Бик йыш иғтибар иткәнем бар: магазиндарҙа, супермаркеттарҙа аҙыҡ-түлек һатып алғандан һуң күптәр һатыусы биргән чектарына иғтибар ҙа итмәй, касса янында уҡ ҡалдырып китә. Бик һирәктәр генә ситкәрәк китеп, чек буйынса тауарын, бирелгән сдачаһын тикшереп, һанап ҡарай. Бындайҙар күберәген пенсионерҙар. Улар бик йыш осраҡта кире кассирға мөрәжәғәт итеп, ғәҙеллек талап итә лә, чектарын кәрзингә ташлап китә. Ә бит чектарҙы һәр ваҡыт үҙең менән бергә алырға кәрәк. Ни өсөнмө? Сөнки... ризыҡты үҙ аҡсабыҙға һатып алғансы, өйөбөҙгә алып ҡайтҡансы беҙ уға хужа. Ә инде тәғәмде ҡабул иткәндән һуң, ул беҙгә хужа. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта сифатһыҙ, һаҡланыу мөҙҙәте сыҡҡан аҙыҡ-түлек ашап байтаҡ кешеләр ағыуланған заманда был мәсьәлә бик актуаль. Чекты һаҡлау һуңынан магазинға дәғүә белдереү өсөн кәрәк тә инде. Һәр хәлдә, үҙенең, яҡындарының һаулығы, ғүмере өсөн яуаплы кешеләр чектарын һаҡлайҙыр тип ышанам. "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 328-се күҙәтеү.