Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Декабрь 2020, 14:05

Башҡортостан үҙе булыр Нурбостан

#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БашҡортТеле2020 #БашТел2020 #БашЯз2020#БашҡорттелейылыБала күңелен үҫтергән хыял иле яҡты һәм мөғжизәле булырға тейеш. Башҡортостаныбыҙҙың күрке булған “Тамыр” балалар каналында быны яҡшы аңлайҙар. “Тамыр”ҙа милләтебеҙ һәм телебеҙ хаҡына хеҙмәт иткән ысын фиҙакәрҙәр эшләй, бер-бер артлы тормошҡа ашырылған “Бала артыҡ булмай”, “Бишек” проекттары, кисә генә икенсе миҙгеле презентацияланған, үҫмерҙәр өсөн тәғәйен, йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс “Бирешмә” сериалы һәм башҡа хәтһеҙ тапшырыуҙар араһында йөҙөк ҡашылай балҡыған тағы ла бер яңы проект бар. Ошо ялдарҙа БСТ каналында тура эфирҙа исем туйы үткән “Нурбостан” тип аталған беренсе башҡорт телендәге йәнһүрәт-сериалы ул. “Тамыр” ҙың директоры һәм идеялар генераторы Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринаның сираттағы уй-хыялынан ҡоршалып тормошҡа ашҡан ул. Йәнһүрәттәге Нурбостан иле асманда урынлашҡан тирмә формаһындағы тылсымлы донъя. Был мультсериалды ҡасандыр бөйөк шағирыбыҙ йөрәгендә бәпләгән, Башҡортостан-Нурбостандың виртуаль сағылышы тип әйтһәк тә, хата булмаҫ.

Унда уйын һәм мажаралы хәлдәр аша төп геройҙар Янур, Уйнур, Һомай, Ихнур, Ахнур һәм ике тиҫкәре герой, Ҡуйболот һәм Тайболот, башҡорт тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, көнкүреше һәм йолалары менән таныша. Әйткәндәй, мультсериал тулыһынса ғинуарҙа, балаларҙың ҡышҡы каникул көндәрендә телеэфирҙа күрһәтеләсәк. Йәнһүрәт-сериалдың сценарий авторҙары Гөлназ Ҡолһарина һәм Гөлнара Хәлфетдинова, ә инде уны йәнле рәсем итер өсөн тотош ҙур команда тир түккән. Проект Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында бойомға ашырылған.
Башҡорт теле йылында башҡа байтаҡ һөйөнөслө эштәр менән бер рәттән ошондай мөһим, кескәй башҡорт ҡыҙҙары һәм малайҙарында тыуған мәҙәниәттәренә һәм телдәренә һөйөү уятырлыҡ проекттың тормошҡа ашырылыуы бик ҡыуаныслы. Ни тиһәк тә, балаларыбыҙ ул беҙҙең киләсәк! Әле 15-20 йыллап элек, үҙем “Тамыр” каналында эшләгән саҡтарҙа һәр бер “Сәңгелдәк “ тапшырыуы өсөн рус телендә йә сит илдә сыҡҡан йәнһүрәттәрҙе һайлап, башҡортсаға тәржемә итеп әҙерләгәндә, ҡасандыр үҙебеҙҙең башҡортса йәнһүрәт сериалы булыуын күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Заманалар ауыр тиһәк тә, асылда, бөгөн Башҡортостан хөкүмәте балалар һәм үҫмерҙәргә генә түгел, теле-радио һәм интернеттағы башҡорт телле аудитория өсөн сифатлы контент булдырыу хаҡына ҡәҙимге ҙур суммалар түгә һәм бының арыу ғына емештәрен татып өлгөрҙөк тә инде. Донъя кимәлендә танылыу яулаған Айнур Асҡаров, Булат Йосопов һәм башҡа талантлы режиссерҙарҙың фильмдары, Лилиә һәм Фәнзил Әҙелбаевтар йөҙөндәге “Баштой” йәмғиәте әҙерләп сығарған башҡорт телле уйынсыҡ планшеттар һәм смартфондар, телефонға ҡуйып ала торған төрлө уйын-ҡушымталар һәм, әлбиттә, “Тамыр” каналы әйләнгән һайын лайыҡ булып торған мәртәбәле “Тэфи” йә “Алтын Орфей” кеүек премиялар шуға дәлил бит, шөкөр тиергә генә ҡала.
Әммә, мәсьәләнең икенсе яғы – ата-әсәләрҙең балаларына туған телдәрен өйрәтеүҙең мөһимлеген аңлап, быуаттар буйы ошо телде һаҡлар өсөн йәнен дә, ҡанын да йәлләмәгән ата-бабаларыбыҙҙың рухы хаҡына меңәр йыллыҡ тарихлы, донъялағы иң боронғо һәм бай телдәрҙең береһе булған, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле һәм моңло башҡорт телен сабыйҙарына тапшырып, үҙ-ара шул телдә аралашып, тел ҡәҙерен белергә өйрәтеүҙәре генә шарт. Телебеҙ көн дә ғаиләлә яңғырамаһа, мәктәптә уҡытылмаһа, балалар уны ата-әсәһенән отоп дауам итмәһә, башҡортса йәнһүрәт тә, смартфон да уны сылбыр итеп яңы быуынға тапшыра алмаясаҡ. Балаларҙың теле туған телендә асылһа ғына Башҡорт теле йылы мәңге дауам итер, Башҡортостан үҙе Нурбостан булыр!
Гөлнара Хәлфетдинова.
Читайте нас: