Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ноябрь 2020, 18:05

“АРҠЫРЫ” АЛЬБЕРТ МЕНӘН ӘҢГӘМӘ

“Альберт Мәхмүдов – Пермь крайының Барҙа районында урынлашҡан Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. Ул “Бәйләнештә” селтәрендә алып барған “Гайнинский край” тигән төркөм дә көн дә тиерлек башҡорттар тарафынан да, татарҙар яғынан да уға, уның эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп, тәнҡитләп яҙған комментарийҙар сығып ҡына тора.(артабан сайтта)#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ГайнинскийКрай#АльбертМәхмүдов#ГөлнараХәлфетдинова

“Альберт Мәхмүдов – Пермь крайының Барҙа районында урынлашҡан Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. Ул “Бәйләнештә” селтәрендә алып барған “Гайнинский край” тигән төркөм дә көн дә тиерлек башҡорттар тарафынан да, татарҙар яғынан да уға, уның эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп, тәнҡитләп яҙған комментарийҙар сығып ҡына тора. “Тағы һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙмағанһың”, “тәүҙә башҡорт телен өйрән”, “татарса ундай һүҙ юҡ, төҙәт”, “был төркөм аҫтыртын рәүештә Барҙа татарҙарҙарын башҡортлаштырыу эшен алып бара түгел ме?”, “ни эшләп Альберт ерле башҡорт кейемдәре һүрәте аҫтына татарҙыҡы тип яҙып ҡуйған?”, “тағы ла башҡорт мәҙәниәтен үҙләштереп ятаһығыҙмы?” Виртуаль ҡунаҡтарының был хәбәр яуын Альберт тыныс ҡына итеп, үҙенсә нигеҙләп кире ҡаға тора, әммә яуаптары төркөм ҡунаҡтарын йыш ҡына, киреһенсә, тағы ла ярһыта төшә. Өфөлә лә үҙен һағайыбыраҡ ҡаршы алыуҙарына күнегеп бөткән Альберт Рәфил улы. Уның төньяҡкөнбайыш башҡорт тарын һаҡлап ҡалыу өсөн әлеге әҙәби телебеҙгә параллель рәүештә был төбәк һөйләшенә нигеҙләнгән тағы бер башҡорт әҙәби теле нормаларын булдырыу зарур тигән фекерен ишетеү менән ҡайһы бер тел ғалимдарыбыҙ “һуштан яҙа”. Кем һуң был йәш йәмәғәтсе, ни өсөн уның фекерҙәре һәр саҡ резонанс тыуҙыра һәм ниндәй ҡиммәттәрҙе яҡлап сығыш яһай ул? Ни өсөн, ҡаты ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса, үҙ һүҙендә ныҡ тора? Ҡайҙан килеп сыҡҡан был арҡыры егет? Был һорауҙарға яуапты үҙенән ишетһәк хәйерлерәк булыр. Яуаптарҙа ҡайһы бер ғәйнә һүҙҙәре һаҡланды, хатаға иҫәпләмәгеҙ.
Аралаша башлағас та, Альберт Рәфил улы, һеҙ минең телмәрҙе аңлайһығыҙмы ул, тип һаҡ ҡына борсолоу белдерҙе. Бәләкәстән ғәйнәсә һөйләшеп, мәктәптә лә татар теле һәм әҙәбиәтен өйрәнгән, әммә, ата-әсәһенең паспортындағы яҙыуҙарға ҡарап, үҙенең дә башҡорт икәнен белеп үҫеп килгән егет алтынсы класта уҡығанда, үҙе әйткәнсә, Удик ауылына (рәсми рәүештә Елпачиха атамаһын йөрөтә һәм халыҡ телендә Пермь башҡорттарының үҙәге тигән даны ла бар) Башҡортостандың Сибай ҡалаһынан мәҙәни десант килеп төшә. Йыр-моңға ғашиҡ егет тулҡынланып башҡорт йыры буйынса үткән оҫталыҡ дәресенә бара. Ни тиһәң дә, бығаса ишетеп кенә белгән, әммә күңелендә инде үҙенеке тип һанаған башҡорттары килгән дәһә! Әммә, башҡорттоң ауыҙынан бығаса ишетмәгәнбелмәгән өндәр ҙә яңғырағас, башта уны төшөнмәй тора һәм, үҙе әйтмешләй, мәҙәни тетрәнеү кисерә. Башҡорт моңо ла, ҡурайҙа уйнап ҡарау ҙа оҡшай, тик бына башҡорт теле тигәндәре бүтәнсәрәк икән. Былай булғас, мәктәптә уҡытыусы апай, бәлки, дөрөҫ тә әйтәлер, ауылдаштарҙың паспорттарына, ысынлап та, яңылыштан ғына "башҡорт" тип яҙғандарҙыр, татарса һөйләшәбеҙ ҙә инде, башҡорт теле тигәндәрен ҡапылдан аңлап та булмай ҙаһа. Ошондай икеле уйҙар оялай күңеленә. Альберттың тормошонда булған был ваҡиға, ғөмүмән, әҙәби телдән айырмалы һөйләшкән төрлө төбәк башҡорттарының татарҙарҙан милләтен, башҡорттарҙан телен яҡлап үә ҡурсалап йәшәргә һәм ике ут араһында янырға мәжбүр хәлен асыҡ күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта, Пермь һәм бүтән яҡта йәшәгән милләттәштәр, мәҫәлән, һөйләшендә ҫ, һ ише өндәре булған башҡорттарҙың да ерле телдәре менән әҙәби тел араһында ҙур ғына айырма булыуын күҙ алдына баҫтырып етмәй, ахырыһы. Сөнки, Альберт ғәйнә һөйләше тип “Бәйләнештә”ге төркөмөндә биргән һүҙҙәрҙең күбеһе, мәҫәлән, беҙҙең Әбйәлилдә, түңгәүер һәм тамъяндарҙа ла бар. Ул һүҙҙәрҙең әҙәби телдә киң ҡулланмағанына минең дә йәнем әсей. Ысынлап та, әҙәби телгә инмәгән бик ҙур ҡатлам тел байлығыбыҙҙы яйлап юғалта барабыҙ ҙаһа.
“Милләтем – башҡорт, әммә телемде татар тип иҫәпләйем…”
– Альберт, үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып китһәң ине?
– Барда районы Удик ауылында тыуғанмын, 36 йәштәмен. Әнием Фәнирә, һеңлем бар. Әнием күп йылдар шәфҡәт туташы булып эшләне, һатыусы ла булды, хәҙер хаҡлы ялда. Кескенәнән ҡартәнейем эргәһендә булдым, һеҙҙеңсә өләсәй була инде. Ҡартәнейемдең колхоз ойошторолоу, аслыҡ, һуғыш осорҙары хаҡындағы хәтирәләрен тыңлап үҫтем. Бик тәмле бешерә ине ул. Бала саҡтың иң сағыу хәтирәләре ҡартәнейемә бәйле. Һөнәрем буйынса уҡытыусымын, мәктәптән һуң Пермь ҡалаһының 1-се педагогия колледжын бөттөм. Аҙаҡ ситтән тороп Пермь техник университетын тамамланым. 9 йыл тирәһе тарихтан уҡыттым, хәҙер Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейында директор вазифаһын башҡарам.
– Милли тойғо һиндә ҡасан уянды?
– Бәләкәстән беҙ ғәйнәләр тигәнде ишетеп үҫтек, иң алдан шул тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты ҡарап, унда әти-әниебеҙ "башҡорт" тип тора, уянды инде ул был хис.
– Барҙа башҡорттарының аяуһыҙ сәйәсәт арҡаһында бөгөн күбеһе "татар" тип яҙылған һәм үҙҙәрен шулай иҫәпләй ҙә. Был яҙмыш ни хәл итеп һине урап үтте һуң?
– Барҙа башҡорттарының күбеһе лә тип әйткәндәй "татарҙар" тип яҙылмаған ул, бында 65 процент халыҡ башҡорт булып йәшәй әле, төбәктәге халыҡтың 35 проценты ғына татарҙар булып шутлана. 2021 йылда халыҡ иҫәбен алыу нимә күрһәтер, билдәһеҙ, шулай ҙа, исмаһам, 50/50 нисбәтендә ҡалырбыҙ, тигән өмөт бар әле.
Мине татарлашыу нисек урап үтте икән, аңлап та булмай, сөнки татар мәҙәниәте йоғонтоһо бик ныҡ көслө, беҙ уны аңлайбыҙ, ул яҡлап беҙҙең көслө генә интеллигенция вәкилдәре эшләп килә. Минеңсә, бында урап үтте тигән һүҙ дөрөҫ түгелдер ул, милләтемде башҡорт тип һанаһам да, телем татарса.
– Үҙаң ҡасан уянды? Быға берәй ваҡиға сәбәпсе булдымы?
– Үҙаң бер ҡасан да үлмәне, кескенәнән башлап шулай уҡ ҡалды, әтиәниләреңдең кемлеген белһәң, милләтең инде аңлашыла, бер генә быуын артҡа ҡараһаҡ, унда беҙҙең барыбыҙҙың да таныҡлыҡта "башҡорт" тип яҙылған.
– Кемдәр улар, һинеңсә, ғәйнә башҡорттары? Ниндәй улар?
– Ғәйнәләр, милли район булдырғас, бик егәрле, етеҙ халыҡ булған, ваҡытында рус колонизацияһына ла бирешмәгән, тырыш, үҙһүҙле кешеләр. Үҙҙәрен, фекерҙәрен яҡлай алалар, ниәттәренә ирешергә ынтылалар, ниндәй маҡсат, пландар ҡуялар, мотлаҡ үтәргә тырышалар.
– Бөгөнгө Барҙа тормошо хаҡында һөйләп үтһәңсе?
– Беҙҙә күп кенә саралар үтеп тора, Барда көндән-көн матурлана, яңы парк, сквер, обелискылар асыла, күп кенә төҙөкләндереү эштәре лә алып барыла. Матур ғына һәйкәлдәр төҙөлә, 2013 йылда Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйған инек, уның нәҫел ептәре әни яғынан, Ҡазмаҡтыға килеп терәлә, Барда башҡорттарынан. Быйыл, ниһайәт, байтаҡ кәртәләр аша үткәндән һуң, тағы бер данлыҡлы ғәйнә шәхесе Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл асырға торабыҙ.
– Барҙала булғаным юҡ, әммә ул ерҙәрҙең боронғо аҫаба башҡорттоҡо булыуын, атаҡлы Исмәғил Тасимовтан башлап бөгөнгө Гүзәл Уразова, Лилиә Биктимероваларҙы биргән төбәк икәнен дә беләм. Тик, төрлө сәбәптәр арҡылы, Башҡортостан менән ул яҡтарҙың бәйләнеше тейешенсә булмауын да аңлайым, минең өсөн Барҙа яғы барып етеп булмаған, инде беҙҙән айырылған өмөтһөҙ бер төбәк һымаҡ та булып китә ҡайһы саҡ. Ниндәй ул Барҙа? Башҡорт рухының ҡуҙы булһа ла ҡалғанмы унда, ни әйтерһең?
– Барда төбәге халҡы бүлгеләнмәй генә ғәйнәләр булып йәшәй. Эйе, татарлашыу ҙа көслө һәм башҡортлоҡто һаҡлап ҡалыу ҙа үҙенсә бер ролен уйнай. Барда бер милли утрау кеүек ул, ҡазанлылар һәм уфалылар иһә ҡунаҡтар ғына булып күренә. Эйе, беҙҙең Ҡазанда үҙебеҙҙең көслө диаспорабыҙ бар, унда бик күп шәхестәребеҙ йәшәй һәм улар беҙҙең йәштәргә, урындағы милли интеллигенцияға бер маяҡ булып тора ла инде. Беҙҙең Бардалылар бер ҡасан да юғалып ҡалмай, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазандамы, үҙҙәрен һәйбәт яҡтан күрһәтеп эшләй, үҙҙәрен генә уйламай, ә тап Барда халҡына һәм ойошмаларына ла терәк булырға тырыша, ярҙам итә ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ.
– Аҙаштырылған халыҡты үҙаңына, асылына ҡайтарыу мөмкинме икән?
– Башҡорт рухы Бардала бар, үҙебеҙгә хас булған ғәйнә рухы тип әйтәйек, бында ҡуҙы ғына түгел, ҡайһы саҡта уттары ла килеп сыға әле ул рухтың. Сөнки төбәктә көслө дәрәжәле башҡорт рухлы кешеләрбеҙ йәшәй, беҙ уларҙың башҡортлоҡто һаҡлап ҡалырына ышанабыҙ. Һорауың бик ҡапма-ҡаршылыҡлы ла. Беҙҙең район аҙаштырылған район түгел, Бардалылар үҙҙәрен ғәйнә башҡорттары тип шутлыйлар, тарихтарын һәм нәҫелдәрен беләләр, әммә башҡортлоҡто таныу, башҡортлоҡто хис итеү Өфө яҡлап ниндәйҙер икенсе йүнәлеш менән бәйләнә, шунан тыуа ла инде ҡапма-ҡаршылыҡ. Башҡортлоҡ ул мотлаҡ шул башҡорт әҙәби телен, ҡумыҙ-ҡурай йә “Урал батыр”ҙы белеү, шул уҡ Салауат Юлаев менән ғорурланыу тигән ҡараштар бында юҡ, шуны әйтке килә. Кәрәктер, бәлки... Шуға бында башҡортлоҡто үҫтереү тап ғәйнә шәхестәрен, тарихын күтәреп, улар нисек милли район ойоштороп, үҙҙәренең ерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнашҡандар, шуны аңлатып, шуның менән генә үҙаңды һаҡлап ҡалыу, үҙаңды үҫтереү юлында һөҙөмтәле эштәр алып бара алабыҙ. Ә яһалма рәүештә башҡорт әҙәби телен, башҡорт милли кейемдәрен индереүҙе, әлбиттә, ул беҙгә хас булмағас, Барда кешеһе танымаясаҡ.
“Ҡазанлылар беҙгә маладистар тип кенә тора…”
– Ни өсөн Татарстан Барҙаны һәм Пермь крайының башҡа тарихи төбәктәрен еңел “яулап” ала алған? Эш нимәлә?
– Сөнки Татарстан ситләтмәй. Һеҙ башҡорттар, барың Уфаға, тип бер ҡасан да әйтмәй. Татарстан халҡы бында килеп, һеҙ был ауыр ваҡыттарҙа ла, урыҫ өлкәһендә булһа ла, телегеҙҙе һәм ғөрөф-ғәҙәттәрегеҙҙе һаҡлап ҡалғанһығыҙ, маладистар, тип йөрөйҙәр. Ә Өфөнән килһәләр, һеҙ ике урындыҡта ултырырға тырышаһығыҙ, тип мотлаҡ тәнҡит һәм сикләргә тырышыуҙан башлайҙар. Һеҙ татарлашаһығыҙ, шулай-былайһығыҙ, тип, минеңсә, шул яҡтан бында Башҡортостан үҙенә негатив ала. Ә Татарстан башҡорттар менән дә, татарҙар менән дә эшләй, уларҙа сикләтеү юҡ. Был күренеш 1990–2000 йылдарҙан ғына түгел, ә электән, 1920 йылдарҙан алып килә. 1930–1940 йылдарҙа ла беҙгә Ҡазан күп кенә экспедициялар ойошторған, беҙҙең байтаҡ ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, фольклор мираҫын өйрәнгәндәр, йыш килеп торалар инде улар. Шуға әйтке килә, беҙ Татарстан вәкил дәрен Башҡортостан вәкилдәренә ҡарағанда күберәк күрәбеҙ, ишетәбеҙ, таныйбыҙ.
– Пермь башҡорттарына татар булып йөрөү, татар булып яҙылыу, бәлки, берәй донъяуи өҫтөнлөктәр биргәндер?
– Барда интеллигенцияһының күбеһе, бәлки, хатта 100 проценты, әлбиттә, үҙ ваҡытында Ҡазанда белем алған. Шуға уларға татар мәҙәниәте, татар мираҫы, ғөмүмән, Ҡазан яҡын. Шуға әле улар был йүнәлештә бик көслө итеп үҙҙәренең эштәрен алып бара.
– Үҙеңдең кемлегеңдә икеләнеп йәшәү мөмкинме? Бәлки, шул тойғонан ҡотолоу өсөн тел яҡын тип тиҙ генә татарлашып бөткәндәрҙер Барҙа башҡорттары?
– Икеләнеп йәшәү юҡ! Бөтә саралар тиерлек Татарстан менән генә бәйле. Ғәйнә башҡорттары үҙ телдәрен татар тип шутлағас, ниндәйҙер ҡапма-ҡаршылыҡ түгел ул, тарихи тип әйтә йекме икән, инде формалашҡан фекер. Уны, бәлки, алмаштырып та булмайҙыр, беҙҙе, ғәйнә башҡорттарын, татар телле ғәйнә башҡорттарын ҡабул итергә кәрәк. Сикләтмәҫкә, танымаҫҡа тырышмаҫҡа. Беҙ бит экспедицияларҙы күрәбеҙ, 1960–1970 йылдарҙағы экспедиция ларға килгән ғалим дар уларҙың телдәре татар тип барғандар бит инде, беҙҙең үҙебеҙҙең ғәйнә һөйләшендә үҙебеҙгә генә хас булған терминдар күп, инде уйыбыҙҙа, үҙаңда формалашҡан фекер – "беҙ – башҡорт, телебеҙ – татар".
– Тимәк, бөгөн дә Татарстан ғалимдары килгәндә – "беҙ – татар", Башҡортостандан килгәндә "беҙ – башҡорт" тип һөйләү дауам итә?
– Бөгөн Бардала төрлө саралар үтә, Татарстандан да киләләр, байтағын Татарстан үҙе лә ойоштора, мәҫәлән, шул уҡ Татарстандың 100 йыллығына бағышланған байрамдар уҙҙы. Башҡортостандан да беҙгә күп йөрөйҙәр, башҡорт әҙәби телен керетеү яҡтарын ҡарайҙар. Татарстандан килгәндә, улар, әлбиттә, беҙҙең шул татарлыҡ яғын ғына күрергә теләй. Улар, Барда районында 97 процент татар йәшәй, ти, шунан китә лә инде баяғы процесс. Башҡортостандан килһәләр иһә, беҙҙең тарихҡа баҫым яһайҙар, һеҙ – ғәйнә башҡорттары, һеҙҙең шундай шәхестәрегеҙ булған, тарихығыҙҙы белергә тейешһегеҙ, тиҙәр. Уларға тел яғынан ауырыраҡ беҙгә нәтижә бирергә, шуға тарихҡа баҫым яһайҙар. Ғәйнә башҡорттары, барҙалылар Татарстан вәкилдәренә лә, Башҡортостан вәкилдәренә лә бер тигеҙ ҡарай, иң беренсе, улар беҙҙең ҡунаҡтар, беҙ улар ҙы һый-хөрмәт менән ҡабул итәбеҙ. Әлбиттә, төрлө саҡтар була. Татарстан вәкилдәренә, һеҙ бында башҡорттарға килдегеҙ, тип әйтһәләр, көс булыр ине, йә Башҡортостан вәкилдәренә, һеҙ бында татарҙарға килдегеҙ тиһәк, килешмәҫ ине. Шуға беҙҙең интеллигенция вәкилдәре ике яҡ менән дә грамотно эшләйҙәр, минеңсә, Барҙалыларҙан өлгө алыр ға кәрәк. Сөнки һыңар ҡуллы ғына йә һыңар күҙле генә кеше була алмай ҙаһа! Беҙҙең ике күҙ, ике аяҡ, ике ҡул булырға тейеш, тел яҡлап та, тарихи яҡтан да терәк булырға тейеш, шул яҡтан беҙҙең Барҙа яғыбыҙ көслө лә инде! Беҙгә Татарстан яғынан ла көслө генә таяныс, Башҡортостан яғынан да – билдәле бер юҫыҡта ярҙам бар.
– Барҙа башҡорто булараҡ әйт әле, әҙәби башҡорт телен һеҙгә аңлау ауырмы? Һ, ҫ һөйләшле башҡорттарҙы үҙ кеше итеп ҡабул итеүҙә ниндәйҙер психологик кәртәләр барҙыр, бәлки?
– Барда башҡорто булараҡ, миңә башҡорт әҙәби теле ауыр, тип әйтһәм дә ярай, беҙ Барда башҡортлар, Пермь башҡорттар бер ҡасан да башҡорт әҙәби телен уҡыманыҡ, мәктәптә татар телен һәм әҙәбиәтен өйрәндек, был хәҙер генә түгел, ул элек-электән, 20-се йыл дарҙан килә, унан алдараҡ иҫке төрки телен уҡығанбыҙ, бында инде ниндәйҙер күсәгилешлек тә бар. Алтынсы класта уҡығанда Сибайҙан килгән мәҙәни десантсылар менән күрешкәндә тел айырмалығын ишетеп мәҙәни тетрәнеү кисерҙем һәм шул ваҡытта инде үҙемдең телемде ысындан да татар теле тип ҡабул иттем, сөнки башҡорт теле аңлайышһыҙ кеүек булды миңә тигәйнем бит инде. Ә хәҙер йыш ҡына Өфөгә барған ваҡытта, һин татарса һөйләшәһең, тип әйтәләр, мин уға аптырамайым, үҙем дә шулай уйлайым.
– Һин етәкләгән музейҙың тәғәйенләнеше ниҙә? Уның эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп китһәң ине?
– Барда тыуған яҡты өйрәнеү музейында инде 8 йыл эшләйем, хәҙер директор вазифаһын үтәйем. Музей 1974 йылда барлыҡҡа килгән, былтыр 45 йыллығын үткәрҙек, бында ғәйнәләргә, ғәйнә башҡорттарына хас булған өҫ кейемдәребеҙ, эш ҡоралдарыбыҙ һаҡланып ҡалған, музейыбыҙ клубтың икенсе ҡатында урынлашҡан, бәләкәй генә булһа ла, район өсөн арыу ғына әһәмиәтле музей ул.
“Берҙән-бер ғәйнә тигән исем дә йәбеште…”
– Бөгөн һине, Барҙа башҡорттары лидерын, нимә борсой?
– Асылда, үҙемде Барда башҡорттары лидеры тип шутлай алмайым. Өфөгә йыш йөрөгәнгә, Өфө ғалимдары менән аралашҡанғамы икән, миңә шул Барда башҡорттары лидеры, берҙәнбер ғәйнә тигән исем йәбеште. Уныһынан мин баш тартмайым, шулай килеп сыҡты инде. Мине ғәйнәләрҙең тарихтарын боҙоу һәм татарлашыу, ысынлап та, борсой, сөнки беҙ, ғәйнә башҡорттары булмаһаҡ, беҙҙең Барҙа милли районы булмаҫ ине. Пермь татарҙары, Көнгөр татарҙары ундай милли район булдыра алмаған, сөнки улар әҙ генә ваҡыт арауығы эсендә рус колонизацияһына бирешеп киткәндәр, ә беҙҙең ғәйнә башҡорттарыбыҙ аҫаба грамоталары арҡаһында һәм һуғышсан, ҡыйыу ҙа булыуҙары менән үҙ ерҙәрен – Тол буйын, Толба (русса Тулва) ерҙәрен һаҡлап, милли район булдырып ҡалған, шуны аңлаһындар ине беҙҙең Бардалылар, сөнки бындай рәсми булмаған милли райондар Рәсәй күләмендә бармаҡ менән генә шутларлыҡ.
– Өйләнгәнһеңме? Балаларыңды нисек, ниндәй рухта тәрбиәләйһең һәм уларҙың киләсәген нисек итеп күрәһең?
– Миңә инде 36 йәш, 8 йыл элек өйләндем, минең бичә бар, өс малайым үҫә, һеҙҙеңсә, улан булалыр инде, ҙуры икенсе класҡа йөрөй, икәүһе әле балалар баҡсаһында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдарым татарса һөйләшмәйҙәр, русса аралашалар, бының сәбәбе шунда, тәрбиәләү эшен компьютерға, планшет - тарға бирҙек бит, ә унда барлыҡ контент русса. Руслашыуҙарына борсолам, тип әйтмәйем, беҙ татарса һөйләшкәнде, үҙҙәренә һөйләшеүе ауыр булһа ла, улар аңлай. Балаларыбыҙға ғәйнә башҡорттары булып ҡалыу ауырыраҡҡа тура килер инде, сөнки татарлашыу йоғонтоһонан тыш, руслашыу ҙа көслө. Беҙ ситкә, ҡалаларға киткән бардалыларҙы күрәбеҙ, улар инде икенсе милләт кешеһенә кейәүгә сыҡһа йә өйләнһә, әлбиттә, уландары инде башҡа милләт вәкилдәре булып китәләр, шулай хәлдәр.
– Нимә ул һинең өсөн Башҡортостан? Ниндәй шәхестәрҙе ихтирам итәһең? Кемдәр менән аралашып йәшәйһең?
– 2007 йылда Башҡортостанға ҡабат тарих һәм география уҡытыусылары менән барҙым, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыллыҡҡа арналған сараларҙың береһе ине. Шул саҡта шәхсән булмаһа ла, күп кенә шәхестәр менән күрешеү, Ю. Йосопов, Ф. Хисаметдинова, М. Роднов һәм башҡа ғалимдар менән танышыу булды. Хәҙер беҙ уларҙың материалдарына, ғилми яҙмаларына таянабыҙ. Унан инде 2014-2015 йылдарҙа Башҡортостанда “Башҡорт ырыуҙары тарихы” тигән көслө проект эшләй башланы, мин бығаса күп кенә мәҡәләләр менән сығыш яһағанғамы, краевед булараҡ, шул проектҡа ярҙам ҡулы һуҙыуҙы һорап мөрәжәғәт иттеләр. Пермь архивында эшләп, 1920 йылдың переписын табып алып бирҙем. Унан һуң шул методик-метрик китаптар, "ревизский сказкалар" менән бик кенә күп эшләнек. 1926 йылдың хужалыҡ китаптарынан да (похозяйственная книга) мәғлүмәттәр алып, 2015 йылда “Башҡорт ырыуҙары тарихы” циклында “Ғәйнә” тигән китапты нәшер итеп, презентацияланыҡ, күп кенә саралар үтте. Удикта, минең тыуған ауылымда, конференция булды, ҙурҙан ҡубып шәжәрә байрамы ла үткәреп алдыҡ. Башҡортостан, минеңсә, ана шул ғалимдары менән көслө, уларҙың тарих яҡтары ҡеүәтле, милли кейемде ҡайта рыуға ла ҙур йоғонто яһайҙар, шул яҡтан мин Башҡортостан халҡын, баш ҡорт тарҙы айырыуса ихтирам итәм.
– Биш йыл самаһы элек Минтимер Шәймиевтың ауылындағы йорт-музейында булғанда, шәжәрәһен күрһәтеп, экскурсовод уның ата-бабалары башҡорт булған, әммә үҙе саф татар тигәйне, бындай күренештәр һеҙҙең яҡта ла таралған бит инде, ошо парадокс күп уйҙарға һала. Бер билдәле башҡорт шағирының, ауыр икән башҡорт булыуҙары, тигәне иҫкә төшә. Ә һинең үҙеңдең икеләнгән саҡтарың булдымы? Барҙала башҡорт булып йәшәү ауырмы?
– Бардалылар телдәрен татар теле тип һанағас, тимәк, милләт буйынса ла татарҙар. Был парадокс бер яҡтан автомат рәүештә сиселә, әммә, икенсе яҡтан, үҙенең тарихына, шәхсән шул тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарына ни яҙылғанын йә әти-әниләренең йә ҡартәниләренең кем булыуҙарын белһә ләр, бәлки, ҡапма-ҡаршылыҡ та тыуалыр. Был ҡапма-ҡаршылыҡ шул әҙәби башҡорт теленең алыҫлығын аңлағанда шунда уҡ төшөп тә ҡала. Татар телендә һөйләшкәс, тимәк, беҙ – татарҙар, тигән һығымта яһала. Шуға бардалылар өсөн бында ниндәй ҙер парадокс бар, тип уйламайым мин. Бына шул уҡ Гүзәл Уразованы 2019 йылда күп кенә башҡорт селтәрҙәре иҫкә алды, сөнки ысындан да, минең тыуыу тураһында таныҡлыҡта “башҡорт” тип яҙылған, тине, әммә ул үҙенең хистойғоһо менән, күңеле менән татар милләтенә яҡыныраҡ булғас, үҙен татар тип әйтә. Быға нисек ҡарарға? Бары тик кешене аңлап ҡына ҡарарға кәрәк. Ни өсөн бардалылар башҡортлоҡто ҡабул итә алмай, сөнки башҡортлоҡ бай һәм боронғо милләт булып ҡалғанға, шул уҡ тел буйынса, шул уҡ ғөрөф-ғәҙәт һәм милли өҫ кейемдәре буйынса шундуҡ кәртә ҡуйыла, аңлауы ауыр, сөнки беҙҙең яҡта, шул уҡ Руденколарҙың фотоларын ҡарайбыҙ ҙа, беҙ бит бер ҡасан да көньяҡ-көнсығыштағы башҡорттар кеүек кейенмәгәнбеҙ, тибеҙ. Ғалимә С.Н. Шитова 1960 йылдарҙа беҙгә килгән ваҡыттарҙа көньяҡ Урал башҡорт тар ҙың фотоларын күрһәткән һәм ғәйнә ләр, былар бит башҡорттар түгел, башҡалар, тигәндәр. Шуға был процесҡа тәнҡитләп ҡарау кәрәкмәй. Һәр кем үҙ ҡарары, аҡылы менән үҙенең ниндәй милләткә ҡарауын ҡабул итә. Кемдер эйе, мин татармын, сөнки телем татар, ти, кемдер, эйе, мин баш - ҡортмон, сөнки минең әти-әниҙәрем, ата-бабам башҡорт, ти, ә кемдер, эйе, минең телем татар, әммә үҙем башҡорт, рухым башҡорт, ти. Мин инде шул өсөнсө категорияға ингән кеше булам. Минең бер ниндәй ҙә икеләнеү ҙә, йә булмаһа комплексым да юҡ. Татар телле баш ҡортто ла ҡабул итергә һәм сикләтмәҫкә кәрәк. Бардала башҡорт булып йәшәү ауыр түгел, башҡорт тигән һүҙҙе беҙгә ҡабул итергә генә кәрәк, ғәйнә башҡорт тип әйтһәң, бында бер ниндәй ҙә һорау тыумаясаҡ, сөнки ғәйнә башҡорт милли районы, ғәйнә башҡорт ере, ғәйнә башҡорт тарихы бар – бына шул нигеҙ. Шул нигеҙҙе үҙеңдә һаҡлаһаң, ғәйнә башҡорт булып йөрөүе Барҙала һис тә ауыр булмаясаҡ.
“Үҙфекерле булыу, һүҙеңде яҡлай алыу бик ауыр…”
– Барҙала алып барған оло эшмәкәрлегеңдә, моғайын да, кем дәргәлер таянаһыңдыр. Фекерҙәштә рең, рухташ тарың кемдәр? Улар хаҡында ла белге килә.
– Мин социаль селтәрҙәрҙә әүҙем рәүештә мәҡәләләр яҙа башлағас, күп кенә иптәштәр тип әйтәйекме икән, рухташтар тип күтәрәһе килмәй, “товарищ”тар тип әйтәйек, барлыҡҡа килде. Улар ҡайһы саҡта тәнҡитләйҙәр, ҡайһы саҡта аңлайҙар. Үҙфекерле булыу, үҙеңдең уйҙарыңды әйтә белеү, һүҙеңде яҡлай алыу бик ауыр. Күп кеше аңламай йә аңларға теләмәй, йә икенсе парадигмала йәшәүселәр ҙә осрай. Шуға ул “товарищ”тарҙың исемдәрен яңғыратҡы килмәй, улар менән беҙ ҡайһы ваҡыт тарҙа бәхәсләшеп, ҡайһы саҡ үҙ-ара аңлашып, ҡайһы саҡтарҙа мин үҙ фекер ҙәремде әйтеп, шунан ниндәйҙер фекергә килеп, һығымталар яһап ала быҙ. Инаныстарымды яҡлауҙа хол ҡом дағы арҡырылығым тип әйтәйекме икән, ярҙам итә. Унан һуң, музей хеҙмәткәре, краевед булараҡ та, кеше менән эшләү яғынан да асыҡ булыу мөһим минең өсөн. Шулай, үҙеңдең уйфекерҙәреңә хыянат та итмәҫкә кәрәк, минеңсә!
– Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл асылдымы ул? Матбуғатта был хаҡта төрлөсә яҙалар.
– Быйыл 14 ноябрҙә, Аллаһ бирһә, Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл асыласаҡ. Был 2019 йылдың проекты ине, ҡыҙғанысҡа күрә, төрлө сәбәптәр арҡаһын да беҙ уны былтыр бойомға ашыра алманыҡ. Скульпторыбыҙ Ҡобағошов Өлфәт Миңләхмәт улына – һәйкәл авторына бик ҙур рәхмәтемде еткергем килә, ул булмаһа, беҙҙең һәйкәл бөтөнләй икенсе булыр ине. Ул һәйкәлгә рух өҫтәне, һәйкәлде тарих менән бәйләне, унда шулай уҡ Туҡтамыш Ишбу латовтың шәжәрәһе лә һынланған, Әйнә- Ғәйнә риүәйәте менән бәйле матур мәҙәни композиция ла буласаҡ.
– “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) селтәрендә алып барған төркөмөгөҙ ниндәй маҡсатҡа хеҙмәт итә?
– Беҙ, ғәйнәләрҙең һөйләше әҙәби башҡортсанан да, татарсанан да ныҡ ҡына айырмалы. Мәҫәлән, ҡайтмаға, бармаға тип һөйләйбеҙ, ич, бит урынына ҡый тип әйтәбеҙ, ҡурай еләген өмөжө тибеҙ, һәм башҡалар… Беҙ уны нисек бар, шулай ҡабул итәбеҙ һәм үҙ телебеҙҙе матур тип уйлайбыҙ инде. “Бәйләнештә” селтәрендәге паблик башта Барҙа районының крайҙы өйрәнеү музейының төркөмө ине, аҙаҡ инде төрлө ҡапылчыҡлар, фекерҙәр килеп сыҡҡас, уны Барҙа музейыныҡы ғына булып аталыуы ҡыстыҡ була башланы. Һуңынан “Гайнинский край” тип үҙгәрттем һәм ул мәҡәләләрҙә үҙ фекеремде, үҙ мөнәсәбәттәремде еткерергә, үҙ тәжрибәм менән уртаҡлашырға тырышам. Бер нисә рубрика килеп сыҡты, “Афоризмдар”, “Ғәйнә һөйләше”, мәҫәлән. Ҡайһы бер кешеләргә был төркөм оҡшап та етмәй, уныһын да аңлайым, һәр бер аҙымым, фекерем, һүҙем башҡорттар яғынан ғына түгел, татарҙар яғынан да тәнҡитләнә, шуға ҡайһы саҡта үҙемде ике ут араһындағы һымаҡ хис итәм. Төркөмдө күргәс, Ҡазандан ҡайһы бер егеттәр, ах-х, унда, башҡорт төркөмө барлыҡҡа килгән, башҡортлыйлар икән унда пермдәрҙе, тип ебәрә, ә Өфө яҡтарынан шул төркөм аша, Пермь башҡорттарын татарлаштыралар икән, тигән хәбәрҙәр ҙә килә. Ике яҡтан да яраҡлатып булмай, тәнҡитләйҙәр, әммә үҙ аудиториям бар, төркөмдә 2 меңдән күберәк яҙылыусы, мин уларҙы ихтирам итәм. Мәҡәлә ләремде уҡыйҙар, йыш ҡына төрлө ғалимдарҙың фекерҙәре, архив материалдары тәү башлап шунда донъя күрә, күп кенә электрон китаптар ҙа сағыла. Шуға ла төркөм ябай кеше - ләргә генә түгел, ғалимдарға ла, крайҙы өйрәнеү буйынса материалдар, милли өҫ кейеме яғынан, унан һуң шул телгә мөнәсәбәт яғынан ҡыҙыҡлылыр, тип уйлайым.
– Барҙа түбәтәйе тигән бренд тураһында ишеткәнем бар…
– Барда башҡорттарының бренды бер Барда теүәтәйе генә түгел, беҙҙең яҡ Барда таҫтамалдары менән дә данлыҡлы булған. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙер Барда таҫтамалдарын яһаусы оҫтабикәләр юҡ инде. Шул Барда түбәтәйе ҡалды. Уны ла барыһы ла матур итеп булдыра алмай, бер нисә ауылда беҙҙең оҫта ҡулдарыбыҙ йәшәй, иң матур тегеүселәр инде беҙҙең Ҡайын ауылы – Березникила, унда Барда түбәтәйҙәрен тегеү буйынса бик күп кенә эш эшләйҙәр. Ҡайын ауылында Барда түбәтәйе музейы ла бар. Музейҙа 1950–1960 йылдарҙың түбәтәйҙәрен һәм заманға яраҡлаштырып стилләштерелгән баш кейемдәрен дә күрергә мөмкин. Түбәтәй беҙҙең Барда районының һабантуйы, Барда жиен ваҡыттарында ир-егеттәр кейеп йөрөгән баш кейеме инде. 2018 йылда Барда түбәтәйенә беҙ хатта артобъект – һәйкәл дә астыҡ, матур ғына булып тора ул. Ә инде беҙҙең икенсе милли брендыбыҙ гербта сағылған, ул – Барда ҡаҙы, Ҡазмаҡты тип, ҡазлар аҡты, бар да аҡты, бар да аҡты тигән риүәйәтебеҙ бар. Барда ҡаҙына ла беҙҙә осоп барған ҡаҙҙар рәүешендәге скульптур композиция асылды, өсөнсө брендҡа килгәндә, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған Барда чәк-чәге, бик тәмле ризыҡ ул һәм беҙ, игенселәр, ер эшкәр - теүселәр булғас, төп брендтарҙың береһе – Барда картуп (картуб) – Бардымская картошка. Кешеләр күрше райондарҙан, төбәктәрҙән эҙләп килеп, тәмле, сифатлы, оҙаҡ һаҡлана тип алалар уны.
“Тарихҡа мөнәсәбәт һалыу, китаптар баҫтырыу ғына етмәй…”
– Әлегә кешеләр, һеҙ татармы йә башҡортмо, тип юрғанды төрлө яҡҡа тартҡан арала, асылда, халыҡ бөтөнләй урыҫлашып бөтөп бармаймы? Төрки донъяһы хаҡында ниндәй фекерҙәрең бар?
– Эйе, татарлашыу мәсьәләнең бер факторы, ә икенсеһе, хәтәрерәге – руслашыу. Беҙ уны үҙебеҙҙең уландарҙа һәм ейәндәрҙә күрәбеҙ, улар рус телендә һөйләшкәс, тыуасаҡ нәҫелдәре лә шул юлды ҡыуасаҡ инде. 2050 йылға башҡорт милләте ниндәй була, татар милләте ниндәй була, тигәндә, бында инде беҙҙең башҡорт тарыбыҙ, татарҙарыбыҙ туған телдәре итеп рус телен яҙасаҡтар, тип уйлайым. Был объектив йүнәлеш, Рәсәйҙәге башҡа төрки халыҡтарҙа ла шул процестар барасаҡ, бында мәктәптә туған тел уҡытыу мәсьәләһе генә түгел, ә тап шул глобаль сәйәсәт ғәйепле. Беҙҙең туған телдә ребеҙ конкурентлы була аламы? Беҙҙең туған телдәр ниндәйҙер әҙәби нормаға ғына ябылып ҡаламы? Әллә телебеҙҙең диалект формаларын да ҡабул итәбеҙ ме, тигән һорауҙар төрки донъяһында хәҙерге ваҡытта йыш ҡулланыла. Һәм күрәбеҙ, татар донъяһында ла, башҡорт донъяһында ла әҙәби нормаларҙы сикләтеүселәр күп. Беҙгә башҡорт әҙәби теле кәрәкмәй, тигән кешеләр ҙә бар. Мин дә беҙгә башҡорт әҙәби теле ауыр бирелә, беҙгә әҙәби тел кәрәкмәй, тип әйтә киләм. Беләһегеҙ бит, Таһир Ғәлләм улы Баишев, беҙҙең яҡ башҡорттарының мәсьәләләрен күтәр гәндә, төньяҡ-көнбайыш башҡорт тарына башҡорт әҙәби телен индерергә кәрәкмәй, ә төньяҡ-көнбайыштың үҙенә генә хас булған башҡорт әҙәби телен булдырабыҙ тигән. 1950–1970 йылдарҙа ла, аҙаҡ та Таһир Ғәлләм улының тәҡдиме ҡабул ителмәне, был төбәк өсөн айырым әҙәби тел нормаһы булдырылманы, шуға ла беҙҙең яҡ башҡорт тарының әҙәби телгә бик көслө ҡаршылашыуҙарына осранығыҙ. Һүҙ Барда хаҡында ғына түгел, бөтә ошо төбәк башҡорттарын күҙ уңында тотам. Сөнки, беҙҙең телгә хас булмаған телде һәм шул телдә яҙылған әҙәбиәтте керетеү иң фажиғәле хәлдәрҙең береһе, тип уйлайым.
– Дин ни хәлдә, рухиәт ниндәй кимәл дә бөгөн һеҙҙә? Үтә бай булған Аяз Шабутдинов гел интервьюларында, Көйәҙе – ул шундай бер соҡор, төпкөл (Куеда – это такая дыра), тип әйтергә ярата. Көйәҙеләр һеҙҙең күрше генә район бит. Депрессив өлкәме ул Пермь, әллә киреһенсәме?
– Совет заманына тиклем Барда ерендә алтмышҡа яҡын мәсет һәм үҙебеҙҙең мөхтәсибәт булған. 1918–1920 йылдарҙа ла мөхтәсибәт эшләп килгән әле, тик репрессия ваҡыттарында мәсеттәребеҙ ябылып бөткән. 1990 йылдарҙа кире мәсеттәрҙе тергеҙеү юлына баҫтыҡ, хәҙер 34 мәсетебеҙ бар. 2013 йылда Бардала “Барҙа йәмиғ мәсете” асылды, ул Пермь крайында иң ҙур мәсет булып иҫәпләнә. Дини яҡтан үҫеш күренә, никах туйы, исем ататыу, Ҡорбан байрамы, Ураҙа ғәйете һымаҡ төрлө дини йолалар, байрамдар үткәрелә. Район ауыл хужалығы менән йәшәй, әммә колхоздар инде юҡ, күп кенә фермер хужалыҡтары эшләп килә, игенселек, картуп үҫтереү, мал тотоу менән булалар. Әммә Барда дотацион төбәк, күп кенә реформалар ҙа районға кире йоғонто яһаны, дауаханалар, мәктәптәр ябылыу… 2000 йылдар башында беҙҙә 46 белем усағы булһа, хәҙер районда ун ғына мәктәп ҡалды, оптимизация бик насар эҙемтәләргә килтерҙе. Ә мәҙәни усаҡтар, клуб учреждениелары һәйбәт кенә эшләп килә әле. Депрессив төбәкме, әллә үҫеш бармы тигәнгә, минеңсә, совет осоро менән сағыштырғанда, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә мөнәсәбәт элек һәйбәтерәк булғандыр. Баҙар иҡтисады шарттарында ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү бик ауыр бирелә. Ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятиелар булмағас, Бардалылар ҡалаларға йә Себергә китеп эшләргә тырыша. Беҙҙә лә бөтә Рәсәйҙәге һымаҡ тенденциялар бара.
– Әгәр ваҡытында тап һеҙҙең диалект башҡорт әҙәби теле нигеҙенә ятһа, ни булыр ине икән?
– Беҙ бит иң төньяҡта йәшәгән башҡорттар, Башҡортостан еренән айырылып ҡалғанбыҙ, компактлы утрау кеүек үҙебеҙ. Әлбиттә, беҙҙең ғәйнә һөйләшен әҙәби нормаға индермәҫтәр ине, сөнки бында беҙгә генә хас булған һүҙҙәр, һөйләмдәр, башҡа башҡорттар уны ҡабул итмәҫ ине, индерһәләр иһә, шул уҡ иң көньяҡтағы ҡыуаҡанды алған һымаҡ уҡ хәл килеп сығыр ине. Күреүегеҙсә, былай ҙа шул иң ҡырын вариантты башҡорт әҙәби нормаһы итеп алыу фажиғәгә килтерҙе бит инде. (Әйткәндәй, үзбәктәрҙә лә шундай хәл күҙәтелә. Унда ла тажиктар йоғонтоһонда формалашҡан ҡыр үзбәк диалектын әҙәби норма итеп алыу сәбәпле төп үзбәк һөйләштәре ныҡ зыян күрә. – Г.Х.) Башҡа төркиҙәр менән сағыштырғанда, башҡорттарҙа бөгөн туған тел итеп тарихи үҙ телен атау иң түбәндә, сөнки башҡорт әҙәби нормаларын булдырыу сәбәбенән һәм башҡортлоҡто башҡорт әҙәби теле генә билдәләй, имеш, тигән стереотип арҡаһында ул. Татарҙарҙа 90- 95 процент татарҙар туған тел тип татар телен атай. Башҡорттарҙа туған телен башҡорт тип атаусылар иң аҙ процент. 20-се йылдар переписендә ул 45–50 процент булһа, хәҙерге ваҡытта 70–75 процент башҡорттар үҙҙәренең телен башҡорт теле, ти. Ваҡытында, исмаһам, 50-се йылдарҙа атаҡлы ғалимыбыҙ Т.Ғ. Баишевты тыңлап, беҙҙең зона һөйләшен икенсе башҡорт әҙәби нормаһы итеп алғанда йәиһә башҡорт әҙәби нормаһына төньяҡ-көнбайыш диалект тың нигеҙен, лексика һәм фонетика нормаларын индереп яраҡлаштырһалар, 1989 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа 130 мең башҡорт татар булып китмәҫ ине лә. Бер уйлаһаң, алай ҙа Барда мәктәптәренә башҡорт теле индерел мәгән, 70-се йылдарҙа беҙгә шундай әҙәби башҡорт теле көслөк менән, административ рәүештә инһә, индерелһә, әлбиттә, беҙҙең татарлашыу факторы тағы ла көслө булыр ине, Башҡортос тандың төньяҡ-көнбайышындағы һымаҡ, барыһы ла тиерлек татар булып яҙылырҙар ине.
– Бөгөн Барҙа башҡорттары төрлө яҡлап үҫһен, үҙаңына ҡайтһын өсөн нимәләр эшләү талап ителә?
– Бында тарихты белеү, тарихҡа мөнәсәбәт һалыу, китаптар баҫтырыу ғына етмәй. Ул китаптар, әлбиттә, китапханаларҙа ята, тик төрлө сараларҙы күберәк үткәреп, ниндәйҙер массмедиа йә шул уҡ интернет һәм телеви дение аша тарихыбыҙҙы, тарихи шәхестәребеҙҙә киң массаларға танытыу зарур. Иң мөһиме, беҙҙең интеллигенция менән эшләү мөһим, тәнҡит уты яуҙырырға ғына түгел, беҙҙәге һәйбәт үҫеш факторҙарын да күреп, һығымта яһап, шуны үҫтереп ебәрергә ине. Башҡортостан вәкилдәренә ана шуны белергә кәрәк. Әлбиттә, улар килеп, беҙгә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеп, ҡымыҙ эсереп йә шул ырыуҙар тарихы һымаҡ китаптарын алып килеү һымаҡ бер тапҡыр үткәрелгән саралар ғына түгел, ә тап беҙҙең ғәйнә башҡорттарыныҡы тарихына таянған өҫ кейемдәр, ғәйнә башҡорттары тарихына таянған шәхес тәрҙе күтәреү һәм күп кенә шул матди ярҙам талап итә торған эштәрҙе финанслау яғынан да ярҙам кәрәк, тип уйлайым, – тип тамамланы һүҙен ғәйнә батыры. Юҡ, яңылыш уҡыманығыҙ, ысынлап та, һүҙеңде, фекереңде яҡлап көрәшә белеү ҡаһармандар эше ул.
Океан беҙ күҙ алдына килтергәндән дә киң һәм тәрәнерәк булған ише, башҡорт донъяһы ла беҙ аңлай һәм тоя алғандан да ҙурыраҡ һәм киңерәк ул. Ошо хәҡиҡәтте ҡабул итә алһаҡ, миллә тебеҙҙең үҙебеҙҙән айырыла яҙған, юғала яҙған өлөшө лә башҡорт ҡәүе мендә үҙ урынын алыр. Татар телле башҡорттарыбыҙҙың бөгөнгө татар мәҙәниәтен үҫтереүсе төп донорҙар булыуын да танырға кәрәк. Беҙ, башҡорт ғалимдары, журналистары инде нисә йыл төньяҡ-көнбайыш башҡорттары проб ле - маһын күтәрә һәм аңлата килһәк тә, ул төбәк башҡорттарының башҡорт матбуғатын алдырмауын һәм беҙҙең борсолоуҙар һәм эҙләнеүҙәр менән таныш та түгеллеген дә аңлау зарур. Татар милләте һан яғынан күберәк һәм көслөрәк тигән мифтан да арынырға кәрәк, беҙ тиңбеҙ, туғандашбыҙ. Бығаса татар милләте эсендә һаналып йөрөгән нуғай, себер татары, ҡырым татары, керәшен һәм башҡа халыҡтар ҙа бөгөн йәмәғәтселек уларҙың айырым милләт булыуҙарын таныуҙары өсөн көрәшә. Ике халыҡтың матбуғат тираждарын ҡараһаң да, яҡынса бер иш, был әле Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш халҡы ла тик татарса гәзит-журналдар алдырыуын иҫәпкә алыу менән бергә. Тағы ла, телде үҙгәртеп, тарихты юйып була, ә ҡан хәтере мәңгелек икәнен дә онотмайыҡ.
Эйе, һәр кем үҙбилдәләнешкә һәм тарихи хәҡиҡәттәрҙе белеүгә, шулай уҡ үҙ фекерен яҡларға ла хоҡуҡлы. Баш ҡорт тоң иң боронғо ырыуҙарының береһе булған ғәйнәләрҙең интернет селтәрендәге лидеры Альберт Мәхмү дов менән әңгәмәләшкәндән һуң бына шундай уйҙар яралды күңелдә.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: