“Беҙ урман башҡорто булабыҙ”
Стәрлебаш мәҙрәсәһендә ике йыл эшләгәндән һуң, күп йылдар ситтә йөрөгән Ғәли Соҡорой (Кейеков):
Китәр булдым сығып илдән уҡырға,
Ғилем эстәп ҡайтайым тип Соҡорға, –
тип, 1852 йылда тыуған ауылына бөтөнләйгә ҡайта. Ситтә йөрөгән сағында туғандары бүлешеп алып бөткән атай мираҫынан мәхрүм ҡалған Ғәлигә донъяһын фәҡәт үҙ тырышлығы, хәләл көсө менән йүнәтергә һәм алып барырға тура килә. Заманында баҫылмайынса ҡалған «Мәнзүмәте Ғәлийә» («Ғәлиҙең шиғри әҫәрҙәре») тигән ҡулъяҙма йыйынтығының баш һүҙендә ул был хаҡта түбәндәгеләрҙе яҙа: «Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Төп шөғөлөбөҙ урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин дә бар тапҡан ваҡытымды вә хәл вә форсатымды һәр саҡ шундайын шөғөлгә сарыф иттем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа таныҡлыҡ алып вә йорт һалып,.. шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп,.. суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын, ә мәҙрәсәмдә ҡәбилә (бында Ирәкте һәм уның менән ХY быуат аҙағы – ХY1 быуат баштарында Урал аръяғынан (Миәс буйҙарынан) күсеп килгәндән һуң айырылғыһыҙ бәйләнешкә ингән Ҡара Табын ырыуҙары күҙ уңында тотола. – Ғ. Ҡ.) балаларын уҡытып вә шул арала духовный хеҙмәттәр артынан да йөрөп,... Ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын» (Башҡортостан Республикаһы Ә.-З. Вәлиди исемендәге республика милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған китаптар бүлеге. Ғ. Соҡорой фонды, 9-сы дәфтәр).
Ғөмүмән, Ғәли Соҡорой ябайлығы менән айырылып торған. Күренекле дин әһеле, мөдәррис булараҡ танылыу алғас та ул тирә-йүндә иң элек арыу-талыуҙы белмәй игенселек һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән эшһөйәр, белемгә ҡомар, көндәлек тормошта үҙен тыйнаҡ, тыныс тотҡан суфый тәбиғәтле кеше булараҡ ихтирам ҡаҙанған. Улы Ғарифулла Кейеков яҙғанса: «Миңә арыш икмәге менән сәй булһа, етә, – тип әйтә ул үҙен ололоҡлап ҡунаҡҡа саҡырған кешеләргә, – ҡоймаҡ бешереп, бауырһаҡ әҙерләп, минән артыҡ фатиха ала алмаҫһығыҙ. Минең доғам тәкәллефһеҙ (ҡылансыҡланмаған, яһалмалыҡһыҙ) кешеләргә күберәк» ( Ғ. Кейеков. Ғайн әр-риза, йәки мәрхүм ҡарт хәзрәт шишмәсе янында. – Казан, 1900. – 6-сы бит).
Иҫтәлектәрҙә уның гипнозға, дауалау көсөнә һәләтле булыуы ла телгә алына. Шағирҙың бөтә был сифаттары, заманының оло фекер эйәһе Шиһабетдин Мәржәни эшмәкәрлеген әле Аҡмуллаға тиклем үк данлап сығыуы, Ҡәйүм Насыри кеүек мәғрифәтсе ғалим һәм яҙыусы менән яҡындан аралашыуы, донъяға шаҡтай айыҡ һәм киң ҡарашлы шәхес булыуы көнсөл, наҙан муллаларға, уны шәкерттәрҙе уҡыта белмәүҙә, бары сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүҙә ғәйепләп, Диниә назаратына шикәйәттәр яҙырға сәбәп була. Бер саҡ уны дошмандары мәсеттән дә ҡыуҙыралар. Шундай ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ул 22 йыл буйына үҙенсә бер түҙемлелек һәм ныҡышмалылыҡ менән йәштәргә аң-белем һәм тәрбиә биреү менән шөғөлләнә, бары 1872 йылда ғына уҡытыусылыҡ эшен ҡалдырып, хаж сәфәренә китә. Был сәйәхәтенән ҡәнәғәт ҡалып, улы Ғарифулланың иҫтәлектәренән күренеүенсә, тағы өс мәртәбә хажға барып ҡайта. Ҡартлыҡ көнөндә лә ул, ҡатыны, биш улы, өс ҡыҙы һәм бер килене менән бер йортта бары үҙ хеҙмәте, үҙ тырышлығы менән донъя көтөп ятыуына ҡарамаҫтан, мир эштәренән ситләшмәйенсә, Иҫке Соҡорҙағы һәм тирә-яҡ ауылдарҙағы халыҡтың ауыр һәм ғазаплы тормошона битараф ҡалмайынса, ил мәшәҡәттәрен уртаҡлашып йәшәй.