Бөгөн таңда мине йыр уятты,
Күңел күҙем китте сағылып.
Тау артынан ҡалҡҡан аҡ йомғаҡтан
Тик йыр ғына тора ағылып.
Онотоп та, ахры, өлгөргәнмен
Ер йөҙөндә бындай наҙ барын.
Күптән инде ойоп торған йөрәк,
Йылы тойоп, асты таждарын.
Илаһи бер йырҙан хасил донъя, –
Яҙырлыҡ бит хатта телеңдән!
Ошо моңдоң бер тамсыһы булып,
Керпегемә ысыҡ эленгән...