Тажлы киҙеү
Тажлы киҙеү – киҙеүҙәрҙең
Батшаһы микән, шилма.
Тиккә генә таж кейҙереп
Ҡуймағандар бит уға.
Урҙа кеүек баҫып килә,
Дер ҡалтырай бар Йыһан.
Әллә ятҡан урынынан
Сөскөргәнме Сыңғыҙхан?
Миллиард ярымың бышҡырып,
Еткерһен әле сәләм,
Европағыҙ ғына түгел,
Түңкәрелер бар ғәләм.
Киҙеү кеүек бөтә илгә
Таралып йөрөй хәбәр.
Уны йоҡторған, тиҙәр, бит
Принц, короленә ҡәҙәр.
Әллә хәбәргә эйәреп,
Тараламы был афәт?
Телебеҙҙе тыя белмәй
Йәшәйбеҙ шул, ҡәбәхәт.
Батша һынлы батшаларҙың
Һалдырта алғас тажын,
Беҙҙең кеүек ябайҙарға
Етешеүе бер аҙым.
Тажлы булғас, тажлыларға
Уйланылған был киҙеү.
Быны бит мөмкин, туғандар,
Исеменән үк һиҙеү.
Донъяларҙы ҡуптарырға,
Кешелекте һынарға
Вирустарҙың төп батшаһы
Үҙе сыҡҡан һунарға.
Уға ҡаршы ҡорал уйлап
Табылмаған, туғандар.
(Батшаға ҡорал күтәреп,
Кемдең әле уңған бар?)
Көрәшер сара булмағас,
(Уйлайҙар ҙа шикелле)
Уның Ерҙә тыуыуына
Ышаныуы икеле.
Ул – сит планеталыларҙың
Ергә сәскән “бүләге”.
Хәҙер шуларҙың ҡулынан
Ҡалды микән үләһе?
Төҙөлөшө – Ер шарына
Ҡаҙалған энә кеүек.
Серле Йыһан төпкөлөнән
Ябырылған кенә кеүек.
Арала йәшәй, тиҙәр, бит
Кеше һынлы марсиан.
Уларҙан килеп торалыр
Кешелеккә бар зыян.
Шул тиклем этләнмәҫ ине
Үҙ ерендә кешелек.
Еребеҙ аяҡ аҫтында
Бара лаһа ишелеп.
Әллә инде рәнйештәрҙән
Барлыҡҡа килгән вирус?
Юҡһа ярҙам итер ине
Һарымһаҡ, һуған, борос...
Ул вирус һыуыҡҡа түгел,
Үлә, тиҙәр, йылыға.
Йәйҙәр һалҡын хәҙер, эштәр
Китмәгәйе олоға.
Йылыға йылан эйәләй,
(Эх, һуҡмағайы ҡәһәр):
Йылыға эйәләшмәгәс,
Ул – йыландан да зәһәр.
“Ҡарауыл!!! Коронавирус!!!” –
Яр һалабыҙ ҡысҡырып.
Яҙғандарымды дөрөҫләп,
Үҙем ҡуйҙым бышҡырып.