙыраҡ ситләттеләр). Һеҙҙең һүҙ кәрәк тип уны митингка алып китәләр. Башҡорт менән татарға был донъяла нимә бүлергә, беҙ бит – бер ҡоштоң ике ҡанаты, ти ул. Көслө һүҙҙәр! Мостайҙың шул сығышынан һуң бит халыҡ тынысланды.
– Гимназиянан киткәс, Рәсимә Ураҡсина фән өлкәһен яуланы, педагогиканың яңы өлкәләрендә лә үҙен уңышлы һынаны. Әммә бер осор көнсөлдәрҙең хөсөтө сәбәпле радио-телевидениела сығыш яһарға яҡын ебәрмәнеләр, шундай мәлдәрҙе лә үткәрҙе ул.
– Рәсимә Уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыу институтына барҙы. Фиҙакәр эшләне. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса күп кенә уҡытыу методикалары булдырҙы. Башҡорт дәүләт педагогия институтында ла дәрестәр алып барҙы. Шунан, барыһын да аптыратып, атаҡлы Щепкин исемендәге училищела башҡорт театры өсөн актерҙар әҙерләү төркөмө асылғас, уларға тәрбиәсе булып Мәскәүгә күсеп китте. Ундағы эшмәкәрлеге хаҡында күп яҙҙылар. Бер генә хеҙмәтен айырып әйткем килә, “Һүҙ. Театр. Тормош. Башҡорт телмәре әҙәниәте” тип аталған уникаль хеҙмәт яҙҙы ул унда. Уны, моғайын да, атаҡлы театр белгестәре эшләргә тейеш булғандыр, асылда был эште ябай уҡытыусы башҡарып сыҡты. Уға ярҙам иткән Мәскәү уҡытыусылары аҙаҡ шул китап арҡаһында фән докторҙары булып китте. Мәскәүгә студенттар алып киткәнендә Мәғариф министрлығында, яртыһын уҡытып, дипломлы итеп алып ҡайтһаң, маладис булаһың, тигәндәр, ә ул бөтәһен дә тиерлек уҡытып бөтөрөп алып ҡайтты, бер нисәүһе генә төшөп ҡалды.
Студенттарының күбеһе ябай ғаиләләрҙән ине, улар тыуып үҫкән райондың хакимиәт башлыҡтарына хаттар яҙып, матди яҡтан шулай ярҙам итә торғайны. Ә инде улай ҙа килеп сыҡмаһа, минән шылтыраттыра, хәлдән килгәнсә ярҙам иттем. Студенттарға буш бүлмәләр биргәндәр, тумбочка-шифоньерҙар, һауыт-һабалар, тас-фәлән дә юҡ ине, шунан мин бер коммерсантҡа мөрәжәғәт итеп, һәр бер бүлмәгә кәрәкле йыһаз алып ултырттыҡ, һауыт-һаба ла алдыҡ. Бына ул Рәсимәнең хәстәрлелеге. Яраттылар уны мәскәүҙәр, уны бит Быстрицкая ҡосаҡлап ҡына йөрөттө, ул да шунда уҡыта ине, ректор Солонин да үҙ итте. Беренсе тапҡыр барҙым да шунда Рәсимәне эҙләп йөрөйөм, ҡараһам, бер таныш кеше ултыра. Где-то я вас видел, тиһәм, көлә, ”Любовь и голуби”ла “Атайымды балта менән сабам!” тип яндырайланған егет икән.
– Архитектор булараҡ, әлеге Өфөнөң төҙөлөшөнә бәйле ниндәй фекерҙәрегеҙ бар?
– Рәсимә апайың мине эшем буйынса һәр ваҡыт тәнҡитләй ине. Бына сит илдә классика, готика, ислам архитектураһы бар, бер ерҙә лә француз, инглиз архитектураһы тигән төшөнсә юҡ, ә беҙҙә башҡорт архитектураһы тигән һүҙ алып килеп сығарҙылар. Беҙҙеке ислам архитектураһына яҡын. 2005 йылда Алматыла Бөтә Ислам донъяһы архитекторҙарының халыҡ-ара съезы булды, Башҡортостандан икәү барҙыҡ, Илдар Нариман улы Сабитов һәм мин. Барыһы ла сығыш яһай, Үзбәкстан, Тажикстан һәм башҡалар боронғо ҡоролмаларын күрһәтеп һөйләй. Бер саҡ үзбәктәрҙең архитекторҙар союзы рәйесе Рөстәм Кәримов сығыш яһаны ла, мин бында башҡорт туғандарыбыҙға ҙур рәхмәт әйткем килә, улар үтә ипле, үҙҙәрен күрһәтеп бармай, тине. Бөтәһе лә әйләнеп ҡарағас, беҙ ҙә тороп баҫтыҡ. “Ҡул сабайыҡ әле уларға, бәлки, һеҙ аңлап та етмәйһегеҙҙер, уйлап ҡарағыҙ әле: Рәсәй империяһы Урта Азияны ҡасан яулаған? 1870 йылдарҙан һуң ғына, ә уға тиклем улар Волга һәм Урал буйҙарын үҙләштергән. Ә һеҙ башҡорттарҙың империяға ҡаршы нисә тапҡыр баш күтәргәнен беләһегеҙме? Йөҙәрләгән тапҡыр, һәр береһе ҡот осҡос юғалтыуҙар һәм ҡазаларға килтереүенә ҡарамаҫтан, уларҙың рухы һынмаған, көрәштән ваз кисмәгәндәр. Урал, һеҙ ҡасан үҙ теләгегеҙ менән Рәсәй составына ингәнһегеҙ әле?” – тип һораны һүҙ аҙағында. 1557 йылдар тип яуап бирҙем. “Күрәһегеҙме, нисә быуатты улар аяуһыҙ көрәштә үткәргән. Уларҙың ҡалаларын шул күтәрелештәр ваҡытында карателдәр ер йөҙөнән юҡ иткән, меңәрләгән ауылдары ла халҡы менән ҡуша яндырылған. Әгәр шунда башҡорттар күндәмлек күрһәтеп, рустар шул заманда уҡ Азияға үтеп инә алһа, беҙҙең әлеге боронғо ҡалаларыбыҙ ҙа булмаҫ ине. Башҡорттарҙың һынмаҫ рухы һәм ҡаһарманлығы барлыҡ Урта Азияның матди байлығын, шул иҫәптән архитектураһын да ҡотҡарған, һаҡлап ҡалған, кеселеклек менән баш эйәбеҙ һеҙҙең алда» – тине.
Шунда ғына башҡа барып етте, хаҡ бит был һүҙҙәр! Арҡайым, Таналыҡ, Боронғо Өфө, йүнләп тикшерелмәгән башҡа тиҫтә-тиҫтә ҡалалар һуң... Уларҙың нигеҙҙәре бар бит! Бына, һылыу, нисек ул! Беҙ шуны онотабыҙ! Рәсимә лә, бына бит, Урал, Арҡайымды ҡара әле, бөтә ҡоролмалар түңәрәк, ярым түңәрәктәр, формалары халҡыбыҙға хас сәнғәт элементтарынан тора бит, тиер ине. Беҙ Рәсәй империяһының көнсығышҡа экспансияһын тотҡарлап торғанбыҙ. Шул уҡ Биләр, Болғар кеүек ниндәй ҙур ҡалалар ер менән тигеҙләнгән.
– Эшләгән саҡта Өфөнө үҙгәртеү буйынса һеҙҙең ниндәйҙер пландарығыҙ булғандыр бит инде?
– Өфөнөң, әле бына хәҙер аэропорт яғынан килгән юлын киңәйтмәк булалар, ҡара һуң, шунда яр буйы нисек эшләнгән, зыярат һымаҡ. Ундай “биҙәк”тәргә баштан ҡаршы булдым. Пенсионер инем инде, “Башкиргражданпроект”та кәңәшсе булып эшләй инем, ҡапыл директорҙы Хәмитовҡа саҡырҙылар, ул мине ебәрҙе. Шунда ризаһыҙ тыңлап ултырғанымды күреп һүҙ бирҙеләр. Рөстәм Зәки улы, Һамар, Ульяновск, Мәскәү, Ҡазанды һәм башҡа йылға буйында ултырған ҡалаларҙы ҡарағыҙ әле, торба ҡаҙап, бетон ҡойоп буялған ярҙар юҡ бит, тинем. Тәбиғи таштар әҙме беҙҙә, Учалы районында хатта юлдар йәшмәнән. Дөрөҫ күҙаллағанмын, хәҙер ул бетонды ҡаплаған буяуҙар һарғая ла башлаған. Һүҙемде тыңламанылар, ҙур хата булды ул. Совет йылдарында ла башҡорт биҙәктәренең элементтарын ҡулланып балкон-фәләндәр эшләгәндәр, хәҙер ундай йүнәлеш бөтөнләй юҡ. Шуныһы йәл.
– Өфөнөң архитектур үҫеше буйынса этниканы ла күҙ уңында тотҡан берәй планы булмағанмы икән?
– Булды, әммә уны тормошҡа ашырыусы булманы. Заманында мин бында эшкә килгәс, бер төркөм архитектурҙар йыйылып, индек хужаларға. Интернационал урамы, Биатлон үҙәге тирәһенән Алексеевка яғына, Ҡазанға сыға торған яҡҡа күпер төҙөү идеяһы менән, (ул саҡта ҡала халҡының өстән бер өлөшө Затон күперенә ҡала эсенән уҙмай ғына эләгә алыр ине), икенсе күпер Сипайловонан йә Инорстан М5 юлына сығыр өсөн һалынһасы, тигәйнек. Был идеяларға тейешенсә иғтибар булмай, аҙаҡ онотолоп ҡалдылар. Ул саҡта аэропорт яғынан киңәйтергә лә кәрәкмәҫ ине. Шунан ҙур мәсетте проектлағанда беҙҙең команданың варианты матур, ерлекле ине, унда ла ул саҡтағы етәкселек татар архитекторҙарының эшен өҫтөн күрҙе. Һөҙөмтәлә Аҡтүбә мәсетенекенә бик оҡшаш бина һалып яталар. Шунан ҡаҙаҡтар, һеҙ беҙҙең архитектураны сәлдергәнһегеҙ икән, тигән хәбәр ебәрҙе. Заманында хәҙерге Конгресс-холды әҙерләгәндә лә Сәмреғоштоң ҡауырһыны ергә төшөп, кешеләрҙе ямғыр-ҡарҙан һаҡлай икән, тигән идеяны тәҡдим иттем, Ришат Муллагилдин шул формала башта һәйбәт итеп кенә алып киткән ине, хәҙер был проект хаҡында һөйләгәндә минең исемде бөтөнләй ҡыҫтырмайҙар, ярай инде. Иң мөһиме – фекер, алдан уйлағанса уҡ булмаһа ла, тормошҡа ашты. Идеялар мәлендә күп булды ул.
– Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы менән бергә шуны-шуны эшләп өлгөрмәнек тигән үкенестәрегеҙ бармы?
– Бар ғына түгел, күп! Беҙ уның менән милли архитектура тарихын биреп, шуны нисек бөгөнгө беҙҙең шарттарҙа дауам итеп ҡулланырға мөмкин, тигән планда бер китап яҙмаҡсы булғайныҡ,. Башҡорт сәнғәте һәм мәҙәниәте өсөн шәп хеҙмәт булыр ине ул. Тағы икәүләп ейән менән ейәнсәрҙең кемдәр булып китеүҙәрен күрергә хыяллана инек. Ғәзиз бит тик ҡартсәһе менән генә мунса инә торғайны. Ул уны ҡарға сығып сумырға, кире кереп сабынырға ла өйрәткән ине хатта. Ә Радмила-Нәфисәне гел йөкмәп кенә йөрөнө Рәсимә, шаяртып, “мешок картошки” тип торғайны. Мәктәптә уҡыған сағында ла телефондан, ҡартсәй, мешок картошки шылтырата, тип ебәргән булыр ине. Ҡайһы берҙә унһыҙ шул тиклем ауыр…
Рәсимә менән алты йыл бер класта уҡыныҡ, мин һинең нимә әйтереңде йә нимә ҡылырыңды алдан белеп торам, ти торғайны. Мин дә белеп бөткән инем, бынан әрләнергә кәрәкмәй, тиҙ генә йомошон үтәп ҡуяйым, тип уйлай һала инем. Бер-береңә бер туғандай булыу, бер-береңде үтә күргәндәй белеү бер яҡтан шәп нәмә икән ул. Хәҙерге заманда, бәлки, улай түгелдер ҙә, күберәк кеҫәгә ҡарап кәләш йә кейәү эҙләй башлайҙар бит. Беҙҙе физиканан уҡытҡан Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина, һеҙ кәләштәрҙе ситтән эҙләмәгеҙ, егеттәр, ана матур-матур ҡыҙҙар эргәгеҙҙә, ти торғайны. Бер мәл Рәсимә менән поезда каникулға ҡайтып барабыҙ, математика уҡытыусыбыҙ Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы осраны, беҙҙе күргәс, ҡыуанып бөтә алмай, ҡосаҡлап ала ла үбә, балаларға үрнәк күрһәттегеҙ, тип класташтар өйләнешкәнгә эй шатланды.
Нимә генә тимә, барыбер бер ҡанатым өҙөлгән һымаҡ. Уны әсәй, туғандар ярата торғайны, Зиннур ағайым бигерәк яҡын итте. Үҙе лә минең туғандарҙы ҡәҙерләне. Рәсимәне иҫләһәм, шунда уҡ әсәйҙе лә хәтерләйем, улар минең өсөн айырылғыһыҙ кеүек. Әлеге тормош юлдашым Венера Әнүәр ҡыҙы – немец теле уҡытыусыһы, үҙ йүнәлеше буйынса бик булдыҡлы һөнәр эйәһе, Башҡортостандағы иң яҡшы немец теле уҡытыусыларынан һанала. Заманында конкурстарҙа беренсе урынды алып, Германияға путевкалар менән бүләкләнгән. 23-сө мәктәптә оҙаҡ йылдар директор булған, пенсияға сығып, инде ял итәм тигәнендә, 107-се мәктәпкә саҡырып алдылар. Әле директор урынбаҫары булып эшләй. Фиғеле менән тап Рәсимә ише тынғыһыҙ, хәстәрлекле. Рәсимә хаҡында һөйләһәләр, ул да ҡыҙыҡһынып тыңлай, бәхетле ҡатын, күпме кешенең хәтерендә изгелекле һыны йәшәй, ти. Венераға ҡарап, Рәсимәнең, әсәйемдең рухын күҙ алдымда тергеҙәм кеүек. Сабыр, ижади, матур ҡатын-ҡыҙҙар, ысынлап та, донъя тотҡаһы шул.
Күптәр белмәйҙер ҙә, Урал Ураҡсиндың “Дуҫтарыма ҡала бүләк итәм” тип аталған мауыҡтырғыс йөкмәткеле автобиографик әҫәре бар. Уны йыйынтыҡ итеп баҫмаға әҙерләгән мөхәррире Рәсимә Ураҡсина китаптың башына ғәзиз кешеһенә арналған шиғыр юлдарын урынлаштырған:
Төҙөү, төҙөлөштәр, төҙөүселәр…
Киләсәккә тиеп талпындың.
Бушатырға яйың булды микән
Йүгәнләгән саптар атыңды?
Һынауҙарҙы еңдең, еңелмәнең,
Һин эшләнең, юҡҡа еңмешмәнең.
Мәңгелеккә йөрәгеңдә һаҡла
Бәхетеңдең татлы емештәрен.
Бергә саҡтарында үҙ парына аҡҡошом тиеп әйттермәгән, ваҡытһыҙ тормош бәйгеһен ташлап киткән ғорур, уңған шағирәнең тыныс фәлсәфәһе сағыла арнауҙа. Тормош бәйге генә түгел, йөрәктә йәшәгән тын һүрәт тә – уның айырылғыһыҙ бер өлөшө тигән фекер ята унда.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА әңгәмәләште.