Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Март 2020, 19:55

Еңеүҙән һуң

Миләүшә Ҡаһарманованың "Еңеүҙән һуң" тигән повесын ике тапҡыр уҡыным. Тетрәткес әҫәр. "Ағиҙел" журналының май һанында донъя күрәсәк.

Ә вокзалда иһә мәшхәр! Ошондай уҡ әллә нисә йөк машинаһынан әллә күпме ғәриптәрҙе һөйрәп төшөрәләр, аҡыртып, ҡысҡыртып поезд вагондарына табан өҫтөрәйҙәр. Күптәре беҙ белгән ҡунаҡ булыусылар кеүек үк иҫерек булып янъял ҡуптара. Кемдәрелер тауыш-тынһыҙ ғына тәгәрмәстәрендә тәгәрәй, аҡһаҡлап бара, ҡайһыларын ҡултыҡлап, етәкләп алып киләләр. Һалдаттар бер йөктәрен индереп ҡуялар ҙа, икенселәре артынан йүгереп китәләр. Әйтерһең, ҡайҙалыр һуғыш бара ла, улар яралыларҙы ташый. Шундай “ҡыу-ҡыйғы” менән вагондарҙы тултырҙылар. Аҡ халатлы санитарҙар оҙатыуында инеп урынлашҡан “самауырҙар” ҙа етәрлек ине. Самауырҙар улар аяҡһыҙ-ҡулһыҙ булған ҡоро кәүҙәләр. Бары зарлы күҙҙәрен мөлдөрәтеп, башҡаларҙың ҡаңғырышҡанын күҙәтеп кенә ултыра алыусылар. “Танкистар” бер-береһенә ярҙам итеп, көслө ҡулдары менән иптәштәрен тартып алып, вагондарға үрмәләй, һәндерәләргә менеп урынлаша. “Танкистар”ы – аяҡһыҙҙар. Ҡулдары менән ерҙән этенеп, арбаларында йөрөгән ғәриптәр. Уларҙы халыҡ шулай атаған. Былары шуға күнгән.
Тейәлешеү тамамланғас, “танкистар” һәм “самауырҙар”, сатан-сулаҡтар, һуҡыр-һаңғырауҙар, иҫһеҙ-хәтерһеҙҙәр, контузиялылар менән шығырым тултырылған поезд, ауыр ыңғырашып-уфылдап, ҡуҙғалып китте. Оло бәлә, аһ-зар, ҡот осҡос фажиғә тейәп. Ҡайғы-хәсрәт, бәхетһеҙлек, сараһыҙлыҡ тейәп. Асыу, үпкә, күҙ йәштәре тейәп...
1949-ҙың апрель айы ине был. Бөйөк Еңеүҙең дүртенсе яҙын ҡаршылаған йыл.
Читайте нас: