Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Ноябрь 2020, 14:25

Йән сәйәхәте

...Ләхетең әҙер ине. Үҙеңде төшөрөп һалып, таҡталар менән көпләнеләр. Беҙгә, һабаҡташтарыңа, әле генә бергә етәкләшеп, бергә уйнап йөрөгән кешене шулай итеүҙәре ҡот осҡос булып күренде. Йөрәгең тибеүҙән туҡтап, тәнең хәрәкәтһеҙ ҡалһа ла, һин беҙгә әле үлмәгән инең.

ЙӘН СӘЙӘХӘТЕ
Хикәйә
Ниңә фани донъяһына киләләр ҙә
Көл булалар кешеләр ҙә, сәскәләр ҙә?
Ҡан даръяһы яуыр ине Ергә күктән,
Күк йөҙөнә осоп бөтһә көл әгәр ҙә!
Ғүмәр Хәйәм.
Һәр кем күңелендә бер ҡәберлек бар. Зыярат тапҡырынан тыныс ҡына үтә алмаған кеүек, үткәндәрҙе барлау ҙа тотош ғазапҡа әйләнә. Әсеттереп, ауырттырып шул ғазап һинең булмышыңа өңөлә.
...Ләхетең әҙер ине. Үҙеңде төшөрөп һалып, таҡталар менән көпләнеләр. Беҙгә, һабаҡташтарыңа, әле генә бергә етәкләшеп, бергә уйнап йөрөгән кешене шулай итеүҙәре ҡот осҡос булып күренде. Йөрәгең тибеүҙән туҡтап, тәнең хәрәкәтһеҙ ҡалһа ла, һин беҙгә әле үлмәгән инең.
Яҡын кешеләренән берәүһе эшләргә тейешле ғәмәл булғанғамылыр, соҡорға лехетеңде ябырға ҡустың төштө. Әсәйең, хәлһеҙләнеп, ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы. Беҙҙә, башҡорттарҙа, мәйет алдында ҡысҡырып илау ярамай. Атайың күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап торҙо. Ҡустыңдың йөҙөндә – ҡап-ҡара шәүлә. Ҡалай ирҙәрсә күтәрә ул был ҡайғыны. Һинән, минән бер генә йәшкә кесерәк булһа ла, әсәйегеҙ өсөн дә йөрәге өҙөлә, һине ғүмерлеккә ошо соҡорға бикләйәсәген уйлап, йәне телгеләнә микән? “Сыҡ, сыҡ инде, нимәһен ҡыландырып шунда”, – тип шаулашты ололар. Соҡорға төшкән икенсе берәү йәһәт кенә күтәрелде лә китте, ә ҡустың, буйға бәләкәйерәк инеме, әллә ҡаушап, аптыраулы ҡарап туҡтаны. Шул мәлдә унан күҙен алмай күҙәткән атай кеше уға ҡул һуҙҙы. Ҡустың уның ҡулына һирпелеп кенә ҡараны ла, йән асыу менән бер һикереүҙә ҡәберҙән сығып, халыҡ араһына инеп юғалды.
Өҫтөңә тупраҡ яптыҡ. Беренсе тапҡыр усымды уның өтөп, көйҙөрөп алыуын тойҙом. Класташ ҡыҙҙар менән илашып күҙҙәр шешенеп бөттө. Зыяраттан нисек ҡайтҡанды, кешеләрҙең йөҙөн, һүҙҙәрен асыҡ хәтерләмәйем. Тик ошо ҡотһоҙ, шыҡһыҙ көн мәңгегә хәтеремә уйылды. Һалҡын таш, боҙ киҫәге булып йөрәгемә инеп ятты.
Читайте нас: