ИСТОРИЯ ПРОИСХОЖДЕНИЯ КУРАЯ.
Курай - самый известный и популярный башкирский национальный инструмент. Можно сказать, что это - символ башкирского народа. Цветок курая изображен на государственном флаге республики.
Но был ли курай всегда башкирским инструментом? И вообще, какова история его происхождения? Несмотря на то, что этот музыкальный инструмент по праву возведен в народе и республике до уровня культа, исследований на эту тему практически нет. Диссертация Ильясова Т. Т. дает очень детальное описание инструмента, его роль и место в новейшей истории башкирского народа, но не дает ответа на главный вопрос - откуда этот музыкальный инструмент появился у башкир.
А ведь многих интересует этот вопрос. И по праву. Курай - действительно не только главный музыкальный инструмент, но и символ, и гордость башкирского народа. Тем интереснее будет узнать читателю, что таковым он стал относительно недавно. По крайней мере, связывать его с башгардами и бурджанами - древним этносом, являющимся коренным для башкир, - не приходится.
Миңә йәш ҡурайсылар интернетта Артур Иҙелбаевтың ҡурай тураһында мәҡәләһе булыуын еткерҙе һәм фекерҙәрем менән бүлешеүемде һораны. Был яҙманы уҡыным һәм уйға ҡалдым: “Артур Иҙелбаев ҡурай донъяһында билдәле түгел, ул был хаҡта ниндәй маҡсат менән яҙған?”
2000 йылда Төркиәлә халыҡ-ара китап уҡыусылар даирәһенә иҫәпләнгән яңы баҫманың беренсе һанында “Ҡурай – башҡорттарҙың милли ҡоралы” (“Диалог Евразия”, 2000, №1) тигән мәҡәләм донъя күрҙе. Мин уны (рус телендә) шул ваҡытта Башҡортостанда булған төрөк иптәштәрҙең үтенесе буйынса яҙғайным. Яңы баҫманың исем туйында ҡатнашҡан ул ваҡыттағы Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, республика матбуғаты биттәрендә журнал тураһында мәғлүмәт биргәндә, унда башҡорт материалы ла булыуынан ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе. 2007 йылда Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан “Башҡортостан” тарихи-мәҙәни атласы баҫылып сыҡты (Мәскәү – Өфө, 2007), уға үрҙә күрһәтелгән мәҡәләнең тулыландырылған варианты инеп китте. Һәм һуңғы йылдарҙа ла уға ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүәләр булманы...
...Артур Иҙелбаев мәҡәләһенән төп фекерҙәрҙе миҫалға килтерәйек:
Ҡурай – төп музыка ҡоралы ғына түгел, ә башҡорт халҡының символы һәм ғорурлығы ла. Ул сағыштырмаса яңыраҡ ҡына ошо кимәлгә етте. Һәр хәлдә, уны башҡорттарҙың төп өлөшө булған боронғо этнос – башгардтар һәм буджандар менән бәйләргә тура килмәй.
“Ҡурайҙы боронғо башҡорт этносы менән бәйләргә тура килмәй...” – бына шулай, бер дәлилһеҙ, туранан-тура маңлайға!
Артабан ошо раҫлау нигеҙ итеп алына һәм, асыҡ итеп әйткәндә, манипуляция башлана:
Ул саҡта ҡурай башҡорттарға ҡайҙан һәм ҡасан килгән?
Әйҙәгеҙ, башта ҡурайҙың бар халыҡтарҙа ла тиерлек булған тынлы музыка ҡоралдарынан төп айырмаларын асыҡлайыҡ:
1. Ҡурай шул уҡ исемдәге сатырлы үҫемлектең көпшәһенән әҙерләнә.
2. Ҡурайҙың тауыш сығарыу өсөн махсус ҡулайламалары юҡ.
3. Ҡурай билдәле бер оҙонлоҡҡа һәм билдәле бер уйымдарға эйә.
4. Ҡурайҙа уйнау өзләү менән үрелеп бара.
5. Ҡурайҙа уйналған һәр көйҙөң легендаһы бар.
Донъяла ҡурайға оҡшаған һәм параметрҙары буйынса уникаль булған музыка ҡоралдары тағы ла бармы икән? Юҡ тип һанала. Ләкин ул бар. Ул – монголдарҙың “цуур”ы. Шулай уҡ Алтай һәм Хинган урмандарында үҫкән сатырлы үҫемлектең көпшәһенән эшләнә. Цуурҙың уйымдар һаны һәм улар араһындағы арауыҡтар ҙа ҡурайға оҡшаш (ҡайһы саҡта берәүгә аҙыраҡ, был артыҡ мөһим түгел).
Артур Иҙелбаевтың “Ҡурайға оҡшаш музыка ҡоралдары донъяла юҡ тип һанала” тигән фекеренән башлайыҡ. Мин, бар яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алып, шулай тип әйтәм: бер ҡайҙа ла, бер кем тарафынан да ундай ҡараш ҡабул ителмәне. Беҙ, ҡурайсылар, мәҫәлән, ҡурайҙың игеҙәк кеүек шумер флейтаһына (беҙҙең эраға тиклем ике мең йыл элек!) оҡшаш икәнен беләбеҙ.
Артур Иҙелбаев, ҡурай үҙенсәлектәрен һанағанда, уйымдарҙың һаны тураһында теүәл биш түгел, ә “билдәле бер” тип яҙа. Мин уның ни өсөн былай тиеүен аңлайым да кеүек: бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡурайҙа артыҡ уйым яһарға теләүселәр бар, белмәйем уларҙы кем тип атарға, тик ҡурайсы түгел. Артур Иҙелбаев цуур уйымдарының һаны тураһында ла томанлы яҙа һәм хатта “ҡайһы саҡта берәүгә аҙыраҡ, был артыҡ мөһим түгел” тип тә өҫтәй. Ләкин был – бик мөһим!
Оҙонлоҡ, уйымдарҙың һаны, улар араһындағы арауыҡ тынлы музыка ҡоралының төҙөлөшөн билдәләй, ә төҙөлөш уның тембрын, йәғни “йәнен” барлыҡҡа килтерә. Әйтәйек, төркмәндәрҙең ҡурайға оҡшаш музыка ҡоралы бар, “каргы-төйдүк” тип атала. Уйнау уйымдары – алтау, ҡурайҙа уйнаған кеүек үк уйнайҙар, әммә... тембр бөтөнләй икенсе! Төйдүктә башҡорт халыҡ көйҙәрен дә башҡарып булалыр, ышанам, әммә ул башҡорт күңеленең нескә ҡылдарына ҡағыламы икән?
Талантлы ҡурайсы, композитор Абдулла Хәлфетдинов профессиональ флейтасы була. Ҡайһы берҙә ул флейтаның осон бороп алып, ҡурайҙа уйнаған кеүек хроматик рәтте ала, аҙаҡ
зауыҡһыҙ килеп сыҡты, сөнки ҡурай тембры юҡ тип әйтә ине. Күреүебеҙсә, Артур Иҙелбаев халыҡ тынлы ҡоралының төҙөлөшө һәм тембры нимә икәнен дә белмәй.
Ҡасандыр беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, музыка менән шөғөлләнеп, күңел ҡушыуы буйынса ҡурай төҙөлөшөн тапҡан. Шулай итеп, башҡорт күңеленә ҡурай “күңеле” асылған: бар тарихи дәүерҙәрҙә лә уның тоғро юлдашына, хатта тарихи йылъяҙмасыға әйләнгән. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “хроматик ҡурай”ҙы пиар итергә тырышҡан “сәнғәт әһелдәре” бар. Тик был псевдоинструментта ҡурай тембры юҡ икән, уға ҡарата ҡурай атамаһын ҡулланып буламы һуң? Уны теләһә нисек атағыҙ, тик ҡурайҙы ғына тыныслыҡта ҡалдырығыҙ!..
Мәҡәләнең тулы варианты "Ағиҙел" журналының 2-се һанында.