Хәлеңдән килгән хәтлем эшлә лә аҙағын Хоҙайға тапшыр...
Цехҡа килеп кергән прицеплы “Камаз” үлсәгес янында туҡтаны ла, торбаһынан ҡара төтөн борхотоп бер “үкергәс”, тынып ҡалды. Күнегелгән хәрәкәттәр менән ашыҡмай ғына машинанан төшкән урта йәштәрҙәге йыуантаҡ шофер ҡулындағы ҡағыҙҙы һаҡһыҙ елберҙәтеп, алпан-толпан атлап үлсәүсе будкаһына йүнәлде.
Цехтың бейектәге тәҙрәләрендә март ҡояшы балҡый. Яландай иркен цех һауаһын телгеләгән сағыу ҡояш нурҙары түшәм аҫтындағы быуҙы зәңгәрһыу төҫкә буяп томанлай. Түшәмгә, стеналарға беркетелгән электр яҡтыртҡыстары ҡояш яҡтыһын еңә алмайынса, һүнеп барған усаҡ ҡуҙылай, хәлһеҙ генә баҙлай. Бынан төрлө мөйөштәргә йәшенгән ҡараңғылыҡ уғата ҡуйырып киткәндәй. Гүйә, цехта «йәшәгән» барлыҡ күләгәләр тишек-ярыҡтар аша бәреп кергән яҡтылыҡтан ҡасып бер урынға өйөлгән. Канат майы иретелгән ҙур ҡаҙандар өҫтөндә әсе еҫле быу күтәрелә, баш өҫтөндә ырғаҡтарына ҡаяташтай ауыр йөктәр эленгән ике балкалы кран ары-бире күсеп йөрөй, тирә-йүндә осһоҙ-ҡырыйһыҙ һуҙылған ҡорос тоҙаҡтарзы төрлөсә тартып, уратып, үреп әйләнгән эреле-ваҡлы бихисап кәтүктәр, тәгәрмәстәр бер туҡтауһыҙ геүләй, шаҡылдай. Арғы оста йыуан канаттарҙы ишкән йөк машинаһы дәүмәле станок ояһынан сығып килгән ғифриттәй тирә-яҡты дерелдәтеп күҙ эйәрмәҫлек тиҙлектә әйләнә, тулай, олой… Унда-бында балҡып һүнгән сварка уттары цехтағы был күренешкә тағы ла дәһшәтлерәк күренеш өҫтәй. Таш стеналар араһындағы был ғәрәсәтле киңлектә баштарына һары, аҡ каскалар кейгән эшселәрҙең тимер аждаһалай станоктар янындағы ғәмһеҙ, һалмаҡ хәрәкәттәренә ҡарап, уларҙың ошо ҡиәмәт хужаһы булыуҙарына ышаныуы ауыр. Киреһенсә, улар, гүйә, йәһәннәмдән ер өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан ҡорос дейеүҙәрҙе оҙатып йөрөүсе меҫкен ҡолдар һымаҡ…
Цех эсендәге ғәҙәти был шау-шыуға өйрәнеп, уны бар тип тә белмәгән “Камаз” шоферы ҡаршыһында кинәт кенә пәйҙә булған кешегә бәрелә яҙып һиҫкәнде лә бер аҙымға сигеп ҡуйҙы.
Шунан, Таһир, нисек килеп еттең? Цех начальнигы Ғәлимйән Сабирйәнович ине был. Шофер ашығып үҙенә һонолған ҡулды ҡыҫты ла ҡағыҙын етәксегә һондо.
Юлдар сәпсим бөткән. Ҡайҙа ҡарама соҡор-саҡыр. Шаҡ та шоҡ киленә инде, шәп барып булмай, – тип яуапланы ул, ниңәлер, ғәйепле кеше һымаҡ. Уртаса буйлы, айыуҙай ҡалын кәүҙәле цех башлығы, тәү ҡарауға, йөҙ-һынға ярайһы уҡ йәмһеҙ, һөймәлекһеҙ күренә. Уның сикә-танауы, урман башҡорттарына хас булғанса, балта менән юнып яһалғандай «мөйөшлө», ҡырҡыу, ҡаштары ҡалын, күҙҙәре ҡапыс, ә салланған ҡара мыйығы һалынҡы ауыҙ ситтәренә төшкән. Унда бер юлы азия, кавказ һәм европа һындарын табырға була ине. Шул уҡ ваҡытта, ошо һынһыҙлығына күнеккәндә, уның бар торошонан ысын ирҙәргә генә хас ниндәйҙер бер һөйкөмлөк һиҙелә башлай. Ғөмүмән, донъя күргән тәжрибәле ҡатын-ҡыҙға оҡшаусан була ундайҙар.
Ғәлимйән Сабирйәнович өндәшмәй генә ҡулындағы ҡағыҙға текләне. Шул мәлдә уның йөҙөндә бер юлы әсенеү ҡатыш мыҫҡыллы йылмайыу күренеп ҡалды. Иллә килештерәләр ҙә инде бурлыҡ әһелдәре?! Ябай накладнойҙағы семәрле ҡултамға «таяҡтары», ғәҙәттә, етәү була. Ә бында алтау ғына. Серле билдә, йәнәһе. Хәстрүш конспираторҙар. Телефондан иҫкәрткәс, етмәгәнме ни?!
“Камаз” күрше ҡалалағы комбинаттан һигеҙ кәтүк тоҙаҡ алып килгәйне.
Караптағы һымаҡ аяҡтарын кирә баҫып торған мыҡты цех башлығының өҫтөндә ҡара күн куртка, башында шундай уҡ бүрек. Бүреге өҫтөнә һары каска «ултыртҡан».
Цех башлығы шоферға көтөргә ҡушты ла будкаға керҙе. Будкала йоҡомһорап ултырған ҡатын урынынан ашығып тороп, етәксеһенә урын бушатты.
– Тоҙаҡтарҙы үлсә, әммә теркәмә, – тине Ғәлимйән Сабирйәнович үлсәүсе ҡатынды ауыр ҡарашы менән баҫып.
Цехҡа кергән тоҙаҡтар, ахырҙа, төрлө маркалағы канат рәүешендәге әҙер тауар булып һатыуға сыға. Күпме сеймал ҡабул ителгән, шунса продукция әҙерләнергә тейеш. Эш барышында өҙгөләнеп, сеймәлеп бракка киткәндәрен иҫәптән сығарғас, әлбиттә. Шуға ла цехта кергән-сыҡҡан металл күләме үлсәлеп, тейешенсә теркәлеп бара. Әммә Таһирҙың әлеге йөгө, тәү ҡарауға башҡаларҙан бер ере менән дә айырылмаһа ла, үҙенә ҡарата бүтәнсәрәк мөнәсәбәт талап итә ине. Быны цехта ни бары өс кеше генә асыҡ белә. Тағы ла әлеге үлсәүсе ҡатын һымаҡ ҡайһы бер иҫәп-хисапсылар ниҙер тойомлайҙыр ҙа, күрмәмеш-белмәмешкә һалышаларҙыр. Аҙ белгән оҙаҡ йоҡлай, тиҙәр бит. Ә Таһир һымаҡ ябай шоферҙар, эшселәр өсөн, әлбиттә, тегеһе лә – тоҙаҡ, быныһы ла – тоҙаҡ, тигәндәй.
Тормош нисек, Таһир? Малайҙар үҫәме? “Камаз” янында торған тәбәнәк буйлы, түңәрәк йөҙлө шофер абруйлы етәксенең үҙе менән типә-тиң һөйләшеүенән бер юлы рәхәтлек тә, уңайһыҙлыҡ та кисерә ине, шикелле.
– Тормош ни, Ғәлимйән Сабирйәнович, аллаға шөкөр. Малайҙарым алма һымаҡ, ҡайтып керһәм, өҫтөмдән төшмәйҙәр. Өсөһө лә бер-береһен уҙарҙан үҫкәс, атайым кеүек камазист булам, тип зыу киләләр.
Һы-һы-һы… Атайҙан күргән – уҡ юнған, тиҙәр бит. Шунда цех башлығының кеҫә телефоны шылтыраны. Һүҙ барышында уның йөҙө, әле генә балҡып торған аяҙ күкте болот тартҡандай, аҡрынлап һүрәнәйә барҙы. Ул ауыҙ эсенән генә урыҫсалап ҡаты итеп һүгенде лә, Таһирға машинаһын үлсәгескә ҡуйырға ҡушып, цехтың арғы осона йүнәлде.
Сәнәғәт ул телевизорҙан ҡарағанда ғына шып-шыма ла ып-ыңғай бара. Ә ысынында иһә, торғаны бер ләғнәт бит ул сәнәғәт, уйлай китһәң, ҡырылмаһа ҡырҡ бәлә оҙатҡан был аҙаптың һуңында әҙәм ҡулланырлыҡ әйбергә, тауарға әйләнеүенә ышаныуы ла ауыр. Нисек кенә булмаһын, бында башҡарылған һәр нәмә, яҡшымы-яманмы, һәр саҡ ойошманың “моҡсайына” ҡағыла. Йәғни, яҡшыһы “моҡсайға” аҡса өҫтәһә, яманы уның төбөн тишә. Әле бына тап шундай хәл тыуғайны. Бер бөгөнме ни, көндәлек биҙа инде…
Ул килеп етеүгә бер төркөм эшселәр эшенән туҡтатылған канат машинаһы янында нимә тураһындалыр ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшә ине. Бигерәк тә ошо машинала эшләгән Юламан енләнә. Ул күҙҙәрен аҡшайтып, ҡулдарын болғап янында торған мастер Хәлимовҡа ниҙер дәлилләй, шул ыңғайҙан хатта, бер әйләнеп канат машинаһының тимер ҡапҡасына дөңкөлдәткәнсе тибеп тә ебәрҙе. Юламандың бар ҡиәфәте үҙ ғәйебен белеп тә, әммә шуның нисек килеп сыҡҡанын аңламаған бисараны хәтерләтә ине.
Ғәлимйән Сабирйәновичҡа был ыҙғыштың сәбәбе билдәле инде. Ошо машинала яртылаш үрелгән канаттың бер шәлкеме өҙөлгәйне.
– Атаң башын ҡарап торҙоңмо?! Тоҙаҡтарҙың тартылышын кәметергә кәрәк ине, – тип осона мастер Хәлимов канат үреүсе Юламанға. Битенә мазут яғылған тегеһе уға ҡаршы аҡырҙы:
– Нормативты боҙоп брак сығарайыммы ни! Ошо станокты туҡтатып тикшерергә, төҙөкләргә кәрәк тип, ҡасандан бирле иҫкәртеп киләм бит һеҙҙе. Өсөнсө канатты өҙә бит, ә һеҙ һаман эшләтәһегеҙ шуны.
– Заказдар ҡыҫа. Машинаны туҡтатһаҡ, бармаҡлап үрергә итәһеңме!
– Күрәләтә брак сығарырға өндәйһеңме? Ә һуңынан, канат ҡулланғанда өҙөлгәс, мине булдыҡһыҙлыҡта ғәйепләп, эш хаҡымды ҡырҡырға, йә бөтөнләйгә эштән ҡыуырға итәһеңме?
– Ә һиңә был «тубал» ни өсөн бирелгән?! – тип Хәлимов канатсының каскаһын бармағы менән шаҡылдатты. – Ни өсөн ҡуйғанбыҙ һине бында, эш хаҡы өҫтәп? Станогыңдың «өйәнәген» беләһең бит, шул мәле еткәнде тойғас, канат тартылышын кәметеп, үткәреп ебәрергә кәрәк ине.
– Артыңа өйрәт! Әллә ҡасандан алып шулай хәйләләшәм бит инде, мин булмаһам, брактан башҡа бер нәмә лә күрмәҫ инегеҙ.
Канатсы Сәлихов Юламан цехтағы иң оҫта, сос эшселәрҙең береһе. Шуға ла, кәрәк саҡта, уны иң сетерекле, ауыр урынға ҡуялар. Ошо канат машинаһының «әтнәкәһе» килеп сыҡҡас, Юламанды майланған тәгәрмәстәй бер бәләһеҙ эшләп торған урынынан алып, бында беркеттеләр. Талаш-тауышһыҙ булманы, әлбиттә, ғауғаларға тигәндә, Сәлиховҡа ҡуш. Өҫтәмә эш хаҡы яҙғас ҡына, һыу һипкән усаҡтай һүрелеп, ҡапыл ғына өнө тығылды. Һис көтмәгәндә «киреһе сығып» аптыратҡан машинаға ниндәй «өгөт-нәсихәт», «ырым-сихыр» тапҡандыр Юламан, әммә ул килгәс теге тимер өйөмө апаруҡ ҡына ыҡҡа килеп, һәүетемсә генә эшләй башланы. Тик ара-тирә, тикторғандан өйәнәге ҡупҡан сығынсыҡ аттай, уйламағанда ғына эште боҙоп ҡуя. Бына әле тап шул мәле ине уның.
Хәлимов менән Сәлихов, әлеге мәлдә һүҙ ҙә һайламайынса ҡара-ҡаршы өрөшкән эттәй булып ғауғалашһалар ҙа, ысынында иһә, айырмаҫлыҡ дуҫтар. Артығыраҡ эсеп, урамда йырлашып йөрөгәндәрендә, милиция айытҡысына ла бергә эләккән саҡтары бар уларҙың.
«Әтнәкәле» был канат машинаһы оҙонлоғо менән ун биш, йыуанлығы менән ике метр самаһы ҡорос торбаны хәтерләтә. «Торба» эсенә махсус уйымдар аша бер-бер артлы тоҙаҡлы кәтүктәр урынлаштырылған. Бында улар алтау. Һәр кәтүктән «торба» тышындағы тимер «көпшәләр» буйлап тоҙаҡтар һуҙыла һәм улар «торба» осондағы ҡатмарлы үргестә, уның зырлап әйләнеүенән бер-береһенә ишелеп, канат хасил итә. Арыраҡ, һуҙыла барған ыңғайы, канат махсус мискәгә төшөп майлана һәм, ахырында, ағастан ҡоролған ҙур барабанға урала. Цех эшләп сығарған канаттар домна, мартен мейестәрендә металл һыныҡтарынан йә таштимерҙән иретелгән ҡоростан башлап, уны төрлө урында эшкәртеүҙең төп һөҙөмтәһе, йәғни, йөҙәрләгән, меңәрләгән кешеләр хеҙмәтен үҙенә туплаған төп тауар булып тора. Шуға ла улар ифрат ҡиммәт. Ҡайһы берҙәренең аҡсалата хаҡы ҡала ситендә торған баҡсалы-йыһазлы коттеджға тиң. Шуларҙы иҫкә алғанда, цех директоры Баталовтың әлеге мәлдәге һүрән, асыулы йөҙөн аңларға була.
– Шунан, ни уйлайһың? – тине ул үҙе янында килгән баш технолог Имановҡа өҙөк канат яғына ымлап. Һалдаттай төҙ кәүҙәле Иманов Камил цех директорынан бер башҡа бейегерәк. Өҫтөндәге күкһел махсус эш кейеме һәр саҡтағыса таҙа, бөхтә, хет бөгөндән ҡунаҡҡа кейеп бар.
– Бармай былай, – тип яуапланы Камил үкенес менән. – Һүтеп алып металломға бырғытырға ғына…
Уның был һүҙҙәре бер ус алтынды күрәләтә елгә һелтәп осорорға димләү менән бер ине.
– Сварка менән ялғап эшкиндерергә булмаймы ни? Металломға бырғытыу анһат, әлбиттә, тик был күрәләтә аҡсаға арт һөртөү, тигән һүҙ ҙәһә? Күпме аҡсанан буш ҡалабыҙ?!
– Өҙөктө күҙгә эләкмәҫлек итеп ялғарға ла булыр ине, әлбиттә, эшләмәгән эш түгел. Еңел-елпегә эшкинер ине. Тик был ябай канат түгел, ул айырым ысул буйынса үрелеп ауыр йөктәргә тәғәйенләнгән. Ҡулланылған урында өҙөлә ҡалһа, ә ул, минең һиҙеүемсә, һис шикһеҙ өҙөләсәк, хужалар брак һатҡанһығыҙ, тип ялыу ебәрәсәк. Түләгән аҡсаларын кире талап итәсәктәр, хатта арабыҙҙағы барлыҡ килешеүҙәрҙе өҙөп, артабан беҙҙең конкуренттар менән эш итә башлауҙары ихтимал.
Ғөмүмән, цех борған канаттар ҡулланыусылар тарафынан бик юғары баһалана. Шуға ла заказдар ифрат күп, цех алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Килем дә мул һәм, шуның һөҙөмтәһе булып, эшселәрҙең эш хаҡтары ла, тирә-йүндә бер ҡайҙа ла булмағанса, ярайһы уҡ тос. Ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һаналған был сәнәғәткә эшкә урынлашыу яҡын-тирәләге халыҡ өсөн ҙур бәхет һанала.
Эйе, был хәлдә яманатлы тауар сығарып, яҡшы дандан яҙыу кәрәкмәй, сөнки бының аҙағы унлата күберәк юғалтыуҙарға, сығымдарға килтереүе мөмкин…
Ғәлимйән Сабирйәнович өндәшмәне. Ул, кинәт кенә ниҙер иҫенә төшкәндәй, канат машинаһы янындағы төркөмдән ситкәрәк китте лә кеҫә телефонын алды. Үлсәүсе ҡатындан ҡабат-ҡабат ныҡышып ниҙер һорашты, әле генә Таһир килтергән тоҙаҡтарҙың үҙенсәлектәрен асыҡланы. Белеүенсә, уларҙың маркаһы өҙөлгән ошо канаттағылар менән бер төрлө, имеш…
Ғәлимйән Сабирйәновичтың ҡарағусҡыл йөҙөндә кинәт кенә балҡып һүнгән мут йылмайыуҙы бер кем дә шәйләмәй ҡалды.
Тәк... Былай итәбеҙ! Канаттың өҙөгөн ялғағыҙ ҙа матур ғына итеп, артабан үрегеҙ, – тине ул бәхәсләшергә урын ҡалдырмаған ҡәтғи тауыш менән. – Тамам булыу менән, миңә хәбәр итегеҙ. Ә машина бушағас та, унда әле килгән ошо тоҙаҡтарҙан тап шундай канат үрербеҙ… Ҡара уны, Сәлихов, булған бар ышаныс һиндә! Өҙмәй-йолҡмай ғына тейешенсә атҡарһаң шул эште, бәлки, бер аҙ премия яҙырмын үҙеңә! Ниҙер ҡаршы әйтергә тип уҡталған канатсы Юламан, мастер Хәлимовтың киҫәтеүле ҡарашын тап иткәс, ауыҙын асҡан ерҙән өнө тығылып, станокка ҡаты тибеп ҡуйыу менән генә сикләнде.
– Әләйһә, бер аҙҙан Камчаткаға юлланырға тура килер инде миңә, – тине баш технолог үҙалдына һөйләнгәндәй итеп. – Тик, Ғәлимйән Сабирйәнович, мин был юлы ҡулланыусыларҙың беҙҙе брак сығарыуҙа ғәйепләп ебәргән рекламацияларын кире ҡаға алмаясаҡмын. Сөнки тикшереү барышында канаттың цехта уҡ өҙөлгәне бер ҡарауҙан уҡ асыҡ буласаҡ.
Был канат Камчаткалағы диңгеҙ портына китергә тейеш ине.
– Борсолма, юлланмаҫһың. Юлланһаң да, хәлең юҡ, эшең шул…
Баш технолог Иманов Камил Саттарович утыҙын да тултырмаған әле. Шуға ҡарамаҫтан, үҙ эшендә күптәрҙең башы етмәҫлек сетерек мәсьәләләрҙе энәһенән ебенә тиклем белеп, цех директоры, коллектив алдында етәрлек абруй ҡаҙанырға өлгөргән. Һуңғы ярты йылда ғына ҡулланыусылар тарафынан цехты брак һатыуҙа ғәйепләгән ун биш ялыуҙың ун икеһен кире ҡағып, байтаҡ ҡына аҡсаны ҡотҡарып ҡалды ул. Цех сығарған продукцияны ҡулланыусылар араһында төрлөләре бар. Күптәре, үҙ файҙаларын ғына юллап, дөрөҫ ҡулланмағанлыҡтан эштән сыҡҡан канаттарҙың сифатын инҡарлап, йыш ҡына цехты брак сығарыуҙа ғәйепләй, шулай итеп түләнгән аҡсаларын нисек тә кире ҡайтарып алырға маташалар. Баш технолог шундай осраҡтарҙа заказсыға барып махсус тикшереү уҙғара.
Һаман буйҙаҡ йөрөгән матур егет күп кенә ҡатын-ҡыҙҙы өмөтһөҙ ғазапҡа һала. Берәүһе, ана, әлеге мәлдә күҙҙәре атылып сығырҙай булып, кран тәҙрәһе аша был яҡҡа текәлеп ултыра. Зөлфиәкәй, бахырҡай, иҫәркәй… Балҡалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ сибәр, еләктәй булып бешкән ҡыҙ тыҡылдата текә баҫып яндарынан уҙған саҡта, ғашиҡ булған ҡайһы бер егеттәр уның артынан йығылып ҡала яҙа бит. Ә Камил уға әйләнеп тә ҡарамай. Ҡалалағы бер студенткаға иҫе киткән, тиҙәр уны. Күпме һөйләһәң дә, һаман да шул аңлайышһыҙ мөхәббәт «өсмөйөшө» инде. «Мин һөймәгән мине һөйә һаман, мин яратҡан мине яратмай», тигән шикелле бер шағир.