ризыҡты үҙ аҡсабыҙға һатып алғансы, өйөбөҙгә алып ҡайтҡансы беҙ уға хужа. Ә инде тәғәмде ҡабул иткәндән һуң, ул беҙгә хужа. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта сифатһыҙ, һаҡланыу мөҙҙәте сыҡҡан аҙыҡ-түлек ашап байтаҡ кешеләр ағыуланған заманда был мәсьәлә бик актуаль. Чекты һаҡлау һуңынан магазинға дәғүә белдереү өсөн кәрәк тә инде. Һәр хәлдә, үҙенең, яҡындарының һаулығы, ғүмере өсөн яуаплы кешеләр чектарын һаҡлайҙыр тип ышанам. "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 328-се күҙәтеү.