Тормош ығы-зығыһына бирелеп, иҫтән сыға яҙған: бөгөн күренекле яҙыусы Сабир Шәрипов тыуған көн. Сабир ағай менән “Ағиҙел” журналы редакцияһында бер бүлмәлә ултырып эшләргә насип булды миңә. Ағайҙың ихласлығы, ябайлығы, ярҙамсыллығы, олоһона ла, кесеһенә лә дуҫтарса ҡарашы һоҡландыра торғайны. Уның, күҙҙәрен йомоп, ниндәйҙер тәрән уйҙар диңгеҙенә сумып һөйләгән әңгәмәләре әле лә күңел төбөндә. Матур күңелле кеше һәм оло йөрәкле яҙыусы булды Сабир ағай Шәрипов!