1983 йылдарҙа журналист, оҫта шахматсы Венер Йәнбәков миңә Матбуғат йортоноң иң көслө журналистары һәм яҙыусылары менән 18 таҡтала шахмат уйнау сеансы үткәрергә тәҡдим итте. Мин риза булдым.
- Ситтән көслөрәктәрҙе саҡырайыммы? - тип һораны Венер ағай.
- Саҡыр, - тинем. - Тик барыһы ла журналист йәки яҙыусы булһын.
Сәғәт алты. Матбуғат йортона килһәм, 18 таҡта теҙелгән, Әнүәр Бикчәнтәев, Сафуан Әлибай, Шәриф Биҡҡол, Тайфур Сәғитов, Агиш Ғирфанов... Тағы әллә кемдәр, исемле журналистар, әҙиптәр. Мин ҡаушап ҡалдым. Әгәр еңелһәм, көлкөгә ҡаласаҡмын.
Бер юлы күп таҡтала сеанстарҙы биргәнем бар ине, шуға күрә үҙенә күрә ҡағиҙәһен дә уйлап сығарғанмын, һәр сеанс ике сәғәткә тиклем һуҘЫла, икенсе сәғәттең аҙағына арыта башлай, иғтибар кәмей. Шуға күрә иң көслө матсыға тәүге ярты сәғәттә үк мат ҡуйып, уларҙан ҡотолорға кәрәк. Былары ҡамасауламағас, йомшаҡтарын рәхәтләнеп сүпләргә була. Шуға күрә сеанс алдынан Венер ағайҙы ситкәрәк саҡырҙым да һораным
- Арағыҙҙағы иң көслө дүрт шахматсыны күрһәт.
- Ана, Гальперин - Матбуғат йорто чемпионы - беренсе разряды бар, - тине ағай, йәнә өс көслө шахматсыны күрһәтте.
Мин уларҙы юғалтмаҫ өсөн ҡулыма дүрт бит ҡағыҙ алдым да, осраҡлы рәүештә һалған кеүек ҡағыҙҙарҙы ҡаршыларында ҡалдырып киттем.
Ҡалғаны еңел булды. Гальперинға 12 йөрөштә мат ҡуйҙым, 2-се, 3-сө, 4-се тигән шахматсылар ҙа 15-се йөрөш тирәһендә мат алдылар. Ә урта ҡулдар һин дә мин уйнап ултыра. Былар бик асыуланды:
- Әйҙә, тағы уйнайыҡ! - тип шахмат фигураларын кире теҙеп ҡаранылар. Сөнки быларға үҙҙәре ғүмер буйы еңеп йөрөгән шахматсылар алдында оят ине.
- Юҡ, — тип баш тарттым мин. — Күрмәйһегеҙме, миңә тағы күпме кеше менән уйнайһы бар әле.
Аптырағас, былар башҡаларға ярҙам итергә тотонған булды. Көслөләр сауламағас, сибегерәк шахматсыларҙы тиҙ ҡыҫтым һәм тиҙҙән иҫәп 17.0 мин файҙаға ине инде.
Һуңғы булып Тайфур ағай Сәғитов ултырып ҡалды. Уның позицияһы көслө - ферзь һәм дүрт пешкаһы бар, минеке - ферзь да бер пешка. Дөрөҫ уйнаһа, еңергә тейеш. Бөтә уйынсылар был таҡтаны уратып алды. Мин ағайҙыъ ҡаршыһына ултырҙым да (арытҡан - өҫтәлдең оҙонлоғо бер метр тип алғанда ла, 18 таҡтала 40-ар йөрөш яһау өсөн, улай-былай 80 тапҡыр үткәндә лә, бер сәғәттә сеансер 7 километрға яҡын юл үтә бит):
- Тайфур ағай, ничья тәҡдим итәм. Юғиһә, ун етегеҙ еңелде ничья яһаһаң, ниндәй ғорурлыҡ!
Башҡалар ҡысҡыра башланы:
- Ризалашма! һинең өс пешкаң артыҡ бит, һин еңәһең! Уйна.
Мин тағы һорайым:
- Тайфур ағай, ризаһыңмы?
Яҙыусы аптырап ҡалды, башҡаларға ҡараны. Ә башҡалар:
- Уйна! Еңәһең!
- Улайһа, еңеләһең, - тинем дә, өс-дүрт йөрөштә бының бөтә пешкаһын "ашап" бөттөм. Хәҙер минең пешкам артыҡ. Уға ферзға сығырға күп ҡалмаған.
- 18:0 бигерәк насар иҫәп бит. Шуға мин һеҙҙе еңеп тормайым. Әйҙә бер ничья булһын! - тинем.
Бөтәһе лә ризалашты. Шуға иҫәп 17,5 : 0,5 булды.