Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Сентябрь 2020, 12:30

Театр

Салауат Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс

Салауат ӘБҮЗӘР
ТЕАТР
Шаршау асылды. Ҡурсаҡтар
Йүгерешә башланы...
Берәү үлеп ғашиҡ булды,
Кемдер йәрен ташланы.
Берәү хәйлә ҡороп йәшәй, –
Тамаҡ тип бошҡаны юҡ.
Хәҡиҡәт тип яна берәү, –
Кейергә ыштаны юҡ.
Малвина – урам сатында,
Иҫереп ята Пьеро.
Аҙым һайын банк, кибет,
Аптека, салон, бюро...
Күҙгә салынмаған епкә
Бәйләнеп, ғүмер уҙа.
Тормош – ҡурсаҡ театры,
Унда – Карабас хужа...
Читайте нас: