Күренекле башҡорт эшҡыуары, философия фәндәре кандидаты Азат Фәйзулла улы Фәйзуллинды студент сағымдан уҡ беләм. Ил сиге ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткән егет йәшләй генә Башҡорт дәүләт университетының проректоры вазифаһын башҡарҙы. Студент сағында уҡ Чернобыль фажиғәһенең эҙемтәләрен юҡ итеүҙә ҡатнаша, миҙал менән бүләкләнә.
Быларҙы яҙыуымдың сәбәбе шул: данлы башҡорт егете тураһында әҫәрҙең осона сығып киләм. Ошо ҡыуанысым менән уртаҡлашыуым.
Азат Фәйзулла улына элегерәк арнап яҙған бер шиғырымды тәҡдим итәм.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Азат Фәйзулла улы Фәйзуллинға.
Барыбыҙ ҙа һыуҙан яралғанбыҙ,
Таралғанбыҙ ергә тамсы һыуҙан.
Был донъяға тыуғас, әсәйебеҙ
Иң беренсе беҙҙе һыуҙа йыуған.
Тамсыларға Аллаһ ҡөҙрәт һалған,
Шул тамсынан ерҙә үлән үҫә,
Һәм ағастар йәшел күлдәк кейә,
Тылсымлы шул һутты эсә-эсә.
“Ғүмер бүләк иткән һыу” бөркәһең
Илебеҙҙең төрлө тарафына.
Ҡан тамыры буйлап аға ул һыу,
Шифа булып йөрәк яраһына.
“Бөйөк ебәк юлы” булған тиҙәр,
“Бөйөк һыу юлы” бар – шуны беләм.
Тауҙар ярып аҡҡан йылға кеүек,
Юлың һинең уңып торһон гелән!