Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Декабрь 2020, 22:05

Силәбеләге башҡорт гәзитенең тиражы Өфөнөкөнән ни өсөн күберәк?

Яңыраҡ Силәбе өлкәһендә уҙған Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә уҙған Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм активистарының Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе дәүләт власы органдары вәкилдәре менән ЗУМ платофомаһында дискуссия рәүешендәге онлайн осрашыуы үтә лә йәнле барыуы менән күңелде күтәрҙе. (дауамы сайтта)#БашҡортТеле2020 #Баштел2020 #БашЯз2020 #ДеньБашкирскогоЯзыка2020

Яңыраҡ Силәбе өлкәһендә уҙған Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә уҙған Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм активистарының Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе дәүләт власы органдары вәкилдәре менән ЗУМ платофомаһында дискуссия рәүешендәге онлайн осрашыуы үтә лә йәнле барыуы менән күңелде күтәрҙе.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов мөрәжәғәт итте. «Силәбе өлкәһе беҙҙең өсөн ут күрше генә түгел, ә стратегик яҡтан бик мөһим төбәк тә. Унда Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең иң ҙур өлөшө тупланған. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе башҡорттар араһында эш алып барыу беҙҙең милли сәйәсәттең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең милли-мәҙәни ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Силәбе өлкәһе хөкүмәте 19 мәктәпкәсә һәм 31 дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыу ойошторған. Бынан тыш, Силәбе ҡалаһының Халыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә теләүселәргә башҡорт телен өйрәтеү алып барыла. Туған тел булараҡ башҡорт телен барлығы 4 меңдән ашыу бала өйрәнә. Бының өсөн Силәбе өлкәһе хөкүмәтенә рәхмәтлебеҙ! Шул уҡ ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында 59-сы, Миәстәге 1-се, 22-се мәктәптәрҙә, Сыбаркүл районының Бишкил, Арғаяш районының Ҡыҙыл Октябрь, Сосновка районының Көрмәнкүл ауылдары мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүгә мохтажлыҡ бар. Ошо йәһәттән дә ярҙам булыр тип өмөт итәбеҙ. Туған телде өйрәнеү хоҡуғы ҡанун менән нығытылған һәм тыуған республикабыҙҙан ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн был бик уңайлы. Яңыраҡ беҙ «Китап» нәшриәте һәм эшҡыуарҙар менән Силәбе, Миәс ҡалалары, Арғаяш, Ҡонашаҡ райондары китап магазиндарына яңы китаптар һәм ваҡытлы матбуғат баҫмаларын алып барырға килештек. Ошо декабрь айында уҡ Силәбе башҡорттары үҙ телендә әҙәби әҫәрҙәр һатып алыу мөмкинлегенә ирешәсәк», – тине ул үҙ сығышында.
Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм активистарының Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе дәүләт власы органдары вәкилдәре менән дискуссия-осрашыуы барышында төбәктең башҡорт йәмәғәтселеге өсөн мөһим булған бер нисә мәсьәлә күтәрелде. Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов ойошманың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы һәм урындағы башҡорт баҫмаларының бөгөнгө хәле тураһында әйтеп үтте. «Уралым» гәзите Силәбе халҡына яҡшы таныш. Өлкә телевидениеһында айына ике тапҡыр шул исемдәге тапшырыу ҙа сыға. Башҡортостан Республикаһы биргән ярҙамға дурт телетапшырыу әҙерләп эфирға ҡуйҙыҡ. Әммә тыуған Башҡортостаныбыҙҙың, әле йәшәгән Силәбе өлкәһенең ваҡытлы матбуғат баҫмаларына күрһәткән ярҙамы етерлек кимәлдә түгел. Ул аҡса яғыулыҡ, интернет, аренда һәм башҡалар өсөн түләүгә китеп тора. Башҡорт баҫмаларына ярҙам күләме арттырылһа, беҙ телетапшырыуҙарҙың һанын һәм оҙонлоғон, «Уралым» гәзитенең тиражын арттырыр инек», – тине Морис Йосопов. Әйткәндәй, “Уралым” гәзитенең тиражы 15 мең самаһы һәм ул әле Башҡортостанда баҫылған гәзиттәргә ҡарағанда ла күберәк булып сыға килеүе генә лә был төбәк башҡорттарының рухлы һәм ватансыл булыуы, шулай уҡ ҙур потенциаллы булыуы хаҡында һөйләй түгелеме ни?
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадрановтың быға яуап итеп әйтеүенсә, Башҡортостандан ситтәге башҡорт телле матбуғатҡа ярҙам күрһәтеү — республиканың башҡа субъекттар менән эш итеүенең мөһим өлөшө. «Күптән түгел мин республиканың Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына куратор итеп тәғәйенләндем. Киләһе йылға субсидиялар мәсьәләһен хәл итербеҙ. Силәбе өлкәһендә башҡорт телле киң мәғлүмәт сараларын ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ. Улар башҡорт халҡын берләштереү һәм һәм уның үҙаңын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә», – тип яуапланы А. Бадранов.
Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә «Бизнес-Ҡоролтай» тип аталған Рәсәй Федерацияһы субъекттарының эшҡыуарҙары өсөн онлайн-кәңәшмә лә уҙҙы. Стратегик сессияла ҡулланыусылар кооперацияһы үҫеше мәсьәләләре ҡаралды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы координаторы Рәшит Шәйҙуллин кесе эшҡыуарлыҡтың көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һөйләне һәм көрсөктән сығыу юлдарын эҙләргә этәргән сәбәптәр менән таныштырҙы. «2012 йылдан уҡ халыҡтың килеме әҙәйеүе күҙәтелә, ҡулланыусылар ихтыяжы кәмене һәм ошо проблемаларға коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр ҙә өҫтәлде. Кесе эшҡыуарлыҡҡа еңелдән түгел. Йүнселдәргә федераль кимәлдәге эре аҙыҡ-түлек ритейлдары ла үҫешергә мөмкинлек бирмәй. Ҙур-ҙур етештереүселәрҙең арзан хаҡтары «өй янындағы» кибеттәрҙән һатып алыусыларҙың һаны кәмеүенә килтерҙе. Көҙгө һәм ял көндәрендәге йәрминкәләр генә кесе эшҡыуарҙарҙың хәлен еңеләйтмәй. Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙағы иғландар ҙа тауар һатыуға артыҡ ҙур үҙгәрештәр индермәйю Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы дәүләт ведомстволары һәм кесе эшҡыуарлыҡ йөҙөндә йәмғиәт араһында аралашсы булараҡ сығыш яһай. Шуға күрә лә Эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия бизнес- йәмәғәтселектең проблемаларын күреп кенә ҡалмай, ә алдан тоя тип тә әйтергә мөмкин. Форумдың маҡсаты — эшҡыуарҙар, шәхси хужалыҡтар, үҙ эштәре менән шөғөлләнеүселәргә «Көслө булыу өсөн үҫергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта бәләкәй көйө һығылмалы булырға мөмкин» икәнен аңлатыу», – тип белдерҙе ул.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Силәбе өлкәһе эшҡыуарҙары эшмәкәрлеге менән танышты. Уларҙың береһе – Силәбе ҡалаһынан шоколатье, интернет-кибет хужабикәһе Зөбәйрә Сабирова. «Мин шоколадлы кәнфиттәр әҙерләйем. Был тәмлекәс — эш тә, эшҡыуарлыҡ та, күңелемә ятҡан шөғөл дә. «Бизнес-Ҡоролтай» кәңәшмәһендә ҡатнашыу минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Эшҡыуарлыҡ буйынса яңыраҡ үҫешә башланым. Кәңәшмәлә файҙалы танышлыҡтар булдырҙым, үҙем дә хеҙмәттәшлеккә әҙермен», – тине Зөбәйрә ханым үҙенең ҡыҙыҡлы сығышында.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Рәсәй Федерацияһы төбәктәре эшҡыуарҙары менән кесе эшҡыуарҙар тауарҙарын һатыу буйынса һәр ваҡыт яңы форматтар эҙләй. Эшҡыуарлыҡ комиссияһы координаторы Рәшит Шәйҙуллин «Урал риүәйттәре» этнополисының концепт-проекты менән таныштырҙы. Ул «Башҡортостан риүәйәттәре» эске туризм проектына ҡарай. Был туристик объект башҡорт халыҡ ижадын һәм күркәм тәбиғәтен берләштерер тип өөт итә ойоштороусылар.
Көйөргәҙе районы «Яҡут» һаулыҡ нығытыу комплексы миҫалында ойошманың генераль директоры Рәмил Юлбарыҫов туризмды үҫтереү перспективалары тураһында бәйән итте. «Яҡут күле — Башҡортостан Республикаһының ҡабатланмаҫ тәбиғи ҡомартҡыларының береһе. Ул күберәк «Яҡут тоҙло шишмәһе» исеме менән билдәле. Минераль һыуы һәм файҙалы мәтеһе өсөн Яҡутҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән киләләр. Проекттың башланғысында—Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан «Башҡортостан риүәйәттәре» проектын үҫтереү өсөн ойошторолған эшҡыуарҙар төркөмө тора. Яуаплылығы сикләнгән “Яҡут” йәмғиәте «2019 — 2025 йылдарҙа эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү» федераль программаһына ла инде», – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Р. Юлбарыҫов.
Форумдың дискуссия өлөшөндә милли эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса фекер алышыуҙар булды һәм әле үк хеҙмәттәшлек башлау буйынса аныҡ тәҡдимдәр ҡаралды. Зөбәйрә Сабированың презентацияһы ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Кооператорҙар шоколад төрҙәрен башҡорт брендтары менән байытыу, ә Башҡорт дәүләт аграр университетының ит, һөт ризыҡтары һәм химия кафедраһы Мөдире Ирина Миронова рецептура, технология буйынса һәм буласаҡ «шоколадсы» ларҙы уҡытыу йәһәтенән үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
Бер аҙна элек ошондай эшлекле онлай осрашыу Ырымбур өлкәһенең башҡорт йәмәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары менән дә уҙғайны. Ике төбәктә үткән саралар ҙа бөгөн башҡорт донъяһында уртаға һалып хәл итер мәсьәләләрҙең байтаҡ йыйылыуын да, шул уҡ ваҡытта күрше өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең ҙур көс булыуын да аныҡ күрһәтте. Башҡортостан хөкүмәте һәм Башҡорт ҡоролтайы был ЗУМ-конфренцияла ҡатнашыусыларҙың үтенестәрен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа һүҙ бирҙе, күп кенә һорауҙарға эш барышында уҡ яуаптар ҙа бирелде. Бындай осрашыуҙар бөгөн бик актуаль һәм улар тиҙҙән үҙ емештәрен дә бирә башлар тигән өмөт бар.
Гөлнара Хәлфетдинова.
Читайте нас: