Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Март 2020, 13:41

МАРАТ АҒАЙ КӨЛДӨРӘ...

Минең етмеш биш йәште райондың мәҙәниәт һарайында билдәләп үттеләр. Ейәнсура районының хакимиәт башлығы, юбилярҙы ҙурлап, ярайһы ҡиммәтле тун тапшырҙы. Ул шул тунды иңемә һалғас, мин, залға ҡарап:

Минең етмеш биш йәште райондың мәҙәниәт һарайында билдәләп үттеләр.Ейәнсура районының хакимиәт башлығы, юбилярҙы ҙурлап, ярайһы ҡиммәтле тун тапшырҙы. Ул шул тунды иңемә һалғас, мин, залға ҡарап:
– Марат Кәримов тун алды, ә Ейәнсура туналды! – тип әйтеп һалдым.
Әлеге шул тик тормаҫ тел. Шунда кешесә генә берәй йылы һүҙ әйтергә ине лә бит. Юҡ, шаярыу өҫтөнлөк алды. Тамашасылар көлдө, әлбиттә.
* * *
Минең быуын кешеләренең байтаҡ ғүмере сираттарҙа тороп үтте.Колбасаға сират, икмәккә сират, иткә сират, йомошоң төшһә. төрлө кабинеттарҙа ултырған чиновниктарға сират. Улар ҡабул итһә әле.Һикһән һигеҙ йәштән һуң минең үҙемә лә сират торалар. Мин дә, әлеге чиновниктарҙан үрнәк алып, уларҙы ҡабул итергә ашығып бармайым. Ниндәй сират, тиһегеҙме? Төрлө сирҙәр сираты. Тик улар бер ҙә тыныс ҡына тора алмайҙар, мин алда ла мин алда, тип ыҙғышалар. Хас кешеләр кеүек.
Читайте нас: