Батальон ниндәйҙер ҡала янында туҡтаны. Ҡаланың бер нисә урынында ҡуйы төтөн күтәрелә, шартлау тауыштары, автомат тыҡылдағаны ишетелеп ҡала. Алыш барғанына шик юҡ. Ләкин һалдаттарҙың быға әллә ни иҫе китмәй – аслыҡтан тамам шашыр хәлгә еттеләр. Ялан ашханаһы килергә тейеш тиһәләр ҙә, уныһы юҡ та юҡ. Майор Панкратов юл буйына рация аша кемдәрҙелер һүкте, ләкин теге остағылар бар тип тә белмәне, шикелле. Юғиһә, вертолет менән аҙыҡ-түлек килтереп китергә була ине бит. Асығыуҙан асыуҙары ҡабарған һалдаттарға һүҙ әйтерлек түгел, енләнергә торалар. Бер нисә һалдат “Урал”ға ултырып, тирә-яҡты байҡап килергә булды. Улар оҙаҡламаны, кире килеп етеү менән машина кузовынан бер һыйыр һөрәтеп төшөрҙөләр. Яланда йөрөгән малды атып алғандар икән. Шундуҡ уның тиреһен тунап, итен киҫәктәргә бүлгеләп ташланылар. Тиҙҙән һауаға тәмле еҫ таралды. Аштың бешеп сығыуын сабырһыҙлыҡ менән көткән һалдаттар, ашнаҡсының, обед әҙер, тип ҡысҡырыуын ишеткәс тә уның эргәһенә ябырылды. Ашнаҡсы иң башта “ҡарт”тарҙың, шунан “дух”тарҙың котелогына арыу ғына ит киҫәге һалып, һурпа ҡойоп сыҡты. Ашап алғас, һалдаттарҙың ғына түгел, майорҙың да кәйефе күтәрелде:
Бына шулай, – тип ҡәнәғәт көлдө ул. – һалдат балтанан да бутҡа бешерә белергә тейеш... Радист килеп, майорҙы телефонға саҡырыуҙарын әйтте. Тиҙҙән һалдаттарға теҙелергә ҡуштылар. Панкратов, саф алдына сығып, барыһын да күҙҙән үткәрҙе, һәм:
Минең ҡәҙерлеләрем! – тип һүҙ башланы. – Ҡаршыбыҙҙа Гудермес ҡалаһы. Унда беҙҙең гарнизонды бандиттар ҡамауға алған. Беҙҙең бурыс – дошманды юҡ итеү! Шул саҡ әсе һыҙғырып, баш осонан биш-алты самолет осоп үтте. Бер аҙҙан ҡала өҫтөндә ялҡын кәбәндәре күтәрелде.
Летундар ҡаланы үтекләй!.. – тине ҡәнәғәт тауыш менән Панкратов. – Пора! По машинам!.. Танкыларҙың, БТР-ҙарҙың артына ышыҡлана-ышыҡлана ҡалаға инделәр. Ярым емерек бер йорттоң стенаһына эре хәрефтәр менән “Тамуҡҡа рәхим итегеҙ!” тигән яҙыуҙы шәйләне Азамат. Ысынлап та, тамуҡ ине бында. Артиллериялар, самолеттар ҡаланы арыу ғына утҡа тотҡан, имен йорт ҡалмаған тиерлек.
Ике-өс саҡрым барҙылармы-юҡмы, ҡапыл шартлау тауыштары ҡолаҡтарҙы тондорҙо, автоматтар телгә килде. Боевиктар йорттарҙың тәҙрәһенән гранатометтарҙан бәрә ине. Азамат кемдеңдер йән асыҡҡа ҡысҡырғанын ишетеп боролғайны, тыпырсынып ятҡан Сәфәровты күреп, тиҙ генә уға ярҙамға ашыҡты. Егетте ышыҡ урынға һөйрәп килтерҙе. Сәфәров ялбарғандай Азаматҡа текләгән, ауыҙынан ҡан килә, тәне тартыша.
Әсәй!.. – Сәфәровтың һуңғы һүҙе ине был, ҡараштарын күккә төбәп, тынып ҡалды. Атыу тауыштары көн буйына тынманы. Шулай ҙа һалдаттар, йорттан-йортҡа күсеп, дошманды сигенергә мәжбүр итте.
Алыш туҡтап торған арала Егошин бер нисә һалдат менән эргә-тирәләге йорттарҙың аҫтындағы емерек магазиндарға барып, унлап шешә араҡы, аҙыҡ-түлек алып килде. Әле генә булып үткән бәрелештән ҡобараһы осҡан һалдаттар йәнләнеп китте.
Ну, егеттәр, былай булғас йәшәйбеҙ! – Егошин һуҙылған кружкаларға араҡы ҡойҙо. Шунан ситтәрәк ултырған Азаматҡа өндәште: Мин эсмәйем, – тине Азамат битараф ҡиәфәттә. – Эскәнем юҡ. Ысынлап та, иҫерткес эсемлекте уның бер тапҡыр ҙа тәмләп ҡарағаны юҡ ине.
Нисек?! – Егошин ғәжәпләнеп, сырайын һытты. – Ну, һин дур-а-ак!.. Бәлки, ҡыҙҙар һәрмәгәнең дә юҡтыр, ә? Шарҡылдап көлөргә тотондолар. Азамат өндәшмәне.
Мә, эс! – тип кружка һуҙҙы Егошин. – Был – приказ! Азамат бер Егошинға, бер иптәштәренә ҡараны һәм, кружканы алып, төбөнә тиклем түңкәреп ҡуйҙы.
Бына шулай! – тип көлдө Егошин. – Бында сыҙарһың эсмәйенсә... Азаматҡа рәхәт булып китте. Башына һыймаған ҡурғаштай ауыр уйҙары ошо утлы эсемлектең ялҡынында иреп аҡҡандай тойолдо. Ҡала урамдарындағы ҡот осҡос күренештәр, ҡанға батҡан мәйеттәр юғалып, тыуған ауылының тау-урмандары, хәтфә болондары, көмөш шишмәләре, ҡәҙерле әсәһе күҙ алдына килде. Ҡул болғап торған Сәлимәне күреп, йылмайып ҡуйҙы егет. Армияға килгәне бирле ҡыҙға әллә нисә тапҡыр хат яҙҙы ул, ләкин береһен дә ебәрмәне. Кеҫәһендә йөрөтә.
Шул тиклем рәхәтлек солғап алды егеттең күңелен. Әйтерһең, һуғыш та, үлеш тә юҡ. Хатта ара-тирә яңғырап ҡуйған шартлау, автомат тыҡылдаған тауыштар ҙа уны татлы хистәренән бүлә алманы...
Ҡапыл эргәлә генә снарядтар төшөп ярылды. Ҡот осҡос мәхшәр башланды. Егошин ҡысҡырып ебәрҙе:
Ух!.. Үҙебеҙҙекеләр үҙебеҙгә бәрә!.. Ысынлап та, ҡала эргәһендәге ҙур булмаған сопканан артиллеристар ут асҡайны. Кемдәрҙер һауаға бер нисә ракета атҡас ҡына снарядтар боевиктар урынлашҡан яҡҡа төшөп ярыла башланы. Артиллериялар уты тыныу менән рота командирының бойороғо яңғыраны:
Һалдаттар йорттарға ышыҡлана-ышыҡлана һөжүмгә күсте.
Бындай саҡта башыңа бер ниндәй уй килмәй икән. Әле генә тыуған яҡтарында “йөрөгән” Азаматтың да татлы хыялдарын ел өрөп осорғандай булды. Күңелендә бер ниндәй шом да, ҡурҡыу ҙа юҡ, хатта үлем тураһында ла уйламай ул. Бары тик пуляларҙың шап та шоп стенаға бәрелеүе, гөрһөлдәүҙәр, һалдаттарҙың һүгенеп ҡасҡырыуы ғына ҡолағына салына. Алда барған БМП-ның гөлтләп тоҡаныуын күрҙе Азамат. Уның артҡы люктары асылып, ҡара төтөн бөркөлдө, ләкин берәү ҙә сыҡманы. Хәҙер шартлаясаҡ!.. Егет хәрби техникаға табан йүгерҙе. Эстәге төтөн араһында бер нәмә күрерлек түгел. Шулай ҙа һәрмәнә-һәрмәнә берәүҙе табып, тартҡылап сығарҙы. Уның рота командиры икәнен таныны. Азамат тағы БМП эсенә уҡталды һәм... күҙ алдында ҡапыл ялтлаған ут көлтәһен генә күреп ҡалды...