Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Февраль 2021, 10:20

Ҡыр-Йылан, Ҡаңлы, Ҡырғыҙ – барыһы ла Туймазылар.

Туймазы районының башҡорттар нигеҙ һалған ете тиҫтәнән ашыу ауылында элекке йылан, ҡаңлы, байлар, ҡырғыҙ, әйле һ.б. ҡәбиләләр вариҫтары ғүмер итә, тип яҙа “Атайсал” китабы авторҙары, филология фәндәре докторы Азат Камалов һәм Фирүзә Камалова.2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа районда бөтәһе 131,2 мең кеше теркәлә, шуларҙың 43 меңләбе – башҡорт, 29,7 меңе – урыҫ, 50,2 меңе татар һ.б. яҙылған. Туймазы ҡалаһында башҡорттар – 14,5 мең, урыҫ – 16,6 мең һәм татар – 30,9 мең. Сыуаштар, мариҙар һ.б. – 4 мең самаһы. Нигеҙле шик тыуа: был саҡлы татар ҡайһы дәүерҙәрҙә һәм ҡайһы тарафтарҙан ағылған? Ә бит тарих ундай мәлдәрҙе хәтерләмәй. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ДөйөмМәҡәләләр#ХалыҡИҫәбенАлыу#МәхмүтХужин

Ҡыр-Йылан, Ҡаңлы, Ҡырғыҙ – барыһы ла туймазылар
Туймазы районының башҡорттар нигеҙ һалған ете тиҫтәнән ашыу ауылында элекке йылан, ҡаңлы, байлар, ҡырғыҙ, әйле һ.б. ҡәбиләләр вариҫтары ғүмер итә, тип яҙа “Атайсал” китабы авторҙары, филология фәндәре докторы Азат Камалов һәм Фирүзә Камалова.
Мәҫәлән, Яңы Бишенде, Ҡарат, Яңы Нарыш, Исмаилға һ.б. – йылан; Бүкәй, Әйтәктамаҡ, Бишҡурай, Ҡандра-Ҡотой һ.б. – ҡаңлы; Соҡаҙыбаш, Сайрән, Иҫке һәм Яңы Арыҫланбәк – мең; Түбәнге Бишенде, Иҫке Туймазы, Йәрмөхәмәт, Соҡаҙытамаҡ, Төпкилде – әйле; Татар Олҡан, Кәкребаш, Бәйрәкәтүбә, Япрыҡ – тамъян; Туҡтағол, Туҡмаҡ-Ҡаран, Бәтке – ҡырғыҙ; Әгертамаҡ – байлар ҡәбиләләре башҡорттары нигеҙ һалған ауылдар.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа районда бөтәһе 131,2 мең кеше теркәлә, шуларҙың 43 меңләбе – башҡорт, 29,7 меңе – урыҫ, 50,2 меңе татар һ.б. яҙылған. Туймазы ҡалаһында башҡорттар – 14,5 мең, урыҫ – 16,6 мең һәм татар – 30,9 мең. Сыуаштар, мариҙар һ.б. – 4 мең самаһы. Нигеҙле шик тыуа: был саҡлы татар ҡайһы дәүерҙәрҙә һәм ҡайһы тарафтарҙан ағылған? Ә бит тарих ундай мәлдәрҙе хәтерләмәй.
1795 йылғы иҫәп хәҙерге Туймазы районына ҡараған ауылдарҙа: Ярмунсала – 184, Туҡмаҡ-Ҡаранда – 45, Кәлшәлелә – 110, Ҡарамалы-Ғөбәйҙә – 202, Уяҙытамаҡта – 10, Яңы Арыҫланбәктә – 26, Сайрәндә – 37, Үрмәкәйҙә – 75, Аблайҙа ике татарҙы асыҡлай. Кәлшәлелә 40 мишәр ҙә күренә. 1859 йылда ла татарҙар иҫәбе артмай, киреһенсә, Ҡарамалы-Ғөбәй, Яңы Арыҫланбәк – типтәр, Аблай – башҡорт ауылы. 1917 йылғы иҫәп был йәһәттән “байыраҡ”: элекке типтәр төйәге Булат – мишәр, Ярмунса һәм башҡорт ауылдары Йәрмөхәмәт менән Бәтке типтәр төйәге тип яҙылған. Ҡаран-Бишенделә – мариҙар, Йүкәлеҡулда – сыуаштар, Самсыҡта – урыҫтар, Илсембәттә урыҫ һәм муҡшылар күренә.
1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре шаҡ ҡатырлыҡ: башҡорт йәшәгән Әтек, Бишҡурай, Яңы Нарыш, Ҡарамалы-Тимер, Бәйрәкәтүбә, Мәҡсүт һ.б. 14 ауыл татарҙар төйәге тип яҙылған. 1979 йылғы иҫәп районда ике татар һәм туғыҙ ҡатнаш ауыл (Булат, Иманғол, Түбәнге Бишенде, Яңы Нарыш, Исмаил, Ҡарат, Йәрмөхәмәт, Ҡарат-Тамаҡ һәм Төмәнәк) асыҡлай. Ҡалғандары – башҡорт.
Башҡорт тарихсылары Н. Ҡолбахтин һәм Ғ. Шәйәхмәтов билдәләүенсә, 1989 йылғы иҫәптә 112 ауылдың 11-е генә башҡорт булып таныла. Аҫабалар һәм башҡорт ебәрелмештәре нигеҙ һалған 17 ауыл татарҙарҙыҡы тип теркәлә. Бишҡурай, Ярмунса, Илсембәт, Япрыҡ, Ҡарамалы-Ғөбәй, Ғәфүр, Ҡарат, Иҫке Ҡандра һ.б. 21 башҡорт төйәге ҡатнаш ауылға әйләнә. Һөҙөмтәлә “татар ауылдары”нда төп халыҡ – 7 меңгә, ҡатнаш ауылдарҙа 9,5 меңгә кәмей.
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа иһә киреһе күҙәтелә: титуллы милләт йәшәгән ауылдар 37-гә еткерелә, татар ауылдарынан Йүкәлеҡул менән Яңы Һыуыҡкүл генә тороп ҡала. Уның ҡарауы, татар теркәлмәгән Бишҡурай (600 кеше), Яңы Бишенде (668), Илсембәт (989), Кәкребаш (594), Туҡай (634), Ҡандра-Ҡотой (704) һ.б. өс тиҫтә ауыл ҡатнаш халыҡлыға әйләнә.
Бындай баш бутауҙарҙың ни рәүешле килеп тыуыуын аңлау өсөн уҙған быуаттың 30-сы йылдарына мөрәжәғәт итеү кәрәктер. “Яшәүгә хокук” (Өфө, Китап, 1998 й.) тип аталған китапта 1933 йылда ошо төбәктә булып киткән башҡорт теле белгестәренең ҡайһы бер мәғлүмәттәренә урын бирелгән. Мәҫәлән, районда алып барылған иҫәптә 29,2 мең башҡорт, 15,4 мең урыҫ, 42,6 мең татар һ.б. сағылыш тапҡан. Һуңғы ҙур төркөмдөң иҫәбен ғалимдар типтәр һәм мишәрҙәрҙең ошо исемлеккә индерелеүе менән аңлата. Телселәр шулай уҡ милли сығыштары бутап күрһәтелгән ауылдарҙы ла атай һәм үҙҙәрен “татар” тип атауҙары менән килешмәүен дә әйтә.
Ысынлап та, Туймазыла башҡорт ауылдарына ултырған типтәрҙәр һәм һуңғылары нигеҙ һалған төйәктәр байтаҡ. Тәүгеләренә, мәҫәлән, Илсембәт, Бәтке, Исмаил, Ҡарат, Ҡандракүл, Иҫке Арыҫланбәк, Собханҡол, Ҡыҫҡайылға һәм Туҡтағол; икенсе төркөмгә Ҡаран-Бишенде, Мәтәүтамаҡ, Туҡай, Яңы Арыҫланбәк, Иҫке Ҡандра, Егетәк, Үрге Сәрҙек, Аҙнағол һ.б. кеүек ауылдар инә. 2002 йылда ҡатнаш ауылға әүерелгән Иҫке Туймазыла, 1959 йылда “татар ауылы” булып теркәлеүен иҫәпкә алмағанда, был халыҡ вәкилдәре йәшәмәгән.
Шул уҡ ваҡытта “типтәр” атамаһы милли сығышты түгел, ә милеккә, атап әйткәндә, ергә мөнәсәбәтте белдереү өсөн ҡулланылған. Типтәр ауылдарының 40 проценты, ти тарих фәндәре кандидаты Әнүәр Әсфәндиәров, XVIII быуатта барлыҡҡа килеп, 1834 йылда 66 мең башҡорт ебәрелмеше ошо ҡатламға ҡараған. 25 йылдан улар 135 меңгә еткән. 1795 йылғы иҫәп типтәрҙәр араһында 20 мең татар, 19 мең мари, 5 мең сыуаш, 2 мең муҡшы һәм удмуртты асыҡлай. Тимәк, был ҡатлам кешеләрен бер этносҡа ҡайтарып ҡалдырыуҙы ыңғай баһалап булмай. Киң билдәле тарихсы-академик Раил Кузеев уға үҙ мөнәсәбәтен шулай белдергән: “башҡорт, татар һәм типтәр атамалары аҫтында бер генә халыҡты, атап әйткәндә, татарҙы күрергә тырышыу – фәнни анахронизм ул”.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙың туған теленә ике төп фактор – лингвистик һәм экстралингвистик – йоғонто яһаған, тип яҙа филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтова “Яшәүгә хокук”та. Тәүгеһе үҙ-ара аралашыу һөҙөмтәһе булараҡ билдәле булһа, икенсеһе – “юғары”нан төшөрөлгән күрһәтмәгә эйәреү эҙемтәһе. Үрҙә телгә алынған башҡорт телселәренең мәғлүмәттәренә һылтанып, ғалимә ВКП(б)-ның Туймазы район комитеты бюроһы сығарған ҡарар йөкмәткеһенә ҡағыла. Уға ярашлы, эш ҡағыҙҙарын тик урыҫ һәм татар телендә, ә башҡорт һәм татар мәктәптәрендә уҡытыуҙы татарса ойоштороу тураһында ихтыяр белдерелә.
Ошо райондың Балтай ауылында тыуып үҫкән тарихсы Альберт Фазуллин билдәләүенсә, бик боронғо замандарҙан уҡ был ерҙәр – төрлө этник, хужалыҡ һәм мәҙәниәт, тел донъяларының бергә осрашҡан урыны. Улар араһында күсмә сарматтар ҙа, ултыраҡ тормошло игенселәр – фин-уғыр ҡәбиләләре лә, был тарафтарға бик иртә юл тапҡан күсмә уғыр-мадъярҙар һәм төрки телле болғарҙар ҙа бар. XIV-XV быуаттарҙан башлап был яҡтарҙа йылан, ҡанлы, ҡырғыҙ, мең һәм байлар ҡәбиләләре башҡорттары урынлаша, тип дауам итә Фазуллин. Улар үҙ сиратында Ҡыр-Йылан, Ҡыр-Ҡанлы (Үрмәкәй), Аҡтау, Зайыт, Ҡыбау, Тыңламаҫ түбәләренә (аймаҡ) бүленгән. Тарихта Ҡыр-Йылан, Ҡанлы, Ҡырғыҙ, Ҡыбау һәм Байлар олоҫтары билдәле.
Йылан ҡәбиләһе хәҙерге Башҡортостан биләмәләренә ҡыпсаҡ тулҡыны менән XII-XIII быуаттарҙа үтеп инә һәм көнбайыш ырыуҙарҙың береһе булараҡ нығына. Уларҙың этник сығышын аныҡ билдәләү мөмкин түгел, әммә Алтай тауҙары яҡтарынан килеүҙәре бәхәсһеҙ. Ҡанлылар ҙа был тарафтарға ҡыпсаҡтар менән XIII-XIV быуаттарҙа юлыға һәм һуңыраҡ монголдар баҫымы аҫтында көньяҡ-көнсығышҡа күсенеп, Ағиҙелдең уң яры буйынан урын ала.
Байларҙың этник сығышын күптәр болғарға бәйләй, ти тарихсы. Ләкин был хәлдең улар төрки-монголдар менән Урта Азия яҡтарында ғүмер иткән саҡтарҙа уҡ тыуыуы ихтимал. Мәҫәлән, байларҙың этник тарихы үҫәргәндәрҙекенә оҡшаш, төп тамғалары ла бер төрлө. Сураш аймағы ике ҡәбиләгә лә хас. Урал буйҙарына байлар боронғо башҡорт ырыуҙары менән бергә беҙҙең эраға тиклемге I мең йыллыҡта уҡ үтеп инә.
Ә башҡорт ҡырғыҙҙарының этник сығышы, академик Раил Кузеевса, Йәнәсәй ҡырғыҙҙары менән уртаҡ. Был хаҡта уларҙың шәжәрәләрендә лә телгә алына. Ҡырғыҙҙар Ағиҙел йылғаһының урта ағымына XIV быуатта уҡ килә. Башлыҡтары Ҡушыҡ бей Иҫке Ҡырғыҙ ауылында ғүмер иткән. Кантон идараһы дәүерендә ҡырғыҙ ауылдары Зайыт түбәһенә, 12-се башҡорт кантонының 4-се йортона ҡараған.
Ҡыбау башҡорттары – иң эре ҡәбиләләрҙең береһе булған меңдәрҙең ете төп аймағының береһе. Меңдәрҙең боронғо этник тыуған ере – Монголияла, Алтайҙа булып, улар сығышы буйынса уйғырҙарға яҡын. VII-VIII быуаттарҙа меңдәр Урта Азияға, Һырдаръя буйҙарына күсенә. Ҡыбау аймағы шул дәүерҙәрҙән үк билдәле. Аҡһаҡ Тимер менән Туҡтамыш араһындағы һуғышта меңдәр күренекле роль уйнаған, ти Фазуллин. Тап шул дәүерҙә улар Урал буйына килеп сыға ла XIV быуатта Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим буйҙарын биләй.
Н. Ҡолбахтин һәм Ғ. Шәйәхмәтов раҫлауынса, Туймазы ерендә күп кенә ауылдарға нигеҙ Дала Зәйе, Шишмә, Минзәлә йылғалары буйҙарындағы аҫаба ерҙәренән мәхрүм ителгән ебәрелмештәр тарафынан һалына. XV-XVIII быуаттарҙа ҡыр-йыландар Ҡарат, Кәкребаш, Мәҡсүт, Ҡарамалы-Вәлит (Ғәфүр), Бәйрәкәтүбә, Япрыҡ, Төмәнәк, Исмаил, Өйәҙетамаҡ, Үрге Бишенде, Ҡарамалытамаҡ ауылдарын нигеҙләй. Ҡанлылар Төпкилде, Үрмәкәй, Ҡандракүл, Ҡандра-Ҡотой, Бүкәй (Булат) ауылдарына ултыра. Сайрән һәм Иҫке Арыҫланбәккә ХХ быуат башында ҡыбау башҡорттары нигеҙ һала. Ҡырғыҙҙар Аблай, Туҡмаҡ-Ҡаран, Бәткенең нигеҙен ҡора.
XVII-XVIII быуаттарҙа Ҡыр-Йылан аҫабалары типтәрҙәрҙе ҡабул итә. 1742 йылда Япрыҡ ауылына Минзәлә өйәҙенең Байлар олоҫо ебәрелмештәре төйәкләнә. Бәйрәкәтүбәлә 1739 йылғы килешеү буйынса Тамъян олоҫо типтәрҙәре урын ала. Вәлит аҫабалары Юрматы олоҫоноң Муса ауылы (хәҙерге Мәләүез районы) башҡорттарын индерә. 1723 йылда ебәрелмештәр Нурҡай ауылына нигеҙ һала. Үрге Бишенде аҫабалары үҙ еренән Троицк өйәҙенең Әйле һәм Минзәлә өйәҙенең Йәнәй олоҫтары ебәрелмештәренә өлөш сығара. Түбәнге Бишенде ауылы тарихы унда башҡорт ебәрелмештәре ултырыу менән башлана.
1780 – 1786 йылдарҙа Әйле олоҫоноң Туғыҙлы ауылы башҡорттары Балтай ауылына нигеҙ һала. Башҡорт типтәрҙәре төйәге Ҡаран-Бишенде 1760 йылда барлыҡҡа килә. 1755 йылда ебәрелмештәр Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы тарихын башлап ебәрә. 1736 йылда Быҙаулыҡ өйәҙенең Тамъян олоҫо башҡорттары Татар Олҡаны ауылының нигеҙен ҡора. Аҙнағол, Үрге һәм Түбәнге Сәрҙек, Әгертамаҡ, Райман, Иҫке Ҡандра ауылдары ебәрелмештәр тарафынан нигеҙләнә. Ҡанлы аҫабалары биләмәләрендә Йәрмөхәмәт, Бикмәт, Туҡтағол, Мәтәүтамаҡ, Ярмунса, Бишҡурай кеүек ебәрелмештәр ауылдары ҡалҡып сыға.
Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың “История сел и деревень Башкортостана и близлежащих регионов” тип аталған китабында (артабанғы мәғлүмәттәр ошо сығанаҡтан – М.Х.) билдәләнеүенсә, шул исемдәге йылғаны һыулаған Ҡаратта 1795 йылда 42 аҫаба һәм 10 типтәр ғүмер иткән. 1739 йылда ауылға Тамъян олоҫонан бер нисә ғаилә килеп төпләнә. 1757 йылда Минзәлә өйәҙенең Бикбул ауылы ебәрелмештәре ҡабул ителә. 1870 йылда 62 хужалыҡта 152 башҡорт донъя көткәне билдәле. 1920 йылғы иҫәп Ҡаратта 437 кешене асыҡлай. 1979 йылда ҡатнаш халыҡлыға әүерелдерелгән ауылда 2002 йылда 293 башҡорт йәшәгән.
Кәкребаш ауылы 1721 йылғы ваҡиғаға бәйле башлап телгә алына. Уға ярашлы, ошо ауыл кешеләре был яҡтарға Ҡаҙан тарафтарынан килеп ултырған ҡасҡын крәҫтиәндәрҙе властарға биреүгә ҡаршы сыға. XVIII быуат аҙағында ауыл 32 башҡорт төйәге булып күренһә, 1870 йылда унда – 367, 1917 йылда 566 башҡорт теркәлә. Яңы быуат башында Кәкребаш (башҡорт шағиры Тимер Арыҫлан тыуған ауыл) 594 титуллы милләт вәкиле йәшәгән төйәк булып күҙ алдына баҫа. 2002 йылда 50 башҡорт иҫәпләнгән Мәҡсүт ауылына Ҡыр-Йылан олоҫоноң Әхмәт ауылынан Мәҡсүт Абдуллин нигеҙ ҡора. Усман-Ташлы, Ҡулбай (хәҙерге Йәрмәкәй районы) ауылдарынан аҫабалар Усман Бирҙебаев һәм Ҡулбай Тәңкәевтар ҙа урын ала. 1748 йылда улар Ыҡ һәм Ҡыйҙаш йылғалары буйындағы Биктыш, Олҡан ауылдарының яһаҡ татарҙарын ҡабул итә.
Илсембәт ауылы сығышы менән Үрмәкәй һәм Кәкребашҡа бәйле. 1693 йылда уҡ ике ауыл аҫабалары ебәрелмеш сифатында Үрмәкәй (Ҡыр-Ҡанлы) ауылында көн иткән яһаҡ татары Чүрмәнәш Аҡкилдинға өлөш сығара. Бәлки, ошо кешенең улы Илсембәт Чүрмәнәшев хөрмәтенә аталған ауыл XVIII быуат башынан ғына билдәле. Унда аҫабалар менән бергә ебәрелмеш (?) типтәрҙәр – яһаҡ һәм ғәскәри татарҙар ғүмер иткән. 1758 йылда Илсембәткә Һарыш-Ҡыпсаҡ (артабан – Һары Ҡыпсаҡ, хәҙерге Күгәрсен районы) олоҫо башҡорттары ла урынлаша. Минзәлә өйәҙе Һеңрән олоҫоноң Шуран һәм Мошоға ауылдарынан да күсеп килеүселәр була. 1808 йылда Ғөзәйер Мәүлетов үҙ биләмәһенән 10 татарға өлөш сығара. 1811 йылда Бөгөлмә өйәҙенең Миңлеғол (Сүллесат) ауылынан ғәскәри татарҙар аталы-уллы Фәйзулла һәм Ғибәҙулла Мәсәғүтовтар ҙа Илсембәттән урын ала. 1859 йылғы иҫәп ауылда 29 аҫаба, 69 ебәрелмеште теркәһә, 11 йылдан 528 башҡорт, 60 татар иҫәпкә алына. Шуға күрә лә бында йылан, бүләр, ҡыпсаҡ һәм һеңрән ырыуҙары вәкилдәре тупланыуы ғәжәп түгел. 1917 йылғы иҫәп 1120 типтәр, 144 урыҫ, 150 муҡшыны асыҡлай. Яңы быуат башындағы иҫәптә 989 башҡорт һәм татар күренә.
Бәйрәкәтүбә (Дәүләтбай) ауылы 1739 йылда Кәкребаш ауылынан ҡыҫырыҡлап сығарылған Тамъян олоҫо башҡорттарын ҡабул итеүе менән билдәле. Ошо туралағы документта аҫабалар Зәү Байҙашев, Инәк Мәҡсүтов, Барҙа Дәүләтбаев, Ҡараша Азаматов, ебәрелмештәр – Нуғай даруғаһының Тамъян олоҫо Бурһыҡ ауылынан Әсән һәм Яҡуп Дусаевтар, Әүеркәй Үтәков, Мәҡсүт Сафаров, Ишкенә Батыров һ.б. атала. Бәйрәкәтүбәнең “Яңы Кәкребаш” атамаһы ла була, бәлки, уға Кәкребаш кешеләре нигеҙ һалғандыр? 1917 йылғы иҫәп бында 248 башҡортто иҫәпкә алһа, 2002 йылда ни бары 82 титуллы милләт вәкиле теркәлә.
1719 йылда батша Петр I заманындағы иҫәптә сағылыш тапҡан Япрыҡ аҫаба исеменә бәйле аталған. 1742 йылғы килешеүҙә уның улы Юлыш Япрыҡов телгә алына. XVIII быуат аҙағындағы йән иҫәбе 74 типтәрҙе теркәй. Бер төркөм аҫабалар 1742 йылда Минзәлә өйәҙе Байлар олоҫонан Иҫәкәй Сапыевты, Ҡормаш ауылынан яһаҡ татары Мостафа Туҡмәтовты, Илтимерҙән Йосоп Ишкининды ҡабул итә. 1748, 1776 һәм 1794 йылдарҙа ла Япрыҡ ауылына төрлө яҡтарҙан килеп төйәкләнеүсе башҡорттар була. 1859 йылда Троицк өйәҙенең Әйле олоҫонан – 32, Байларҙан – 31 һәм Тамъяндан 19 ир урын ала.
Төмәнәк Ҡоҙаймәтов хөрмәтенә аталған ауыл – Ҡыр-Йылан олоҫоноң төп ауылдарынан. Төмәнәктең бер туған ҡустыһы Көҙәй шул исемдәге ауылға (хәҙерге Бүздәк районы) нигеҙ һала. Был ғаилә ауылда берҙән-бер аҫаба булып, үҙ биләмәләрен ҡуртымға биреүҙә күп тапҡыр ҡатнаша. Көҙәйҙең шундай эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүе 1692 йылда уҡ билдәле. Төмәнәккә типтәрҙәр ҡабул ителеүе тураһында 1736, 1737 йылдарҙағы документтар бар. 2002 йылда ҡатнаш ауыл булып теркәлгән Төмәнәктә 935 башҡорт һәм татар иҫәпкә алына.
12-се башҡорт кантонының 4-се йортона ҡараған Исмаил ауылынан типтәрҙәр 1741, 1760, 1776, 1779 йылдарҙағы килешеүҙәргә ярашлы урын ала башлай. 1762 йылда бында 19 яһаҡ татары һәм шул саҡлы уҡ пугачевсы иҫәпкә инә. XVIII быуат аҙағы иҫәбе ирҙәрҙән 7 башҡорт һәм 75 типтәрҙе асыҡлай. 1959 йылда Исмаил – татар ауылы, артабанғы иҫәптәрҙә ҡатнаш ауыл булып теркәлә. 2002 йылғы рәүиз бында 169 башҡорт менән татарҙы асыҡлай.
Ҡарамалы-Вәлит – башҡорт ебәрелмештәре һәм татарҙар төйәге. 1780 йылғы килешеүгә ярашлы, бында Стәрлетамаҡ өйәҙенең Муса ауылынан Сураҡай, Ҡолғонай, Ҡолсура һәм Ишмөхәмәт Сөйөшевтар, Монасип Сураҡов, Ниғмәтулла һәм Ғөбәйҙулла Миңлебаевтар – барлығы 11 ғаилә урын ала. Шул уҡ йылда иптәштәре менән яһаҡ татары Ғәбделкәрим Ҡасанаев та төйәкләнә. Ауылға Ҡаран-Бишенде, Өйәҙетамаҡ, Мулла, Егетәктән дә күсеп киләләр.
Типтәрҙәр төйәкләнеү менән Мулла ла ҡатнаш халыҡлылар исемлегенә аҙым яһай. 1782 йылда Мулла һәм (Үрге) Зайыт (икеһе лә Октябрьский ҡалаһы сигендә) ауылдары башҡорттары типтәр муллаһы Монасип менән ҡустыһы Әбдрәхим Абдуллиндарҙы ҡабул итә. Яһаҡ татары Мөхәмәтша Исланғолов ауылда документһыҙ ғына урын ала. Бөгөлмә өйәҙенең Уразай ауылы ебәрелмештәре лә ошонда төйәкләнә. 2002 йылғы иҫәптә 557 башҡорт һәм татар күренгән Өйәҙетамаҡ ауылы тәүҙә Өйәҙе атамаһы менән йөрөтөлгән. Үрҙә телгә алынған Исмаил Уразмәтов бында 1748 йылғы килешеүгә ярашлы ҡуртымға ер ала. 1786 йылда 80 йыл ер биләү шарты менән бер нисә яһаҡ татары ҡабул ителә. 1795 йылғы иҫәптә 66 башҡорт менән 10 яһаҡ татары, 1859 йылда 193 башҡорт һәм 93 типтәр ир теркәлә. 1870 йылда Өйәҙетамаҡ – саф башҡорт ауылы. 1920 йылда иһә бында 1474 башҡорт һәм типтәр сағылыш тапҡан.
Нарыш ауылына 1742 йылғы ер алыу тураһындағы килешеү буйынса Минзәлә өйәҙе Байлар олоҫоноң Әмекәй ауылы башҡорттары нигеҙ һала. XVIII быуат аҙағындағы иҫәп 15 хужалыҡта донъя көткән 95 башҡортто асыҡлай. Артабан ауыл ҙурая, 1859 йылда унда – 260, 1920 йылда иһә 800 башҡорт иҫәпкә алына. 2002 йылғы иҫәптә Үрге Троицк ауыл Советына ҡараған Яңы Нарышта 119 титуллы милләт вәкиле күренә.
Шул исемдәге йылғаны һыулаған Туймазы (хәҙер – Иҫке Туймазы) 1736 йылда ике башҡорт ғаиләһен ҡабул итеү менән бәйле билдәле. 1739 йылда ауылға ете хужалыҡ ҡороп башҡорт һәм типтәрҙәр урынлаша. 1745 йылда Йосоп Аҙнағолов етәкселегендә мариҙар ҙа төйәкләнә. 1756 йылда Өфө провинциаль канцелярияһы күрһәтмәһе менән Наратаҫты ауылынан 24 яһаҡ татары урын ала. 1775 йылда Туймазы ауылы Төрбәй, 1791 йылда Әйле олоҫоноң Солтанғол ауылдары күскенселәре иҫәбенә тулылана. 1795 йылда Шаһ ауылы (Йәрмәкәй районы) типтәрҙәре лә урын ала. 1800 йылда, Ырымбур хәрби губернаторы указына ярашлы, шул уҡ Солтанғол ауылынан бер нисә ғаилә күсенә. 2002 йылда 1223 башҡорт һәм татар көн иткән Туймазыла 1959 йылда… 1734 татар иҫәпкә алына.
Нурҡай ауылы 1742 йылда Япрыҡ, Көҙәй, Төмәнәк аҫабаларының Ҡаҙан даруғаһы Байлар олоҫоноң Туйсы, Сүлте, Тәпәрле, Әмекәй, Ҡормаш, Илтимер һ.б. ауылдары күскенселәренә ер биреү менән билдәле. XVII быуат аҙағындағы иҫәп 102 башҡортто теркәһә, 1917 йылғыһында – 539 башҡорт һәм 3 татар, 1959 йылда 284 титуллы милләт вәкиле күренә. 2002 йылғы иҫәптә Нурҡайҙа 641 башҡорт һәм татар сағылыш тапҡан.
Ҡыр-Йылан аҫабалары төйәге Үрге (Урта) Бишенде ауылында 1747 йылда яһаҡ татары Бикмәт Бигашев етәкселегендә ете ғаилә урын ала. Шул уҡ йылда Байлар олоҫонан поход старшинаһы Тимер Мәсәғүтов менән һигеҙ башҡорт ғаиләһе күсенә. Һуңғыһы 1806 йылда үҙ еренә типтәр Әбделмән Сөлтөковты индерә. 1795 йылғы иҫәп 103 башҡорт һәм 163 типтәрҙе теркәһә, 1859 йылғыһында 232 башҡорт менән 1008 типтәр күренә. XIX быуаттың II яртыһында Үрге Бишенделә олоҫ идараһы була, өс мәсет, ике тирмән, тимерлек, ике лавка, кесаҙна һайын баҙар эшләй. 1917 йылғы иҫәптә башҡорттар – 37, типтәрҙәр – 1434 кеше. Яңы быуат башында ауылда 641 башҡорт йәшәгәне асыҡлана.
1755 йылғы килешеү буйынса Троицк өйәҙенең Әйле һәм Минзәлә өйәҙенең Йәнәй олоҫтары ебәрелмештәре Түбәнге Бишенде ауылына нигеҙ һала. Килешеүҙә аҫабалар Хәсән Бирҙеғолов, Мүәш Яҡупов, Таныбәк Яҡупов, Әбдүкәй Тайсурин, Морат Айытов һ.б. йәнәй яғынан Туҡай ауылы кешеләре Әмир Ырыҫмәтов, Мораҙым Әмиров, Әбделғәзе һәм Әбдүш Ҡәҙермәтовтар ҡатнаша. Үрге Бишенде ауыл Советына ҡараған был ауылда 1917 йылғы иҫәп 646 башҡорт менән 730 типтәрҙе асыҡлаһа, 1989 йылда – 628, 2002 йылғыһында 668 башҡорт һәм татарҙы теркәй.
Әйле олоҫоноң Туғыҙлы ауылы ебәрелмештәре 1786 йылға тиклем нигеҙ һалған Балтай – Ҡандракүл буйында. Ләкин яңы урында биләмәләр наҡыҫ булыу сәбәпле, 1837 йылда улар ҡабаттан тыуған яҡтарына йүнәлә һәм зауряд-йөҙ башы Арыҫлан Таймаҫов хөрмәтенә Арыҫлан (Әбдрәзәҡ) ауылын ҡора. 1795 йылғы иҫәп Балтайҙа 305 башҡортто теркәһә, 1859 йылда – 498, 1917 йылда 1469 типтәр иҫәпкә инә. 1989 йылда ҡатнаш халыҡлылар төркөмөнә индерелгән ауыл яңы быуат башында 339 титуллы милләт вәкиле ғүмер иткән төйәк булып тарихҡа инә.
Аҫабалар һәм ебәрелмештәр төйәге Ҡарамалытамаҡ (Ҡарамалытимер) ауылында һуңғылары 1775, 1787 йылдарҙа урын ала. Аҫабалар – дүрт хужалыҡ: поход старшинаһы Тимер Мәсәғүтов, Ниғмәтулла Аҡсыуашев, Ғәли Әхмәров һәм Шаһиәхмәт Ишмөхәмәтов. Тимерҙең Абдулла һәм Ғөбәйҙулла исемле улдары ла билдәле. 1816 йылғы иҫәп ауылда 22 башҡортто теркәһә, 1917 йылда улар 424-кә етә. 1959 йылда 303… татар һәм 2002 йылда 115 башҡорт иҫәпкә алына. XVII быуат документтарында сағылыш тапҡан Яҡшай ауылын Байлар олоҫо аҫабалары нигеҙләй. 1795 йылда бында 20 башҡорт йәшәгәне билдәле. 1834 йылғы иҫәп 118 йәнде сағылдыра. Бер нисә ғаилә Иҫәкәй (Бишбүләк районы) ауылына күсеп китә. 1764 – 1858 йылдарҙа Яҡшайҙа типтәрҙәр ҙә донъя көтә, әммә артабан Ҡулбай (Йәрмәкәй) ауылына күсенә.
Мәскәү ауылы Байлар олоҫона ҡараған. Уға башҡорт старшинаһы Мәскәү Дәүләтҡолов нигеҙ һала. 1790 һәм 1799 йылдарҙа ауылға яһаҡ татарҙары күсеп килә. 1796 йылда Ҡазан наместниклығы Арса өйәҙенең Хәсән Ишкәү ауылынан III гильдия сауҙагәрҙәре Баязит һәм Хажип Собханҡоловтар ҡабул ителә. 1834 йылғы иҫәптә 80 башҡорт ебәрелмеше лә сағылыш тапҡан. Мәскәүҙең улы Әптекәй Мәскәүев Пугачев яуында ҡатнаша, ә уның улы Аҙнағол Әптекәев 12-се башҡорт кантонының йорт старшинаһы була.
Быҙаулыҡ өйәҙенең Тамъян олоҫо ебәрелмештәре башлап ултырған Олҡан 1736 йылғы килешеү арҡылы билдәле. Унда Бурһыҡ ауылы башҡорттары Мөстәҡимовтар, Йөҙөкәевтар, Бикташевтар, Ғәбиҙуллиндар, Абҙановтар, Яманғоловтар һ.б. төйәк ҡора. Ер биләү тураһындағы ҡағыҙға Ҡасим Бикмәтов ҡул ҡуйған. 1795 йылғы иҫәптә 20 башҡорт һәм 91 типтәр күренә. 1859 йылда типтәрҙәр иҫәбе 247-гә етә, башҡорттар ҙа өс тапҡыр арта. Яңы быуат башында 633 титуллы милләт вәкиле теркәлгән Татар Олҡаны 1989 йылғы иҫәптә 750 татар ғүмер иткән төйәк булып сағылыш таба.
Ҡанлы олоҫо биләмәләре Ҡармасан, Өсән, Һарыһаҙ, Кеүәш, Бөрө йылғалары буйлап һуҙылған. Туймазы районына ҡараған ауылдар – элек Ҡыр-Ҡанлы (Үрмәкәй) олоҫона буйһонған ебәрелмештәр төйәге. 1794 йылда башлап телгә алынған Төпкилдегә (шағир Муса Сиражи тыуған ауыл) Әйле олоҫо башҡорттары ултыра. 1859 йылғы иҫәптә ауыл ебәрелмештәр төйәге булып теркәлһә, 1870 йылда барыһы ла – башҡорт. 1917 йылда 1325 типтәр иҫәпкә алынып, ҡалған йән иҫәптәрендә Төпкилде төп халыҡ вәкилдәре төйәге булараҡ сағылыш таба. 2002 йылда унда 193 башҡорт иҫәпкә алына. Яңы быуат башында 704 башҡорт һәм татар теркәлгән Йәрмөхәмәтте 1738 йылғы килешеүгә ярашлы Йылан олоҫоноң Ҡасай ауылы башҡорттары нигеҙләй. Ҡармасан йылғаһын һыулаған был төйәккә лә Әйле башҡорттары күсенергә өлгөрә. XVIII быуат аҙағындағы иҫәп 245 башҡортто сағылдырһа, 1859 йылда улар – 787 йән, ә 1917 йылғы иҫәп 1747 типтәрҙе күрһәтә. 1989 йылда Йәрмөхәмәттә 764 титуллы милләт вәкиле ғүмер иткәне билдәле.
Башҡорт ебәрелмештәре һәм типтәрҙәр төйәге Бикмәт (күренекле башҡорт драматургы Әсғәт Мирзаһитов тыуған ауыл) 1760 йылдан билдәле. 1795 йылғы рәүиздә 93 башҡорт, 13 типтәр һәм 3 татар сағылыш таба. 1917 йылдан һуңғы иҫәптәрҙә төп халыҡ вәкилдәре теркәлгән Бикмәттә 1920 йылда 1356 кеше күренһә, яңы быуат башында… 107 башҡорт иҫәпкә алына. 1752 йылда ебәрелмештәр һәм типтәрҙәр төйәге Туҡтағолда VII рәүиз 40 типтәрҙе асыҡлай. XVIII быуат аҙағы йән иҫәбендә 122 башҡорт менән 103 типтәр сағылыш таба. 1870 йылда башҡорттар – 869 кеше. 1920 йылда – 1482, яңы быуат башында 641 титуллы милләт вәкиле теркәлә.
Үрмәкәй ауылы Ҡанлы олоҫо аҫабаһы Үрмәкәй Көнгилдин хөрмәтенә аталған. 1710 йылда ул үҙ биләмәһенә өс яһаҡ татарын – Яҡуп Немичев, Рысай Дәүләткилдин һәм Сәфәр Бикмәтовты индерә. Ошо йылда Сәрмәсән йылғаһы буйына Таулар ауылы татарҙары Сәйет Илкин, Әхмәт Туҡаев төйәк ҡора. Уға тиклем аталы-уллы Аблай һәм Балтай Иҫәнбаевтар, башҡорт Яҡуп Мәмәтов ҡустыһы Рысай Дәүләткилдиев менән ошонан урын ала. 1917 йылғы йән иҫәбе 153 башҡорт менән 704 типтәр һәм 150 татарҙы, 2002 йылғыһы 290 башҡортто теркәй.
Сама менән XVIII быуаттың 30-сы йылдарында Әйле олоҫо башҡорттары Үрмәкәй түбәһенә ҡараған Соҡаҙытамаҡ ауылына ла нигеҙ ҡора. 1864 – 1919 йылдарҙа бында шул исемдәге олоҫ үҙәгенең идара йорто урынлаша. Поход старшинаһы Тажетдин Ҡолошев 1812 йылда үҙ отряды менән ҡаҙаҡ ханы Ширғазы янында була, унан һуң Илек ҡәлғәһе тирәһендә хеҙмәт ҡыла. Барлыҡ йән иҫәптәрендә лә башҡорттар теркәлгән ауылда 2002 йылда 351 кеше йәшәгән.
Ҡанлы аҫабалары төйәге Ҡандракүл Үрмәкәй түбәһенә ҡараған. 1782 йылда улар типтәрҙәрҙе ҡабул итә. XVIII быуат аҙағы иҫәбендә 156 башҡорт һәм 38 типтәр күренә. 1859 йылда ауылда 570 башҡорт һәм типтәр ғүмер итһә, 1917 йылда – 1334. ХХ быуат уртаһынан халыҡ иҫәбе кәмей барып, 2002 йылда 488 башҡорт теркәлә. Ҡандра-Ҡотойға ошо ауыл кешеләре нигеҙ һала. Ике ауылда ла Ҡоҙаймәтовтар йәшәүе ошоно раҫлай. Төп ауылда Күсем, Көньяп, Йәнәй, яңыһында Хатынбай, Миңлейәр, Синйәп Ҡоҙаймәтовтар осрай. Ҡандра-Ҡотойға Ҡотой Ҡоҙаймәтов башлап ултырған булһа кәрәк. 1816 йылда ауылда – 114, 1859 йылда – 255, 1917 йылда 821 кеше теркәлә. Барлыҡ йән иҫәптәрендә лә башҡорттоҡо тиелгән ауыл 1989 йылда – ҡатнаш халыҡлы. 2002 йылғы иҫәптә 704 башҡорт һәм татар күренә.
XVIII быуат урталарында мариҙар күсеп ултырыу менән бәйле аҫабалар төйәге Бөкәй ҡатнаш ауылға әүерелә. 1834 йылғы иҫәптә 84 башҡорт һәм 40 мари теркәлә. 1917 йылда Бөкәйҙә 323 башҡорт һәм 103 мари ғүмер иткәне билдәле. Ҡанлы аҫабалары төйәге Ҡыҫҡайылғала 1834 йылғы иҫәп 10 аҫаба һәм 275 ебәрелмеште асыҡлай. 1785 йылда типтәрҙәр индерелә. 1920 йылғы иҫәп – 1026 типтәр һәм 19 татарҙы, 2002 йылғыһы 57 башҡортто асыҡлай.
39 мең дисәтинә ер хужалары – Ҡыбау олоҫо аҫабалары 16-сы йортҡа буйһонған. VII рәүиздә ирҙәрҙән 254 аҫаба һәм 507 ебәрелмеш теркәлә. 1795 йылда Сайрән ауылында 53 башҡорт һәм 37 ғәскәри татар йәшәгән. XIX быуат уртаһы иҫәбендә 284 башҡорт һәм татар, йөҙ йылдан 869 башҡорт иҫәпкә алына. 2002 йылғы иҫәптә 592 титуллы милләт вәкиле теркәлә. Арыҫланбәк ауылы аҫабалары 1758 йылда тәүге типтәрҙәрҙе ҡабул итә, әммә 1859 йылғы иҫәп 307 башҡортто ғына сағылдыра. 1920 йылғы сығанаҡтарҙа Иҫке Арыҫланбәк – татарҙар һәм типтәрҙәр төйәге. Яңы быуат башында ауылда 118 башҡорт иҫәпкә инә. Яңы Арыҫланбәктә XVIII быуат ахыры иҫәбе 236 типтәр менән 26 татарҙы асыҡлаһа, 1859 йылда унда типтәрҙәр генә күренә – 780 йән. Бер быуат элек 1555 башҡорт йәшәгән ауылда яңы быуат башында 130 кеше генә тороп ҡала.
Аблай, Туҡмаҡ-Ҡаран һәм Бәтке – элек Ҡырғыҙ олоҫона ҡараған ауылдар. XVIII быуат аҙағында Аблайҙа 53 башҡорт һәм 2 ғәскәри татар йәшәгән. 1816 йылда ауылда ерһеҙ ҡалған аҫабалар, мишәрҙәр урын ала. 1834 йылғы иҫәптә Ихсан Аблаев (58 йәш) теркәлгән, бәлки, ул ауылға башлап ултырыусының улылыр? 1917 йылда бында 540 башҡорт теркәлә. Электән башҡорт төйәге булған Аблай һуңғы ике йән иҫәбендә – ҡатнаш халыҡлы. XVIII быуат аҙағында 15 башҡорт һәм 45 яһаҡ татары ғүмер иткән. 2002 йылғы иҫәптә Туҡмаҡ-Ҡаран 103 кешелек башҡорт ауылы булып теркәлә.
Шул исемдәге йылғаны һыулаған Бәтке аҫабалары 1752 һәм 1753 йылдарҙа Ҡазан өйәҙенән типтәр Муса һәм Таңатар Дусаевтарҙы, ғәскәри татар Туйкә Ғабдуллинды, Стәрлетамаҡ өйәҙенән Мөхәмәтсәлим Ишмәтовты, Ҡатай ауылы муллаһы Әҙһәм Ибрашевты ҡабул итә. 1795 йылғы иҫәп 12 башҡорт һәм 60 типтәрҙе, 1870 йылғыһы 207 башҡорт һәм 25 татарҙы теркәй. 2002 йылғы иҫәптә Бәтке – 122 башҡорт һәм татар йәшәгән ҡатнаш ауыл.
Типтәр төйәге Ҡаран-Бишендегә нигеҙ 1760 йылда һалына. Ерҙән файҙаланыу тураһындағы документ төҙөүҙә аҫабаларҙан старшина Әптекәй Мәскәүев, Айҙар Дуҫкилев, Зайыт Киләев, Бикбау Ҡаҙыҡаев һ.б., ер алыусыларҙан Фәйез Абыҙов, Ҡанһөйәр, Янабирҙе, Яманай Мырҙаҡовтар, Сәфәр Юлдашев, Мансур Мортазин һ.б. ҡатнаша. 1917 йылғы иҫәптә бында 23 мари ҙа күренә. 1920 йылда – 568, яңы быуат башындағы иҫәптә 138 башҡорт теркәлә. Туҡай ауылы Өфө провинциаль канцелярияһы күрһәтмәһе буйынса 1770 йылда барлыҡҡа килә. 1783 йылда – 93, 1859 йылғы иҫәптә 545 типтәр, 1917 йылда 1715 башҡорт, 51 типтәр теркәлә. 2002 йылғы иҫәп Туҡайҙа 634 башҡорт һәм татарҙы күрһәтә.
Аҙнағол, Кәлшәле, Үрге һәм Түбәнге Сәрҙек ауылдары типтәрҙәргә ер биреү тураһындағы 1626 йылғы батша указына ярашлы нигеҙләнә. 2002 йылда 240 башҡорт һәм татар теркәлгән Аҙнағол – 1795 йылда 167 типтәр төйәге. 1917 йылғы йән иҫәбе 1704 башҡорт һәм 20 татарҙы (1920 йылғы иҫәптә – типтәр) асыҡлай. Собханҡолға ошо ауылдан күсенеүселәр башлап ултыра. XVIII быуат ахыры йән иҫәбе унда 37 башҡорт менән 155 типтәрҙе күрһәтә. 1920 йылғы иҫәпкә тиклем типтәрҙәр генә теркәлгән Собханҡол – артабан төп халыҡ вәкилдәре төйәге.
1795 йылда Үрге Сәрҙек ауылында 160 типтәр йәшәгән. 1870 йылда 933 башҡорт, типтәр һәм татар күренә. 2002 йылғы иҫәптә ул – 366 башҡорт торған төйәк. Түбәнге Сәрҙеккә Бигән нигеҙ һалған. Уның улы Бигәш 1713 – 1784 йылдарҙа йәшәгән. Улдары – Баҡый, Назар, Сабир, Мәхмүт, Мәҡсүт һәм Биксәнтәй. Бигәндең икенсе улы Собханҡол 1732 йылда тыуған. Түбәнге Сәрҙектә XVIII быуат аҙағында 160 башҡорт, 217 типтәр, 1917 йылда 1244 типтәр, 8 урыҫ иҫәпкә алына.
Әгертамаҡ ауылы Ҡыр-Йыландар биләмәһендә XVIII быуат башында ҡорола. 1795 йылғы иҫәп бында 150 типтәрҙе, 1917 йылда 583 башҡортто, 1920 йылғыһы 864 типтәрҙе теркәй. 2002 йылғы рәүиздә Әгертамаҡта 504 башҡорт күренә. 1784 йылғы документта типтәр старшинаһы Рахманғол Райманов телгә алына. XVIII быуат ахыры йән иҫәбендә йөҙ башы Иманғол һәм Муллағәли Раймановтар күренә. 1870 йылда был ауылда 422 башҡорт, 146 татар теркәлә. 1920 йылғы иҫәп – 1302 башҡортто, 2002 йылғыһы 817 башҡорт һәм татарҙы күрһәтә.
1716 йылда Иҫке Ҡандра ауылында йәшәгән яһаҡ татары Сырым Карин үҙ еренә Ҡыр-ҡанлы олоҫо башҡорто Балтас Аблаевты индерә. XVIII быуат аҙағында ауылда 8 башҡорт һәм 163 типтәр, 1920 йылда 834 башҡорт һәм типтәр иҫәпкә алына. 2002 йылғы рәүиздә Иҫке Ҡандра ҡатнаш халыҡлылар исемлегендә – 330 башҡорт һәм татар. Яңы быуат башында 433 башҡорт һәм татар йәшәгән Мәтәүтамаҡ XVIII быуат аҙағында – 164 типтәр төйәге. 1917 йылғы иҫәпкә ярашлы, унда 1757 башҡорт, 68 татар йәшәгән.
Ярмунсаға 1738 һәм 1745 йылдарҙа яһаҡ татарҙары нигеҙ һала. 1917 йылғы иҫәп – 1189 типтәрҙе, 2002 йылғыһы 325 башҡортто асыҡлай. Бишҡурай ауылына Өфө провинциаль канцелярияһы указы буйынса типтәрҙәр ултыра. 1859 йылғы иҫәпкә ярашлы, унда 1033 типтәр ғүмер иткән. 1917 йылда улар иҫәбе 2433-кә етә. 2002 йылда Бишҡурайҙа 600 башҡорт һәм татар теркәлә. 1745 йылда нигеҙ һалынған Ҡандра-Әмингә Әйле олоҫо типтәрҙәре ултыра. Ҡыбау аҫабалары ерендәге Соҡаҙыбашҡа 1756 йылда яһаҡ татарҙары һәм типтәрҙәр урынлаша.
Завод хужаһы Осокин биләмәһендә барлыҡҡа килгән Ҡарамалы-Ғөбәй ауылын яһаҡ татары Фәйзулла Ғөбәев нигеҙләй. 1795 йылғы иҫәп унда 4 башҡорт һәм 202 татарҙы, 1870 йылғыһы 1309 татарҙы күрһәтә. 1920 йылда ауылда – 1146 башҡорт, 1989 йылда 1096 татар иҫәпкә алына. Яңы быуат башында 1052 башҡорт һәм татар теркәлә. Өфө наместниклығының граждандар суды палатаһы указына ярашлы нигеҙ һалынған Кендектамаҡ ауылында 1783 йылда – 112, 1859 йылда – 747, 1920 йылда 797 кеше йәшәгәне билдәле.
Имәнкүпер, Яңы Һыуыҡкүл һәм Ҡандра-Төмәкәй ауылдары башлап XIX быуат аҙағындағы документтарҙа телгә алына. Самсыҡ ауылы 1920 йылдан билдәле. 1920 йылда Тәрәнйылға – 18 йортлоҡ ауыл. Муллаҡамыш та шул йылдарҙан билдәле, 25 йортта 143 башҡорт йәшәгән. Яңы Бишенделә 1920 йылда 795 башҡорт күренә. Иманғол, Ташкисеү, Көйөктамаҡ, Нескәбүләк, Ҡаранйылға, Әтек – 1925 йылдан һуң барлыҡҡа килгән башҡорт ауылдары.
Шаран: ата-бабалар рухы мәктәптә тәрбиәләнә
“Салмалы мәктәбендә “Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы-2020” республика конкурсының муниципаль этабы үтте. Унда 1-се Шаран мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.Л. Халиҡова, Наратаҫты мәктәбенән Г.М. Ишмиева, Баҙғыя мәктәбенән Г.Н. Ғабдуллина ҡатнашты, – тип хәбәр итә “Шаран хәбәрләре” гәзите быйыл 5 февралдә донъя күргән “Башҡорт теленә мөхәббәт уяталар” тип аталған яҙмала. – Ижад конкурсында ҡатнашыусыларҙы мәктәптең 11-се класс уҡыусылары башҡорт телендә шиғырҙар менән сәләмләне һәм башҡорт милли ризығы сәк-сәк менән ҡаршы алды. 9-сы класс уҡыусыһы Эльвина Миңлегәрәеваның башҡортса йыры барыһының да күңеленә хуш килде. ...Сарала ҡатнашыусылар өс төркөмгә бүленеп, Мостай Кәрим ижады буйынса стена гәзите сығарҙы, “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан өҙөк сәхнәләштерҙе, шиғырҙарын башҡортса матур итеп уҡыны”.
“Шаран хәбәрләре”нең 1 апрель һанында баҫылған “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тарихын һәм фольклорын тикшерҙеләр” тип исемләнгән мәҡәләлә Баҡалы районында уҙғарылған “Ырыу ағасы” республика форумы тураһында хәбәр ителә. Сара барышында “Шәжәрә. Нәҫел ағасын төҙөү” тигән фәнни-ғәмәли конференция ла ойошторола. Уның маҡсаты – “халыҡ ижады жанрҙарын, шәжәрә, халыҡ уйындарын, декоратив-ҡулланма сәнғәтте һәм кәсептәрҙе популярлаштырыуға, һаҡлауға йүнәлтелеүе” билдәләнә. Сара эшмәкәрлегендә Шаран районының “Нағыштар” башҡорт халыҡ фольклоры ансамбле (етәксеһе – Р. Дәүләтова), Шаран балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Ю. Хәйруллина һәм Р. Заһиҙуллина ҡатнаша, Л. Фәхретдинова Күгәрсен Бүләк ауылынан Насибуллиндар ғаиләһенең нәҫел ағасы менән таныштыра.
Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы, әлбиттә, ғәҙел баһалауға лайыҡ, сөнки ата-бабалар рухы иң элек мәктәптә бирелгән белем сифатына ҡарап формалаша. Ләкин был ғына етмәй. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, ата-бабалары борондан ошонда ғүмер иткән Шаран районы башҡорттары үҙ халҡы телендә гәзит уҡый алмай. Дөрөҫ, был аҡылға һыйып бөтмәгән күренештең сәбәптәре байтаҡ, әммә хәл иткес дәрәжәләгеһе айырым һөйләшеүгә мохтаж булған милли менталитет менән бәйле.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу был төбәктә 5,5 меңдән ашыу башҡортто асыҡлай, йәғни район халҡының дүрттән бер өлөшө. 1989 йылғы иҫәп һуңында титуллы милләт вәкилдәре 6,2 мең кешегә кәмегәндә, татарҙарҙың 4 меңгә артыуын тик бер хәл менән генә аңлатырға мөмкин: шулай иҫәпләгәндәр. Ә бит башҡорт тарихсыһы Мөхәммәт Мырҙабулатов раҫлауынса, ул йылдарҙа башҡорттарҙа тыуым коэффициенты татарҙыҡына ҡарағанда юғарыраҡ күҙәтелгән: 15 һәм 10. Тарихи мәғлүмәттәр ҙә советтар осоронда һуңғы тапҡыр уҙғарылған иҫәптең нигеҙһеҙлеген бәхәскә урын ҡалдырмаҫлыҡ дәрәжәлә раҫлай.
1795 йылғы иҫәпкә (V рәүиз) ярашлы, хәҙерге Шаран районына ҡараған Яңы Таулар, Бурһыҡ, Йәрәмкә, Шаранбаш-Кенәз, Түбәнге Ташлы, Дүрмән, Салмалы – саф башҡорттар төйәге. Иҫке Тамъян, Түбәнге Зайыт, Наратаҫты һәм Тархан ауылдарында башҡорттар – типтәрҙәр, Көсөктә – сыуаш, Күгәрсен-Бүләк һәм Сикәнтамаҡта татарҙар менән бергә ғүмер иткән. Саф типтәр төйәктәренән Иҫке Теләүле, Һарыһаҙ, Үлекйылға, Алпай, Иҫке Түрбай, Нурый, Яманһаҙ, ә саф татар ауылдарынан Ерекле генә күренә.
1859 йылғы иҫәп Яңы Таулар, Бурһыҡ, Йәрәмкә, Иҫке Түрбай, Шаранбаш-Кенәз, Түбәнге Ташлы, Дүрмән, Салмалы, Йомаҙыбаш, Наратаҫты һәм Тархан ауылдарында ебәрелмештәрҙе байтаҡ сағылдырған. Күгәрсен-Бүләктә – 348, Түбәнге Зайытта 572 аҫаба ла күренә. Ерекле лә – 292 типтәр һәм татар көн иткән ауыл. 1870 йылда башҡорттар ғына теркәлгәндәргә Яңы Таулар, Иҫке Тамъян, Бурһыҡ, Түбәнге Зайыт, Түбәнге Ташлы, Нурҡай, Йомаҙыбаш, Тархан ҡарай. Үлекйылға, Йәрәмкә, Дүрмән һәм Салмалыла – татарҙар, Шаранбаш-Кенәздә – мариҙар, Наратаҫтыла – сыуаштар, Ереклелә башҡорттар ҙа иҫәпкә алынған.
1917 йылғы иҫәп Яңы Тауларҙа – типтәр, Түбәнге Ташлы һәм Шаранбаш-Кенәздә – урыҫтар, Йомаҙыбашта мишәрҙәр көн иткәнен асыҡлай. 1959 йылғыһы иһә бер ҡалыпҡа ла һыймай: башҡорттар йәшәгән Яңы Таулар, Иҫке Тамъян, Бурһыҡ, Нурый, Һарыһаҙ, Үлекйылға, Йәрәмкә һ.б. (бөтәһе 17) – … татар ауылдары. Башҡорт менән сыуаш ғүмер иткән Наратаҫты ла – ошо исемлектә.
1979 йылғы иҫәп был “хаталар”ҙы төҙәтә кеүек: ул 20 ауыл халҡын – башҡорт, 8 ауылдыҡын “татар” тип таба. Ләкин башҡорт төйәктәре Иҫке Тамъян, Иҫке Теләүле, Нурый һәм башҡаларҙың – “татар”, ә Ерекленең башҡорт ауылына әйләнеүе һис кенә лә ышандырмай. “Хаталар өҫтөндәге эш” буйынса 1989 йылғы иҫәптә көс артығы менән түгелә: татар ауылдары ике тиҫтәгә еткерелгәндә, башҡорттоҡолар ун тапҡырға кәмеп, Шаранбаш-Кенәз һәм Сикәнтамаҡҡа ҡайтарып ҡалдырыла.
Ә хәҙер был төбәк ауылдарына ҡасан нигеҙ һалынғаны һәм ни рәүешле үҫешкәненә арналған хеҙмәткә, тарих фәндәре кандидаты Әнүәр Әсфәндиәровтың “История сел и деревень Башкортостана и близлежащих регионов” тип аталған китабына күҙ һалайыҡ. Район ауылдары элек Ҡыр-Йылан, Ҡырғыҙ һәм Ҡанлы олоҫтарына берләшкән, тиелә унда. Ҡыр-Йылан олоҫо ХХ быуат башында 7 дачаға бүленеп, 297,2 мең дисәтинә ер хужаһы була. Был биләмәләрҙән 3084 аҫаба һәм 5530 ебәрелмеш (башҡорт, татар, мишәр, сыуаш һәм мари) файҙаланған. Хәҙер ул ерҙәрҙә Шаран, Саҡмағош, Туймазы, Илеш, Йәрмәкәй райондары халҡы йәшәй.
2002 йылғы иҫәптә 448 башҡорт теркәлгән Шаранбаш-Кенәз ауылы Шаран йылғаһын һыулай. Атамаһы XIX быуаттың тәүге яртыһында йәшәгән Мофат Кенәзев хөрмәтенә бирелгән. Уның улдары – Иҙрис һәм Ғибәҙулла, 66 йәшлек Ҡәҙербәк Кенәзев та күренә. Ауыл ҡуртымға ер биреү буйынса 1727 йылғы документта ла телгә алынған. 1795 йылғы рәүиз Шаранбаш-Кенәздә 67 башҡорт һәм 27 типтәрҙе, 1859 йылғыһы 541 башҡорт һәм ебәрелмеште теркәй. 1917 йылда 1162 башҡорт, 96 типтәр, 11 урыҫ иҫәпкә алынған. Артабанғы йән иҫәптәрендә ауылда титуллы милләт вәкилдәре генә теркәлә.
Тархан ауылында хәрби эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән һәм ябай башҡорттар айырым иҫәптә йөрөгән. XVIII быуаттың 70-се йылдарында башҡорт тархандарынан Илекәй Бейешев, Мәскәү Ҡәҙерғолов, Мәҡсүт Ҡушаев; ябайҙарҙан Алексей һәм Аҙнағол Әхмәтовтар, Урман Уразмәтов, Солтанғол Теменев, Ишҡыуат һәм Мортаза Исаевтар һ.б. күренә. 1753 йылда Тархан аҫабалары биләмәләренең бер өлөшөн – Бөгөлмә татарҙарына, улары үҙ сиратында Өфө прокуроры Н.И. Тимашевҡа һатып ебәрә. 1762 йылда татарҙарҙың бер өлөшө Ыҡ йылғаһы буйындағы Иғмәткә (Илеш районы) күсенә. 1832 йылда Тархан ауылының 12 ғаиләһе Боғорослан өйәҙендәге Яңы Тарханға нигеҙ һала. 1989 йылда – 235 татар һәм сыуаш, 2002 йылда 179 татар һәм башҡорт теркәлә.
Яңы быуат башында 825 татар һәм сыуаш йәшәгән элекке типтәрҙәр төйәге Наратаҫты 1738 йылдан билдәле. Аҫабалар Абдулла Яугилдин һәм Йәкәнәй Тоҡанов типтәр Сәлим Бигәнов етәкселегендәге ете ғаиләгә урын бирә. 1745 йылда яһаҡ татары Юлмәт Сырымов та ошонан ер ала. 1834 йылғы йән иҫәбендә Наратаҫтыла яңы суҡынған сыуаштар һәм татарҙар ҙа күренә. 1870 йылғы иҫәп 317 башҡорт һәм 85 сыуашты, 1917 йылғыһы 275 сыуаш менән 849 типтәрҙе асыҡлай. Тағы ла өс йылдан 1206 башҡорт һәм сыуаш теркәлә.
Ҡыр-Йылан олоҫо башҡорттарының төп ауылы Салмалы халҡы шул исемдәге йылға буйын төйәк иткән. XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан бында типтәрҙәр ҙә күренә. Аҫаба Ҡаҙырғол Ҡоломбәтов үҙ биләмәһенә Йомаҙыбаш, Дүрмән, Олҡан, Дүртөйлө ауылдарынан яһаҡ татарҙарын индерә. 1795 йылғы йән иҫәбе – 190, 1859 йылда 557 ебәрелмеште теркәй. 1870 йылда 659 башҡорт һәм 641 татар иҫәпкә алына. 1917 йылғы йән иҫәбенә ярашлы, барыһы ла типтәрҙәр – 1117 кеше. 2002 йылда Салмалы – 591 башҡорт ғүмер иткән ауыл.
Йомаҙыбаш ауылының тарихы 1692 йылдан билдәле. Илсембәт аҫабаларының ошо ауыл типтәрҙәренә ер һатҡаны тураһында 1728 йылғы документ та бар. 1731 йылда бында бер төркөм типтәр ер ала. XVIII быуат аҙағындағы йән иҫәбе – 324, 1859 йылда 1269 типтәрҙе сағылдыра. XIX быуаттың 30 – 70-се йылдарында ауылда 4-5 һыу тирмәне, 6-7 бакалея лавкаһы эшләгән, халыҡ 510 умарта тотҡан. 1917 йылда Йомаҙыбаш – 2260 башҡорт, типтәр һәм мишәр йәшәгән ҙур ауыл. Яңы быуат башында унда 622 башҡорт иҫәпкә алынған.
Арҙаш йылғаһын һыулаған Түрбай (Шаранбаш) ауылы 1693 йылда Ҡыр-Йылан олоҫо аҫабалары һәм ебәрелмештәр араһында яһаҡ түләү шарты менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы нигеҙләнә. 1783 йылғы иҫәп – 29, 1795 йылғыһы 54 типтәрҙе асыҡлай. Бөгөлмә өйәҙенең Туҡталыш ауылынан 11 типтәр күсеп ултыра. 1870 йылда Түрбайҙа – 274 типтәр, 1917 йылда 696 башҡорт һәм типтәр йәшәгән. 1920 йылда Яңы Түрбай ҙа теркәлеп, унда 40 башҡорт ғүмер иткән. Яңы быуат башында Иҫке Түрбайҙа – 124 башҡорт, Яңыһында 50 башҡорт һәм татар күренә.
1728 йылда аҫаба башҡорт Зайыт Тимашев Йәрәмкә ауылына тәүге типтәрҙәрҙе ҡабул итә. Биш-алты йылдан һуң Илсембәт башҡорттары ҡатнашлығы менән бында ғәскәри һәм яһаҡ татарҙары ла урынлаша. 1762 йылғы йән иҫәбе 48 ир татарҙы, 1783 йылғыһы типтәрҙәрҙе теркәй – 65 кеше. 1816 йылда Йәрәмкәлә 30 башҡорт, 75 типтәр, 36 ғәскәри һәм 45 яһаҡ татары күренә. 1920 йылда 635 башҡорт менән татар иҫәпкә алынған. 2002 йылғы рәүиз 329 башҡорт һәм татарҙы асыҡлай.
Ҡыр-Йылан олоҫоноң Япрыҡ түбәһе аҫабалары ерендә урынлашҡан Көсөк ауылы тарихы 1742 йылдан башлана. 1783 йылғы рәүиз – 86 типтәрҙе, 1795 йылғыһы 43 сыуаш һәм 7 мариҙы теркәй. 1870 йылда Көсөктә 202 башҡорт, 120 сыуаш ғүмер иткән. Берсә типтәр, берсә татар һәм сыуаш ауылы сифатында йөрөтөлгән ауылда 2002 йылғы иҫәптә 105 башҡорт һәм татар күренә.
1839 йылда типтәр Ҡорамша Ниязғолов Һарыһаҙ ауылына нигеҙҙең 1742 йылда һалынғаны хаҡында әйтә. 1783 йылғы иҫәп унда 68 ир һәм 59 ҡатын-ҡыҙҙы, 1795 йылғыһы 167 типтәрҙе теркәй. 1870 йылда Һарыһаҙ – 743 башҡорт торған ауыл, ә 1917 йылда – 1264 типтәр төйәге. 2002 йылғы иҫәп уға ла ҡатнаш халыҡлылар исемлегенән урын бирә: 313 башҡорт һәм татар теркәлә. Ошо иҫәпкә ярашлы, 33 титуллы милләт вәкиле ғүмер иткән Үлекйылға халҡы ер биләү хоҡуғын 1771 йылда юллап алыуға ҡарамаҫтан, ауыл 1735 – 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалына саҡлы барлыҡҡа килә. 1795 йылғы иҫәп унда 82 типтәрҙе, 1870 йылғыһы 203 башҡорт һәм 6 татарҙы асыҡлай. 1917 йылда Үлекйылғала – типтәрҙәр генә, өс йылдан һуң 462 башҡорт һәм типтәр иҫәпкә инә.
Шул исемдәге йылғаны һыулаған Дүрмән ауылына Төмәнәк һәм Дүрмән аҫабалары 1782 йылда – типтәрҙәрҙе, һуңыраҡ яһаҡ һәм ғәскәри татарҙарҙы индерә. Килешеү төҙөүҙә команда старшинаһы Әбдекәй Мәскәүев, улы Баязит менән Бикташ Төмәнәковтар һәм Дүрмәндән Юлдаш Йөҙәев, Абзай Ҡасҡынов, ер алыусыларҙан Ҡазан өйәҙе Арса даруғаһы Йәҙгәр олоҫонан Нәҙир Нәзиров, Мирсәғит Ҡолмәтов һ.б. ҡатнаша. 1795 йылғы иҫәп Дүрмәндә 37 башҡорт ебәрелмешен күрһәтә, 1859 йылда улар – 119 йән, 1917 йылда – 379 башҡорт һәм 314 типтәр.
Ошо уҡ иҫәптә 250 башҡорт һәм татар донъя көткән Яңы Таулар 1632 йылдан билдәле. XVIII быуат аҙағында был ауылда 89 башҡорт ебәрелмеше иҫәпкә инә. Таулар атамаһын йөрөткән ике ауыл билдәле: береһе – Шатлыҡ йылғаһын һыулағаны – Шаран, икенсеһе Бүздәк районына ҡарай һәм Иҫке Таулар атала. Уларҙың бер төптән сығыуы ихтимал, ти Ә. Әсфәндиәров. 1870 йылда 125 башҡорт йәшәгән ауыл 1917 йылғы иҫәптә 89 башҡорт һәм 339 типтәр төйәге булып китә.
Ҡырғыҙ олоҫона ҡараған Түбәнге Зайытҡа Сикән йылғаһы буйында башҡорт аҫабаһы Зайыт нигеҙ һала. Бәлки, старшина ла булғандыр. Ошо ауылдан Араптан Мүкәновтың Ҡырғыҙ олоҫона ингән Күгәрсен-Бүләк, Күктау, Иҫәнбай, Шәммәт, Ҡаҙыҡай, Илеш, Ябалаҡ, Ҡырғыҙ, Айыу, Ҡорос, Ҡарабаш һәм Тыпый аҫабалары менән Ҡаҙан өйәҙе Арса даруғаһы татарҙарына ер биреүе тураһында документ бар. Унда типтәрҙәргә ике утар ҡороу хоҡуғы бирелә. 1816 йылда Түбәнге Зайытҡа нигеҙ һалыусының улы 84 йәшлек Муса Зайытов йәшәгән. Уның улы Ғайсаға – 50 йәш. Улдары Мостафа, Фәйзулла, Фазулла, Рәхмәтулла һәм Кинйәғол күренә. 2002 йылғы иҫәптә – 785 башҡорт, XVIII быуат аҙағында 92 башҡорт һәм 44 типтәр күренә. 1917 йылда 1129 башҡорт һәм 537 типтәр теркәлә. Совет осорондағы иҫәптәрҙә халыҡ һаны кәмей: 1959 йылда – 1047, 1989 йылда 853… татар теркәлә.
Күгәрсен-Бүләк халҡы шул исемдәге йылға буйын төйәк иткән. Ошо ауылдан Ҡырғыҙ олоҫо старшинаһы Аҙнағол Һөлөков 1763 йылда Тыпый, Туҡтағол, Күктау, Илеш, Ҡатай ауылдары аҫабалары менән Татыш, Темели, Исили, Аҡбулат, Ҡытыл, Яланкүл һәм Оло Ҡыҙай күлдәрендә балыҡ тотоу урындарын ҡуртымға биреүҙә ҡатнаша. 1814 йылда Күгәрсен-Бүләк һәм Зайыт аҫабалары сабынлыҡтарҙы файҙаланыу буйынса бәхәскә инеп, ул 15 йылға һуҙылған. 1795 йылғы иҫәп Күгәрсен-Бүләктә 85 башҡортто, 42 яһаҡ татарын асыҡлай. 1859 йылда иһә 348 аҫаба һәм ебәрелмеш теркәлә. 1917 йылда бында 1077 башҡорт, 127 типтәр ғүмер итә. 1920 йылғы йән иҫәбенән (1126 башҡорт һәм татар) һуң ауыл халҡы кәмей, 2002 йылда ни бары 245 кеше теркәлә.
Башҡорт ебәрелмештәре, типтәрҙәр һәм татарҙар төйәге Бурһыҡ ауылы халҡы шул исемдәге йылғаны һыулай. 1762 йылғы III рәүиз унда ирҙәрҙән 30 яһаҡ татарын асыҡлай. 1783 йылда Бурһыҡта Стәрлетамаҡ өйәҙенән Тамъян олоҫо башҡорттары урын ала. Алты ғаилә өсөн килешеү ҡағыҙына Дауыт Бикмәтов ҡул ҡуя. Ошо уҡ килешеүгә ярашлы, алты ғаилә яһаҡ татарҙары ла ерле була. Яңы быуат башында 273 титуллы милләт вәкиле ғүмер иткән ауылда 1795 йылғы йән иҫәбе 50 башҡорт һәм 30 ебәрелмеште теркәй. 1870 йылда – 383, 1917 йылда 706 башҡорт иҫәпкә алына.
Ҡолсобай атамаһы менән дә йөрөтөлгән Сикәнтамаҡ – шул исемдәге йылға буйында. 1798 – 1865 йылдарҙа был ауыл 12-се башҡорт кантонының 4-се йортона буйһонған. 1751 йылда унан Көнөр Тимеров Ҡырғыҙ олоҫо аҫабалары менән Ҡаракүл олоҫо крәҫтиәндәренә балыҡ тотоу урындарын ҡуртымға биреүҙә ҡатнаша. 1742 йылғы килешеүгә ярашлы, Сикәнтамаҡта биш ғаилә яһаҡ татары һәм типтәрҙәр ер ала. 1782 йылда бер нисә иптәше менән яһаҡ татары Бакир Якметев та төпләнә. 1816 йылда Өфө тарафтарынан 16 ғаилә яһаҡ татарына ла өлөш сығаралар. 1870 йылғы иҫәп – 56, 1920 йылғыһы 239 башҡорт һәм 36 татарҙы асыҡлай. 1959 йылда – 317 татар, яңы быуат башында 142 башҡорт теркәлә.
Ошо уҡ иҫәпкә ярашлы, элекке яһаҡ татарҙары, типтәрҙәр ауылы Ереклелә 914 татар һәм башҡорт күренә. Шул исемдәге йылға буйындағы был ауылға ҡасан нигеҙ һалынғаны билдәһеҙ. 1834 йылда унда Түбәнге Зайыт һәм Ҡандракүл ауылдарында теркәлгән яһаҡ татарҙары ла йәшәгән. XIX быуат башында Ерекле типтәрҙәре башҡорт булып яҙыла. 1870 йылғы йән иҫәбенә ярашлы ауылда – 728, 1920 йылда 1547 башҡорт һәм татар күренә. 1959 һәм 1989 йылғы иҫәптәрҙә төп халыҡ вәкилдәре теркәлмәй.
1762 – 1783 йылдар араһында нигеҙ һалынған Түбәнге Ташлы ауылы ла элекке Ҡырғыҙ олоҫо аҫабалары биләмәһен төйәк иткән. 1870 йылғы иҫәпкә тиклем типтәр тип теркәлгән ауыл кешеләре артабан башҡорт булып яҙылып, 1917 йылда улар – 840 кеше. Яңы быуат иҫәбе Түбәнге Ташлыны 554 төп халыҡ вәкиле ғүмер иткән ауылдар исемлегенә индергән. IV рәүиз (1783 йыл) алдынан нигеҙ һалынған, яһаҡ татарҙары, типтәрҙәр һәм татар типтәрҙәре көн иткән Үрге Ташлыла типтәрҙәр артабан татар ҡатламына күсә.
Ҡыр-Йылан олоҫона ҡараған типтәр ауылы Алпай 1742 йылдан билдәле. XVIII быуат аҙағындағы рәүиз унда 97 кешене теркәй. 1870 йылда милли сығышын күрһәтмәй генә 640 кеше иҫәпкә алына. Артабанғы рәүиздәрҙә берсә типтәр, берсә татар төйәге тип яҙылған Алпай – 2002 йылда башҡорт ауылы. Яңы Ҡаръяуҙы башлап 1870 йылда телгә алына. Унда 30 хужалыҡта 180 татар донъя көтә. 1920 йылғы иҫәп ауылда 367 татарҙы асыҡлай.
1730 йылғы иҫәптә Эйек һәм Сөн йылғалары буйын төйәк иткән олоҫтар һанала: Түңгәүер, Ирәкте, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Һарыш-Ҡыпсаҡ, Әй, Күрпәс-Табын, Һеңрән, Табын һәм Тамъян. Ауыл 1735 – 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалынан һуң нигеҙләнеп, унда аҫабалыҡ хоҡуғынан яҙған башҡорттар, татарҙар төйәк ҡора. 1795 йылда Иҫке Тамъянда – 31 башҡорт, 54 типтәр, 1870 йылда 339 башҡорт йәшәгән. Уҙған быуат аҙағында ул да “татар ауылдары” исемлегенә индерелеп, 2002 йылда иһә 218 титуллы милләт вәкиле иҫәпкә алына.
Сөн йылғаһы буйындағы Иҫке Теләүле ауылында (Ҡанлы олоҫо) 1702 һәм 1750 йылдарҙағы килешеүгә ярашлы татарҙар урынлаша. 1783 йылда улар типтәр ҡатламына күсә. ХХ быуат башында ошо ауылдан сыҡҡан бер төркөм Ҡыр-Теләүле (Яңы Таулы) утарын нигеҙләй. Пугачев яуында Иҫке Теләүленән 60 ир ҡатнашҡаны билдәле. 1795 йылғы иҫәп 193 типтәрҙе, 1859 йылғыһы 599 йәнде теркәй. 1917 йылда Иҫке Теләүле – 1398 башҡорт ғүмер иткән төйәк, артабан – типтәрҙеке һәм 2002 йылда – ҡатнаш ауыл.
1762 йылғы рәүиз Сөн йылғаһын һыулаған Нурыйҙа ирҙәрҙән 49 яһаҡ татарын күрһәтә. 1791 йылда ауылдан тағы ла бер төркөм татар урын алып, 1795 йылда бында 154 типтәр, 1870 йылда 474 башҡорт теркәлә. 1920 йылғы йән иҫәбендә – 1225 башҡорт, 2002 йылда 339 башҡорт һәм татар күренә. Яңы Байҡы ауылында 1920 йылғы иҫәп 96 кешене асыҡлай. Баҡса ауылына нигеҙҙе Яңы Ҡарғалы күскенселәре 1920 – 1926 йылдарҙа ҡора. Һөйөндөккә башлап хәҙерге Баҡалы районының шул исемдәге ауылы кешеләре ултыра.
Алмаш, Бүләк, Боланһаҙ, Исәмәт, Ҡараҡашлы, Ҡараҙыбаш, Ҡыҙыл Сулпан, Мичуринск, Сөнбаш, Таң, Таллыкүл, Тимер, Түгәрәк, Ташшишмә, Уҡыяҙ, Хафиз, Шарлыҡбаш ауылдары 1920 йылғы иҫәптән һуң барлыҡҡа килә.
Мәхмүт ХУЖИН.
Читайте нас: