Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Март 2020, 13:29

ӘҘИПТӘР ҺӘМ МӘҘӘКТӘР

...

ЕРҘӘР ҺӘМ СИРҘӘР
«Ағиҙел» журналы редакцияһында Ғәйнан Әмири хаттар тотҡан килеш инә лә, бер буш өҫтәл эргәһенә ултырып, уларҙы уҡырға керешә.
– Ағай, һеҙгә хаттар күп килә шикелле. Берәйһе ғашиҡ булғанмы, әллә уҡыусыларыбыҙ шулай хәбәрләшәме? – тип ҡыҙыҡһына Рафаэль Сафин.
– Хаттарҙың төрлөһө бар инде, – ти Ғәйнан Әмири, – әһәмиәтлеһе лә, юҡты бушҡа ауҙарып, ваҡытты әрәм иткәне лә. Бына бер әбей үҙенең бихисап сирҙәрен яҙа. Тәүге хатында мин уның ғәрәп хәрефтәре менән яҙылғанын: «Бик күп ерҙәр хаҡында яҙырға теләйем һеҙгә», тигән ниәтен хуплап: «Рәхим итегеҙ!» тип яуап биргәйнем. Бына хәҙер ул көн дә миңә әле бер, әле икенсе сирен, ентекләп-тәфсилләп яҙып, хат яуҙыра башланы. Сирҙәр хәҙер үҙемдә лә етерлек, өҫтәүенә – был...
НИШЛӘРГӘ?
Яҙыусылар ойошмаһында йәше иллегә етһә лә, ижад иткән әҫәрҙәре менән уҡыусылар күңеленә юл таба алмаған, шулай ҙа үҙен бик яратҡан яҙыусы Бәндәүир Ғәлимуллин килә һәм:
– Мостафа Сафич! Ошо йылдың 3 октябрендә минең илле йәшлек юбилейым. Нишләрбеҙ икән? Ул үҙенең юбилей кисәһен ҙурлап үткәреүгә өмөт бағлап йөрөгәнлектән төрлө ойошмаларҙан, уҡыусыларҙан ҡайнар ҡотлау һүҙҙәрен ишетеүгә, орден үк булмаһа ла, республика хөкүмәтенең Маҡтау Грамотаһын, берәй оло залдағы әҙәби кисәлә шәлкем-шәлкем сәскәләр алыуға иҫәп тотоп, тәмле-татлы хыялдарға бата.
Тик Яҙыусылар ойошмаһының ул саҡтағы рәйесе Мостай Кәрим генә нишләптер бер нәмә лә өндәшмәй.
– Миңә тиҙҙән 50 йәш тула бит, Мостафа Сафич, нишләргә икән? – тип әүәлге һорауын ҡабатлай Бәндәүир.
– Илле тулғас, нишләйһең, ти, инде, – тип йылмая Мостай Кәрим, – бик матур итеп илле бер йәш менән китерһең!
Читайте нас: