Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Апрель 2020, 13:40

Ҡом сәғәте

Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс

Салауат ӘБҮЗӘР
ҠОМ СӘҒӘТЕ
Тыуғанымдан бирле ҡом ҡойола...
Бушап бара инде ҡом сәғәте.
Кем башынан ғына үтмәй икән
Йәшәйештең бөйөк был сәнғәте?!.
Һуңғы бөртөк ҡомом ҡалғанда ла
Ошо донъяларҙан туйып булмаҫ!
Ҡойола ҡом... Эх, был ҡом сәғәтен
Әйләндереп кенә ҡуйып булмаҫ...
Читайте нас: