Берәү эшкә һуңлаған да, түрәһе аңлатма талап иткәс, яҙып биргән. Башҡортса. “Мин... машиналар бөкөгә эләгеү арҡаһында...” Хәҙер был ойошмала үҙ-ара мәрәкәләшәләр, ти. “Бөкө юҡмы урамда?”, “Бөкөнән саҡ сыҡтым бая”... Ә бит, төптән уйлаһаң, теге ҡатынҡай артыҡ хаталанмаған. Бары тик уға икенсе һөйләш һүҙен — “тығын”ды ҡулланыу кәрәккән.
Бер мәл Күгеш (Усолка) буйында туғандарым такси ялланы. “Хундай” йы яңы ғына, әллә шуға, әллә үҙе ҡыҙғансыҡ, һөйләнепме-һөйләнә ҡупырыш урыҫ: “Ишекте шарт япмай ғына ултырығыҙ... Нервыға тейә әтеү!”
Энекәшем ихатаһында машинанан иң аҙаҡ төштөм дә кабина ишеген асыҡ көйө ҡалдырҙым.
— Дорогой, һинең нервыңды уйлап, ишекте ябып та тормайым...