Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Март 2020, 15:25

Үс алыу ҡомары ҡайҙан килә?

Коронавирус янауы арҡаһында карантинға китеү һәүетемсә тормошобоҙҙо ҡырҡа үҙгәртеп ебәрҙе, яңы ысынбарлыҡҡа әлегә күнегеп бөтөп булмай. Шул уҡ ваҡытта, кешеләрҙең үҙҙәрен тотошондағы сәйер үҙгәрештәр ҙә күҙгә ташланмай ҡалмай.

Был көндәрҙә барыбыҙҙың да елкәһенә оло яуаплылыҡ һалынды, һәр кем үҙен һәм башҡаларҙы хәүеф аҫтына ҡуймау өсөн тырышырға тейеш. Ҡағиҙәләр ябай ғына: урамға йә магазинға бик кәрәк булғанда ғына сығырға, мөмкин тиклем кеше менән күрешеүҙе сикләргә, аралашырға тура килгәндә битлектә булырға һәм башҡалар. Кешелек аңлы ҡыланып ҡына бөгөн был ғәләмәт вирустың таралыуын туҡтата ала. Заманы шулай ине, күптәр эш буйынса сит илдәрҙә йөрөнө, сәйәхәт итте, әммә бөтәһе лә түгел. Ысынында, инде генә бер сама сиктәр асылып, халҡыбыҙға донъя күрергә мөмкинлектәр була ғына башлағайны, ҡәһәрле вирус барыһын да кире әллә нисә йылдарға артҡа быраҡтырҙы.
Ошо йәһәттән бер күҙәтеүем менән уртаҡлашҡым килә. Һаҡланыу саралары күреү урынына, күптәр сәфәрҙән ҡайтҡандарҙы, йә ҡайһы осраҡта был хаҡта хыялланғандарҙы, йыйынып йөрөгәндәрҙе лә әрләргә тотондо ла китте. Хатта, йөрөгән ерҙәренән ҡайтмай ғына ҡалһалар ни булған, уларға штраф һалырға йә язаға тарттырырға кәрәк тип үсәргә генә түгел, ә махсус рәүештә буллинг ойошторорға ла күп һорамайҙар. Путевка алырға аҡсаһы булған, әйҙә хәҙер ҡайырып штрафын да түләһен, башҡалар осон-осҡа ялғағанда ҡотороп круизға йыйына инегеҙ, шул кәрәк һеҙгә тигәнерәк комментарийҙар менән интернет тулы. Әйтергә кәрәк, сәйәхәттән әле генә түгел, әллә ҡасан ҡайтҡандарға ла эләкте ул ябырылыу. Был хәл хәүефкә генә һалып ҡалмай, нимәһе менәндер 1937 йылдарҙа бер-береһенә шикәйәт яҙып, булдыҡлы замандаштарын НКВД хеҙмәткәрҙәренә һатҡан кешеләрҙе лә иҫкә төшөрә. Әлбиттә, ҡанундарҙы үтәмәй, өйҙә бикләнмәй башҡаларҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыусылар язаһын алырға тейеш, һүҙ ул хаҡта түгел. Ә ҡайһы берәүҙәрҙә мәленән файҙаланып үҙеңдән уңышлыраҡ кешеләрҙән үс алыу ҡомары уяныуы хаҡында, ҡайҙан килә ул, ни өсөн был йәмһеҙ күренеш беҙҙең арала яңынан ҡалҡып сыҡты, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?
Читайте нас: