Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2020, 10:35

Еңеүҙән һуң

Мәжлес ҡыҙғандан ҡыҙҙы. Иҫке тальянка хужаһы тартҡылаған ыңғайға яҙылып өлгөрә алманы. Уның сыңрау моңон күмәк тауыштар, һыҙғырыуҙар, иҙәнгә йән көскә һуғылған ағас аяҡтарҙың һәм арба тәгәрмәстәренең “таҡ-тоғо” күмеп китте. Был гөрһөлдәүҙәрҙән өҫтәл ишараты ла “бейей” башланы. Уның өҫтөндәге ҡырлы стакандар һикереште, бер-береһенә бәрелешеп сайпылышты, ҡолап түгелде. Иҫерешкән ирҙәрҙең һәр кеме үҙенсә ҡысҡырҙы:

– Э-эх, Марусся!!
– Һа-а-ай! Итегеңде туҙҙырма!
– Полюби ты, девица, удалого молодца!
– Их! ... Заяға уҙҙырма! Эх-ма! Малатса!
– Даввай! Наливай!..
– Һай-һай-һай-һай!..
Көслө ҡулдар тос йоҙроҡтары, киң устары менән әлеге бысраҡ иҙәнгә дөпөлдәтә һуғып мәжлескә дәрт өҫтәне. Шул ғәйрәтле беләктәр ағас ҡулайлама өҫтөнә ултыртылған тоҡос кәүҙәләрҙе арбаһы-нийе менән өйөрөлтөп алып йөрөнө. Һыңар аяҡтарында һикрәнләгән, ҡыҙып китеп ҡултыҡ таяҡтарын атып бәреп төшөп киткәндәре иҙәндәге был тоҡостарға эләгеп ҡолап та китте. Унан һикереп торҙо ла аҡһай-туҡһай тағы ялпылданы. Ялбыр ҡаштар аҫтындағы ҡара, һоро, зәңгәр, күҙҙәр атакаға күтәрелгәндәгеләй зәһәр ялтыраны. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан эйәктәр юғары күтәрелде. Миҙалдар сыңланы. Уларҙың ҡайһылары ысҡынып та осто. Мәжлес ҡыҙыуҙан үтеп, ниндәйҙер ҡурҡыныс, дәшһәтле ҡотороуға әйләнгән мәлдә, сөй келәлә генә эләктерелгән ишек, теге яҡтан тибеп ебәргәндән асылып, стенаға бәрелеп ҡаҡлыҡты ла бүлмәгә йүгерешеп ҡораллы һалдаттар инеп тулды. Киҫкен команда аҫтында улар мәжлестәгеләргә ҡаршы теҙелешеп тороп, ҡоралдарын тоҫҡаны.
Читайте нас: