Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Декабрь 2020, 19:34

Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителде

Ике йыл дауамындағы әҙерлек һөҙөмтәһе булып 25 декабрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ултырышында Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының тулы варианты тәҡдим ителде. Байтаҡ фекер алышҡандан һуң документ бер тауыштан ҡабул ителде.Билдәле булыуынса бындай стратегиялар донъяның күп кенә халыҡтары тарафынан ҡабул ителгән һәм ул милләтте берләштереүсе һәм уға йүнәлеш биреп тороусы мөһим документ. Үҙенең үҫеш стратегияһы булыуы бигерәк тә сағыштырмаса аҙ һанлы халыҡтар өсөн мөһим. Тарихта тап ошондай стратегик пландар ҡабул ителеп, улар ярҙамында милләтең хәлен яҡшыртыу һәм нығыта алыу осраҡтары ла билгеле. Мәҫәлән, ошондай план ярҙамында ваҡытында ирланд һәм уэльс милләттәре үҙаңдарын көсәйтеп, маҡсаттарын беректереп халыҡтарының иҡтисади, рухи һәм демографик хәлдәрен яҡшыртып, ярайһы уңышҡа өлгәшә алған. Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Аҡманов етәкселегендә БР Фәндәр академияһы ғалимдары тарафынан әҙерләнгән. Авторҙар билдәләүенсә, был документ — милләттең киләсәктәге үҫешен фаразлаған заманса маҡсаттар, ғәмәлдәр һәм принциптар тупланмаһы.#Ағиҙелжурналы#журналАгидель#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #стратегия #башкиры#башҡорттар

Стратегияның төп маҡсаты — дәүләт мәнфәғәттәрен, дөйөм кешелек өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алып, башҡорт халҡын үҫтереү, халыҡтың этномәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм иректәрен тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыу. Стратегия социаль-йүнәлешле характерҙа төҙөлгән һәм башҡорт халҡының потенциалын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты. Ул Стратегияны булдырыуға үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм документты «конструктив һәм фәһемле» тип атап, ыңғай баһаланы.
«Документ оҙаҡ ҡаралды, тиеүселәр булһа ла, бындай стратегиялар тиҙ генә ҡабул ителергә тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Башҡа халыҡтарҙың ошондай документтары менән сағыштырғанда, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы идеологик һәм сәйәси тайпылыштарҙан азат булыуын, ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгәнен билдәләргә мөмкин. Стратегияның логик эстәлеге етди нигеҙле, теүәл маҡсаттар һәм саралар планы бар. Йәмәғәтселек тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыуҙың аныҡ юлы күрһәтелгән»,– тип билдәләне Азат Бадранов.
Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына Ҡушымта ла әҙерләнгән. Унда авторҙар Стратегиялағы төп тезистарҙы һәм маҡсаттарҙы айырым яҙып, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләгән.
Ҡушымта 10 тематик блоктан тора. Тәүге дүртәүһе традицион күп балалы башҡорт ғаиләһен популярлаштырыу, кесе йәштәге балалар араһында башҡорт телле мәҙәниәт булдырыу, үҫмерҙәрҙе башҡорт мәҙәни мөхитенә интеграциялау, эшсе йәштәр һәм студенттар араһында ошондай мөхит булдырыу мәсьәләләренә арналған. Артабанғы бүлектәрҙә эшҡыуарҙарға, уҡытыусыларға ярҙам итеү, төбәк, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә башҡорт милли мәҙәниәтенең статусын күтәреү өсөн халыҡты туплау темалары асыла. Аҙаҡҡы блок йәшәйештең төрлө өлкәләрендә башҡорт халҡының хоҡуҡтарын яҡлауға арналған.
Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына Ҡушымта авторҙарының береһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, был документ милли үҙенсәлекте нығытыуға, халҡыбыҙҙың үҙаңын тәрбиәләүгә, уның абруйын яңы кимәлгә күтәрергә булышлыҡ итергә тейеш, тип билдәләне.
«Стратегияға ҡушымта — практик аспекттар һәм төп документты тормошҡа ашырыу планы. Планда башҡорт халҡының төрлө тормош аспекттары сағылдырылған — унда ғаилә, уҡыусы һәм үҫмер балалар, йәштәр араһында башҡорт мөхитен булдырыу мәсьәләләрен күтәрҙек», – тип һөйләне Юлдаш Йосопов.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, Стратегия башҡорт халҡын барлыҡ өлкәләрҙә лә үҫтереү буйынса комплекслы эш нигеҙе буласаҡ. Ул шулай уҡ Стратегияны әҙерләүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
«Ике йыл дауамында Стратегия концепцияһын булдырыу өсөн ҙур эш алып барылды һәм ул бөгөн ҡабул ителде. Уны тормошҡа ашырыуға һәр бер милләттәшебеҙ үҙ өлөшөн индерә ала. Беҙҙең Стратегияның үҙенсәлеге шунда — беҙ уның менән бергә Саралар планын да ҡабул иттек. Был ҡушымта идеологик йүнәлтмәләрҙе аныҡлаштырасаҡ, стратегик күҙаллау билдәле проекттарҙа сағылыш аласаҡ һәм ул теге йәки был сараларҙы дәүләт программаһына индереү, ошо проекттар менән федераль һәм төбәк грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн нигеҙ булып торасаҡ, йәғни башҡорт халҡының төрлө өлкәләрҙә үҫеше өсөн комплекслы эш алып барыуға нигеҙ бирәсәк. Стратегияны Башҡорт тарихы йылы алдынан ҡабул итеүебеҙ ҙә символик мәғәнәгә эйә», – тине Эльвира Айытҡолова.
Стратегия проектын ҡабул итеү барышында Башҡарма комитет ултырышында ҡатнашыусылар тарафынан ҡайһы бер төҙәтмәләр индерелде. Мәҫәлән, төп документты ун йылға ҡабул итергә, ә ҡуйылған бурыстарҙы йыл һайын ҡарап яңыртып торорға тәҡдим ителде.
Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы һуңғы өҫтәмәләр индерелгәндән һуң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителәсәк.
Белешмә. Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын булдырыу идеяһы 2019 йылда, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышында барлыҡҡа килә. Халыҡтан, эксперттарҙан, йәмәғәт ойошмаларынан, ғалимдарҙан тәҡдимдәр һәм проекттар йыйыу ойошторола, артабан уларҙы туплау һәм камиллаштырыу эше БР Фәндәр академияһына йөкмәтелә. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стратегияны 2020 йылдың аҙағына тиклем әҙерләргә ҡушты. Ағымдағы йылдың июнендә Стратегияның әҙер проекты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына тапшырылды, башҡарма комитет комиссиялары ултырыштарында ҡаралды һәм тулыландырылды.
Читайте нас: