Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002 й.) был төбәктә 28 меңләп төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәүен асыҡлаған, шуларҙың 8,7 меңе – элекке аҫабалар вариҫтары. Иҫәбенә ярашлы икенсе урын биләгән мариҙар – 7,3 мең, татарҙар – 7,2 мең һәм урыҫтар – 4,2 мең. Ысынбарлыҡты сағылдырамы был мәғлүмәттәр? Өс тиҫтәнән ашыу башҡорт ауылы шик тыуҙырмай, мариҙар ғүмер иткән төйәктәр ҙә ике тиҫтә самаһы йыйыла, урыҫтарҙыҡылар ла аҙ түгел. Дөрөҫ, башҡорт менән татар бергә көн иткән ауылдар бер тиҫтәгә лә тулмай, ә татарҙар нигеҙ ҡорған төйәктәр иҫәптәрҙә сағылыш тапмаған…
Ә ҡайҙан алынған һуң 7,2 мең кеше? Нигеҙле, иң мөһиме, ышандырырлыҡ яуап юҡ һәм булыуы ла мөмкин түгел. Халыҡ иҫәбен алыу буйынса иң тәүге мәғлүмәт 1795 йылда ғына булып, уға мөрәжәғәт иткәндә, шул асыҡлана: хәҙерге район ерҙәрендә ни бары 12 ауыл күренә. Яңы Балтас, Иҫке һәм Яңы Бөртөк, Иҫке Ҡабан, Иҫке Ҡайынлыҡ Иҫке Йәнегет һ.б. 1859 йылда ауылдар күберәк, әммә татарҙар нигеҙ һалғаны осрамай. Был халыҡ вәкилдәре башлап 1917 йылда аҫабалар нигеҙ һалған Яңы Ҡайынлыҡ, Әшет, Иҫке Әшет ауылдарында теркәлә. 1920 йылда был исемлеккә Күпербаш ҡына өҫтәлеүгә ҡарамаҫтан, 1959 йылғы иҫәптә татар ауылдары арта төшкән: Яңы Балтас, Иҫке һәм Яңы Уразай, Иҫке һәм Яңы Бөртөк, Иҫке Әшет…
1979 йылғы мәғлүмәттәр иһә был районда татар ауылдарын бөтөнләй күрмәй, барыһы ла башҡорттоҡо булараҡ теркәлә. Ә бына ун йылдан һуң уҙғарылған иҫәп себендән фил яһай: татар ауылдары бер тиҫтәнән ашып китә. Билдәле, ҡасандыр аҫабалар нигеҙ ҡорған ауылдар иҫәбенә һәм был хәл – көнбайыш Башҡортостанда күптән киң таралған күренеш. Төп халыҡ вәкилдәре ғүмер кисергән төйәктәр иҫәбендә Яңы Суғанаҡ, Уртауыл, Иҫке Йәнегет, Баҫҡытау ғына ҡала. Ҡатнаш ауылдар иҫәбе 18-гә еткерелә. Әлбиттә, милли состав халыҡ ихтыярын түгел, ә был өлкәлә билдәле сәйәсәт алып барған даирәләр тәртибен сағылдыра.
Тарихи ысынбарлыҡ был турала ни һөйләй һуң?
Гәрәй олоҫо өс – Йәнегет, Әҙәкүл, Таҡталасыҡ (Байсары) түбәләренән хасил булған. Элек Әҙәкүл түбәһенә ҡараған башҡорт ауылдары хәҙер башлыса – Башҡортостанға, бер өлөшө күрше Татарстанға ҡарай. XVIII быуат ахырында Бөртөк түбәһе ойошторола. Йәнегет түбәһе, Гәрәй олоҫо кеүек үк, Бәләбәй өйәҙенә буйһона, һуңыраҡ Бөрө өйәҙенә күсерелә. Әҙәкүл һәм Таҡталасыҡ түбәләре Ырымбур губернаһының Минзәлә өйәҙенә ҡараған.
1641 йылда Бөртөк түбәһе аҫабалары Өфө воеводаһы А.А. Плещеев арҡылы батша Михаил Федоровичтан община ерҙәре хужалары булыуҙары тураһында һаҡлау грамотаһы юллап ала. Йәнегет түбәһе башҡорттары ошондай ҡағыҙҙы 1691 һәм 1696 йылдарҙа хәстәрләй. Әҙәкүл һәм Таҡталасыҡ олоҫтары аҫабалары ла ошондай йөкмәткеле документтарҙы бер нисә тапҡыр юллап алған.
Йәнйегет – иң боронғо башҡорт төйәктәренең береһе. Уға нигеҙ һалыусы Йәнйегет биләмәләренә Ҡаҙан һәм Сарапул кешеләре йоғонмаһын өсөн һаҡлау грамотаһын 1612 йылда уҡ хәстәрләгән. 1795 йылғы (V рәүиз) мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был түбәне Ҡабан, Нуғай, Ҡайынлыҡ, Иҫке Бөртөк, Үрге Айыу, Хажы һәм Теләкәй ауылдары халҡы тәшкил иткән. 1795 йылғы иҫәптә Йәнйегеттә 310 аҫаба, 315 татар типтәре теркәлә. 1834 йылда (VIII рәүиз) башҡорттар 328 кешегә етә, типтәрҙәр кәмей. 1870 йылда (Х рәүиз) ауыл 1246 аҫаба менән һигеҙ типтәрҙе берләштерһә, 1920 йылғы иҫәп 1525 башҡортто асыҡлай.
Ҡасан нигеҙ һалынғаны билдәһеҙ Яңы Йәнйегет ауылында 1905 йылда 467 башҡорт теркәлә. 1920 йылда халыҡ иҫәбе 754-гә етә. Кантон идараһы дәүерендә ошо ауылдан зауряд-яһауыл Аразбай Ҡәҙермәтов һәм уның ике туған ҡустыһы Шаһимарҙан Юлдашев Яйыҡ буйында сик һаҡлау хеҙмәтендә була. Зауряд йөҙ башы Мөхәммәт Мерәҫов 1806 – 1809 йылдарҙа Францияға ҡаршы һуғыштарҙа башҡорт полкы составында ҡатнаша.
Ҡабан ауылы кешеләре раҫлауынса, уларҙың төйәгенә нигеҙ 1632 йылда һалына. Ялан күл буйында урынлашҡан был ауылды урыҫтар “Кабан” тип атаған. 1737, 1755 йылдарҙағы карталарҙа Ҡабан да сағылыш тапҡан. V рәүизгә ярашлы, бында 95 башҡорт йәшәгән. XVIII быуат башында ауыл типтәрҙәрҙе ҡабул итә, 1762 йылда улар – 18 йән.
Ырымбур ҡаҙна палатаһы рөхсәте буйынса, 1839 йылда бер төркөм кешеләр Яңы Ҡабан ауылына нигеҙ һала. Унда тик аҫабалар ғына күсенеп, 1859 йылда (Х рәүиз) улар иҫәбе 590 кешегә еткән. Төп ауыл Иҫке Ҡабанда был осорҙа 15 башҡорт һәм 368 типтәр иҫәпкә алына. 1905 йылда Яңы Ҡабан ауылында 229 өйҙә 1173 башҡорт йәшәгәне билдәле. Советтар осоронда уҙғарылған иҫәпкә ярашлы (1920 йыл), Яңы Ҡабанда 1411 кеше күренә. Иҫке Ҡабанда иһә 201 хужалыҡ алып барған 878 типтәр теркәлә. 2002 йылғы иҫәптә тәүге ауыл күренмәй, тимәк, юҡҡа сыҡҡан, ә икенсеһе, бер ҡасан да татарҙар теркәлмәүгә ҡарамаҫтан, 819 башҡорт һәм татар йәшәгән ҡатнаш ауыл булып киткән.
Абруйлы аҫаба Бөртөк Ҡоҙабахтин нигеҙ һалған Бөртөк ауылы башлап XVI быуат аҙағында күренә. Был шәхес батша Михаил Федоровичтан һаҡлау грамотаһы юллап ала, Бөртөк түбә үҙәге булып китә. 1664 йылғы башҡорт ихтилалы ваҡытында Минзәләлә аманат итеп тотолған Ҡотлоғош Бөртөков билдәле. Уны ауылдашы Уразай Үлмәҫов Өфөгә килеп алмаштырырға тейеш була.
XVIII быуат уртаһында Бөртөк ауылы кешеләре Серек Танып йылғаһының уң ярында Яңы Бөртөктө нигеҙләй. 1681 йылда Иҫке Бөртөк ауылы аҫабалары үҙ биләмәһенә яһаҡ мариҙарын индереп, улар типтәр ҡатламына теркәлә. Һуңыраҡ был ауылға яһаҡ татарҙары ла ултыра. 1795 йылғы иҫәпкә ярашлы, Иҫке Бөртөктә 74 башҡорт һәм 14 типтәр ғүмер иткән. Яңы Бөртөк ауылы был ваҡытта 25 кешене һыйҙырған 10 өйҙән тора. VI рәүиз ауылда, 35 башҡорттан тыш, 30 татар һәм 13 мари типтәрен теркәй. Советтар үткәргән тәүге иҫәп Яңы Бөртөктә 636 башҡорт һәм типтәр, Иҫке Бөртөктә 478 кеше йәшәгәнен асыҡлай. 2002 йылда тәүгеһе – 565, икенсеһе 346 кеше ғүмер кисергән ҡатнаш ауылдар булып тарихҡа инә.
Үрҙә аталған хеҙмәттә 1819 йылда Иҫке Бөртөк ауылында йөҙ башы Исмәғил Әмиров, Әбделхәсән һәм Мөхәмәтшәриф Ҡунаҡаевтар, Бикташ Сәлихов, Әбделйәлил Ғайсаров, Ғәлекәй Ғүмәров, Мөхәммәт Мөсәлилов, Мөхәммәт Сыуашаев, Ҡаранай Юртаев һ.б. ике йөҙҙән ашыу кеше атала.
XVII быуат башында Гәрәй олоҫо аҫабалары Нуғай ауылына нигеҙ ҡора. Был ауылға татар типтәрҙәре 1689 йылда килеп, 1795 йылғы иҫәптә һигеҙ йән күренә. Башҡорттар иһә – 271 кеше. 1834 йылда Нуғай ауылында 713 аҫаба һәм 84 ебәрелмеш (башҡорттар) йәшәгән. 1844 йылғы мәғлүмәттәрҙә 28 аҫаба төйәкләнгән Яңы Нуғай ауылы ла бар. Х рәүиз ауылда 80 башҡорт менән 317 типтәрҙе иҫәпкә ҡуя. 1920 йылда Яңы Нуғайҙа – 1108, төп ауылда 982 башҡорт йәшәгәне билдәле. 2002 йылғы иҫәптә Яңы Нуғай – 1094 башҡорт һәм татар төйәге.
Нуғай ауылынан Шәмсетдин Йосопов 1831 йылда 6-сы башҡорт полкы составында Белоруссияла хеҙмәт итә. Йорт старшинаһы Мәхмүт Ғәбитов Пермь губернаһында, Татищев, Илек, Орск ҡәлғәләрендә хеҙмәт итергә, Ырымбур губернаторы Перовскийҙың Хиуа экспедицияһында ла ҡатнашырға өлгөрә.
1866 йылда Нуғай аҫабалары Ҡуҙғау ауылын нигеҙләй. 1905 йылғы иҫәптә ике – Иҫке һәм Яңы Ҡуҙғау теркәлеп, тәүгеһендә – 823, икенсеһендә 146 башҡорт донъя көтә. Иҫке Ҡуҙғауҙы Урта Ҡуҙғау атамаһы менән дә йөрөткәндәр. 1920 йылда унда – 961, яңыһында 225 аҫаба ғүмер иткәне билдәле.
Аткүл йылғаһын һыулаған шул исемдәге ауыл XVIII быуат башынан билдәле. Был ауылға тәүге типтәрҙәр 1729 йылда ҡабул ителеп, V рәүиздә 17 ир теркәлгән. Ни өсөндөр был иҫәптә аҫабалар күренмәй, ә мишәр күскенселәре ергә документһыҙ ғына ултыра. 1816 йылғы иҫәпкә ярашлы, Аткүл ауылында 39 башҡорт, 16 типтәр һәм 9 мишәр күренә. XIX быуат уртаһына аҫабалар иҫәбе – 162, типтәрҙәр – 42, мишәрҙәр – 26 ир.
1846 йылда Аткүл ауылынан сығыусылар Яңы Аткүлгә нигеҙ ҡора. 1859 йылда унда 105 башҡорт менән 99 типтәр һәм мишәр теркәлә. Ошо уҡ иҫәпкә ярашлы, Иҫке Аткүлдә 284 башҡорт һәм 17 башҡорт ебәрелмеше йәшәгән. Совет власының тәүге иҫәбе төп ауылда – 1073, икенсеһендә 436 башҡортто асыҡлай.
Ҡайынлыҡ ауылы XVIII быуат урталарында Ҡайын Гәрәй йәки Ҡангәрәй атамалары менән йөрөтөлгән. 1750 йылда ауыл кешеләре Ағиҙел йылғаһы буйындағы балыҡ тотоу урындарын Сарапул өйәҙе крәҫтиәндәренә ҡуртымға бирә. 1795 йылда Ҡайынлыҡ ауылында 133 аҫаба ғүмер кисерә. VIII рәүиздә – 189, IX 259 йән теркәлә. 1850 йылда ауылға Әнәс һәм Хажы ауылдарынан биш ғаилә күсеп ултыра. 1859 йылғы рәүиз Ҡайынлыҡтағы 103 хужалыҡта 293 ир һәм 303 ҡатын-ҡыҙҙы иҫәпкә ала.
XIX быуаттың икенсе яртыһында Серек Танып йылғаһын һыулаған Яңы Ҡайынлыҡ ауылы барлыҡҡа килә. 1905 йылда инде ул – шул исемдәге олоҫ үҙәге, идара ла шунда урынлаша. Яңы Ҡайынлыҡта 154 хужалыҡ булып, уларҙа 879 аҫаба донъя көткән. Төп ауылда иһә йорттар иҫәбе 45-тән уҙмаған һәм уларҙа 248 кеше йәшәгән. 1920 йылғы иҫәп буйынса, Яңы Ҡайынлыҡта 1062 аҫаба теркәлһә, Иҫкеһендә – 301 йән. Был ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан зауряд-яһауыл Рәхмәтулла Сабаҡов донъя көткән.
Яңғыҙ Нарат ауылы тарихын ҡайһы бер документтар нигеҙендә генә асыҡларға мөмкин, тип яҙа Әнүәр Әсфәндиәров. 1649 һәм 1653 йылғы сығанаҡтар буйынса, унда типтәрҙәр йәшәгән. V рәүиздә 29 ир теркәлгән. 1816 йылғы иҫәп Яңғыҙ Наратта 24 аҫабаны асыҡлай. 1850 йылда улар иҫәбе 52-гә, типтәрҙәр иһә 148-гә етә. 1836 йылда бында Хажы, Теләкәй, Бейектау ауылдары башҡорттары ла күсеп ултыра. 1920 йылғы иҫәптә Яңғыҙ Нарат – 748 типтәр донъя көткән типтәр ауылы. 2002 йылда ҡатнаш ауылда 177 башҡорт һәм татар иҫәпкә ҡуйыла.
1815 йылда Хажы ауылы башҡорттары Ағиҙелдең уң ярында Яңы Хажы ауылына нигеҙ һала. 1859 йылда ауылда 205 аҫаба көн иткәне билдәле. 1905 йылда иһә улар – 273, 1920 йылғы иҫәпкә ярашлы, 117 йортта 556 кеше ғүмер иткән. Хажы ауылы кешеһе Күсем Әйүповтың һүҙенә ҡарағанда, уның атаһы Әйүп Хажин 1764 йылда Ырымбур губернаһы канцелярияһы аша һаҡлау грамотаһы юллап ала. Тимәк, Хажы ауылына Әйүптең атаһы нигеҙ һалған булып сыға, ти “История сел и деревень Башкортостана и близлежащих регионов” китабы авторы. 2002 йылғы иҫәптә Яңы Хажы – 335 кеше төйәк иткән башҡорт ауылы.
Яңы Аҡтанышбаш ауылы оҙаҡ ваҡыт утар статусында булып, 1844 йылда ғына ауылға (тимәк, үҙаллы) әүерелә. 1859 йылғы иҫәп унда 588 кешене теркәй. 1905 йылда 657 ир менән 640 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә инә. Башҡорттар өс һыу тирмәне, икешәр бакалея һәм мануфактура лавкаһы, ике мәсет хужаһы була. Совет власы алған тәүге иҫәп ауылда 1619 башҡортто асыҡлай. 1989 йылда ҡатнаш халыҡлылар исемлегенә индерелеүгә ҡарамаҫтан, 2002 йылда ауыл элекке статусына ҡайта: 703 башҡорт донъя көткән төйәк булараҡ теркәлә.
Ҡырғыҙ олоҫона ҡараған Мошты ауылына нигеҙ 1851 – 1853 йылдарҙа Татыш ауылы кешеләре тарафынан һалына. 1859 йылда бында ғүмер итеүсе 969 башҡорт ергә мохтажлыҡ кисергән. X рәүиздә Моштыла 60 хужалыҡ булып, уларҙа 444 аҫаба йәшәй. 1902 йылда 163 йортта 493 башҡорт ғүмер иткәне билдәле. 1920 йылғы иҫәп ике – Иҫке һәм Яңы Моштыны теркәп, тәүгеһендә – 1258, икенсеһендә 1153 кеше яҙыла. Был ауылдарҙа көн иткән аҫабалар вариҫтары ла 1989 йылда ҡатнаш ауылдыҡылар рәтендә булып ала һәм 2002 йылда үҙ мөхитенә ҡайта.
1920 йылдарҙан һуң барлыҡҡа килгән Уртауылға Моштынан күсеп ултыралар. 1905 – 1919 йылдарҙа Татыш ауылынан сыҡҡан башҡорттар Яңы Татышты нигеҙләй. 1920 йылда унда 303 башҡорт көн иткәне асыҡлана.
Ағиҙел йылғаһының уң ярында йәнәй башҡорттары Йәнәй-Иткенә, Сауыҙбаш, Сауыҙ ауылдарының нигеҙен ҡора. Был ауылдар – хәҙерге Татарстандағы Иҫке Семиостров (Ушар), Яңы Семиостров (Яңы Ушар, Сауыҙ) ауылдары менән бер төптән. Иң боронғоһо – Йәнәй-Иткенә ауылы. 1859 йылғы иҫәп унда 144 аҫабаны теркәй. Артабанғы иҫәптәрҙә Йәнәй (уны Барановка тип тә атағандар) ауылының үҫеүе сағылмаған. 1920 йылда ул 40 өйҙә 205 кеше тормош ҡорған бәләкәй төйәк булып күренә.
Сауыҙбаш шул исемдәге йылға буйында урынлашҡан. Уға Йәнәй-Иткенә ауылы башҡорттары һәм типтәрҙәр 1870 – 1896 йылдарҙа нигеҙ һалған. 1902 йылғы иҫәптә унда 334 ир күренә. 1920 йылда иһә 184 хужалыҡта 864 кеше донъя көтөп, күпселеге – башҡорттар. Сауыҙ ауылына XIX быуат башында Яңы Ушар ауылы аҫабалары нигеҙ һала. 1811 йылда улар төп ауылда (Минзәлә өйәҙе) иҫәпкә инеүгә ҡарамаҫтан, яңы урында, Бөрө өйәҙендә, көн итә. 1870 йылда ауыл халҡы – 455, 1920 йылда 930 кешегә тиклем арта. Яңы быуат башында алынған иҫәптә иһә Сауыҙбашта 451 төп халыҡ вәкиле күренә.
1906 – 1919 йылдарҙа Минзәлә өйәҙе Гәрәй олоҫоноң Таҡталасыҡ түбәһе башҡорттары Ағиҙел йылғаһының уң ярында, олоҫ үҙәге Ҡабандан өс саҡрымда Яңы Таҡталасыҡ ауылын нигеҙләй. 1920 йылғы иҫәптә был ауыл 63 хужалыҡтан торған 278 аҫаба төйәге булып күҙ алдына баҫа. Яңы Хажы ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан Таҡталасыҡ ауылы 1920 йылдан һуң барлыҡҡа килә. 1959 йылғы иҫәптә 331 башҡорт теркәлгән ауылда яңы быуат башында ни бары 28 кеше ғүмер кисергән.
Гәрәй олоҫоноң Әҙәкүл түбәһенә ҡараған Балтас ауылы кешеләре 1920 йылғы иҫәп алдынан Яңы Балтас ауылы нигеҙен ҡора. Ошо уҡ түбәнән Уразай (хәҙерге Татарстан) аҫабалары 1902 – 1919 йылдарҙа Уразай ауылын нигеҙләй. 1920 йылғы иҫәп унда 138 йортта көн иткән 605 башҡортто теркәй.
Этник сығышын билдәләү ауыр булған ауылдарға Яңы Суғанаҡ та ҡарай, ти Әнүәр Әсфәндиәров. Ул, моғайын, Минзәлә өйәҙендәге шул атаманы йөрөткән Ҡырғыҙ олоҫо ауылына бәйле. 1902 йылғы иҫәп бында 142 башҡорт һәм типтәрҙе теркәһә, 1920 йылда 423 кешенең күпселеге – башҡорт. Әшет халҡы шул исемдәге йылғаны һыулай. 1859 йылда унда 90 аҫаба һәм 34 ебәрелмеш йәшәгән. 1906 йылда Ҡайынлыҡ олоҫонда теркәлгән 66 өйлөк Әшет 1920 йылғы иҫәптә Иҫке Әшет булараҡ нығытыла. Яңы Ҡабан олоҫона ҡараған икенсе Әшет иһә 1925 йылда – башҡорт ауылы.
Бәрйәҙебаш шул исемдәге йылға буйында урынлашҡан. 1906 йылда унда ете хужалыҡ булып, 38 кеше донъя көтә. Советтар осорондағы тәүге иҫәп алыуҙа Бәрйәҙебаш икәү: береһе, олоҫ үҙәгенән өс саҡрымда ятҡаны – башҡорт, биш саҡрымдағыһы – татар ауылы. 1920 йылғы иҫәптә Ҡуян – башҡорт төйәге, 23 өйҙә 82 кеше йәшәй. Яңы Ҡабан олоҫона буйһонған Баҫҡытау ауылы 1906 – 1919 йылдарҙа үҫеп сыға. 1920 йылда унда 91 хужалыҡ теркәлһә, яңы быуат башында 317 башҡорт иҫәпкә алына.
Генетик яҡтан Мерәҫ һәм Шәрип ауылдары Минзәлә өйәҙе Гәрәй олоҫоноң Әҙәкүл түбәһендәге шул атаманы йөрөткән ауылға тоташа. 1920 йылғы иҫәпкә ярашлы, тәүгеһендә – 110, икенсеһендә 117 башҡорт күренә. Ошо уҡ иҫәптә ҡасаба булып теркәлгән Яңауылда 53 хужалыҡ теркәлгән. Әйтергә кәрәк, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында башланған көслө социаль тетрәнеүҙәр был яҡ ауылдарын да урап үтмәй. Эшһеҙлек сәбәпле халыҡ һаны кәмеп, төйәктәр бөтөүгә бара. 2002 йылда Яңы Суғанаҡта – ни бары 97, Әшеттә – 94, Уртауылда – 25, Һабансыла – 18, Иҫке Әшеттә 13 кеше ғүмер иткәне шул хаҡта һөйләй.
Был төбәктә мари ауылдары Уран, Ҡырғыҙ, Гәрәй олоҫтары аҫабалары биләмәләрендә барлыҡҡа килә. Арлан ауылына яһаҡ мариҙары йылына өс шәшке һәм бер батман бал биреү шарты менән 1684 йылда уҡ ултыра. 1784 йылғы IV рәүиз 24 ир менән 18 ҡатын-ҡыҙҙы иҫәпкә алған. 1816 йылғы иҫәптә Арланда 99 мари теркәлеп, артабан дәүләт крәҫтиәндәре булып китә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 876 мари йәшәгәнен асыҡлай. Арлан ауылы кешеләре 1796 йылда Ушмен йәки Канышев (хәҙер – Редькин) ауылына нигеҙ һала. 1895 йылда халыҡ 385 кешегә етә. 1652 йәки 1663 йылда барлыҡҡа килгән Янактай ауылында 1920 йылғы иҫәп 565 мари менән урыҫты теркәй.
XVIII быуат уртаһында барлыҡҡа килгән Ҡарый ауылында 1920 йылда 376 мари иҫәпкә ҡуйыла. Оло Әмзә ауылына нигеҙ 1684 йылғы һаҡлау грамотаһына ярашлы һалына. 1784 йылда унда 40 мари ғүмер итһә, 1920 йылда 130-ға етәләр. Илестанбәт ауылы XVIII быуат урталарында үҫеп сыға. 1784 йылғы иҫәптә унда 27 йән теркәлһә, 1920 йылда – 157. Ишмәт ауылы ла һаҡлау грамотаһына ярашлы нигеҙләнә. 1762 йылда унда 64 ир иҫәпкә алынып, 1920 йылда 35 йортлоҡ төйәктә 191 кеше теркәлә.
Уран олоҫо аҫабалары ерендә барлыҡҡа килгән Кадрик ауылында V рәүиз 47 башҡорт менән 13 мариҙы иҫәпкә ала. 1920 йылғы иҫәптә иһә мариҙар ғына күренә – 170 кеше. Ошо уҡ олоҫ башҡорттары Ҡалтай ауылына мари крәҫтиәндәрен һаҡлау грамотаһы буйынса индерә. Әмзә йылғаһын һыулаған был ауылды Апас тип тә йөрөткәндәр. Совет власы үткәргән иҫәп унда 112 йортта донъя көткән 542 мариҙы асыҡлай.
Ведресев, Кувакин, Никольск, Кирәмәт, Бура, Яңы Бура. Тәүгеләрендә – мари типтәрҙәре, Бурала удмурттар ҙа көн иткән бәләкәй ауылдар. Никольскиҙа мариҙар менән бергә урыҫтар ҙа төйәк тапҡан. 1755 йылдан билдәле Ҡырғыҙ ауылы ла – мариҙар төйәге. Бурныш, Ҡырым-Һарай, Якимов, Түбән Таҡыя, Шушнур – XVIII быуаттан һуң ҡалҡып сыҡҡан мари ауылдары. 1870 йылғы иҫәптә Түбән Таҡыяла мариҙар менән бергә 21 башҡорт та телгә алына.
Урыҫ ауылдарынан иң элек Березовка йылғаһы Камаға ҡойған урында хәҙерге район үҙәге Николо-Березовка (1641) барлыҡҡа килә. 1795 йылғы иҫәп унда 189 һарай крәҫтиәнен теркәй. 1870 йылда иһә 272 ир һәм 321 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алына. Бында кирбес һуғыу, слесарь, итек тегеү оҫтаханалары эшләй, аҙна һайын баҙар уҙғарыла, йәрминкәләр ойошторола. 1989 йылғы иҫәптә 1511 урыҫ һәм татар теркәлгән ауыл яңы быуат башында 1203 башҡорт, 2010 татар, 2318 урыҫ һәм 450 башҡорт вәкилдәре йәшәгән төйәк булып тарихҡа инә.
Карякин, Масляный Мыс, Һаҡлау, Мүзәк, Ташҡын, Можары – XVIII быуат баштарында ҡалҡып сыҡҡан урыҫ ауылдары. 1744 йылда нигеҙ һалынған Һаҡлауҙа заводтар, биш тирмән, өс бакалея лавкаһы эшләй, баҙарҙар ойошторола.
Биктимер (Түбәнге Ҡалмаш), Ҡотло, Ротков, Воробьев, Зубовка, Сорокин… Төрлө йылдарҙа барлыҡҡа килгән был ауылдарға ҡайһы яҡтарҙан килеп ултырғандары сағылыш тапмаған. Мырҙа, Раздолье, Пенза, Касев (Петропавловка)… 1795 йылда һуңғыһында 393 һарай крәҫтиәне иҫәпкә алына. 1870 йылда Касев олоҫ үҙәге булып ала. Бында май бешеү заводы, тирмән эшләй, лавкалар була. Йылына дүрт йәрминкә уҙғарыла, ике класлы балалар училищеһы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ауыл училищеһы эшләй. 1920 йылғы иҫәп 289 өйлөк ауылда 1485 кешене теркәй. Артабан ошо ҡасаба нигеҙендә хәҙерге Нефтекама ҡалаһы барлыҡҡа килә.
Тарих онотмай: Ҡанлы, Ҡаршын һәм Дыуанай
Кушнаренко районы биләмәләре – элекке Ҡанлы, Ҡаршын һәм Дыуанай олоҫтарына берләшкән аҫаба башҡорттарҙың ере. Ҡанлыларға ҡыпсаҡ йоғонтоһо бик көслө була. Урта быуаттарҙа улар ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡараҡалпаҡ, үзбәк, Ҡырым татарҙары һәм нуғайҙарҙың ҡәбиләләр составында һиҙелерлек эҙ ҡалдыра. Тарих фәндәре кандидаты Әнүәр Әсфәндиәровтың үрҙә телгә алынған китабында билдәләнеүенсә, Ҡанлы союзы IX – XII быуаттарҙа Арал диңгеҙе буйындағы далаларҙа бәшнәк-уғыҙ ҡәбиләләре йоғонтоһонда ойоша. 1220 йылда ҡанлылар – Дәшти Ҡыпсаҡ дәүләте составында. Һырдаръяла Кангюй тип аталған ҙур дәүләт ҡора улар.
XIII – XIV быуаттарҙа ҡанлылар Урал алдына килеп, боронғо башҡорт төркөмдәренә ҡушыла. Уларҙың тамғалары, мәҫәлән, торна бөрйән, юрматы, үҫәргән ҡәбиләләренән отоп алынған. Биләгән ерҙәренә һаҡлау грамотаһын ҡәбилә башлыҡтары Иван Грозный һәм Петр Алексеевичтан юллап ала. Был документтарҙа Ҡармасан, Ҡушйылға, Баҙғыя, Сәрмәсән, Кеүәш, Яубаҙы, Бөрө кеүек һыу-йылға атамалары телгә алына. XIX быуат башында ҡанлыларҙың биләмәһе 205,1 мең дисәтинә тәшкил иткән.
Һуңғы ике быуат эсендә был тарафтарҙа булып үткән үҙгәрештәрҙе күҙ менән иңләп, аҡыл менән баһалап бөтөрөрлөк түгелдер, моғайын. Әлбиттә, бөгөн аҫабалыҡ институты тураһында белмәгәндәр бихисап, сөнки ауылдарҙың милли йөкмәткеһе һуң дәрәжәлә сыбарланған. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халҡын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, районда 27,4 мең кеше теркәлеп, 9 меңләбе генә – элекке аҫаба вариҫтары. Ошо иҫәптә ни бары алты ауыл: Гөргөрөй, Ислан, Ҡарасайылға, Талбаҙы, Шыршы-Тартыш һәм Ҡоҙашлыбаш. Ә ике тиҫтәнән ашыу ауыл башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән төйәк булып яҙылған.
Хәйер, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә иғтибарлыраҡ күҙ һалғанда, бының бер ниндәй ғәжәбе юҡ кеүек. Милли состав һәр рәүиздә тиерлек әҙәм ышанмаҫлыҡ үҙгәрештәргә дусар ителеп торған. 1959 йылғы СССР халыҡтары иҫәбен алыуҙа 17 ауыл, шул иҫәптән башҡорттар ҙа ғүмер иткән Баҡай, Үрге һәм Түбәнге Сәйет, Гөргөрөй, Байталлы, Иҫке Йомран һ.б. саф татар ауылдары булараҡ теркәлә. 1979 йылда иһә Горький ауыл биләмәһендәге Ғүмәр, Иҫке Ҡамышлы, Ҡуянды иҫәпкә алмағанда, барыһы ла – башҡорт ауылдары. 1989 йылғы иҫәптә, киреһенсә, титуллы милләт вәкилдәре – 155 кеше йәшәгән Ҡупай ауылында ғына. Күпселеге – ҡатнаш ауылдар. Хатта Үрге, Түбәнге, Урта Аҡбаш, Шәрип һәм Мәмәк кеүек аҫабалар нигеҙләгәндәре лә.
2002 йылда 4,1 мең башҡорт, шул сама татар, 2,1 мең урыҫ һәм 294 башҡа халыҡтар вәкилдәре теркәлгән Кушнаренко ла 9,2 мең урыҫ һәм татар ғына йәшәгән ауыл булып ҡабул ителә.
Шул уҡ ваҡытта сал тарих Әхмәт, Баҡай, Үрге һәм Түбәнге Сәйет, Ҡарасайылға, Шыршы-Тартыш, Яҡуп, Байталлы, Иҫке Ғүмәр, Ҡоҙашлыбаш һ.б. төйәктәргә аҫабалар тарафынан нигеҙ һалынғанлығын раҫлай. Улар араһына башҡа халыҡтар вәкилдәре килеп ултырыу ғына башҡорттарҙың милли сығышын үҙгәртергә хоҡуҡ бирмәй. Урыҫтар юҡҡа ғына, сит монастырға үҙ уставың менән йөрөмәйҙәр, тип әйтмәгән бит. Ә бына Ҡалтай, Иҫке Мортаза, Ҡаратәкә, Иҫке Ҡормаш кеүек мишәрҙәр ауылдарынан башҡорт яһау кәрәкмәй.
Бәхәстәргә урын ҡалмаһын өсөн, түбәндәге юлдарға мөрәжәғәт итәйек.
1795 йылғы иҫәп Ҡарасайылға ауылында 86 башҡорт, 284 мишәр йәшәгәнен асыҡлай. 1816 йылда 160 һәм 318 кеше иҫәпкә алына. 1870 йылда ауылда тик мишәрҙәр генә – 600 йән күренһә, 1920 йылда барыһы ла – башҡорт. Ауылдың ни бары 530 дисәтинә һөрөнтө ере була. Хужалыҡтарҙа 572 йылҡы малы, 603 һыйыр, 332 кәзә һәм 259 һарыҡ аҫрала. Ошо ауыл кешеһе, зауряд-яһауыл Ҡаһарман Ураҙлин 1812 йылғы Ватан һуғышында көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Ҡарасайылға кешеләре Сөйәрмәт Ҡолсомов, Наурыҙ Зиянов (Йыһанов – ?), Ғүмәр ауылынан Рахманғол Зиянов һәм Марат Солтанғужин иптәштәре менән 1764 йылда оброк түләү шарты ҡуйып, Бөрө олоҫо Ялғаш ауылынан һарай крәҫтиәндәрен үҙ биләмәләренә индерә. 1790 һәм 1996 йылдарҙа бында башҡорт ебәрелмештәре лә урын ала. 2002 йылғы иҫәпкә ярашлы, ауылда 648 башҡорт ғүмер кисерә.
Билдәле ғалим, химия фәндәре докторы Нәжип Вәлитов ошо ауылда тыуған. Ул үҙенең шәжәрәһен 16 быуынға тиклем төҙөгән: Байрам, Ҡорбанғужа, Байрамғужа, Хужабирҙе, Шөкөрбирҙе, Ҡоҙаш, Юлай, Муса, Яҡуп, Вәлит (1795 йылда уға 65 йәш була), Әхтәм, Хәмиҙулла, Ғәли, Ғабдулла, Хәтмулла һәм Нәжип.
Ғүмәр ауылының тәүге атамаһы – Талбаҙы. Ул 1704 йылда үҙ еренә Ялғаш ауылына нигеҙ һалған Бөрө крәҫтиәндәрен индергәне менән билдәле. Ғүмәрҙең улы Шәриф Ғүмәров 1790 йылда мишәр старшинаһы Мәндей Тыпыевҡа ер һатыуҙа ҡатнаша. 1756 йылда ауылда бер нисә типтәр һәм мишәр ғаиләһе төйәкләнә, V рәүиз 95 башҡорт менән 26 мишәрҙе теркәй. 1834 йылда башҡорттар – 100, мишәр һәм типтәрҙәр – 338 кеше. Советтар осоронда алынған иҫәп башҡорттарҙы ғына күрһәтә: 1108 йән. 1989 йылда татар ауылдары исемлегенә индерелгән Иҫке Ғүмәрҙә яңы быуат башында 617 башҡорт теркәлә.
Ҡанлы олоҫоноң ҡалған ауылдары Әхмәт, Туҡмаҡлы, Үгеҙ (Яҡуп) XIX быуаттың беренсе яртыһында 8-се башҡорт кантонының 2-се йортона ҡарай. Ошо ауылдарҙы берләштергән Туҡбай түбәһе 1803 йылда 17,2 мең дисәтинә ер биләгән. 1816 йылғы иҫәп унда 46 аҫабаны, 1834 йылғыһы 97 башҡорт менән 173 мишәрҙе теркәй.
Әхмәт – ҡанлыларҙың төп ауылы. Унда йәшәгәндәрҙең һүҙенә ҡарағанда, зауряд-хорунжийҙар Әхмәр Назаров, Өзәйер Яҡшыев, урядник Әбдүлғәни Ҡоҙаҡаев, аҫабалар Мерәҫ Бәширов, Ғәбиҙулла Ниғмәтуллин һәм Хисаметдин Ишекәевтәр һаҡлау грамотаһын 1702 һәм 1704 йылдарҙа юллап алған. Мишәрҙәр ауылда 1723-1724 йылдарҙа күренә башлап, 1762 йылда 20 ир иҫәпкә инә. 1834 йылғы иҫәптә аҫабалар – 223, мишәрҙәр – 518. 1920 йылда Әхмәттә 1158 башҡорт йәшәгән. Һуңғыһында мишәрҙәрҙең күренмәүен Әнүәр Әсфәндиәров Яңы Әхмәт ауылы нигеҙләнеп, унда 2020 мишәр көн итеүе менән бәйләй. Яңы быуат башында үткәрелгән иҫәп Әхмәт ауылында 891 башҡортто теркәгән.
Туҡмаҡлы ауылы Ҡошмаҡлы, Хаймырҙа һ.б. атамалар менән дә йөрөтөлгән. 1730 йылда бер төркөм башҡорт үҙ биләмәһенә килешеү нигеҙендә Ҡаҙан даруғаһынан ғәскәри татар Адик Тебаевты индерә. 1816 йылғы иҫәптә Туҡмаҡлыла башҡорттар менән бергә типтәрҙәр, мишәрҙәр һәм яһаҡ татарҙары ла күренә. 1811 йылда дәүләт крәҫтиәне сифатында Пенза губернаһынан килгән яһаҡ татары Хаймырҙа Әхмәмәтов ер һатып алып ултыра. Артабан был төркөмгә уның яҡташтары Бикмырҙа Йосопов һәм Ханһөйәр Сухов та өҫтәлә. Бәләбәй өйәҙенән улдары Бәшәр һәм Яхъяны эйәртеп, Хансат Мусеев та төйәкләнә. 1834 йылда Туҡмаҡлы ауылы – 138 башҡорт, 563 мишәр, 218 типтәр һәм 146 яһаҡ татары көн иткән ауыл. 1920 йылда унда 1992 башҡорт теркәлә.
1810 йылда башҡорттарҙан ер һатып алып, яһаҡ татарҙары Әсей Йосопов менән уның улы Әхмәт Әсеев Яңы Туҡмаҡлы ауылына нигеҙ һала. 1896 йылда унда милләтен күрһәтмәй генә 575 кеше иҫәпкә алына. 1920 йылда Яңы Туҡмаҡлыла – 549 һәм Хаймырҙала (Иҫке Туҡмаҡлы) 1992 башҡорт күренә. Ҡатнаш ауыл булараҡ теркәлгән был ауылдарҙа 2002 йылда 734 (төп ауыл) һәм 209 кеше иҫәпкә алынған. 1795 йылғы рәүиз Үгеҙ ауылында дүрт башҡорт менән ике типтәрҙе теркәй. 1859 йылда иһә ауыл 125 йорттан тороп, уларҙа 723 ебәрелмеш йәшәгәне сағыла. Совет власы тарафынан үткәрелгән иҫәп алыу 363 хужалыҡта 1813 кешене асыҡлай.
1734 һәм 1737 йылдарҙа Яҡуп ауылында йәшәгән Ҡанлы олоҫо старшинаһы, аҫаба башҡорт Ишәле Яҡупов ер мәсьәләһендә әүҙем эш итеүе менән билдәле. Бәлки, бында башлап ошо шәхес ултырғандыр, тигән һығымтаға килә Әнүәр Әсфәндиәров. Мишәрҙәр был ауылда 1734 йылда күренә башлай, 1789 һәм 1791 йылдарҙа Яҡуп аҫабалары үҙ еренә урыҫ крәҫтиәндәрен дә индереп, улар Матвеевканы (Васильевка) ҡора. 1816 йылғы иҫәп Яҡуп ауылында 27 аҫаба менән 184 мишәрҙе теркәй. XIX быуат аҙағындағы иҫәпкә ярашлы, бында 350 кеше күренһә, 1920 йылғыһы иһә 245 башҡортто сағылдырған. Яңы быуат башындағы рәүиз иһә 151 башҡорт һәм татар донъя көтөүен асыҡлай.
Ҡаршын олоҫона Кушнаренко районындағы бер нисә ауыл ҡараған. Тарих-этнография фәнендә, китап авторы фекеренсә, был ҡәбилә тарихы насар өйрәнелгән. Ҡаршын этнонимы “ҡарши” һүҙенән алынып, уйғыр телендә ҡәлғәне аңлатҡан. Был ҡәбиләнең дә ҡыпсаҡтар йоғонтоһона дусар ителеүе тамғаларының ҡыпсаҡтарҙыҡын ҡабатлауында яҡшы күренә. Үҙ биләмәһенә һаҡлау грамотаһын ҡаршындар 1697 йылда юллап ала. Олоҫҡа буйһонған түбәләр иҫәбе һәм атамалары йыш үҙгәреп, мәҫәлән, XVII быуат аҙағында ике – Ҡәҙрәй һәм Илекәй түбәләре күренһә, XVIII быуат башында улар Сатлыған, Каргин булып китә. Илекәй, Сатлыған бер үк ауылдарҙы үҙ эсенә алып, һуңғыһы Аҡбаш түбәһе тип аталыуы менән дә билдәле.
1801 йылғы генераль ыҙан бүлеү Сатлыған түбәһе аҫабаларының 33,3 мең дисәтинә ер биләгәнен асыҡлай. Ул киңлектәрҙә Шәрип, Үгеҙ, Урта һәм Түбәнге Аҡбаш, Юлыш, Мәмәк, Әсән, Бишҡаҙаҡ, Ғүмәр, Ҡыуыҡ, Нөрлө, Солтанай ауылдары урынлашҡан. 1818 йылда ер хужалары 2,3 мең дисәтинәне Первушин крәҫтиәндәренә һатып ебәрә. V рәүизгә ярашлы, түбәлә – 402, VIII рәүиздә 456 аҫаба иҫәптә торған. Шул уҡ иҫәптәрҙә ебәрелмештәр – 824: 60 башҡорт, 578 мишәр, 207 типтәр һәм 179 удел крәҫтиәне ир-ат затын тәшкил итә.
Ҡаршындарҙың төп ауылы Шәрипте “Ҡаршын” тип тә йөрөткәндәр. Ул тәү тапҡыр 1688 йылғы ялыу менән бәйле документта атала. Ошо ауыл муллаһы Мерәк Солтановҡа ҡағылышлы, Мерәк атамаһы менән дә йөрөтөлгән. Мулланың улы старшина Шәрип Мерәков төрлө мутлыҡтары өсөн вазифаһынан ситләтелә. XVIII быуат ахырындағы иҫәп ауылда 215 башҡорт, 30-ар типтәр һәм мишәрҙе теркәһә, 1834 йылда башҡорттар – 364, типтәрҙәр – 320 һәм мишәрҙәр 56 йән. X рәүиз Шәрип ауылында – 674 һәм 1920 йылда 1158 башҡортто иҫәпкә ала. Яңы быуат башындағы иҫәптә ҡатнаш халыҡлылар рәтенә индерелгән был ауылда 510 кеше ғүмер иткәне билдәле.
Дыуанай башҡорттары үҙ еренә ошо уҡ олоҫ кешеләрен индереү менән бәйле, Аҡбаш ауылы тәү тапҡыр 1712 йылда телгә алына. Атамаһы – кеше исеменән. 1795 йылда Аҡбаш ауылы берәү булһа, 1795 – 1801 йылдарҙа унан утар бүленеп, Үрге һәм Түбәнге Аҡбаш ауылдары барлыҡҡа килә. 1801 – 1815 йылдарҙа Урта Аҡбашҡа нигеҙ ҡоралар. XVIII быуат ахырындағы иҫәп алыу Аҡбаш ауылында 254 башҡорт, 16 мишәр һәм 104 типтәрҙе асыҡлай. Өс ауылда ла артабан аҫабалар һәм килмешәктәр иҫәбе үҙгәрә барып, 1834 йылда Үрге Аҡбашта 92 аҫаба, 18 ебәрелмеш, 138 типтәр, Урта Аҡбашта 188 аҫаба, 12 ебәрелмеш, 14 типтәр һәм 21 мишәр, Түбәнге Аҡбашта 81 аҫаба, 6 ебәрелмеш ғүмер иткәне асыҡлана. Ҡатнаш халыҡлылар исемлеген тултырған был ауылдарҙа 2002 йылғы иҫәп 80 (Үрге), 125 (Түбәнге) һәм 168 (Урта Аҡбаш) кешене теркәгән.
Мәмәк (Туйсабан) ауылына башлап ултырған Мәмәк Ҡатыҡов 1713 йылда үҙ биләмәһенә Себер даруғаһы Сабай ауылы кешеләрен һыйындыра. Шул уҡ йылдың йәйендә Биштин ауылынан яһаҡ татары ла ҡабул ителә. Өфө губернаһы вице-губернаторы П.Д. Аксаков исеменә Ҡаршын олоҫо старшинаһы Шәрип Мерәков өҫтөнән ялыуҙы Мәмәк Ҡатыҡов ҡуҙғата ла инде. Шәрип аҫабалары 1784 йылда үҙ биләмәһенә ебәрелмеш сифатында типтәрҙәрҙе индерә. 1795 йылда ауылда 90 башҡорт, 46 типтәр һәм 30 мишәр йәшәгәне билдәле. 1816 йылда аҫабалар – 187, типтәр һәм мишәрҙәр – 130 йән. 1850 йылғы рәүиздә 326 башҡорт менән 220 типтәр теркәлә. Совет осорондағы тәүге иҫәп башҡорттарҙы ғына күрһәтә – 1251 кеше. Яңы быуат башы рәүизендә Мәмәк тә ҡатнаш ауылға әүерелеп, унда 519 кеше иҫәпкә алынған.
Ҡаршын аҫабалары төйәге Юлыш 1801 – 1815 йылдарҙа барлыҡҡа килгән, уның Кочергин һәм Карчаш тигән атамалары ла билдәле. Ауылға башлап ултырған Юлыштың улы Сәйетбатталға 1816 йылда 40 йәш була. Ул ике ҡатын менән тора, ҡустыһы Мөхәмәтйәндең Мөхәмәтша, Мөхәмәтсадиҡ, Йосоп исемле улдары була. 1817 йылда Иерусалимға барып сыҡҡан Юлыш ауылы кешеһе Ҡаһарман Әминев әйләнеп ҡайтмай. 1816 йылғы иҫәптә ауылда 50 башҡорт күренһә, 1896 йылда – 111 кеше. 1920 йылда 179 башҡорт 30 хужалыҡта донъя көткән.
Әсән ауылына башлап кем ултырғаны билдәһеҙ. 1780 йылда унда төрлө ҡәүем вәкилдәре йәшәгән. V рәүиз ауылда 20 башҡорт һәм 68 мишәрҙе иҫәпкә ала. VIII иҫәп Әсәндә 57 башҡорт менән 206 мишәрҙе теркәй, тәүгеләренең дүртеһе генә аҫаба хоҡуғында ер биләгән. Ҡалғандары – ебәрелмеш. 1870 һәм 1920 йылғы иҫәптәрҙә башҡорттар ғына сағылыш тапҡан: 779 һәм 1038 кеше. 1850 йылда Әсән ауылында зауряд-яһауылдар Ибраһим Дөмәев һәм Әбделхәсән Масаев, зауряд-йөҙ башы Мөхәмәтрәхим Дөмәев, указлы мулла Мөхәмәтәмин Дөмәев, урядник Ҡаранай Масаев һ.б. йәшәгәне билдәле.
Академик Раил Кузеев фекеренсә, дыуан ҡәбиләһенең сығышы боронғо төрки-монгол ҡәбиләләренә тоташа. Алтай һәм Монголия тарафтарынан Урал алдына килгәнгә тиклем улар оҙайлы ваҡыт Дәшти Ҡыпсаҡ дәүләтенә тора. Дыуандарҙың ата-бабалары ҡыпсаҡтар менән бергә баҫып алыу һуғыштарында Ҡара диңгеҙгә саҡлы барып етә. V-VI быуаттарҙа был ҡәбилә Тарихи Башҡортостанда иң эреһе һанала. XVIII – XIX дәүерҙәрҙә Дыуан олоҫо биләмәләре хәҙерге Бөрө ҡалаһы тирәләй 113,4 мең дисәтинә тәшкил иткән.
Баҡай ауылына нигеҙ һалған Баҡай Төмәтов ҡустыһы Ҡорманай менән 1717 йылда Сәрмәсән, Ағиҙел һәм Бөрө йылғалары үҙәнендәге еренә Уса даруғаһының Ҡарағош, Талбаҙы, Сабай ауылдары татарҙарын индерә. Шул уҡ йылда ошо ауылдан Айыт Мерәков (Шәрип Мерәковтың туғаны) үҙ биләмәһенә Күсәрбай татарҙарын ултырта. 1714 йылда уҡ Баҡайҙың улы Рәсмәкәй Баҡаев иптәштәре менән хужалыҡ ҡороп ултырыу хоҡуғы биреп, ғәскәри татарҙар Ҡормаш Байтимеров һәм Йосоп Сулеевтарҙы ҡабул итә. Хәҙерге Ҡормаш ауылы шулай барлыҡҡа килә. 1716 һәм 1749 йылдарҙа Баҡай аҫабалары мишәрҙәрҙе лә ҡабул итә.
1762 йылда ауылда типтәрҙәр 16 йән булһа, 1795 йылда 87 башҡорт менән 29 типтәр, 30 мишәр, биш яһаҡ татары иҫәпкә инә. 1896 йылғы рәүиздә милли сығышын күрһәтмәй генә 1347 кеше теркәлә. 1920 йылғы йән иҫәбе алыуҙа ике Баҡай күренеп, береһендә 990 башҡорт, икенсеһендә 562 типтәр, мишәр, татар теркәлгән. 2002 йылда 541 башҡорт һәм татар төйәге булараҡ теркәлеп, Баҡай ҙа ҡатнаш халыҡлы ауылға әүерелә.
Дыуанай олоҫона ҡараған Мәүлет башлап V рәүиздә күренә. Сығышы менән Ҡанлы олоҫоноң Ҡойон түбәһе аҫабалары булып был ауыл кешеләре Дыуанай олоҫо еренә күсеп ултырған. Бер документта Мәүлет Мәмбәтовтың 1784 йылда завод хужаһы И.Л. Тимашевҡа Ағиҙел һәм Бөрө йылғалары буйҙарындағы ерҙәрен һатыуҙа ҡатнашыуы сағылыш тапҡан. Мәүлеттең Ғәбит, Минәй исемле улдары ла күренә. VII рәүиздә Тимербай Әҙелшин, Биктимер һәм Бикташ Әптекәевтәр, Бикташ Ураҙбаев, Нәҙерша Вәлишин телгә алына. Ете хужалыҡта барлығы 40 кеше көн иткән.
1856 йылда ҡанлыларҙың байтағы Ҡыйғаҙытамаҡ (хәҙерге Мишкә районы) ауылына күсеп киткәс, Мәүлеттә башлыса был тарафтарға 1794 йылда Түбәнге Сәйет ауылынан күсенгән мишәрҙәр генә ҡала. Яҡынса ошо уҡ осорҙа ауыл типтәрҙәрҙе лә ҡабул итә. V рәүиздә биш хужалыҡта донъя көткән мишәрҙәр, 14 яһаҡ татары, 27 мырҙа һәм отставкалағы ике һалдат иҫәпкә алына. 1896 йылда был ауылда 168 кеше йәшәгән.
Сәйет атамаһын өс ауыл йөрөтә. 1762 йылда Сәрмәсән йылғаһын һыулаған Сәйеттә ете яһаҡ татары теркәлә. 1795 йылда Пенза губернаһының Краснослободск өйәҙенән һәм Темников өйәҙе Ищейка ауылынан сыҡҡан яһаҡ татарҙары урынлашҡан Үрге Сәйеттә халыҡ иҫәбе күрһәтелмәй. Түбәнгеһендә бер хужалыҡта – мишәрҙәр, 15 йортта – типтәрҙәр, барлығы – 65 йән. 1816 йылғы иҫәп ике ауылда 99 кешене теркәй. 1920 йылда Үрге Сәйеттә – 528, Түбәнгеһендә 867 башҡорт йәшәгәне мәғлүм. Сәйеткә кем нигеҙ һалғаны билдәһеҙ, ти Әсфәндиәров. Бәлки, 1756 йылда вафат булған Усман Сәйетовтың атаһылыр? Бәлки, 1700 йылда Өфө һалым йыйыусыһы А.Ф. Третьяковҡа бер батман бал биргән башҡорт Сәйет Беҙтимеровтыр?
Шул исемдәге йылғаны һыулаған Байталлы ауылы тәү тапҡыр 1716 – 1719 йылдарҙағы документтарҙа Иҫке Ҡаратәкә башҡорто Ҡаҙбулат Борсаҡовтың 1719 йылда үҙ еренә Байталлы кешеһе, ғәскәри татар Килмәмәт Ураҙгилдинде ултыртҡаны менән бәйле телгә алына. 1815 йылда Байталлыла ике мишәр ғаиләһе лә урын ала. Бында шулай уҡ ҡасан килгәне билдәһеҙ типтәрҙәр ҙә ғүмер иткән. VI рәүиз ауылда һигеҙ башҡорт, 192 мишәр һәм һигеҙ типтәрҙе күрһәтә. VIII рәүиздә 143 башҡорт ебәрелмеше, 20 типтәр һәм 196 мишәр теркәлә. X рәүиздә – 458 кеше, барыһы ла – ебәрелмештәр. Совет власы үткәргән тәүге иҫәп ауылда 1012 башҡортто асыҡлай, 1959 һәм 1989 йылдарҙа “татарҙар төйәге” булараҡ тарихҡа ингән Байталлы – 2002 йылда 458 кеше көн иткән ҡатнаш халыҡлы ауыл.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа Кушнаренко районында 13,5 мең татар теркәлгән. Был мәғлүмәттең ысынбарлыҡты сағылдырыуына ышаныу ауыр, сөнки ошо саҡлы татарҙың был тарафҡа килеп ултырғаны күҙәтелмәгән. Ә мишәрҙәр бар. Тарихи материалдарҙан күренеүенсә, улар аҙ түгел. Мишәр ауылдарынан иң элек Субай нигеҙләнә. Был халыҡтың батшаға тоғро хеҙмәт итеүе менән бәйле, 1772 йылда ергә аҫабалыҡ хоҡуғы алыуының емеше була ул. 1834 йылда Субайҙа 743 кеше иҫәпкә алына. Илмырҙа ауылы – Күл иле мең олоҫо аҫабалары менән 1691 йылда ҡул ҡуйылған килешеү арҡылы нигеҙ һалынған тау татарҙары төйәге. Уға башлап ултырыусы – Илмырҙа Йәнбахтин. Артабан татарҙар типтәр ҡатламына күсерелә. 1834 йылғы йән иҫәбе бында 220 типтәр, 150 мишәр менән бергә 12 башҡорт ебәрелмешен дә теркәй. 1920 йылғы иҫәпкә ярашлы, Илмырҙала 1419 башҡорт күренә.
Ҡалтай ауылына нигеҙ 1716 йылда Ҡанлы олоҫо аҫабалары менән төҙөлгән килешеү буйынса һалына. Унда мишәр Ҡалтай Күптәков бер төркөм иптәше менән 14 хужалыҡ ҡора. 1816 йылғы иҫәптә ауылда 30 типтәр һәм 600 мишәр күренһә, 1920 йылда 500 йортлоҡ мишәр ауылы башҡорт булып теркәлә. Яңы быуат башында Ҡалтайҙа 682 башҡорт һәм татар иҫәпкә инә. Типтәрҙәр төйәге Йомран 1718 йылда Ҡанлы олоҫо ерендә барлыҡҡа килә. 1734 йылда ошо олоҫ башҡорттары Сура Бикмаев, Яҡуп Ырыҫов, Мәҡсүт Аҙналин Уса даруғаһы Ҡарышбаш ауылы мишәрҙәре Сапун, Асан, Усеин һәм Абдулла Чеплаевтарҙы ҡабул иткән. 1816 йылғы иҫәп буйынса, Йомранда 18 типтәр һәм 140 мишәр теркәлһә, 1920 йылда 390 мишәр күренә. Ул ваҡыттарҙа Яңы Йомран ауылы ла булып, унда 1906 йылда 339 кеше йәшәгән.
Мишәр ауылы Яңы Ғүмәр 1750 йылда Ҡаршын аҫабаларының Ғүмәр Бикмаевты үҙ еренә ултыртыуы менән бәйле барлыҡҡа килә. Документта был шәхестең улдары Динмөхәмәт, Йәрмөхәмәт, Мөхәмәтрәхим, Мөхәмәтғәли, Сәлих Ғүмәровтар ҙа телгә алына. Яңы Ғүмәрҙә шулай уҡ башҡорт ебәрелмештәре лә донъя көтөп, V рәүиздә улар — 65 кеше. 1920 йылғы иҫәп Иҫке Ғүмәрҙә 1758 кеше ғүмер иткәнен асыҡлай, Яңы Ғүмәр күренмәй. Мейәс йылғаһын һыулаған Мортаза ауылына Мәмәк Ҡатыҡов менән килешеү буйынса Сабай ауылы (Мишкә районы) ғәскәри татары Мортаза Кайбышев нигеҙ һала. 1740 йылда ауылға мишәрҙәр ҙә килеп төпләнә. 1920 йылда Мортаза 376 мишәр көн иткән ауыл булып күренһә, 2002 йылғы иҫәптә – 138 татар һәм башҡорт йәшәгән ҡатнаш халыҡлы ауыл.
Солтанай 1701 йылда Шәмшәҙе олоҫоноң ошо ауылы башҡорто Сатлыған Бирҙекәевтең Бөрө крәҫтиәненән бурысҡа ете һум алыуы менән бәйле атала. 1714 йылда бында ла мишәрҙәр һәм типтәрҙәр килеп ултыра башлай. 1896 йылғы иҫәптә Солтанайҙа 700 кеше көн иткәне билдәле. Мишәрҙәр. 1761 йылда Ҡанлы башҡорттарынан һатып алған ерҙә Казарма ауылы үҫеп сыға. 1816 йылда унда 104 мишәр һәм 219 типтәр теркәлә. 1859 йылда Казармала 688 йән иҫәпкә инһә, 1920 йылда иһә ул – 301 йортта 1552 кеше йәшәгән ҙур ауыл.
Ҡаратәкә – шул исемдәге йылға буйындағы Дыуанай олоҫо башҡорттары нигеҙләгән төйәк. 1719 йылда унда Уса даруғаһы Байбаҡ ауылынан ғәскәри татарҙар ҙә күренә башлай. Ҡарышбаш һәм Ҡазан даруғаһы Салағош ауылдарынан да килеп ултыралар. 1761 йылда Өфө провинциаль канцелярияһы күрһәтмәһенә ярашлы, мишәрҙәр ҙә урын ала. 1816 йылда Ҡаратәкә ауылында – 400, 1886 йылда 1303 кеше теркәлһә, 1920 йылда 1530 башҡорт иҫәпкә алына.
Гөргөрөй (Гришкино) ауылының нисек барлыҡҡа килгәне асыҡланмаған. Григорийҙың кемлеге лә билдәһеҙ, ти Әсфәндиәров. Ауыл башлап 1753 йылда ошонда йәшәгән яһаҡ татары Муса Степановтың үрҙә телгә алынған башҡорт старшинаһы Шәрип Мерәковтың өҫтөнән яҙған ялыуына бәйле тарихҡа инә. 1834 йылда Гөргөрөйҙә 20 башҡорт, 44 мишәр һәм 140 типтәр иҫәпкә алына. XIX быуат аҙағында халыҡ иҫәбе 552-гә етә. 1920 йылғы иҫәп ауылды башҡорт төйәге итеп күрһәтә. Типтәр һәм мишәр ауылы Ҡоҙашлыбашта 1730 йылда һигеҙ башҡорт та донъя көткән. Типтәрҙәр – 38, мишәрҙәр – 85. Совет власы алған тәүге иҫәп уны башҡорт ауылы итеп теркәй.
Ҡупай – Дыуанай олоҫо башҡорто исеменән. Уның улы Юлдаш Ҡупаев 1759 йылда Усубаш ауылы марийына 70 йылға солоҡ урындарын ҡуртымға бирә. XVIII быуаттың тәүге яртыһында бында мишәрҙәр һәм типтәрҙәр күренә башлай. 1834 йылда 128 дәүләт крәҫтиәне теркәлә. 1920 йылда Ҡупай башҡорт ауылы булып теркәлә. Ҡанлы һәм Дыуанай башҡорттары ерендә ҡоролған Ислан – мишәрҙәр төйәге. 1795 йылғы иҫәптә Ислан Тасмаков сағылыш тапҡан. 1859 йылғы иҫәп буйынса, унда 90 мишәр йәшәгәне билдәле. Илек 1762 – 1783 йылдарҙа Шәмшәҙе олоҫо аҫабалары биләмәһендә ҡалҡып сыға. 1795 йылда унда 64 ир һәм 78 ҡатын-ҡыҙ теркәлә. 1816 йылғы иҫәптә Ҡанлы олоҫоноң Туҡбай түбәһенән сыҡҡан алты башҡорт та күренә. 1906 йылда Илектә – 416, 1920 йылда 592 типтәр, яңы быуат башында алынған иҫәп буйынса, 685 татар һәм башҡорт теркәлә.
Әле татар ауылы иҫәпләнгән Сүлтөпкә аҫаба башҡорттарҙан 2187 дисәтинә ер һатып алған урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1896 йылда ауылда 499 кеше көн итә, часовня ла була. 1920 йылда ла Сүлтөп 487 урыҫ йәшәгән ауыл булып күренә. Ибраһим – мишәрҙәр төйәге. Советтар үткәргән тәүге иҫәпкә ярашлы, унда 92 өйҙә 489 мишәр йәшәгән. Иҫке Ҡамышлы ауылында 1834 йылғы иҫәп 514 типтәрҙе асыҡлай. 1920 йылда элекке 1870 типтәр башҡорт булып теркәлә. 2002 йылда бында 752 татар һәм башҡорт йәшәгәне асыҡланған. Яңы Ҡамышлы 1925 йылдан һуң нигеҙләнә. Ҡанлы олоҫоноң Әхмәт аҫабалары ерендә урынлашҡан Ҡанлы, йәки Ямская Пристань – берҙән-бер удмурт ауылы. 1834 йылғы иҫәп унда 192 удмурт типтәрен теркәй. 1895 йылда был ауылда миссионерҙар мәктәбе эшләгән.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, районда дүрт меңдән күберәк урыҫ теркәлеп, яртыһы Кушнаренко ауылында төпләнгән. Был төбәктә урыҫ ауылдары байтаҡ, һәм был иң элек райондың өйәҙ ҡалаһына һәм Өфө кеүек губерна үҙәгенә яҡын булыуына бәйле. Әхмәт аҫабалары ерендә Ахлыстин, Керән, Медведеров, Тарабирҙе ауылдары үҫеп сыға. 1799 йылда нигеҙ һалынған Ахлыстин – 1920 йылда 819 урыҫ көн иткән ауыл. Керәнгә 1776 йылда удел крәҫтиәндәре ултыра, халҡы умартасылыҡ, тимерселек менән кәсеп итә. Тарабирҙегә яһаҡ татарҙары 1754 йылда нигеҙ һалыуға ҡарамаҫтан, 1803 йылда унда удел крәҫтиәндәре килеп ултыра. 1920 йылда ауылда 205 хужалыҡта 1242 кеше донъя көтә. Шерстневҡа һарай крәҫтиәндәре нигеҙ ҡора.
Кувыков иһә удел крәҫтиәндәре тарафынан 1754 йылда нигеҙләнә. 1795 һәм 1816 йылдарҙа ауылға Аблай, Баскаков, Медведеров, Пономаревка һәм Тарабирҙенән дә күсеп ултыралар. Первушин да удел крәҫтиәндәре тарафынан 1818 йылда нигеҙләнә. Совет власы тәғәйенләгән иҫәпселәр унда 903 урыҫ йәшәгәнен асыҡлай. Матвеев 1791 йылда Матвей Десяткиндан башланып китә. Топорнин ауылы батша армияһы капитаны О.Е. Топорнин һатып алған ерҙә ҡорола. 1920 йылғы иҫәп унда 474 хужалыҡта 3184 кеше йәшәгәнен асыҡлай. Воецский (Аҡбаш) 1790 йылда капитан Н.Г. Воецкий һатып алған биләмәлә ҡалҡып сыға. 1920 йылда 103 өйлөк ауылда 635 кеше ғүмер иткән.