Ағиҙел
+20 °С
Ямғыр
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Еңеүгә - 80 йыл
Мәҡәлә
Ил йөрәге менән минең йөрәк ҡушылып үҫкән кеүек тойола...
Яҙыусы Низам Ҡәриптең тыуыуына 120 йыл
Һауа торошона зарланырға яраймы?
Шәп, эшсән һәм бик тә рухлы кешеләр бар инде ул донъяла...
МӘСЕТ (повесть. 4-се өлөш)
МӘСЕТ (повесть. 3-сө өлөш)
"Әйтерһең, мин әкиәт донъяһының ҡаһарманы булып тыуғанмын"
МӘСЕТ (повесть. 2-се өлөш)
МӘСЕТ (повесть. 1-се өлөш)
Бөтә яңылыҡтар
10
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар 2021, 13:20
"Ашыҡмасы ғүмер" Рима Ибраһимова.
Ҡулдарымды ҡуйып ҡаш өҫтөнә,Оло юлдан күҙем алмайса.Балаларҙы көтәм. Аш өлгөртәм.Алъяпҡысым билдән һалмайса. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғырҙар#Шиғриәт#РимаИбраһимова
АШЫҠМАСЫ, ҒҮМЕР!
Ҡулдарымды ҡуйып ҡаш өҫтөнә,
Оло юлдан күҙем алмайса.
Балаларҙы көтәм. Аш өлгөртәм.
Алъяпҡысым билдән һалмайса.
Һағынып көтөп алыу, ниндәй бәхет.
Күңел тула наҙға, шатлыҡҡа.
Оҙағыраҡ татыт шул бәхетте.
Ашыҡтырма, ғүмер, ҡартлыҡҡа.
Был ғүмерҙең татлы миҙгелдәре
Ҡасан ғына үтеп киткән һуң?
Бер - берең де һөйгән минуттармы.
Бала һөйгән саҡтар микән ул?
Эш тип көйҙөк, тыуған ҡәҙерен белдек.
Байлыҡ тиеп иҫебеҙ китмәне.
Күңелдәрҙә ҡомар, йәшәү дәрте.
Эй, ғүмеркәй. ашығып үтмәле.
Балаларҙың балаларын һөйөп,
Туймаған бит әле был күңел.
Йәшәгән һайын ҡәҙерлерәк ғүмер.
Йырланаһы йырҙар юҡ түгел.
Бәхет, шатлыҡ татып ҡалғы килә.
Сиге барын уның кем тойған.
Һөйөүҙәрҙән төңөлмәйҙер күңел.
Йәшәүҙәрҙән әле кем туйған.
Р. Ибраһимова.
Читайте нас:
Шулай уҡ уҡығыҙ
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Ноябрь 2023, 13:20
Бер апайҙың мажаралары. Дилара Мөхәмәтшина
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Март 2024, 12:38
МӨҒЖИЗӘГӘ ЫШАНАМ (хикәйә) Тәскирә Даянова
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Февраль 2024, 23:35
Сәғит АГИШ Әбей һәм көҙгө. Хикәйә
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ғинуар 2024, 09:49
Хәйлә. Хикәйә. РӘЗИНӘ ЗӘЙНЕТДИНОВА
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять