Бер мәл Юлдаш" радиоһы егеттәре "Халыҡ-ара туған телдәр көнө" уңайынан бик ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо. Унда төрлө төбәк һөйләшенә ҡараусылар үҙҙәрендә генә ҡулланылған һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр төҙөнө. Афарин егеттәр, көн үҙәгенә ҡағылған мәсьәләләрҙе ваҡытында күтәреп ала беләләр. Кем әйтмешләй, "ҡаҡ маңлайына сиртәләр". Күп йылдар элек Белорет районының Абҙаҡ ауылында булғайным. Унда йәшәүсе күбәләк башҡорттары, үҙҙәре әйткәнсә, "тамырса" һөйләшәләр. Тик ҡайһы ваҡыт уларҙы бөтөнләй аңлап булмай...
Күбәләктәр Белоретты - Биларат, Верхнеуральскиҙы - Ҡала, Магнитты Город, ти. Әйтәйек, "Сабиттың Сәғите буласаҡ кәләшен Белореттан алып ҡайтҡан. Кәләше төҫкә-башҡа бик матур икән..." тигәнде абҙаҡтар: "Сабиттың Сәғите Билараттан орғасын апҡайтҡан, суҡышы теүәл икән..." тип аңлата. Абҙаҡтар менән табында ултырһаң, берәү йырлаһа — "шәп баҡыра", бейеһә — "арыу тапай", алдашһа — "шылдырып арҡандай", тип баһалайҙар. Бесәнде улар "ер йөнө", егетте — "ҡош", мылтыҡты "төкөргөс", "оҙон сыбыртҡы" йә "ҡөнәфиә" тип атай. Рәшит Хызыров мине һуйыр һунарына алып барҙы. Ул, уйнаған һуйырға табан атлап һәм ҡапыл туҡтап ҡалып китеп барғанда, ҡунағына ихтирам йөҙөнән һуйырҙы миңә аттырмаҡсы итеп "төкөр" тине. Мин төкөрҙөм. Һуйыр был тауышты ишетеп осоп китте. "Төкөр", тиеүе "ат" тигән һыны булған икән.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
185-се күҙәтеү.