Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Декабрь 2020, 22:00

“Ағиҙел”. 2020: Йыл юғалтыуы. БИБИСАРА АЗАМАТОВА.

2020 йыл республикабыҙ йәмәғәтселеге, әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн бик ауыр юғалтыуҙар йылы ла булды. Донъя – бер мосафирханалыр. Инсан да (кеше лә) рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғәләменән ахирәткә күсеп киткән бер юлсылыр...Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова 1949 йылда Баймаҡ районы Бәхетгәрәй ауылында тыуа. 8 йәшенә тиклем өләсәһе тәрбиәһендә булып, халҡыбыҙҙың бай рухи хазинаһын үҙенә һеңдереп үҫә. Уның яҙмышы мажаралы, драматик бер әҫәр кеүек. Ниндәй генә һынауҙар бирмәгән уға Аллаһы Тәғәлә, әммә моң эйәһе уларҙың һәр береһен ҡаһармандарса йырып сыға килгән. Бала сағында күмәгенә бер быйма булыуын йә ҡышҡы кейем булмауы арҡаһында урамға сыға алмай ултырыуҙарын да, үҫеп буй еткергәс барса тәне бешеп, оҙаҡ түшәктә ятыуын да, яҙмышындағы башҡа хәл-әхүәлде лә ул зарланмай, матур итеп хәтерләр ине.

Баймаҡ һыра заводында ябай эшсенән алып директор вазифаһына тиклем үрләй ул. Баймаҡ яҡтарындағы барлыҡ дан туйҙарҙы, кисәләрҙе, юбилейҙарҙы ла шул осорҙа тамада булараҡ ул үткәрә. Үҙе ҙур ауырлыҡтар аша уҙған моң эйәһе башҡаларҙың да хәленә инә белә. Яңыраҡ Баймаҡтан бер апай менән аралашырға тура килгәйне, ул да Бибисара апай арҡаһында өй һалып сыға алдыҡ заманында, бик ярҙам итте тип рәхмәттәрен яңыртып һөйләп ултырҙы. Ундай рәхмәтле кешеләр бик күп, асылда. Йомарт һәм ихлас булды апай. Заводта 30 йылдан артыҡ эшләгәндән һуң ғаиләһе менән Өфөгә күсенде. Тап шул осорҙа миңә лә уның менән бер ятаҡта йәшәргә тура килде. Мәҙәниәт министрлығына ҡараған ятаҡта комендант булды, шулай уҡ хореография училищеһында ла эшләне.
Бибисара апайҙы белмәгән кеше кәүҙәгә арыу ғына, тәү ҡарашҡа уҡ донъя күргән кеше икәне аңлашылған был ҡатындың күкрәгендә ниндәй моң йөрөткәнен күҙ алдына килтермәгәндер, бәлки. Ә инде йырлауын бер ишеткәндәр уға яңы күҙлектән ҡараш һалып, хөрмәт менән бағыр ине. Ысын егет ине ул! Бер ҡасан да Баймаҡ һөйләшенә, Баймаҡ асылына хыянат итмәне, сәхнәлә яһалмалыҡты белмәне. Ә репертуарҙы нисек шулай оҫта һайлағандыр, һәр башҡарғаны халыҡ йырылай ҡабул ителде.
2019 йылда “Шоңҡар” журналының юбилей кисәһенә саҡырғас теләп, ихластан килде, бәғзе берәүҙәр кеүек түләү ҙә һораманы, коллективтағы һәр хеҙмәткәргә аудиоальбомын бүләк итте. Ябай, үтә лә ябай булһа ла, үҙ баһаһын да ныҡ тотто, башҡорттарына, яҡташтарына ла һүҙ тейҙертмәне, былағайланып йырлаған телен дә әленән әле алмаштырып йөрөмәне. Олғайғас ҡына оло сәхнәгә күтәрелгән Бибисара Азаматованың дәүләт биргән юғары наградалары ла, исемдәре лә булманы. Әммә, ҡәһәрле вирус арабыҙҙан уны тартып алғас, бар республика халҡы тәрән хәсрәт утында янды. Бибисара апайҙың вафаты хаҡындағы мәғлүмәт менән уның йырҙарын социаль селтәрҙәрҙә үҙ битләүенә ҡуйып, уны йылы һүҙ менән иҫкә алмаған кеше лә ҡалмағандыр, халыҡ Азаматованы сикһеҙ яратҡан һәм ярата. Фарманһыҙ булһа ни, ҡағыҙ битенә раҫлап мисәт һуғылмаһа ни, Бибисара Халыҡ йырсыһы тип бит халыҡтың күңеленә яҙылған, шунан да ҙур мәртәбә юҡ та ул!
Гөлнара Хәлфетдинова.
Читайте нас: