Зөһрә Хәдит ҡыҙы ижад иткән йырҙар айырыуса йөкмәткеле һәм халыҡсан. “Арҡайым”, “Мәктәп вальсы”, “Саралар юҡ” һәм башҡа популяр йырҙары тиҫтә йылдар инде йырсыларҙың репертуарынан төшмәй, табындарҙа ла йыш яңғырай. Үҙе иҫән саҡта нәшер ителгән йырҙар, пьесалар һәм балалар өсөн шиғырҙар йыйынтыҡтары ла тиҙ арала таралып, күптән инде һирәк осраған китаптар исемлегендә йөрөй. Кешеләргә бик иғтибарлы булды ул, бигерәк тә яҡташтарын һәр ваҡыт тартып торҙо. Әбйәлил һылыуҙарының күбеһен ҡыҙым тип йөрөттө, ә миңә шәхсән килен тиер ине. Улай тиеүенә башта сәйерһенеп тә йөрөнөм, аҙаҡ үҙенән һорашып белештем. Баҡтиһәң, Амангилде ауылына эшкә барғас, ҡәйнәмдең әсәһенә йортҡа инеп, бергә-бергә татыу көн иткәндәр, шуға ҡан туған булмаһалар ҙа, бер-береһен ғүмер буйы яҡын күргәндәр. Зөһрә Хәдит ҡыҙы уҡыусыһы, шағирә Рәзилә Рысҡужина менән берлектә “Йөрәк һүҙе” республика шиғыр һөйләү бәйгеһендә лә ҡатнашты, тамашасыларҙың күбеһе ижади күңелле был ике шәхесте әсәле-ҡыҙлы тип ҡабул итте һәм әле лә шулай тип уйлаусылар йыш осрай.
Зөһрә Фәйзулина Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты. Быйыл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән берлектә Драматургтар мәктәбе ойошторған ижади лабораторияларҙа әүҙем ҡатнашты, либретто яҙам тип дәртләнгән ине. Әммә, күктәр, күрәһең, икенсе төрлө хәл иткән, көтмәгәндә Зөһрә апай беҙҙе ташлап китте. Китте тип әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ, улы, ейәндәре, йәнә лә үҙе әҙерләп халҡыбыҙҙың рухиәте һағына һалдаттай баҫтырып киткән бик күп уҡыусылары ҡалды.