Роберт Миңнуллиндың эшмәкәрлеге, ижады башҡорт һәм татар халыҡтары араһына һалынған дуҫлыҡ күпере булды. Башҡортостандың Илеш районында тыуып-үҫкән һүҙ оҫтаһы тыуған республикаһын онотманы, төрлө мәҙәни сараларға ҡайтып йөрөнө, әҙәбиәт әһелдәре, дәүләт эшмәкәрҙәре менән бәйләнеш тотто.