Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2020, 11:00

Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы Башҡорт теле йылында уҙғарылған сараларҙы һәм бойомға ашырылған эштәрҙе барлап, һығымталар яһаны. Эйе, Башҡорт теле көнө йә йылы ул бары тик ошо юҫыҡта тағы ла нығыраҡ эшләр өсөн матур сәбәп кенә, асылда, туған телебеҙ һәр ваҡыт беҙҙең йөрәк түрендә һәм тел осонда, һәр хәлдә шулай булырға тейеш. Әйтергә кәрәк, мөмкинлектән файҙаланып йыл арауығында байтаҡ шәп эштәр башҡарылған, алға ҡуйылған маҡсаттарға ирешелгән. Һәр береһен һанап бөтөү мөмкин түгел, шулай ҙа ун йыллап самаһы элек кенә башҡорт телле уйынсыҡ планшеттар сығыуы йә “Һылыуҡай”, “Йәшлек шоу”кеүек сараларҙың Рәсәй кимәлендә үткәрелеүе, "Без башҡортлар" кеүек үҙаңды уятҡан үҙенсәлекле хәрәкәттәр йә үҙебеҙҙең вайнерҙар йә башҡа күренештәр хыял ғына булғанын оноторға ярамай. Шөкөр, бөгөн былар беҙҙең ысынбалыҡ! (дауамы сайтта)#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #БашҡортТелеКөнө#БашҡортТелеЙылы #БашҡортТеле #ДеньБашкирскогоЯзыка #ФСГОРБ

Ултырышта шулай уҡ киләһе йылға ла маҡсаттар билдәләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеү башланғысы менән сығыш яһаны. Был хаҡта комиссия рәйесе Азат Ярмуллин һөйләне. Комиссия Өфө ҡалаһына 450 йыл тулыу һәм академик, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе рәйесе Н. А. Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата "Өфө-II ҡаласығы" музей комплексын асырға тәҡдим итә. Шулай уҡ, Карауанһарайҙың түңәрәк байрамы ла лайыҡлы үткәрелергә тейеш тип белдерә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты комиссиялары рәйестәре киңәйтелгән ултырышта 2020 йылдағы эш йомғаҡтары тураһында һөйләне һәм киләһе йылға пландар менән таныштырҙы.
Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссия рәйесе Тәнзилә Үлмәҫбаева коллегаларының тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. Комиссия ағзалары фекеренсә, заман ысынбарлығын иҫәпкә алып, журналистика һәм мәғлүмәт биреү йүнәлешендә тир түккән һөнәрмәндәр һәм был өлкәләге йәш белгестәр өсөн гранттар һәм грант яҙыу буйынса белем биреү программаларын булдырыу кәрәк. Комиссия рәйесе урынбаҫары Булат Йосопов башҡорт телендәге кинофильмдар тулыһынса дәүләт тарафынан финансланһын ине тип үҙ теләген еткерҙе. Башҡарма комитеттың киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм министрлыҡтарҙың етәкселәре ҡатнашты.
Читайте нас: