Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Декабрь 2020, 11:55

Ҡыр-Йылан, Ҡаңлы, Ҡырғыҙ – барыһы ла туймазылар

Журналыбыҙҙың 12-се һаны бына-бына мейестән сығырға тора. Унда даими авторыбыҙ Мәхмүт Хужиндың Туймазы һәм Шаран райондары башҡорттарының боронғо тарихы, шәжәрәләре хаҡында сираттағы мәҡәләһе донъя күрҙе. Әлегә уның бер өлөшө менән таныша тороғоҙ.#перепись2020 #халыҡиҫәбен алыу #переписьнаселения2020 #перепись

Туймазы районының башҡорттар нигеҙ һалған ете тиҫтәнән ашыу ауылында элекке йылан, ҡаңлы, байлар, ҡырғыҙ, әйле һ.б. ҡәбиләләр вариҫтары ғүмер итә, тип яҙа “Атайсал” китабы авторҙары, филология фәндәре докторы Азат Камалов һәм Фирүзә Камалова.
Мәҫәлән, Яңы Бишенде, Ҡарат, Яңы Нарыш, Исмаилға һ.б. – йылан; Бүкәй, Әйтәктамаҡ, Бишҡурай, Ҡандра-Ҡотой һ.б. – ҡаңлы; Соҡаҙыбаш, Сайрән, Иҫке һәм Яңы Арыҫланбәк – мең; Түбәнге Бишенде, Иҫке Туймазы, Йәрмөхәмәт, Соҡаҙытамаҡ, Төпкилде – әйле; Татар Олҡан, Кәкребаш, Бәйрәкәтүбә, Япрыҡ – тамъян; Туҡтағол, Туҡмаҡ-Ҡаран, Бәтке – ҡырғыҙ; Әгертамаҡ – байлар ҡәбиләләре башҡорттары нигеҙ һалған ауылдар.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа районда бөтәһе 131,2 мең кеше теркәлә, шуларҙың 43 меңләбе – башҡорт, 29,7 меңе – урыҫ, 50,2 меңе татар һ.б. яҙылған. Туймазы ҡалаһында башҡорттар – 14,5 мең, урыҫ – 16,6 мең һәм татар – 30,9 мең. Сыуаштар, мариҙар һ.б. – 4 мең самаһы. Нигеҙле шик тыуа: был саҡлы татар ҡайһы дәүерҙәрҙә һәм ҡайһы тарафтарҙан ағылған? Ә бит тарих ундай мәлдәрҙе хәтерләмәй.
1795 йылғы иҫәп хәҙерге Туймазы районына ҡараған ауылдарҙа: Ярмунсала – 184, Туҡмаҡ-Ҡаранда – 45, Кәлшәлелә – 110, Ҡарамалы-Ғөбәйҙә – 202, Уяҙытамаҡта – 10, Яңы Арыҫланбәктә – 26, Сайрәндә – 37, Үрмәкәйҙә – 75, Аблайҙа ике татарҙы асыҡлай. Кәлшәлелә 40 мишәр ҙә күренә. 1859 йылда ла татарҙар иҫәбе артмай, киреһенсә, Ҡарамалы-Ғөбәй, Яңы Арыҫланбәк – типтәр, Аблай – башҡорт ауылы. 1917 йылғы иҫәп был йәһәттән “байыраҡ”: элекке типтәр төйәге Булат – мишәр, Ярмунса һәм башҡорт ауылдары Йәрмөхәмәт менән Бәтке типтәр төйәге тип яҙылған. Ҡаран-Бишенделә – мариҙар, Йүкәлеҡулда – сыуаштар, Самсыҡта – урыҫтар, Илсембәттә урыҫ һәм муҡшылар күренә.
1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре шаҡ ҡатырлыҡ: башҡорт йәшәгән Әтек, Бишҡурай, Яңы Нарыш, Ҡарамалы-Тимер, Бәйрәкәтүбә, Мәҡсүт һ.б. 14 ауыл татарҙар төйәге тип яҙылған. 1979 йылғы иҫәп районда ике татар һәм туғыҙ ҡатнаш ауыл (Булат, Иманғол, Түбәнге Бишенде, Яңы Нарыш, Исмаил, Ҡарат, Йәрмөхәмәт, Ҡарат-Тамаҡ һәм Төмәнәк) асыҡлай. Ҡалғандары – башҡорт.
Башҡорт тарихсылары Н. Ҡолбахтин һәм Ғ. Шәйәхмәтов билдәләүенсә, 1989 йылғы иҫәптә 112 ауылдың 11-е генә башҡорт булып таныла. Аҫабалар һәм башҡорт ебәрелмештәре нигеҙ һалған 17 ауыл татарҙарҙыҡы тип теркәлә. Бишҡурай, Ярмунса, Илсембәт, Япрыҡ, Ҡарамалы-Ғөбәй, Ғәфүр, Ҡарат, Иҫке Ҡандра һ.б. 21 башҡорт төйәге ҡатнаш ауылға әйләнә. Һөҙөмтәлә “татар ауылдары”нда төп халыҡ – 7 меңгә, ҡатнаш ауылдарҙа 9,5 меңгә кәмей.
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа иһә киреһе күҙәтелә: титуллы милләт йәшәгән ауылдар 37-гә еткерелә, татар ауылдарынан Йүкәлеҡул менән Яңы Һыуыҡкүл генә тороп ҡала. Уның ҡарауы, татар теркәлмәгән Бишҡурай (600 кеше), Яңы Бишенде (668), Илсембәт (989), Кәкребаш (594), Туҡай (634), Ҡандра-Ҡотой (704) һ.б. өс тиҫтә ауыл ҡатнаш халыҡлыға әйләнә.
Бындай баш бутауҙарҙың ни рәүешле килеп тыуыуын аңлау өсөн уҙған быуаттың 30-сы йылдарына мөрәжәғәт итеү кәрәктер. “Яшәүгә хокук” (Өфө, Китап, 1998 й.) тип аталған китапта 1933 йылда ошо төбәктә булып киткән башҡорт теле белгестәренең ҡайһы бер мәғлүмәттәренә урын бирелгән. Мәҫәлән, районда алып барылған иҫәптә 29,2 мең башҡорт, 15,4 мең урыҫ, 42,6 мең татар һ.б. сағылыш тапҡан. Һуңғы ҙур төркөмдөң иҫәбен ғалимдар типтәр һәм мишәрҙәрҙең ошо исемлеккә индерелеүе менән аңлата. Телселәр шулай уҡ милли сығыштары бутап күрһәтелгән ауылдарҙы ла атай һәм үҙҙәрен “татар” тип атауҙары менән килешмәүен дә әйтә.
Ысынлап та, Туймазыла башҡорт ауылдарына ултырған типтәрҙәр һәм һуңғылары нигеҙ һалған төйәктәр байтаҡ. Тәүгеләренә, мәҫәлән, Илсембәт, Бәтке, Исмаил, Ҡарат, Ҡандракүл, Иҫке Арыҫланбәк, Собханҡол, Ҡыҫҡайылға һәм Туҡтағол; икенсе төркөмгә Ҡаран-Бишенде, Мәтәүтамаҡ, Туҡай, Яңы Арыҫланбәк, Иҫке Ҡандра, Егетәк, Үрге Сәрҙек, Аҙнағол һ.б. кеүек ауылдар инә. 2002 йылда ҡатнаш ауылға әүерелгән Иҫке Туймазыла, 1959 йылда “татар ауылы” булып теркәлеүен иҫәпкә алмағанда, был халыҡ вәкилдәре йәшәмәгән.
Шул уҡ ваҡытта “типтәр” атамаһы милли сығышты түгел, ә милеккә, атап әйткәндә, ергә мөнәсәбәтте белдереү өсөн ҡулланылған. Типтәр ауылдарының 40 проценты, ти тарих фәндәре кандидаты Әнүәр Әсфәндиәров, XVIII быуатта барлыҡҡа килеп, 1834 йылда 66 мең башҡорт ебәрелмеше ошо ҡатламға ҡараған. 25 йылдан улар 135 меңгә еткән. 1795 йылғы иҫәп типтәрҙәр араһында 20 мең татар, 19 мең мари, 5 мең сыуаш, 2 мең муҡшы һәм удмуртты асыҡлай. Тимәк, был
ҡатлам кешеләрен бер этносҡа ҡайтарып ҡалдырыуҙы ыңғай баһалап булмай. Киң билдәле тарихсы-академик Раил Кузеев уға үҙ мөнәсәбәтен шулай белдергән: “башҡорт, татар һәм типтәр атамалары аҫтында бер генә халыҡты, атап әйткәндә, татарҙы күрергә тырышыу – фәнни анахронизм ул”.
Читайте нас: